Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БУШ СӘҢГЕЛДӘК (Булған хәл)

Көндөң дә рәте юҡ, тормошоноң да. Ни өсөн эшенән ял алған булды әле һуң? Ләлә һәр нәмә үҙ урынында булған бүлмәләрен бер нисә мәртәбә әйләнеп сыҡты. Юҡ, әхирәте хаҡлы түгел. “Ҡыуан, балаң булмағанға, ә һин мышылдап илай ҙа йөрөйһөң! Сабый саҡтарында ауырып ҡаҡшаталар, унан балалар баҡсаһына бармайым тип аптыраталар. Мәктәпкә барғас уларҙы дәрес әҙерләтеү өсөн йөрөгәне менән бер полицейскийға әйләнәһең. Ә бына 12-13 йәшкә етә башлаһалар!..”

БУШ СӘҢГЕЛДӘК (Булған хәл)
БУШ СӘҢГЕЛДӘК (Булған хәл)

Әхирәте Ләләне ысынлап та бәхетле тип һанай. Хатта: “Һиңә анауҙарҙан ял итәйем тип килдем әле”,-тип диванға ауып киткән саҡтары ла була. Кисә лә килеп үҫмер улдарының кеҫәһендә тәмәке ҡапсығын табыуын, был хаҡта иренә әйтеп, үҙе үк әрләнеүен ҡат-ҡат һөйләне. “Мин ғәйепле булып сыҡтым барыһына ла, мин! Йәнәһе лә мин дөрөҫ тәрбиәләмәйем. Артыҡ иркәләтеп боҙғанмын. Уға ни рәхәт аҡса эшләйем тип Себер яғына сыға ла олаға. Ә мин нимә эшләргә тейеш? Малайҙар бит ул! Уларға атай ҡулы кәрәк! Яңынан тыуһам, һинең кеүек яңғыҙ йәшәр инем”. Ләлә әхирәтенең һуңғы һүҙҙәрен ишеткәс уны әрләп ташланы. “Нимә яңғыҙлыҡ көҫәп ултыраһың?! Асыуландырма күкте, ғаиләңә бәлә саҡырып!”,-тине.

Әхирәтен көскә тынысландырып сығарып ебәрҙе. Төнө буйы йоҡлай алмай, “ҡайҙа хаталандым һуң мин?” тигән һорауға яуап эҙләне.

Ата-әсәһенең һуңлап ҡына тапҡан балаһы ине ул. Бер ағаһы тыуып, сабый сағында вафат булған. Әсәһе оҙаҡ балаға уҙа алмаған, ирле-ҡатынлы сабый һөйөү бәхетенән төңөлгәс, донъяға ауаз һалған ул. Мәктәпте тамамлағас ҡалалағы һөнәрселек училищеһына килеп уҡый башланы. Һәр саҡ көләкәс, матур ҡыҙҙың артынан егеттәр йүгерҙе. Ә ул Маратын осратты. Гитарала уйнаған, ҡупшы кейенгән ҡала егете ауыл ҡыҙҙары өсөн әллә кем булып күренде. Ләлә лә ғашиҡ булды. Төрлө кисә, дискотекаларға уның өсөн генә йөрөнө. Марат ҡына уны күрмәне, әле бер, әле икенсе ҡыҙҙың башын әйләндереп, утҡа һалды. Шулай ҙа танышты улар. Матур ҡыҙыҡайҙың үҙенә тоғро эт кеүек ҡарағанын Марат та оҡшатҡандыр инде. Улар егеттең ата-әсәһе өйҙә булмаған саҡта йәшенеп кенә осраша башланы. Марат өйләнәм тип вәғәҙәләр биргәс, башы әйләнгән Ләлә бөтөнләйгә уныҡы булды... Бер нисә ай осрашҡандан һуң үҙенең ауырлы икәнлеген аңланы. Был хаҡта ҡыуанып егетенә хәбәр итте. Ҡыҙҙың бәхетле йөҙөн күргән Марат бер һүҙ ҙә өндәшә алманы. Унан: “Әсәйҙәргә әйтергә кәрәк булыр”,-тип кенә ҡуйҙы.

Ә Мараттың йортонда дауыл ҡупты! Ата-әсәһе уның ябай ауыл ҡыҙына өйләнеүенә ҡәтғи ҡаршы булды. Ләләнең ауырлы икәнлеген белгәстәр, эштәр тағы ла хөртәйә төштө. Атай кеше Маратты тиҙерәк әрмегә ебәреүҙе юллап хәрби комиссариат тупһаһын тапай башланы һәм һөҙөмтәгә иреште. Әсәһе: “Ярай, Марат китер ҙә барыр. Ә был ҡыҙ балаһын ҡосаҡлап килеп өйҙө баҫһа...”-тип иланы. Көн дә ҡабатланған әр-битәрҙән арыған егет Ләлә менән һалҡын ғына хушлашып ил һаҡларға китте. Ҡыҙға егеттең әсәһе көн дә тигәндәй килеп: “Марат ҡайтҡас матур итеп туй үткәрербеҙ. Тәүҙә үҙегеҙ өсөн йәшәп алырһығыҙ. Һеҙ бит әле йәш-балаларығыҙ булыр әле”,-тип тыумаған сабыйҙан ҡотолорға өгөтләне.

Уның сираттағы килеүендә Ләлә риза булды. Инде биш айға етеп барған ауырын төшөрөүҙе Мараттың әсәһе һөйләшеп бөткән булып сыҡты. Күпме ауырыу-һыҙланыуҙан һуң үле булып килеп төшкән сабыйы хаҡында уйламаны ла ул саҡта. Тик Мараттың әсәһенән, уның туҡтауһыҙ мыжыу-шыңшыуынан ҡотолоу уйы менән генә янды. Етмәһә Мараттың ятаҡтағы бер ҡыҙ менән хатлашыуын белде. Ә бына ҡырҡ йәште үткәс, шул тәүге сабыйының илаған тауышын ишеткәндәй була. Етмәһә эргәһендә торған өлкән акушер: “Эх, ҡыҙҙар уйламай эш итәһегеҙ шул! Сабыр итһәң, бер нисә айҙан улыңды ҡосағыңа алыр инең”,-тип әйткәйне.

Ләлә урамда һөйләшә-көлөшә үтеп иткән егеттәргә ҡарап: “Эх, кеше һүҙенә төшмәһәм, минең улым да уларҙың йәшендә булыр ине!..”-тип әйтеп, үҙ уйынан үҙе һиҫкәнеп китә.

Училищены тамамлағас, яратмаһа ла үҙенең артынан бер тотам ҡалмай эйәреп йөрөгән егеткә кейәүгә сыҡты. Иртә уңмаған, кис тә уңмаҫ, тигәндәй, бәхетһеҙ көндәр һәм төндәр булды ул. Ҡәйнәһе Ләләне тәү күреүҙән яратманы. Йәш ҡатындың ауырыған ата-әсәһенә йыш барыуын да өнәмәне. Тәүҙә Ләлә тыуған ауылына ире менән бара ине. Өлкән кешеләр йәшәгән өйҙөң әле бер, әле икенсе урынын йүнәтергә кәрәк. Ата-әсәһе лә бала холоҡло булып китте, әҙерәк килмәй торһа, үпкәләйҙәр. Ҡәйнәһе килененең ауылға йыш китеүен улына: “Берәй кеме бар инде. Булмаһа, нимә көн һайын тигәндәй унда сапһын”,-тип аңлатты. Тәүҙә әсәһенең һүҙҙәренә иғтибар итмәгән ир, һуңынан ҡыҙа башланы. Ләләне ауылға ебәрмәҫкә тырышты. Улар йыш талашты, ҡысҡырышты. Шундай бер янъялдан һуң йәне көйгән Ләлә иренә әйтмәй-нитмәй район үҙәгенә барып аборт эшләтеп ҡайтты. “Бала һораған була бит әле! Һин атай түгел, ир булырға ла эшкинмәйһең! Әсәңде ҡыуандырып, балалап ултырмаҫмын инде!”-тип үсәне ул.

Атаһы менән әсәһе бер-бер артлы тигәндәй вафат булғас, Ләлә иренә генә түгел, ҡәйнәһенә лә яҡынайырға тырышты ла бит. Был донъяла хәҙер уларҙан башҡа бер кеме лә юҡ икәнлеген аңланы. Шул саҡта Ләлә бәпәй табыу тураһында ныҡлап уйлана башланы. Ире үҙенең сабый сағында ятҡан сәңгелдәген күрһәткәйне, тиҙерәк унда аҡ биләүгә уралған бәпесен бәүетеү тураһында хыялланды. Йортта тыныслыҡ урынлашҡандай булды. Ләлә йүгереп йөрөп ире һәм ҡәйнәһен ҡәҙер итте, бөтмәҫ эштәрҙе лә тиҙ барларға өйрәнеп алды. Тик көткән сабый ғына килергә ашыҡманы. Ире лә келәттә торған сәңгелдәккә ҡарап йыш уфтанды. Ә бер көн ҡәйнәһе ярһып ҡайтып инде. Ләлә келәтте таҙартып йөрөй, ире ауырыраҡ әйберҙәрҙе шылдыра ине. Әсәһенең йөҙөнән ниҙер булғанын күргән улы уға һораулы ҡарашын төбәне. Йөрәге урынынан шылған Ләлә ниңәлер ситкә тайпылып, сәңгелдәккә төкөнө. Уныһы был өсәүҙең алдына килеп төштө. “Нимә килештереп сәңгелдәк тотоп, беҙҙе алйот итеп йөрөйһөң?! Булмаясаҡ бит һинең балаң, эшкинмәгән! Беҙ көн һайын түҙемһеҙләнеп сабый көткәндә, һин уны барып үлтергәнһең! Ә бит табип һине башҡаса балаға уҙа алмауың тураһында иҫкәрткән-тыңларға теләмәгәнһең. Хәҙер беҙҙе алдап йөрөйһөң!”

