2021 йылда Туймазы районының Ҡандра ауылынан 40 йәшлек Гүзәл Исламоваға умыртҡа һөйәгенең күкрәк бүлегендә грыжа – тигән диагноз ҡуйыла. Операцияны Өфө дауаханаһында үткәрергә ҡарар ителә. Ләкин Гүзәл наркоздан уянғас, кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө тулыһынса хәрәкәтһеҙ ҡалғанын аңлай.
Операциянан һуң уны реабилитациялауға күсерәләр, унда ул ике аҙнанан ашыу ята, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нәмә лә үҙгәрмәй.
Һөҙөмтәлә, пациентты инвалид тип таныйҙар. Асыҡланыуынса, операция ваҡытында уның арҡа мейеһе инсульты булған, ләкин бер кем дә был хаҡта уға әйтмәгән, һәм документтарҙа был осраҡ теркәлмәгән.
Ошо йылдар дауамында ҡатын аяҡҡа баҫырға тырышҡан, ләкин бер ниндәй үҙгәреш тә юҡ. Ул үҙенә ярҙам итерҙәй һәм аяҡҡа баҫтырырлыҡ табиптар табырға хыяллана. Гүзәл хәҙер инвалид коляскаһынан тыш йөрөй алмай.
– Мин эшләнем, 12 йәшлек ул тәрбиәләнем, спорт менән шөғөлләндем, сәйәхәт иттем. Бер көндө барыһы ла тамамланды, - ти Гүзәл. – Мин быны табип хатаһы тип иҫәпләйем.
Әле ҡатын ата-әсәһе менән йәшәй, уны улар ҡарай.
Фото: телеграм-каналдар.
Автор:Альфия Мингалиева