Ниһайәт, гүр эйәһе булыр мәле еткәс, ир быны Хоҙай Тәғәләнең үҙенән һорарға баҙнат иткән. Хоҙай уға шулай тип яуаплаған: "Ҡатын-ҡыҙҙы яралтҡанда, мин уны һәр яҡтан камил итергә тырыштым.
Уға бар донъяны йөкмәп алырлыҡ, балаларын барлыҡ ел-дауылдарҙан ышыҡларлыҡ ныҡлы яурын бирҙем. Бар һыҙланыуҙарға ла сыҙаһын өсөн саяларҙан-сая рух һирптем. Һис зарланмай гел алға барһын, шул уҡ ваҡытта артта ҡалғандарҙы ла ҡайғыртһын өсөн көслө ихтыяр бирҙем. Бала-сағаһын төрлө шарттарҙа ла, хатта бик рәнйетеүҙәрен күргән хәлдә лә, өҙөлөп яратыуҙан туҡтамаһын өсөн сикһеҙ изгелек күндерҙем. Иренең етешһеҙлектәренә ҡарамаҫтан, уға һәр ваҡыт терәк булһын, ҡалҡан булып уның йөрәген һаҡлап торһон өсөн оло сабырлыҡ бирҙем. Яҡшы ир һөйгәнен бер ҡасан да юрамал үпкәләтмәҫ, тик ундай ир-егеттең дә үҙ йәрен төрлөсә һынап ҡарауы ихтимал. Гүзәл затҡа ана шуны төшөнөрлөк аҡыл бирҙем. Ә иң аҙаҡтан ҡатын-ҡыҙға күҙ йәштәрен бүләк итергә булдым. Ниңә, ҡайҙа, ҡасан иларға – уныһы тик үҙ хоҡуғында".