Һағыныуҙар илата ла, йырлата ла...
Һәр ауылды һоҡланғыс, киләсәк быуынға өлгө булырлыҡ кешеләр йәмләй. Ундайҙар үҙҙәренең йәшәйештәре, булмыштары менән яҡташтары араһында ҙур абруй ҡаҙана.
Үрге Төкөндә йәшәүсе шундай яҡташтарыбыҙҙың береһе Ғәлинур Сәлиховҡа 69 йәш. Ун биш йәшенән әсәйһеҙ ҡалып, тормоштоң асы- сөсөһөн татырға, михнәттәрен күрергә тура килгәнгә сынығып үҫкән ул. Шуға күрә ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр саҡ ҙур тырышлыҡ күрһәтә, бер ҡасан да мах бирмәй һәм матур ғаилә ҡороп, лайыҡлы ғүмер кисерә.
Бала саҡтан техникаға тартылған егет, 8-се класты тамамлау менән тракторсы һөнәрен үҙләштерә һәм әрме хеҙмәтенә алынғанға тиклем үк атаһына, биш бәләкәй туғанына ярҙам ниәтенән башлы-көллө эшкә сума.
Алыҫ Германияла хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан йәш егет һалдат кейемен сисеү менән мәктәптә бергә уҡыған, үҫмер саҡтан дуҫлашып йөрөгән һәм хаттар алышып торған Түбәнге Төкөн һылыуы Әнисә менән ғаилә ҡорорға ҡарар итә. Сәлиховтарҙың татыу ғаиләһендә бер-бер артлы мөхәббәт емештәре – Гүзәл, Зөфәр, Альбина, Илдар, Линар, Ләйсән донъяға килә.
Икеһе лә үҫмер саҡтан әсәйһеҙ ҡалып, етемлек һурпаһын күп эскән кешеләр булараҡ, Сәлиховтар үҙҙәренең балаларын ел-ямғыр тигеҙмәй үҫтереү өсөн бар көстәрен һалалар: баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр, күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Балаларын кейендереү өсөн үҙҙәренән ҡалғанды Стәрле баҙарына алып барып һатырға ла өлгөрәләр.
Тик 43 йылға яҡын татыу ғүмер иткән һөйөклө ҡатынының яҡты донъяларҙан иртә китеүе генә Ғәлинур ағайҙың күңелен әрнетә, ҡорған донъяларында яңғыҙ көн итергә мәжбүр итә.
- Һағыныуҙан илап та, йырлап та алам. Йома һайын тиерлек зыяратҡа барып киләм, шул саҡта ғына күңелгә бер аҙ еңелерәк булып ҡалғандай. Яман сирҙән ҡотолоп булмай, ҡапыл ғына китеп барҙы шул. Бергә-бергә йәшәгән ғүмерҙең уҙғанын да һиҙмәгәнмен. Барыһы ла кисәге һымаҡ хәтерҙә, - ти ул күңел яраларын яңыртып.
Ғәлинур ағай Хәмдиә Йомағужа ҡыҙы һәм Рафаэль Тимербулат улы Көҫәпҡоловтар ғаиләһендә иң оло бала булып донъяға килгән.
- Атайым Көҫәпҡолов булһа ла, мине әсәйемдең фамилияһына яҙғандар. Ҡартатайымдың фамилияһын юғалтмайым тип, кире атайымдың фамилияһына күсеп торманым. Алты баланы етем ҡалдырып, әсәйебеҙ 41 йәшендә генә гүр эйәһе булды. Ул саҡта миңә 15 йәш ине, иң кесе туғаным Зәбирҙең өс йәше лә тулмағайны. Атай көнө-төнө эштә булғас, барлыҡ йорт эштәре – самауыр ҡайнатыу, мейескә ут яғыу, икмәк һалыу, өҫ-башты йыуыу һәм башҡа мәшәҡәттәр беҙҙең иңгә төштө. Атайыбыҙ беҙ үҫкәнсе өйләнмәне. Ҡыҙғанысҡа, Йомаҙил һәм Нәзир ҡустыларым иртә донъя ҡуйҙылар. Шөкөр, әлеге көндә дүртебеҙ иҫән, - тип ҡыҫҡаса ғына таныштыра ул үткәндәре менән.
Туғыҙ балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән Әнисә Хәсән ҡыҙының да әсәһе бик иртә донъя ҡуйған. Мәктәптән һуң штукатур-маляр һөнәрен үҙләштереп, Өфөлә, Һәүәләйҙә һәм Ҡырмыҫҡалыла ҙур биналар төҙөүҙә ҡатнаша ул. Үрге Төкөнгә күскәс, балалар баҡсаһында, сөгөлдөр баҫыуында эшләй, колхоз быҙауҙарын ҡарай. Әнисә апай тураһында йөрәгендә тик йылы хәтирәләр генә йөрөтә Ғәлинур ағай:
- Мин уны урлап алырға ла уйлағайным. Туғандары күмәк булғас, урларға бирмәнеләр. Ныҡ сибәр ине, ике Төкөндә лә ундай ҡыҙ булмағандыр. Етем тип тормай, миңә кейәүгә килгәне, алты бала бүләк иткәне өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Балалар үҫтергән саҡта төрлө хәлдәр булды. Магазинда кейем-фәлән булмаған саҡтар ҙа булғыланы. Бала-сағаны кейендереү һәм ашатыу өсөн унар сусҡа, иллешәр ҡаҙ, ат та аҫраныҡ. Өсәр баҡса үҫтереп, бәрәңгеһен, кишерен, һуғанын, кәбеҫтәһен Стәрлегә бер вагон ғына ташығанбыҙҙыр ул. Шулай итеп тырышып-тырмашып донъя көттөк. Ҡайһы бер килендәр кеүек бер ваҡытта ла ҡайтып китмәне. Мин үҙем колхоз эшенән бушаманым, көнө-төнө тиерлек тракторҙан төшмәнем. Йорт мәшәҡәттәренең күбеһе ҡатынымдың һәм балаларымдың иңенә ятты. Аллаға шөкөр, Әнисәм бер ваҡытта ла ҡараңғы сырайын күрһәтмәне. Йырағыраҡ юлға сыҡҡанда осҡа тиклем оҙатып сығыр ине, - ти ул.
Бөгөнгө көндә Сәлиховтарҙың иң оло ҡыҙҙары Гүзәл Олокүлдә донъя көтә. Ефремкинда йәшәүсе Альбина ғаиләһендә бер ҡыҙ үҫтерә. Илдар ғаиләһе менән Ҡабаҡ ауылында йәшәһә, Линарҙың ике балалы ғаиләһе Салауат ҡалаһында төпләнгән. Һамар ҡалаһында ғүмер итеүсе кесе ҡыҙҙары Ләйсәндең ғаиләһендә бер ул үҫә. Ҡыҙғанысҡа, оло ҡайғыларға һалып, Зөфәр улдары йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсә. Ғәлинур ағай һәр балаһының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныс-шатлыҡтарын кисереп, ярҙамын тойоп йәшәй.
- Әсәйем менән атайым гел бергә һәм татыу булдылар. Еләккә лә, бәшмәккә лә бергәләшеп йөрөрҙәр ине. Бер ҡасан әрләшкәндәрен ишетмәнек. Атайым иртә таңдан эшкә сығып китә, һуң ғына ҡайта. Йыуынырға йылы һыу әҙерләп, ашын йылытып көтөп тора ине уны әсәйем. Улар беҙгә дөрөҫ тәрбиә бирҙеләр, үҙҙәре лә өлгө булдылар. Ғәҙел булығыҙ, кеше әйберенә теймәгеҙ, тип кенә торҙолар. Атай-әсәйемә һоҡланам һәм тап ошо ғаиләлә тыуғаныма ғорурланам. Беҙгә ел-ямғыр тейҙермәй донъя көттөләр. Хатта, урмандан еләк-бәшмәк йыйып һатырға ла өлгөрҙөләр. Инәйем йырлап ебәрһә, атайым бейей ине. Барлыҡ эште бергә һәм берҙәм эшләнек. Күмәкләп ултырып билмән яһаған һәм башҡа эштәр башҡарған ваҡыттарҙы һағынам. Әсәйем иҫән саҡта ихатабыҙ гөл-сәскәгә күмелеп ултыра ине. “Сәскә араһында ғына ятаһығыҙ”, - ти ине ауылдаштар. “Нимәгә беҙҙең өсөн шул тиклем өҙөлөп торалар икән?” - тип аптырай инем. Әсәйһеҙ ҡалғас ҡына атай-әсәйемдең етемлектә үҫеүенең нисек ҡыйын булыуын аңланым. Үҙҙәре 14-15 йәштә етем ҡалғанға күрә беҙҙе күҙ ҡараһылай ҡарап үҫтергәндәр. Еләк-ҡарағат ҡайнатмаһынан өҙөлмәнек, бер ҡасан да һатыу туҡмасынан аш ашаманыҡ. Әле үҙем дә шулай эшләйем, - тип күҙ йәштәре аша хәтер ептәрен һүтә ҡыҙҙары Альбина.
- Балаларыма рәхмәт. Тәртипле булдылар, ваҡыты еткәс тормош ҡорҙолар. Яңғыҙымды ҡалдырмаҫҡа тырышалар, йыш киләләр, һәр ваҡыт шылтыратып торалар, - тип дауам итә һүҙҙе Ғәлинур ағай ул-ҡыҙҙарының һәр ҡайһыһының матур тормош ҡороуына ҡыуанып.
Оҙайлы, намыҫлы хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙҙарына эйә булған хеҙмәт уҙаманы, шөкөр, әле лә бирешмәй, матур итеп донъя көтә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай һәм балаларына оло терәк булып тора. Артабан да шулай иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ ғүмер йомғағын һүтергә яҙһын!
Р.S. Ғәлинур Сәлихов әрме хеҙмәте тураһында һөйләгән саҡта үҙенең бергә хеҙмәт иткән яҡташын күргеһе килеүен белдергәйне. Интернет мөмкинлектәренең киңлеген файҙаланып, беҙ тиҙ генә унда мәғлүмәт һалдыҡ һәм Ғәлинур ағайҙың күптән күрмәгән хеҙмәттәшен таптыҡ. Улар әле телефон аша һөйләшкәндәр һәм осрашырға һүҙ ҡуйышҡан.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.