Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йөрәкһеҙ бала (Тормош хәле)

Әсәһенең һандығындағы васыятын уҡығас үкереп иланы. Сөнки унда әллә ниндәй таш бәғерлеләрҙе лә йомшарта торған һүҙҙәр яҙылған ине.“Әй, улым, был донъяла һуңғы көндәремде йәшәйем, буғай. Хәлем бик ауыр, ошо яҡты донъяла йәшәргә ҡалған булһа ла ике - өс көн генә ҡалғандыр. Янымда таяныс булараҡ Аллаһтан башҡа бер кемем дә юҡ. Әй, улым, башымды сәждәгә ҡуйған һайын, Хоҙайҙан үлер алдынан ғына булһа ла, улым янымда булһа ине лә, уға хәйер - фатихамды бирһәм ине, тип һорай инем. Ләкин белмәйем: әллә насип булманымы, әллә һорай белмәнемме, һине янымда күрә алманым...

Йөрәкһеҙ бала  (Тормош хәле)
Йөрәкһеҙ бала (Тормош хәле)

Ҡырғыҙстан яҡтарында булған әлеге хәл — тормоштан алынған ысынбарлыҡ.

Мәктәптә уҡыусы бер баланың әсәйе
иҙән йыуыусы булып эшләй торған була. Һәм әлеге уҡыусы егет әсәйе өсөн бик ояла торған була. Беренсенән, ябай
иҙән йыуыусы булғанға, икенсенән, бер
күҙе һуҡыр, ғәрип, йәмһеҙ булғанға күрә.
Көндәрҙең береһендә улы әсәйенә:

- Мин мәктәптә булған ваҡытта, минән ситтәрәк йөрө, һәм яныма килмә. Сөнки мин һинең ғәрип, йәмһеҙ күҙле булыуың
дан, оялам, — тип әйтә.

Әсәй кешегә үҙенең улы тарафынан бындай һүҙҙәр ишетеүе ауыр булһа ла, башын һелкеп, ризалаша. Шулай итеп, бер көндө был егет йорттоң асҡысын үҙе менән мәктәпкә алып киткән була. Әсәйе йорт асҡысын алайым, тип мәктәпкә бара һәм класҡа кереп, бөтөн уҡыусылар ҡаршында улынан асҡыс һорай. Улы иһә бөтөн кешеләр алдында әсәйен: “Был ғәрип бында нимә эшләп йөрөй инде?” — тип
мәсхәрәләй.

Әсәйе илап өйөнә ҡайтып китә. Шулай итеп, был әсәнең ғүмере балаһынан изгелек күрмәйсә дауам итә. Улы мәктәпте тамамлап Мәскәүгә уҡырға китә. Уҡыған ваҡытында тыуған яғына бик һирәк ҡайта торған була. Ҡайтҡан ваҡытында ла әсәйе менән бик күрешмәйсә, дуҫтары менән генә аралашып китә торған була. Уҡыу ваҡытында бер ҡыҙ менән таныша, һәм улар өйләнешәләр. Әммә әсәйенең ғәриплегенән оялып, уны хөрмәт итмәйсә, никахына ла, туйына ла саҡырмай. Уның ике балаһы тыуа. Ике ейәненең береһендә һөйөнөс менән күрә алмай әсәй кеше. Үлеүемә лә күп ҡалмағандыр, тип был әсәй, улына әйтмәйсә, дуҫтарынан Мәскәүҙәге адресын алып, ейәндәрен алыҫтан ғына булһа ла күреп - ҡарап ҡайтырмын тип, юлға сыға. Үҙе менән ейәндәренә тип бәйләгән ойоҡбаштарын ала, күстәнәстәр әҙерләй.

Мәскәүгә барып еткәс, бик ауырлыҡ менән генә улының йәшәгән ерен эҙләп таба. Подъезд янына ултырып, ейәндәрен көтөп тора. Улының дуҫтарынан алған фотокарточка буйынса, уларҙы күреп ала. Ейәндәре атайҙары менән балалар баҡсаһынан ҡайтып килгәндәр. Ейәндәре лә бер күҙле, ғарип ауыл әбейен күреп ҡалғас:
“Был ниндәй убырлы ҡарсыҡ“, — тип бармаҡ менән төртөп көлә башлайҙар.

Һәм улы ла, әсәйенә бик ҡаты асыуланып: “Ниңә рөхсәтһеҙ, хәбәр итмәйсә килдең?” — тип бик ҡаты тиргәй. Һәм әсәй кеше илай - илай шул уҡ көндө өйөнә ҡайтып китергә мәжбүр була.

Шулай итеп, әлеге күңелһеҙ осрашыуҙан һуң өс йыл ваҡыт уҙып та китә. Был әсәйҙең улын бергә уҡып сыҡҡан дуҫлары осрашыуға саҡыралар. Һәм ул осрашыуҙа ҡатнашыу өсөн тыуған яғына ҡайта.
Осрашыуҙа ҡатнашҡандан һуң: “Әсәй
янына ла кереп сығайым”, — тип үҙенең
тыуып үҫкән йортона юнәлә. Әммә, ни ғәжәп, ҡапҡала ҙур йоҙаҡ күрә.

Әсәйенең ҡайҙа икәнлеген һорар өсөн
күршеләренә инә. Улар:

— Әсәйең ике ай элек кенә үлеп китте, — тип әйттеләр.

Ул ҡайғылы йөҙ яһап:

— Ниңә миңә хәбәр итмәнегеҙ? — тип һорай.

— Әсәйең үлер алдынан: “Улыма үлеүемде әйтеп тормағыҙ. Ғүмер буйы мине кәрәкһенмәне. “Кешеләр берәй нимә әйтер” — тип Мәскәү һынлы ерҙән ҡайтып борсолоп тормаһын. Әммә ауылға ҡайтһа, нисектер мине иҫенә төшөрөп һораһа, йорттоң асҡысын уға бирегеҙ “, — тине. “Әсәйең һиңә һандыҡта үҙенең васыятын ҡалдырған. Кәрәк тип тапһаң, шуны кереп, уҡы”, — тип әйтте күршеләре.

Улы йортҡа инеп, әсәйенең һандыҡтағы васыятын алып уҡыны. Шунан һуң үкереп иланы. Сөнки унда әллә ниндәй таш бәғерлеләрҙе лә йомшарт торған һүҙҙәр яҙылған ине.
Ул васыятнамәлә: “Әй, улым, был донъяла һуңғы көндәремде йәшәйем, буғай. Хәлем бик ауыр, ошо яҡты донъяла йәшәргә ҡалған булһа ла ике - өс көн генә ҡалғандыр. Янымда таяныс булараҡ Аллаһтан башҡа бер кемем дә юҡ. Әй, улым, башымды сәждәгә ҡуйған һайын, Хоҙайҙан үлер алдынан ғына булһа ла, улым янымда булһа ине лә, уға хәйер - фатихамды бирһәм ине, тип һорай инем. Ләкин белмәйем: әллә насип булманымы, әллә һорай белмәнемме, һине янымда күрә алманым. Һинең күҙҙәреңә ҡарап, һин мине һөймәһәң дә, мин һине, балам булараҡ, ғүмер буйы һөйҙөм. Хәйер - фатихам һиңә, ҡайғы күрмә, һөйөлгән атай булырға насип булһын үҙеңә тип, был яҡты донъянан тыныс күңел менән китмәксе инем. Әммә насип булманы.
Үлер алдынан булһа ла, күҙемдең ни өсөн ғәрип, һуҡыр булыуын һиңә аңлатмаҡсы булам. Үҙең беләһең, улым, һин атайыңды күрә алманың. Сөнки ул һин тыумаҫ борон уҡ үлеп китте.
Шулай итеп, һиңә ике йәш ярым тирәһе булғанда, йығылып күҙеңә бер сыбыҡ инеп, бер күҙ алмаң ағып сыҡҡан ине. Табиптар миңә: “Улыңдың күҙен һаҡлап ҡалыу өсөн, күҙ алмаһының нимәһелер кәрәк”, — тип әйттеләр. Һәм мин, һис икеләнмәй, һинең өсөн күҙемде ҡорбан иттем. Асылда мин түгел, ә һин һуҡыр булырға тейеш инең. Әммә минең күҙемдең ҡорбан ителеүе менән һәм врачтарҙың тырышлығы арҡаһында, Аллаһу Тәғәләнең ярҙамы менән һин күҙле булып ҡалдың. Әммә һин ғүмер буйы миңә бер ниндәй ҙә йылы мөнәсәбәт күрһәтмәһәң дә, мин һинең өсөн күҙемде ҡорбан итеүемә бер ҙә үкенмәйем. Әсәй йөрәге бөтөн әйберҙе күтәрә һәм ғәфү итә икән. Әлеге хатты яҙып ҡалдырыуымдың бер генә сәбәбе бар: һис булмаһа үлгәндән һуң булһа ла, бер хәйер - доға ҡылырһың, тип өмөтләнеп ҡалам”, —тип яҙылған ине.

Хөрмәтле дин ҡәрҙәшем! Атай - әсәйең иҫән булһа, уларҙың ҡәҙерҙәрен бел. Уларға бөтөн яҡлап хөрмәт күрһәт,
рәнйетә күрмә. Бигерәк тә оло йәштәге атай - әсәйҙәр йылы мөнәсәбәткә, тәмле һүҙҙәргә мохтаждар. Шуға күрә улар менән аралашҡан ваҡытта уларҙы ҡыуандыра торған һүҙҙәрҙе ҡуллан. Бер әйберҙе күп тапҡырҙар һөйләһәләр ҙә, сабырлыҡ менән тыңлап тор. Оло кеше сабый кеүек була. Шуны иҫеңдән сығарма. Бөтөн көсөңдө ҡуйып, уларҙың таянысы һәм терәге бул. Уларҙың ҡарғышын алыуҙан ҡурҡып йәшә. Сөнки атай - әсәйҙең ҡарғышы —
ағыуланған осло уҡ кеүек: килеп ҡаҙалһа, тормошоңда бер күңелле көнөң ҡалмаясаҡ. Ни өсөн донъяға тыуғаныңа үкенеп йәшәйәсәкһең. Әгәр ҙә, киреһенсә, уларҙың хәйер - доғаһын,
ризалығын алһаң, тормошоңда шатлыҡлы, һөйөнөслө көндәрең күп буласаҡ. Әгәр ҙә атай - әсәйең үлә ҡалһа, үлделәр, киттеләр, ҡотолдом, тип әйтә күрмә. Уларға бағышлап доға ҡыл. Ҡөрьән уҡы, уларҙың исеменән ураҙа тот, ҡорбан сал, мөмкинлегең булһа, уларға бағышлап хаж ҡыл, атай - әсәйеңдең рухына бағышлап мәжлестәр үткәр, улар өсөн был бик ҙур бүләк булыр.

Мәхмүт хәҙрәт Шәрәфетдиндән.

 

 

 

https://hakmar.ru/articles/godpoleznihdel/2024-10-01/s-ene-andy-ynda-y-vasyyatyn-u-y-as-3952605

 

 

Фото: интернеттан

Автор:
Читайте нас: