Даирә
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
16 Сентябрь 2024, 11:32

Ситтә үткән ғүмер (Булған хәл)

Аҡсәскә менән бергә Мәрйәм апайҙы ла ҡулға алалар. Арттарынан Яманғол бабай урам уртаһына сығып, аяҡтарын кирә баҫып, түшенә һуғып: “Башығыҙҙы төрмәлә серетәм!” - тип ҡысҡырып тороп ҡала. Быны ул башҡалар ҙа күрһен, белһен, ҡурҡһын һәм һабаҡ алһындар өсөн эшләй. Аҡсәскәне был ваҡытта бер генә уй борсой ине: “Әгәр ҙә уны ултырта ҡалһалар, бәләкәс ҡустылары менән былай ҙа ауырыу әсәһе артабан нисек йәшәр? Нисек көн итерҙәр?” Был хәлдән бер генә ҡотолоу юлын күрҙе Аҡсәскә. Ғәйепте ул үҙенә аласаҡ!..

Ситтә үткән ғүмер (Булған хәл)
Ситтә үткән ғүмер (Булған хәл)

Был хәл Бөйөк Ватан һуғыш ваҡытында булған. Аҡсәскәнең атаһы тәүге көндәрҙә үк фронтҡа алына. Әсәһе ауырыу сәбәпле, донъя йөгө, барлыҡ хужалыҡ эштәре, кесе туғандарын тәрбиәләү бурысы ун алты йәшлек сибек кенә кәүҙәле ҡыҙ бала иңенә төшә.

Аҡсәскәнең бала сағы, үҫмер, йәшлек саҡтары, башҡа тиҫтерҙәренеке кеүек, бөтмәҫ эш өҫтөндә үтә. Барлыҡ тормош ауырлыҡтарын йырып сығыуға уға тырышлығы ғына ярҙам итә. Һынауҙарға баш эймәй, бөгөлөп төшмәй, йәшәү өсөн үҙ-үҙенә юл яра. Әсәләренең хәле көндән-көн насарая барыуы балаларға тағы ла ауырлыҡ өҫтәй. Аҡсәскә көн һайын иртә менән тороп һыйыр һауып, әсәһенә, ҡустыларына һөт ҡайнатып эсерә лә эшенә йүгерә. Ололар менән бер рәттән ырҙын табағында иртәнән алып кискә тиклем тир түгә ул. Кесе туғандарын аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн ҡайһы ваҡыт кеҫәһенә бер нисә бөртөк бойҙай ҙа һалып алып ҡайта. Уны ҡурмас итеп ҡурып, бәләкәстәрен һыйлай.

- Үҙем тере саҡта һине кейәүгә бирергә ине, – тип әсәһе Хоҙайҙан ғүмер һорай. – Минең кеүек яңғыҙ булмаҫ инең. Тормош йөгөн дә үҙең генә тартмаҫ инең. Һуғыш бөтөп, атайыңдың ҡасан ҡайтыры ла билдәһеҙ бит...

Ләкин Аҡсәскәгә яҙмыш ғәлийәнәптәре тағы ла ҙурыраҡ һынауҙар ҡуя. Ул күргәндәрҙе дошманыңа ла теләмәйһең.

Бер көн ул күршелә йәшәгән Мәрйәм апай менән бергә ырҙын табағынан эштән ҡайтырға сыға. Шул ваҡыт алдарында ҡапыл бригадир Яманғол бабай пәйҙә була. Ҡайҙалыр ҡарауыллап торған, күрәһең. Уның килеп сыҡҡанын ҡыҙҙар һиҙмәй ҙә ҡала. Яманғолдо күреү менән улар ҡойолоп төшә. Исеме есеменә тура килгән шул – был төбәктә уның яманлығы, ҡанһыҙлығы тураһында “даны” киң таралған. Бәләкәс кенә сүп өсөн дә ҡатын-ҡыҙҙарға бәйләнеп, енси мөнәсәбәткә инергә мәжбүр иттергән ул. Кемеһелер уның кәмһетелеүҙәренә түҙһә, араларында баҫымына бөгөлөп төшкәндәр ҙә була. Шул сәбәпле, бер нисә ғаиләлә уның тоҡомон ишәйтеп, Яманғолдар менән Яманбикәләр донъяға килә.

Бына шул ҡанһыҙ Яманғол уҫлаптай, бысраҡ ҡулдары менән ҡыҙҙарҙы һәрмәй башлай. Кеҫәләренә тығыла, түштәренә ҡағыла. Ярай ҙа Аҡсәскә был көндө күңеле һиҙгән кеүек бойҙайға теймәй. Ләкин Мәрйәм апай аслыҡтан интеккән балаларына ҡурмас ҡурып ашатырмын, тип бер генә устай алған була. Яманғол бабай уның кеҫәһендә бойҙай бөртөктәре табып, ҡыуанысынан йыландай күҙҙәрен майландырып, ыҫылдай башлай.

  • Шунан, ни эшләйбеҙ? Төрмәгәме, әллә миңәме?

Ҡурҡыштарынан ҙур итеп асылған күҙҙәрен дә йома алмай,                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                ҡатып ҡалған ҡыҙҙар нимә әйтергә лә белмәй. Ҡорбандарының көсһөҙлөгөн күреп, бригадир уғата ҡаныға. Мәрйәм апайға ныҡлап бәйләнеп, уны һөйрәкләй башлай. Нимә эшләргә лә белмәй аптырап ҡалған Аҡсәскә, ҙур ғына бер ташты алып, Яманғолдоң башына тондора. Балалыҡтан да сығып бөтмәгән үҫмер ҡыҙ ул саҡта нимә эшләгәнен үҙе лә аңламай ҡала. Тап ошо минутта, ошо секундта уның яҙмышы хәл ителә лә инде. Яманғол, Мәрйәм апайҙы ҡымтып тотоп алған иҙеүенән ҡулын ысҡындырып, иҫтән яҙып, гөрһөлдәп ергә ауа. Аҡсәскә Мәрйәм апайҙы етәкләп, был тирәнән тиҙерәк ҡасыу яғын ҡарай.

Аҡсәскә өйөнә ҡайтып еткәс тә, тыныслана алмай. Әсәһенә һөйләп, нисек аңлатыр? Бәлки, әлегә бер нәмә лә өндәшмәй торорғалыр? Әйтмәне, һөйләмәне, ни булһа ла булыр, тип төнө буйы йоҡлай алмай, уфтанып сыға.

Иртәгеһенә инде таң менән Яманғол бабай ике ят кешене эйәртеп, ишектәрен емереп, уларҙың өйөнә баҫып килеп инә. Уларҙы күреп, бер нәмә лә белмәгән әсәһе ҡалтыранып төшә. Бәләкәс туғандары ла йоҡлап ятҡан ерҙәренән көслө тауышҡа ҡурҡып уянып, илай башлай. Кейенергә лә ирек бирмәй, Аҡсәскәне этеп-төртөп тигәндәй алып сығып китәләр. Ҡайһы ике арала белеп, килеп өлгөргән Хәлиҙә инәһе генә уның өҫтөнә үҙенең шәлен ябып, итеген кейҙереп өлгөрә.  “Һине һаҡлап йөрөтәсәк улар. Имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын”, - тип кенә әйтеп өлгөрә. Аҡсәскә менән бергә Мәрйәм апайҙы ла ҡулға алалар. Арттарынан Яманғол бабай урам уртаһына сығып, аяҡтарын кирә баҫып, түшенә һуғып: “Башығыҙҙы төрмәлә серетәм!” - тип ҡысҡырып тороп ҡала. Быны ул башҡалар ҙа күрһен, белһен, ҡурҡһын һәм һабаҡ алһындар өсөн эшләй.

Аҡсәскәне был ваҡытта бер генә уй борсой ине: “Әгәр ҙә уны ултырта ҡалһалар, бәләкәс ҡустылары менән былай ҙа ауырыу әсәһе артабан нисек йәшәр? Нисек көн итерҙәр?” Был хәлдән бер генә ҡотолоу юлын күрҙе Аҡсәскә. Ғәйепте ул үҙенә аласаҡ!

- Бойҙайҙы мин алдым, тиермен. Һинең бит өс балаң бар. Һине ултыртһалар, уларҙы кем ҡарар? Тик шартым бар: әсәйем менән ҡустыларыма ла ярҙам ит, - тип үтенә.   

Тикшереүселәр Мәрйәм апайҙы дүрт айҙан ғына ҡайтарып ебәрә. Ә Аҡсәскәне ун йылға хөкөм итәләр. Шулай итеп, ун алты ғына йәшлек ҡыҙ бала кеше ғәйебен үҙ өҫтөнә алып, төрмәгә ултыра. Өс йылдан һуң уны икенсе урынға күсерәләр. Артабан тағы... Ҡайҙа, ниндәй төрмәлә ултырыуын һанап та бөтөрөрлөк түгел. Ҡаланан-ҡалаға күп тапҡыр күсереп йөрөтәләр. Ҡайҙа ла ауыр эшкә йәлеп итәләр. Ал да юҡ, ял да юҡ. Ашау яғы ла бик наҡыҫ була. Өҫтәүенә, өйҙән бер генә хәбәр ҙә ала алмауы хәлен ҡатмарлаштыра. Әсәһе менән ҡустыларын һағынып илаған саҡтары әҙ булмай.

Бер ваҡыт Аҡсәскәгә әзербайджан егете күҙ һала. Ул төрмә һаҡсыһы булып эшләгән була. Танышалар, аралашып йөрөй башлайҙар. Ҡыҙ үҙенең яҙмышы хаҡында һөйләп бирә. Тора-бара улар иң яҡын дуҫҡа әйләнә.

Бер көндө егет Аҡсәскәгә ҡасырға өгөтләй башлай. Уны үҙенең тыуған еренә алып ҡайтырға теләүен белдерә. Яҙмышына күнеп, уның әйткәнен тыңлап өйрәнгән ҡыҙ риза була. Бер-ике көндән һөйләшкән урында осрашып, барыһын да асыҡлап, план ҡоралар.

- Миңә кейәүгә сыҡһаң – ҡотҡарам, – тигән шарт ҡуя ул. – Баку ҡалаһына юл тоторға әҙерлән.

Аҡсәскә төнө буйы керпек тә ҡаҡмай, уйланып сыға. Дөрөҫ эшләйме ул? Ышанырға буламы уға? Башынан мең төрлө уй йүгерә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса осраған икән, тимәк, тыңларға, ҡасырға, тигән ныҡлы ҡарарға килә.

Егет тәүҙә эшенән китә. Ҡыҙҙың өҫтөндә йүнләп кейеме лә булмағанлыҡтан, уларын да әҙерләп ҡуя. Шулай итеп Аҡсәскәне сит кешенең паспорты менән үҙҙәренә ҡасырып алып ҡайтып китә. Бер ай тигәндә улар саҡ Баку ҡалаһына килеп етә.

Аҡсәскә төрмәнән ҡасҡас ҡына ни өсөн үҙен эҙләмәүҙәренең серенә төшөнә. Баҡтиһәң, егете уны үлгән кешеләрҙең исемлегенә индереп, документтарҙы алмаштырып, хәүефһеҙлек сараһын алдан күргән була. Шуның өсөн дә ул рәсми рәүештә үлгән булып һаналған. Аҡсәскә иһә ғүмер буйы икенсе кешенең паспорты менән йәшәргә мәжбүр була.

Егеттең ата-әсәһе Аҡсәскәне йылы ҡабул итә. Ете-ят ерҙә үҙ кеше булып йәшәй башлай. Тормош иптәше менән ун балаға ғүмер бүләк итәләр. Уларға башҡорт исемдәрен ҡушалар: Риза, Мәрәһим, Мәликә, Сөләймән, Ирза, Сәкинә, Мая... (ҡалғандарының исемен иҫләмәйбеҙ. Авт.). Сит ерҙәрҙә лә Аҡсәскә тыуған телен онотмай. Моңло тауышы менән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Йырлай башлауы була, күрше-тирәһе тәҙрәләрен асып, уның йырлағанын тыңлап, бергә һағышланған.

Тыуған яҡтарын, туғандарын һағыныуы шул ҡәҙәр көслө булһа ла Аҡсәскә түҙергә мәжбүр була. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, яңғыҙы ғына тыуған ауылына ҡайтып килергә була. Ире балаларын бирмәй, кире ҡайтмаҫ, тип ҡурҡа. “Балаларыбыҙ хаҡына кире әйлән инде”, - тип үтенеп, оҙатып ҡала ул.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Аҡсәскә әсәһе менән осраша алмай. Шундай ҙур ҡайғыны күтәрә алмай, аяҡтан йығыла һәм күп тә үтмәй гүр эйәһе була. Ә ҡустыларын балалар йортона тапшыралар. Аҡсәскә менән Мәрйәм апай араһында булған килешеү ни сәбәптәндер үтәлмәй ҡала.

Ауылына ҡайтҡас та Аҡсәскә ҡустыларын эҙләп таба. Уларҙы әсәйҙәренең өйөнә алып ҡайта. Тыуған яғы нисек кенә ҡәҙерле булмаһын, балаларын һағыныу тойғоһо ла көслө була. Шул сәбәпле, оҙаҡ тормай, кире килен булып төшкән еренә ҡайтып китә. Артабан ул Башҡортостанға ғаиләһе менән ҡунаҡҡа килә. Тыуған яғы менән туғанлыҡ ептәрен өҙмәй. Ҡустылары менән аралашып йәшәй. Ҡулға алынғанында шәлен ябындырып, итеген кейҙереп ебәргән Хәлиҙә инәһенә уларҙың өр-яңыларын алып ҡайтып бүләк итә. Әйткәндәй, Хәлиҙә инәй халыҡ табибы булараҡ, был төбәктә киң билдәлелек яулаған була. Быуыны сыҡҡан, мейеһе һелкенгән, биле ҡуҙғыған, бәпәй таба алмаған ҡатындар өшкөрөп-төшөрөүгә уға мөрәжәғәт итә. Дин юлында булғанлыҡтан, ауырыуҙарҙы доғалар, дарыу үләндәре менән дауалаған.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, күп тә үтмәй атаһы ла ҡайтып төшә. Ул пленға эләккән булған. Шул сәбәпле, бер генә хат-хәбәр ҙә ебәрә алмаған. Германия ерендә пленда булғанлыҡтан, немец телен яҡшы өйрәнеп ала. Шуның арҡаһында үҙе менән ҡуша өс егетте лә плендан ҡасырып алып ҡайтыуға өлгәшә, уларҙың да ғүмерен ҡотҡарып ҡала. Атаһы плендан ҡайтҡас, яңынан өйләнә. Ғаиләлә тағы ла дүрт бала донъяға килә.     

Ә яҙмыш Аҡсәскәне Яманғол бабай менән барыбер ҙә осраштыра. Инде кәре киткән, таяҡҡа таянып, урам буйлап саҡ атлап килгән Яманғолдоң алдына барып баҫа ул. Үлгән, тип иҫәпләнгән ҡыҙҙың ҡаршыһында тороуын күреп уныһының ҡото оса.   

  • Һин!? Һин тереме ни?! – тип арт яғына саҡ ҡоламай ул.

- Һин нахаҡҡа рәнйетте, тип, Хоҙайым мине ситләтмәне, - тип яуап бирә Аҡсәскә шундай ҙур нәфрәт менән. – Ғүмер буйы кеше рәнйеше алып йәшәнең. Күпме ҡатындарҙы, балаларҙы зар илаттың. Уларҙың әсе күҙ йәше төшөр, тип уйламаныңмы? Бына күр – бөгөлөп төшмәнем. Мин йәшәйем, үлмәнем! Мин бар!

Шундай һүҙҙәр менән Аҡсәскә ҡырт боролоп, башын юғары тотоп, ғорур аҙымдар менән урам уртаһынан атлап китә.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, ир-егеттәр ҡайтыу менән Яманғолдоң да кикереге шиңә. Элекке кеүек ҡыланып, ҡатындарҙы ҡурҡытып йәшәй алмай. Насар ҡылыҡтары өсөн Хоҙай Тәғәлә уға үҙ язаһын бирә. Ҡатыны ла, бер-бер артлы балалары ла гүр эйәһе булып, япа-яңғыҙы тороп ҡала ул. Сит ғаиләлә тыуып, шунда үҫергә мәжбүр булған балаларынан бер улы һәм ҡыҙы ғына ҡала. Дөрөҫ, бер ғәйебе булмаған ҡатынының һәм балаларының ваҡытһыҙ вафат булыуы ғына үкенес.   

Яманғол бабай шул осрашыуҙан һуң тома һуҡыр ҡала. Артабан да оҙаҡ ҡына йәшәй әле ул. Әшәке әҙәмдең ҡылған яуызлыҡтарынан ерәнеп, хат та ер ҙә уны үҙ ҡуйынына алырға ашыҡмай. Бабай мең ғазаптар кисереп, күрәһеләрен күреп, бер йотом һыуға зар-интизар булып үлеп китә. Уны ерләшергә, һуңғы юлға оҙатырға, тип килгән туғандары ла, яҡындары ла булмай.  

Ә инде Аҡсәскә Яманғол бабай менән булған ошо осрашыуҙан һуң үҙендә еңеллек тоя. Тап шул алама әҙәм арҡаһында ғүмер буйы сит ерҙәрҙә, сит кеше исеме аҫтында йәшенеп ятырға мәжбүр булғанына Яманғол бабайға рәнйеп йәшәгән була. Хоҙай Тәғәләнең уға биргән язаһын күреп, ауыр саҡтарында юлына изге күңелле кешене сығарғанына, ҡалған матур ғүмеренә шөкөр итеп, балалары хаҡына Яманғол бабайҙы ғәфү итә.

Аҡсәскәнең тормош иптәше лә оҙон ғүмерле була. Ул 101 йәшендә мәрхүм була. Үлер алдынан Аҡсәскәне янына саҡырып алып ул:  

- Балалар үҫте. Үҙ аллы тормош ҡорғандар. Мине, балаларҙы ташламай, эргәмдә булғаның өсөн рәхмәт. Ләкин сит ерҙә йәшәткәнем өсөн ғәфү үтенәм. Мин теге донъяға китәм. Инде тыуған яғыңа ҡайтып йәшәһәң дә ризамын, - тип фатихаһын бирә.

- Юҡ, бар ғүмерем ошонда үтте. Балаларым янында ҡалам, - тип Аҡсәскә иренең тәҡдименән баш тарта.

Шундай яуаптан һуң бабай ҙа тынысланып, Аҡсәскәнең ҡулында йән бирә.

Бар ғүмерен ситтә уҙғарырға мәжбүр булһа ла, Аҡсәскә яҙмышына зарланмай. Ун балаһына ғүмер биргән, үҙен яратып ҡабул иткән сит ерҙәргә мәңге рәхмәтле булып йәшәй.

Аҡсәскә вафат булғас, балалары әсәләренең һуңғы үтенесен үтәп, аталары эргәһенә ерләйҙәр.  

Лилиә ТАКАЕВА.

Исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

 

Һаҡмар гәзитенән алынды.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: