Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
19 Сентябрь 2024, 15:34

Тормош юлдары ҡатмарлы тиһәләр ҙә...

Аҙна һайын китаптар алырға тип китапханаға килгән сағында редакция­быҙға инеп, хәлдәребеҙҙе белешеп сыға ул. Шул арала тиҙ генә үҙ тормошонан берәй хәл- ваҡиға һөйләп, беҙҙе уйға һалырға ла, көлдөрөп, күңелебеҙҙе асырға ла өлгөрә. Ошо ҡыҫҡа ғына хәбәрҙәрҙән уның балалар йортонда тәрбиәләнеп, еңел булмаған тормош үтеүен һиҙемләргә мөмкин. Шуға күрә был шәхес менән иркенләп һөйләшеп алыу теләге күңелдә күптән йәшәй ине.

Тормош юлдары ҡатмарлы тиһәләр ҙә...
Тормош юлдары ҡатмарлы тиһәләр ҙә...

Бер көн был теләгемде бел­дереп шылтыраттым. Теле­фондың теге башынан:

- Тышта көслө ямғыр яуа бит әле, бәлки икенсе берәй көндө килерһегеҙ, тип хәстәр­ләүенә ҡарамаҫтан, һөйлә­шелгән ваҡытҡа һауа торо­шоноң быйылғы йәйҙә даими көйһөҙләнеп тороуына иғти­бар бирмәйенсә, буласаҡ әң­гәмәсемдең йорто алдына тып итеп барып та баҫтым.

Кем тураһында һүҙ бара тиһегеҙме? Ғүмеренең күп өлөшөн районыбыҙҙың фи­нанс өлкәһенә бағышлаған яҡташыбыҙ Әхмәтсафа Әх­мәтов тураһында булыр бө­гөнгө һүҙем.

Ҡулға-ҡул тотоношоп, 62 йыл бергә ғүмер иткән Финә менән Әхмәтсафа Әхмәтовтар өс ҡыҙға ғүмер һәм матур тәр­биә биреп, оло тормош юлы­на оҙатҡандар. Ҡыҙҙарының барыһы ла юғары белем алып, лайыҡлы вазифа биләйҙәр. Алты ейән-ейәнсәре лә юға­ры белемгә эйә булғандар һәм өс бүлә-бүләсәр бүләк иткән­дәр. Бала ҡайғыһынан да ҙу­рыраҡ ҡайғы бармы икән?.. Ҡыҙғанысҡа, Әхмәтовтар ғаиләһенә өс йыл элек ошон­дай оло ҡайғы кисерергә тура килә, ҡәһәрле ковид сире кесе ҡыҙҙары Гөлназдың ғүмерен өҙә. Йөрәктәрен әрнеткән ҡайғыны бер аҙға булһа ла баҫыр өсөн Әхмәтовтар буш ваҡыттарында сихри әҙәбиәт донъяһына сумырға тырыша­лар.

- Ҡалын-ҡалын китап­тарҙы 2-3 көндә уҡып бөтәм, - тип күҙ йәштәре аша һөйләй был турала күп йылдар райо­ныбыҙҙың төрлө ойошмала­рында баш бухгалтер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, хеҙмәт ветераны, 82 йәшлек Финә Сибәғәт ҡыҙы.

Ғөмүмән, уларҙың ғаиләһе китап уҡыуға күптән ғашиҡ. Тормоштарын китапһыҙ күҙ алдына ла килтермәйҙәр. Мине ҡаршы алғанда ла, Әх­мәтсафа ағайҙың ҡулында тарихи китап ине. Ул шунда уҡ үҙе ҡәләм менән билдәләп ҡуйған, башҡорт халҡына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы факт­тар менән таныштырырға ашыҡты.

Алдан яҙып үткәнемсә, Әх­мәтсафа ағайҙың бала сағы ба­лалар йорто менән бәйле һәм минең тәүге һорауым да шул йылдарға бәйле ине:

- Балалар йортона килеп эләгеү тарихын һөйләп үтһә­геҙсе, мөмкин булһа...

- Хәҙерге Мәләүез райо­нындағы, ул саҡта Йомағужа районына ҡараған Томансы ауылында, ғаиләлә туғыҙын­сы бала булып донъяға кил­гәнмен. Быға тиклем тыуған балаларҙың барыһы ла мәрхүм булып торған, - тип башланы ул һүҙен.

Бөйөк Ватан һуғышы осо­роноң барлыҡ балалары кеүек үк аслыҡ-яланғаслыҡты үҙ иңендә татырға тура килә Әхмәтсафа ағайға. Әлбиттә, уның һөйләгәндәре бер нисә томлыҡ китап яҙырлыҡ, ә бө­гөн мин уның тормошоноң ҡайһы бер мәлдәренә генә туҡталып үтмәксемен.

Өс йәштә генә атайһыҙ ҡалған малайға әсәһе менән генә ер иҙәнле ситән өйҙә көн итергә тура килә. Беренсе класҡа ауыл мәктәбенә уҡырға төшә. Әммә яҙмыш тигә­нең, бер аҙҙан өйһөҙ ҙә ҡал­дырғас, уларға бер нисә йыл яңғыҙ әбейҙәргә өйҙәш булып йәшәргә тура килә. Сатлама һыуыҡ ҡыш көндәрендә әсәһе менән икәүләшеп утын ташы­уҙары бөгөнгөләй хәтерендә. Ошондай михнәттәр татып үҫеп килгән, зиһенле һәм ты­рыш уҡыусыға уҡытыусыһы һәм ауыл советы башлығы ба­лалар йортона барырға тәҡдим итә.

- Балалар йортона ба­раһыңмы, тип һорағайны­лар. Күп тә уйлап торманым, барам, тинем. Иҙелде кисеп сығып, тәүҙә Рәхимә апай­ыма барҙым. Ул Йомағужа балалар йортона тиклем оҙа­тып ҡуйҙы. Килгәс тә мине йыуындырып, аҡ күлдәк, аҡ ыштан кейҙерҙеләр. Ошоға тиклем киндер ҡапсыҡтан тегелгән кейем кейеп өйрән­гән кешегә был кейемдәр оҡ­шап ҡалды. Уның тик эске кейем булғанын кем белгән инде. Шуҡ малай булараҡ, тиҙ генә балалар яғына йүгерҙем. Мине туҡтатып, тағы ла гим­настерка, салбар, ботинкалар, ойоҡбаштар кейҙереп ҡуй­ҙылар, ҡайыш быуып алдым. Сабатанан башҡа аяҡ кейеме күрмәгәнгә, тәү тапҡыр бо­тинкалар кейеү ҙә бик ҡыҙыҡ хистәр уятты. Ботинкаларҙың ҙурыраҡ булыуына ла апты­раманым, хатта. Яңы булмаһа ла, бындай кейемдәр ауылда саҡта төшкә лә инмәй торғай­ны. Балалар ихлас ҡаршы алды, бергәләшеп ашханала ашаныҡ. Бында ла күп нәмәгә иҫем китте – өҫтәлдәге арыш икмәген күпме теләйһең, шу­лай ашарға була, төшкөлөккә аш, туҡмас һәм сәй бирҙеләр. Дәрестәрҙән һуң һалам тул­тырылған матрас, мендәрҙәр тоттороп, үҙемә айырым ка­рауат бүлделәр, - тип хәтерләй Әхмәтсафа ағай балалар йор­тондағы тәүге көнөн.

Уҡырға һәләтле малай бында ла тырышып уҡый һәм артабан ошонда үткән көн­дәрен тик яҡты хәтирәләр менән генә хәтергә ала, бала­лар йортона рәхмәтле булы­уын белдерә.

- Барыһы ла ауылдан кил­гән әҙәпле балалар йыйылған ине. Тәртипкә өйрәттеләр. Бигерәк тә пионер тормошо оҡшаны. Пионервожатый­ыбыҙ Динә апай беҙҙең өсөн төрлө ҡыҙыҡлы саралар ой­ошторҙо, - тип дауам итте ул һүҙен.

Мәктәпте тик яҡшы бил­дәләренә генә тамамлаған егет, еңел генә төрлө уҡыу йорттарына инеп китә, тик матди яҡтан ярҙам булмағанға, аҡса етмәгәнлектән бер нисә тапҡыр уҡыуын ташларға мәжбүр була. Шулай итеп уға тракторсы һәм комбайнсы бу­лып, сиҙәм күтәрергә лә, ва­гондар бушатырға ла, башҡа бик күп төрлө ауыр эштәрҙә эшләргә тура килә.

Һуңыраҡ яҙмыш елдәре уны Ҡырмыҫҡалы һөнәри училищеһына уҡырға килтерә. Бында бухгалтер һөнәрен үҙләштергәс, бар ғүмерен ошо һөнәргә арнай. Ғүмер­лек йәрен дә Ҡырмыҫҡалыла таба һәм артабан ғаилә ошон­да төпләнеп йәшәй, күркәм йорт һалып сыға. Һәр ваҡыт үҙ эшен еренә еткереп башҡа­рырға яратҡан Әхмәтсафа Әх­мәтов ҡайҙа ғына эшләһә лә, тик алдынғылар рәтендә була. Хатта, Өфөләге иҡтисад үҫе­ше министрлығына ла белгес булараҡ эшкә саҡыралар уны.

Әхмәтсафа Ғиниәтул­ла улының тағы бер сифаты һоҡландыра: балалар йор­тонда саҡта физкультура һәм спортҡа ныҡлап ылыға һәм бер ҡасан да уны ташламай. 22 йәштә үк 105 килограмлыҡ штанга күтәреп, спорт масте­ры нормаһын үтәүгә өлгәшә. Эшләгән осорҙа һәр көн эшкә барыр алдынан иртә таңдан унышар километр йүгереп үтә. Күптән түгел генә 85 йәшен билдәләгән хеҙмәт уҙаманы әле лә сәләмәт тормош рәүе­шен үҙ итә, көн дә иртәнге за­рядкаһын ҡалдырмай, трена­жерҙа шөғөлләнә һәм шулай уҡ дөрөҫ туҡланыуға өҫтөнлөк бирә.

- Балалар йортонда беҙ ре­жим буйынса һәм тик фай­ҙалы аҙыҡ-түлек менән генә туҡландыҡ. Кәнфит-маҙар һәм башҡа татлы ризыҡ менән ашҡаҙандарыбыҙҙы боҙма­ныҡ, - ти ул был хаҡта.

Бала сағы һуғыш осоро­на тура килеп, күпме михнәт күреп үҫһә лә, Әхмәтсафа Әхмәтов ул йылдарҙы һәр саҡ һағынып иҫкә ала, яҙмышына рәхмәтле була белә.

Бер билдәле йырҙа йырланғанса, тормош юлдары ҡатмарлы шул. Әхмәтсафа Ғиниәтулла улы абынмай­ынса, ел-дауылдарға биреш­мәйенсә ошо борма-борма ғүмер һуҡмағын лайыҡлы үтә алған. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы­ның атҡаҙанған иҡтисадсыһы, хеҙмәт ветераны исемдәренә, төрлө кимәлдәге бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына, миҙал­дарға лайыҡ була ул.

Әхмәтовтарҙың ҡарт­лыҡтары тик шатлыҡ-ҡыуа­ныста ғына үтһен тигән теләк­тәр юллайбыҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: