С.М.Чугункин исемендәге мәктәп уҡыусылары - Руслан 4-се класҡа күсһә, Рөстәм 3-сөгә бара. Шуныһы маҡтауға лайыҡ: малайҙар өйҙәрендә рус телендә һөйләшһә, Ҡырмыҫҡалы ауылындағы олатай-өләсәләренә барһалар татарса, Ефремкиндағыларында сыуаш телендә аралашырға тырышалар икән.
Урал дәүләт физик культура университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған Наталья Михайловна “Бал ҡорто” балалар баҡсаһында етенсе йыл хеҙмәт итә. Тәүҙә тәрбиәсе, артабан физик культура буйынса инструктор булып эшләй. Наталья Михайловна - биш бала тәрбиәләгән ғаиләнән, иң кесеһе. Мәктәптә уҡыған йылдарынан уҡ яҡшы уҡыған ҡыҙ спорт менән шөғөлләнә. Бер бәйге лә уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Бигерәк тә волейбол, баскетболды ярата. Шуға ла физик культураны ғүмерлек һөнәре итә ул.
- Мәктәпте тамамлағас, стоматолог һөнәрен алырғамы, әллә педагог булырғамы икән, тигән һорау тыуғайны. Ошо һөнәрҙе һайлауыма һөйөнөп бөтә алмайым. Шул тиклем эшемде, балаларҙы яратам, - ти Наталья Йәрмөхәмәтова.
Ринат Йәрмөхәмәтов райондың 81-се янғын һағында водитель булып эшләп йөрөгән була. Тормош бер көйөнсә генә барғанда, донъялар үҙгәреп китеп, бер туған ҡустыһы Марсель 2022 йылда өлөшләтә мобилизацияға эләгә. Ошо көндән һуң илһөйәрлек рухы көслө булған Ринат та Тыуған ил һағына баҫыу өсөн яна башлай. Ярты йылдан һуң, уҙған йылдың июнендә үҙ теләге менән Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юллана. Һәм бына бер йыл инде ул алғы һыҙыҡта Тыуған илебеҙ тыныслығы өсөн үҙ-үҙен аямай көрәшә. Ул ике тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайта. Бер аҙна элек кенә хәрби урынға ҡуҙғалған.
Был ғаилә июнь айында ике һөйөнөслө ваҡиға, икеләтә шатлыҡ кисерә. Наталья Михайловна район тарихында балалар баҡсаһында беренсе булып 500 мең һум күләмендә республика Башлығы грантын ала. Ә ғаилә башлығы Ринат Марат улы ошо көндәрҙә махсус хәрби операция зонаһында күрһәткән ҡаһарманлығы, хәрби бурыстарын яуаплы, намыҫлы үтәгәне өсөн генерал М.Шайморатов ордены менән бүләкләнә. Уға юғары награданы республика Башлығы урынбаҫары Азат Бадранов тапшыра.
Наталья йорттарында бешеренергә, ҡул эштәре менән булышырға яратһа, Ринат та йорттағы бар төҙөлөш эштәрен үҙе башҡара. Ғөмүмән, Йәрмөхәмәтовтар һәр эште лә килешеп, бергәләшеп эшләй. Был ғаиләлә бер-береһен яратып, хөрмәт итеп йәшәйҙәр. Ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар эше тип тормай, ире менән бергә бүлмәләрҙе бүлешә, иҙәнгә ламинат йәйешә, стенаға плиткалар ҡуйыша. Әйткәндәй, тормош иптәше махсус хәрби операцияға киткәс яңы йорттарына күсенеү уның үҙенә генә төшә.
Һәр кеше донъяға бәхетле булыр өсөн тыуа. Ә бәхетле булыу өсөн ғаилә усағы булырға тейеш. Юҡҡа ғына, ғаилә - бәхет асҡысы, тип әйтмәгәндәр бит. Ғаилә ни тиклем ныҡ булһа, унан килгән йылылыҡ шул тиклем көслө була. Йәрмөхәмәтовтарҙың ғаилә усағынан килгән йылылыҡ та күңелдәрен күтәреп, дәртләндерә, ҙур эштәргә әйҙәй.
Фәниә Сәлимгәрәева.