Ҡәйнәһе киленен бер туҡтауһыҙ ярһып әрләне лә әрләне. Аборт тураһында ҡайҙан белде икән ул, етмәһә, табиптың нимә тип әйткәнен? Унан ауылдағы йәш фельдшерҙан йүнәлтмә алғанын, район дауаханаһына икәүләп барғандарын, оло йәштәге гинекологтың: “Кейәүҙәһең, ниңә сабыйыңды табырға теләмәйһең? Һуңынан үкенергә тура килмәһен, аборттан һуң күп ҡатындар түлһеҙ ҡала”,-тип аборттан баш тартырға өгөтләүен хәтеренә төшөрҙө. Тимәк, бер кемгә лә һөйләмәҫкә вәғәҙә бирһә лә, фельдшер ҡәйнәһенә йәки башҡа берәүгә еткергән. Ә ауылда һүҙ күҙ асып йомған арала тарала.

Ошо уҡ көндө ҡәйнәһе килененең әйберҙәрен анан-мынан тултырып урамға сығарып ташланы. Ире уның янына килмәне лә, һөйләшмәне лә, аңлашырға ла теләмәне. Ләләгә ата-әсәһенең буш торған йортона ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалманы. Ни өсөн ҡыуылып ҡайтыуы ауылдаштарына ла билдәле булды. Әсе теллеләре урамға сыҡҡан һайын төрттөрөүҙән тартынманы, башҡалары уны күрмәмешкә һалышты. Күптән кейәүгә сығып, бер нисә бала һөйөп ултырған класташ ҡыҙҙарына ирҙәре Ләлә менән аралашыуҙы тыйып ҡуйҙы. Әйтерһең дә, ул ниндәйҙер бер ҡурҡыныс йоғошло ауырыу менән ауырый. Яңғыҙлыҡтан, кешеләрҙең мыҫҡыллы ҡарашынан арыған Ләлә ҡалаға сығып китте. Төҙөлөшкә эшкә төшөп, ятаҡҡа урынлашты. Бар көсөн, тырышлығын, ваҡытын эшкә һалды ул. Башҡалар ял һорағанда, байрамдан һуң эшкә сыҡмағанда, Ләлә баш баҫып эшләне лә эшләне. Фатир алды, уны хыялдарында ғына йөрөткән йыһаз менән тултырҙы. Тик тәүге мөхәббәте Мараттың да, уны айырып теге фельдшерға өйләнгән иренең дә күптән атай булыуы тынғы бирмәне уға. Улар хаҡында уйламаҫҡа тырышты. Тик Ләләнең яҙмышы менән ниндәйҙер кимәлдә шаярып, хәҙер бәхетле булған ирҙәрҙе күрә алманы ул. Ҡатын кейәүгә сығыуҙан өмөтөн өҙһә лә, бала табыуҙан өмөтөн өҙә алманы. Ғаиләле ирҙәр менән осрашты, уларҙың балалары булғас, был бәхетте уға ла бүләк итерҙәр, тип ышанды. Тик көн артынан көн үтеп, ваҡыт ҡабаланып алға тәгәрәне, ә ул әсә була алманы. Тәжрибәле табиптың әйткәне дөрөҫкә сыҡты-Ләлә түлһеҙ булып ҡалды. Ҡатын балалар йортонан сабый алырғамы икән тип тә уйлап йөрөнө. Тик ниңәлер был аҙымын үҙе үк үлтергән сабыйҙарына хыянат итеү тип ҡабул итте.

Бына ул көҙгөләй ялтыраған бүлмәләре буйлап тегеләй-былай йөрөй. Исмаһам, бер йыһазда кескәй бармаҡтарҙың эҙе ҡалһа ине! Ләлә бәхетле йәшәгән әхирәттәренән дә баш тартып бөттө бит. Уларҙың иренән бигерәк, балалары менән маҡтаныуҙарын күтәрә алманы. Йәнәһе, улы олимпиадала еңгән, ҡыҙы мәктәптә иң яҡшы уҡыусы, кискеһен ошондай мәҙәк һүҙҙәр әйткән. Бындай һөйләшеүҙәр Ләләне тереләй ҡәбергә һала, уңалмаҫ яраһына тоҙ һипкәндәй була ине. Шулай итеп, янында тик иренә һәм игеҙәк улдарына мәңге зарланған әхирәте генә йөрөп ҡалды. Уның ғаиләһенән арыуы, Ләләнең күңеленә тыныслыҡ, хатта ниндәйҙер кинәнес бирҙе. Эсендә ултырған шайтаны: “Ана бит, балалары булһа ни, күрәһеңме нисек ыҙалап йәшәй. Ә һин теләгән ваҡытыңда, йәнең һөйгәнеңде эшләй алаһың”,-тип тантана итте. Ошо ваҡытлы алдыҡҡа йыуанып йәшәргә генә ҡалды Ләләгә. Әхирәтенең өйөнә ҡайтҡас тәүҙә шуҡ малайҙарын ҡосаҡлап, унан иренең ҡуйынына сумып: “Бахыр Ләлә, өйө музей кеүек. Ҡото ла юҡ, йәме лә. Етмәһә, һәр саҡ ҡәбер тынлығы хөкөм һөрә. Нисәмә тапҡыр үҙемә ант иткәнем бар, башҡаса уға бармайым тип. Юҡ, йәлләйем шул. Уның минән башҡа бер кеме лә юҡ бит. Шул фатирындағы тынлығын еңер өсөн бер туҡтауһыҙ тәтелдәйем, тәтелдәйем дә, беҙҙең бәхетебеҙгә күҙе тейеп ҡуймаһын тип һеҙҙе әрләгән булам да, ҡайтып китәм. Беләһеңме, һин уның өсөн-Ғазраил! Сөнки һинең хаҡта “йортобоҙға кеше килеүен яратмай” тип зарланам. Уның ҡарауы-Ләләне өйөбөҙгә саҡырыуҙан азатмын. Юғиһә, яңғыҙлыҡтан миктәгән йәне беҙҙең бәхетебеҙҙе күреп тынғылыҡ тапмаҫ, көнләшә башлар. Эй, бахырҡай, был донъяла ниндәй шатлыҡ күрәлер инде?”-тип һөйләгәндәрен ишетһә...

Ләләгә уйҙар тынғы бирмәй. Ҡайҙа яңылышты ул, яҙмышы ни өсөн сағыу, аҡ төҫтәргә наҡыҫ булды? Унда ғынамы ғәйеп? Ни өсөн Мараттың әсәһе ҡыҙ баланы йәлләмәй, киләсәген уйламай сабыйын үлтерергә мәжбүр итте? Ә ҡәйнәһе? Ул килененә ҡарата миһырбанлыраҡ булһа, уны аңларға тырышһа, аборт эшләтмәҫ ине бит. Мөхәббәттәрен белдереп, унан Ләләнән баш тартҡан Мараттың да, никахлы иренең дә ғәйептәре барҙыр бит? Бөтмәҫ уйҙарынан, үҙен ғәйепле тойоуҙан арыған Ләлә аҡылдан яҙыр сиккә етте.

Телефон шылтыраны. Бергә эшләгән ҡатындың тауышы: “Һинең ялда икәнлегеңде беләм, борсоғаным өсөн ғәфү ит инде! Ейәнем ауырып китте, дауаханаға алып барырға кәрәк. Минең урынға эшкә сыға алмаҫһыңмы, зинһар?” Ләлә ҡоро ғына ризалығын бирҙе лә, эштә кәрәклегенә һөйөнөп бөтә алманы. “Ғаиләңде ҡарарға эшкинмәгәс, эшкә төшмәйҙәр уны!”-тип үсәп тә алды.

Икенсе көндө таң беленер-беленмәҫтән Ләлә йоҡоһонан ырғып тороп, йырлай-йырлай эшенә әҙерләнә башланы. Ә был ваҡытта егетенән алданған йәш ҡыҙ үҙенең ауырлы булыуын, тик бер ниндәй көс тә уны сабыйынан баш тартырға мәжбүр итмәйәсәген нисек итеп ата-әсәһенә әйтергә белмәй илай ине. Ләлә үҙенең бер нисә айҙан 5 йәшлек ҡыҙға иҫ киткес әсә булып китәсәге, ә ҡыҙыҡай сабыйы донъяға килмәҫ элек ысын мөхәббәтен осратып кейәүгә сығасағын белмәй әле. Быны фәрештәләр әлегә сер итеп ҡалдырҙы...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-07-25/bush-s-geld-k-3861249

 

Автор:
Читайте нас: