Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙы өсөн барыһына ла әҙер

Бар кеше лә балаларының һау-cәләмәт булыуын теләй. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарҙың йышыраҡ тыуыуын күҙәтергә тура килә.Сәриәгә лә табиптар ике улынан һуң башҡаса бала тапмаҫҡа ҡушып, аналыҡ көпшәләрен бәйләтергә тәҡдим итәләр.

Ҡыҙы өсөн барыһына ла әҙер
Ҡыҙы өсөн барыһына ла әҙер

Ләкин, йәш әсә быға риза булмай. Егерме туғыҙ ғына йәшлек ҡатындың бик тә ҡыҙ бала һөйгөһө килә. Ире Рәсил дә уның теләгенә ҡаршы тормай. Утыҙ туғыҙ йәшендә улдарының береһенә - 15, икенсеһенә 10 йәш тулғанда, Сәриә өсөнсө сабыйын табырға ҡарар итә.
Йөклөлөк осорон еңел үткәрә ҡатын. Улдары ла ҡул араһына ингән, ире лә бар эштәрҙә лә ярҙам итешеп тора. Сабыйҙың ҡыҙ буласағын белгәс, ғаилә бигерәк тә һөйөнә.
Ҡыҙын табыр алдынан Сәриә район үҙәгендәге дауаханаға алдан барып ята. Медицина күрһәтмәләре буйынса ваҡыты етәрәк, сабыйҙы кесарев киҫелеше операцияһы яһап алалар. Бер тәүлек үткәндән һуң табиптар сабыйҙың сәләмәтлегенә ҡурҡыныс янай башлау менән тиҙ арала баш ҡалаға ебәрәләр. Әле генә ҡыҙсығы тыуыу шатлығына ҡыуанған әсә сабыйын ҡулына алып һөйөргә лә өлгөрмәй ҡала.
Сәриә бала табыу йортонан сығыу менән сабыйы артынан Өфөгә юллана. Табиптар уға тиҙ арала операция талап ителеүе хаҡында хәбәр итә, сөнки сабыйҙың башына һыу йыйыла башлаған була. Сәриә операцияға ризалаша. Ул саҡтарҙа ҡыҙы өсөн нисек йөрәге өҙгөләнгәнен, борсолоу-әрнеүҙәрен ул үҙе генә белә.
Хәл иткес операцияға ризалашмаһа, ул сабыйын юғалтасағын аңлай. Табиптар сабыйҙың ғүмере өсөн көрәшә һәм уны алып ҡалалар.
Бәхетле әсәй оҙаҡ ҡына перинаталь үҙәктә ятҡандан һуң йортона ҡайта. Ҡыҙҙарына яратып, Наҙгөл тип исем ҡушалар. Ағайҙары һеңлеләрен ҡарашалар, йорт эштәрендә ярҙамлашалар.
Тик бер нисә ай ваҡыт үткәндән һуң медицина тикшереү үткәндә, табиптар Наҙгөлдөң үҫеше тотҡарланыуы һәм даими дауаланырға кәрәклеген әйтәләр. Сабыйҙарының ауырыуына атай-әсәй ышанырға теләмәй. Әле бишектә ятҡан ҡыҙҙары башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай.
Наҙгөл ике йәшендә генә атлап китә. Сабыйға табиптар “церебраль паралич” диагонзы ҡуя. Сәриә был яңылыҡты бик ауыр ҡабул итә. Ярай әле тормош иптәше Ансар уны йыуатырға һүҙҙәр таба, йөрөтөрбөҙ, дауаларбыҙ, ти ул.
Даими тәрбиәләүгә мохтаж ҡыҙҙарын ҡарар өсөн Сәриә эшенән китергә ҡарар итә. Сабыйы менән йыш ҡына дауаханаларҙа ята, шифаханаларҙа ята. Үҫә төшкәс, яҡын ҡалала урынлашҡан реаблилитация үҙәгенә йыл һайын барып дауаланып ҡайталар. Әлбиттә, был дауаланыуҙарҙың файҙаһы тейә, ҡыҙының физик яҡтан кәмселектәре кәмей. Һул аяғы һөйрәлеберәк атлауына, һул ҡулы насарыраҡ эшләүенә һәм телмәре яйыраҡ икәненә иғтибар итмәгәндә, ул башҡаларҙан айырылмай.
Наҙгөл 1-се класҡа уҡырға төшә. Мәктәпкә йөрөтөү ауыр булғанға, күрә уҡытыусылар уны йортона килеп уҡыта башлай. Ҡыҙ уҡырға, яҙырға тиҙ өйрәнә. Әлеге ваҡытта 6-сы класты тамамлаған. Уҡыуы яҡшы, һүрәттәр төшөрөргә бик әүәҫ.
Сәриә менән миңә дауаханала танышырға тура килде. Ул алыҫ райондарҙың береһенән республика балалар дауаханаһына ҡыҙының аяҡтарын төҙәйтеү өсөн операция яһатырға килгән ине.
- Районыбыҙға билдәле хирург килгәндә, ҡыҙыбыҙҙы күрһәткән инек, ул операцияға килегеҙ, ярҙам итербеҙ тип өмөт уятты. Ҡыҙыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырыу - беҙҙең бурыс.
Наҙгөлдөң эргәһендә барыбер кеше кәрәк, күп эштәрҙе минең ярҙам менән башҡара.
Шуға ла ҡыҙым тыуғандан бирле уның сәләмәтлеген яҡшыртыу өсөн бик күп көс түккәнгә күрә, һау-сәләмәт балаларына юҡ-барға ғына асыуланғандарын күреп, ғәжәпләнеп китәм. Балам һап-һау булһа, бер ҙә әрләмәҫ инем, тип уйлайым. Беҙ, кешеләр бар нимәне күрә, баһалай белмәйбеҙ шул.
Ауырыу балалары тыуыуын белгәс, атайҙары ғаиләнән киткәндәр менән дә осрашырға тура килде. Иремә рәхмәт, беҙҙе аңлап ҡабул итте, - ти Сәриә.
Табиптар Сәриәгә ике бала тапҡандан һуң башҡаса бала тапмаҫҡа кәңәш иткәндәр. Бәлки, хәҙер ул табиптарҙың хаҡлы булыуы хаҡында уйланып та ҡуялыр. Ләкин, тормош һынауын сабыр ҡабул итеп, сабыйының һаулығы өсөн көрәшкән ҡатынды бер ниндәй ауырлыҡтар ҙа ҡурҡытмай, ул киләсәктә ҡыҙының уңыштарына һөйөнөп йәшәйәсәгенә ышана.
Ынйы Сәлихова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: