Бер көн был теләгемде белдереп шылтыраттым. Телефондың теге башынан:
- Тышта көслө ямғыр яуа бит әле, бәлки икенсе берәй көндө килерһегеҙ, тип хәстәрләүенә ҡарамаҫтан, һөйләшелгән ваҡытҡа һауа торошоноң быйылғы йәйҙә даими көйһөҙләнеп тороуына иғтибар бирмәйенсә, буласаҡ әңгәмәсемдең йорто алдына тып итеп барып та баҫтым.
Кем тураһында һүҙ бара тиһегеҙме? Ғүмеренең күп өлөшөн районыбыҙҙың финанс өлкәһенә бағышлаған яҡташыбыҙ Әхмәтсафа Әхмәтов тураһында булыр бөгөнгө һүҙем.
Ҡулға-ҡул тотоношоп, 62 йыл бергә ғүмер иткән Финә менән Әхмәтсафа Әхмәтовтар өс ҡыҙға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙатҡандар. Ҡыҙҙарының барыһы ла юғары белем алып, лайыҡлы вазифа биләйҙәр. Алты ейән-ейәнсәре лә юғары белемгә эйә булғандар һәм өс бүлә-бүләсәр бүләк иткәндәр. Бала ҡайғыһынан да ҙурыраҡ ҡайғы бармы икән?.. Ҡыҙғанысҡа, Әхмәтовтар ғаиләһенә өс йыл элек ошондай оло ҡайғы кисерергә тура килә, ҡәһәрле ковид сире кесе ҡыҙҙары Гөлназдың ғүмерен өҙә. Йөрәктәрен әрнеткән ҡайғыны бер аҙға булһа ла баҫыр өсөн Әхмәтовтар буш ваҡыттарында сихри әҙәбиәт донъяһына сумырға тырышалар.
- Ҡалын-ҡалын китаптарҙы 2-3 көндә уҡып бөтәм, - тип күҙ йәштәре аша һөйләй был турала күп йылдар районыбыҙҙың төрлө ойошмаларында баш бухгалтер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, хеҙмәт ветераны, 82 йәшлек Финә Сибәғәт ҡыҙы.
Ғөмүмән, уларҙың ғаиләһе китап уҡыуға күптән ғашиҡ. Тормоштарын китапһыҙ күҙ алдына ла килтермәйҙәр. Мине ҡаршы алғанда ла, Әхмәтсафа ағайҙың ҡулында тарихи китап ине. Ул шунда уҡ үҙе ҡәләм менән билдәләп ҡуйған, башҡорт халҡына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы факттар менән таныштырырға ашыҡты.
Алдан яҙып үткәнемсә, Әхмәтсафа ағайҙың бала сағы балалар йорто менән бәйле һәм минең тәүге һорауым да шул йылдарға бәйле ине:
- Балалар йортона килеп эләгеү тарихын һөйләп үтһәгеҙсе, мөмкин булһа...
- Хәҙерге Мәләүез районындағы, ул саҡта Йомағужа районына ҡараған Томансы ауылында, ғаиләлә туғыҙынсы бала булып донъяға килгәнмен. Быға тиклем тыуған балаларҙың барыһы ла мәрхүм булып торған, - тип башланы ул һүҙен.
Бөйөк Ватан һуғышы осороноң барлыҡ балалары кеүек үк аслыҡ-яланғаслыҡты үҙ иңендә татырға тура килә Әхмәтсафа ағайға. Әлбиттә, уның һөйләгәндәре бер нисә томлыҡ китап яҙырлыҡ, ә бөгөн мин уның тормошоноң ҡайһы бер мәлдәренә генә туҡталып үтмәксемен.
Өс йәштә генә атайһыҙ ҡалған малайға әсәһе менән генә ер иҙәнле ситән өйҙә көн итергә тура килә. Беренсе класҡа ауыл мәктәбенә уҡырға төшә. Әммә яҙмыш тигәнең, бер аҙҙан өйһөҙ ҙә ҡалдырғас, уларға бер нисә йыл яңғыҙ әбейҙәргә өйҙәш булып йәшәргә тура килә. Сатлама һыуыҡ ҡыш көндәрендә әсәһе менән икәүләшеп утын ташыуҙары бөгөнгөләй хәтерендә. Ошондай михнәттәр татып үҫеп килгән, зиһенле һәм тырыш уҡыусыға уҡытыусыһы һәм ауыл советы башлығы балалар йортона барырға тәҡдим итә.
- Балалар йортона бараһыңмы, тип һорағайнылар. Күп тә уйлап торманым, барам, тинем. Иҙелде кисеп сығып, тәүҙә Рәхимә апайыма барҙым. Ул Йомағужа балалар йортона тиклем оҙатып ҡуйҙы. Килгәс тә мине йыуындырып, аҡ күлдәк, аҡ ыштан кейҙерҙеләр. Ошоға тиклем киндер ҡапсыҡтан тегелгән кейем кейеп өйрәнгән кешегә был кейемдәр оҡшап ҡалды. Уның тик эске кейем булғанын кем белгән инде. Шуҡ малай булараҡ, тиҙ генә балалар яғына йүгерҙем. Мине туҡтатып, тағы ла гимнастерка, салбар, ботинкалар, ойоҡбаштар кейҙереп ҡуйҙылар, ҡайыш быуып алдым. Сабатанан башҡа аяҡ кейеме күрмәгәнгә, тәү тапҡыр ботинкалар кейеү ҙә бик ҡыҙыҡ хистәр уятты. Ботинкаларҙың ҙурыраҡ булыуына ла аптыраманым, хатта. Яңы булмаһа ла, бындай кейемдәр ауылда саҡта төшкә лә инмәй торғайны. Балалар ихлас ҡаршы алды, бергәләшеп ашханала ашаныҡ. Бында ла күп нәмәгә иҫем китте – өҫтәлдәге арыш икмәген күпме теләйһең, шулай ашарға була, төшкөлөккә аш, туҡмас һәм сәй бирҙеләр. Дәрестәрҙән һуң һалам тултырылған матрас, мендәрҙәр тоттороп, үҙемә айырым карауат бүлделәр, - тип хәтерләй Әхмәтсафа ағай балалар йортондағы тәүге көнөн.
Уҡырға һәләтле малай бында ла тырышып уҡый һәм артабан ошонда үткән көндәрен тик яҡты хәтирәләр менән генә хәтергә ала, балалар йортона рәхмәтле булыуын белдерә.
- Барыһы ла ауылдан килгән әҙәпле балалар йыйылған ине. Тәртипкә өйрәттеләр. Бигерәк тә пионер тормошо оҡшаны. Пионервожатыйыбыҙ Динә апай беҙҙең өсөн төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторҙо, - тип дауам итте ул һүҙен.
Мәктәпте тик яҡшы билдәләренә генә тамамлаған егет, еңел генә төрлө уҡыу йорттарына инеп китә, тик матди яҡтан ярҙам булмағанға, аҡса етмәгәнлектән бер нисә тапҡыр уҡыуын ташларға мәжбүр була. Шулай итеп уға тракторсы һәм комбайнсы булып, сиҙәм күтәрергә лә, вагондар бушатырға ла, башҡа бик күп төрлө ауыр эштәрҙә эшләргә тура килә.
Һуңыраҡ яҙмыш елдәре уны Ҡырмыҫҡалы һөнәри училищеһына уҡырға килтерә. Бында бухгалтер һөнәрен үҙләштергәс, бар ғүмерен ошо һөнәргә арнай. Ғүмерлек йәрен дә Ҡырмыҫҡалыла таба һәм артабан ғаилә ошонда төпләнеп йәшәй, күркәм йорт һалып сыға. Һәр ваҡыт үҙ эшен еренә еткереп башҡарырға яратҡан Әхмәтсафа Әхмәтов ҡайҙа ғына эшләһә лә, тик алдынғылар рәтендә була. Хатта, Өфөләге иҡтисад үҫеше министрлығына ла белгес булараҡ эшкә саҡыралар уны.
Әхмәтсафа Ғиниәтулла улының тағы бер сифаты һоҡландыра: балалар йортонда саҡта физкультура һәм спортҡа ныҡлап ылыға һәм бер ҡасан да уны ташламай. 22 йәштә үк 105 килограмлыҡ штанга күтәреп, спорт мастеры нормаһын үтәүгә өлгәшә. Эшләгән осорҙа һәр көн эшкә барыр алдынан иртә таңдан унышар километр йүгереп үтә. Күптән түгел генә 85 йәшен билдәләгән хеҙмәт уҙаманы әле лә сәләмәт тормош рәүешен үҙ итә, көн дә иртәнге зарядкаһын ҡалдырмай, тренажерҙа шөғөлләнә һәм шулай уҡ дөрөҫ туҡланыуға өҫтөнлөк бирә.
- Балалар йортонда беҙ режим буйынса һәм тик файҙалы аҙыҡ-түлек менән генә туҡландыҡ. Кәнфит-маҙар һәм башҡа татлы ризыҡ менән ашҡаҙандарыбыҙҙы боҙманыҡ, - ти ул был хаҡта.
Бала сағы һуғыш осорона тура килеп, күпме михнәт күреп үҫһә лә, Әхмәтсафа Әхмәтов ул йылдарҙы һәр саҡ һағынып иҫкә ала, яҙмышына рәхмәтле була белә.
Бер билдәле йырҙа йырланғанса, тормош юлдары ҡатмарлы шул. Әхмәтсафа Ғиниәтулла улы абынмайынса, ел-дауылдарға бирешмәйенсә ошо борма-борма ғүмер һуҡмағын лайыҡлы үтә алған. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, хеҙмәт ветераны исемдәренә, төрлө кимәлдәге бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына, миҙалдарға лайыҡ була ул.
Әхмәтовтарҙың ҡартлыҡтары тик шатлыҡ-ҡыуаныста ғына үтһен тигән теләктәр юллайбыҙ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.