Даирә
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Кемде һайларға– әсәйҙеме, әллә атайҙымы?”

 Әсә ҡыҙын да түҙемлеккә өйрәтте, туҡмалыуҙан күгәргән тәненә  дарыу-фәлән һөрткөләне лә тынысланды...

“Кемде һайларға– әсәйҙеме, әллә атайҙымы?”
“Кемде һайларға– әсәйҙеме, әллә атайҙымы?”

Был бәләкәй, ҡаҡса кәүҙәле, бөршәйеп кенә торған ҡыҙға Фатима тигән яңғырауыҡлы исем килешмәй ҙә кеүек. Ниңәлер, уға бик йомшаҡ, йылы, иркәләй торған, наҙлы һүҙҙәр менән генә мөрәжәғәт итке килә.

“Һылыуҡайым, бер кемдән дә ҡурҡма, миңә тура ҡарап әйт: кем менән йәшәргә теләйһең? Тик дөрөҫөн әйт”, – тип шым ғына өндәште опека органдары хеҙмәткәре. Тик ҡыҙ уның һүҙҙәренә иғтибар ҙа итмәне булһа кәрәк, ҡаялай ҡатҡан һын моңһоу күҙҙәре менән тәҙрәгә төбәлгән. Ара-тирә ата-әсәһе торған яҡҡа күҙ һала.

Иҫке генә кофта кейгән, таныш шәлгә уранған әсәһенең йөҙө йүнле йоҡо күрмәүҙән, илауҙан шешенгән. Уның борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан, берсә ҡулдарын ыуғылай, берсә сәстәрен һыйпаштыра. Бер яҡ ситтәрәк көмөрәйеп атаһы тора. Ҡыҙына ҡарап йылмайырға тырыша. Ул, моғайын, ҡыҙының үҙен һайлағанын көтәлер.

– Йә Фатима, һин генә хәл итәһең, кемде һайлайһың: әсәйеңдеме, атайыңдымы?

 Иларға тулышып бөткән ҡыҙыҡайҙың ҡарашы берсә әсәһенә, берсә атаһына йүнәлде, икеһе лә йәл кеүек. Ҡапыл атаһы баш ҡаҡты, Фатима үҙе лә һиҙмәҫтән: “Атай”, – тип бышылданы. Быны ишеткән әсәһе “аһ”итеп, йөрәк өҙгөс тауыш менән ҡыҙына ташланды, тик адвокат уны тотоп алып, эргәһенән ебәрмәне. Суд ултырышы тамамланғандан һуң атаһы:” Маладис, ҡыҙым, дөрөҫ эшләнең”, – тине, Фатиманы дәртләндерергә теләп. Әсәһенең һулҡылдап илаған тауышы, йәнде әрнеткес һүҙҙәре генә ғүмергә онотолмаҫ инде...

... Һин ҡайҙа йөрөнөң?– Морат өй ишеген шар итеп асты . Фатима ҡулындағы сумкаһын ҡыҫып тотоп, нимә әйтергә белмәй, ғәйебен тойоуҙан үрһәләнде. 

– Мин һиңә әйттем бит, мотлаҡ сәғәт алтыла өйҙә булырға! Сәғәтеңә ҡараныңмы?

 Стеналағы сәғәт етенсе ун өс минут икәнен күрһәтә. Ҡыҙыҡай үҙенең 13 минутҡа һуңлағанын аңланы.

– Бар үҙеңдең бүлмәңә. Бер ай телефонһыҙ, ике аҙна телевизорһыҙ йәшәрһең. Көндәлегеңде күрһәт, ата ялҡау! – тип ҡысҡырынды атаһы.

Фатима ризалығын белдереп, башын һелкте һәм танауын тарта-тарта бүлмәһенә йүнәлде. Бүлмә тиһәң, хәтере ҡалыр, биге түгел, ишеге лә юҡ. Стеналар буш, бер нисә китап ятҡан кәштә һәм шкаф. Өҫтәлдә “донъялағы иң зарарлы” компьютер ҙа, хатта бер ҡағыҙ киҫәге лә юҡ, тап-таҙа, сөнки атаһы Морат тәртип ярата.

– Әйҙә, һылыуым, ашарға! – тип саҡырҙы ҡыҙын ир, оҙаҡ та үтмәй. – Бөгөн бутҡаны миңә бешерергә тура килде, сөнки уҡытыусың һуңлап ҡайтасағыңды әйткәйне. Ҡолағыңа кертеп ҡуй, аш бешереү һинең эш! Минеке түгел! Әсәйең барыһына ла өлгөрә ине лә баһа, эшләргә лә, аш-һыу әҙерләргә лә!

Ҡыҙ алдына ҡуйылған тәрилкәһенә атаһы өҫтәл артына ултырмайынса тотонманы.Тәртип шундай.

– Мин һиңә әйткәйнем инде, тағы ике килограмға һимергәнһең, хатаны төҙәтергә кәрәк. Ҡыҙҙар тал сыбығындай һығылмалы, нескә, нәфис булырға тейеш, лырҡылдаған сусҡа кеүек булырға теләмәйһеңдер бит.

 

... Эй, Иркәбәева, иркә ҡыҙыҡай! Һине ихатала әсәйең көтә, йүгер бар! – тигән тауышҡа ҡыҙ башын китабынан күтәреп ҡараны. Ҡаштарын йыйырҙы, ниңә килде икән? Уға Фатима менән осрашырға ярамай, атаһы уны ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итәм, тип ҡурҡыта.

Ысынлап та, әсәһе мәктәпкә килгән, ағас күләгәһендә баҫып торған таныш һын уға ҡаршы йүгерә. Фатиманы ҡосаҡлап алып, илап та ебәрҙе. ”Ҡыҙым, ҡыҙыҡайым, хәлдәрең нисек, һөйлә! Әллә ябыҡҡанһың инде, ауырымайһыңмы?” – тип һорауҙарға күмде. Фатима нисек тә илап ебәрмәҫкә, үҙен ныҡ тоторға тырышты. ”Ҡыҙым, ни өсөн уның менән ҡалырға теләүеңде аңламайым. Мәжбүр иттеме, ҡурҡыттымы атайың?” – Әсә ҡыҙҙың ҡулдарына йомшаҡ ҡына ҡағылды. ”Юҡ, улай түгел. Һин үҙең бит мине ташлап киттең”, – тип ҡырт киҫте Фатима. “Мин ташламаным һине, башҡаса түҙеп булманы, үҙең күрҙең бит нисек ҡыланғанын. Атайың ҡот осҡос кеше, ғифрит!”

“Ә һин мине ошо рәхимһеҙ, ҡанһыҙ ғифрит менән нисек ташлап китергә булдың?” – Ҡыҙ ҡулдарын кинәт тартып алып, ситкә тайпылды.

– Әллә ҡул күтәрәме? Туҡмаймы? Ҡыҙым, әйҙә, ҡайҙа булһа ла китәйек!

– Юҡ, бер файҙа ла булмаясаҡ, мине кире ҡайтарасаҡтар. Ул барыбер еңәсәк. Ҡайт өйөңә һәм тыныс ҡына йәшә. Бер үҙең...

– Юҡ! Мин һине унан тартып аласаҡмын, ишетәһеңме?

Был көндә Фатима ғәҙәттәгенән иртәрәк ҡайтып, өйҙө йыйыштырҙы, ашарға әҙерләне, хатта дәрестәрен ҡарарға өлгөрҙө. Атаһынан ҡурҡыу тойғоһо тынысланырға ирек бирмәне.

– Йә, ҡыҙым, көн нисек үтте? – атаһының юрамал иркә тауыш менән өндәшеүе яҡшыға түгел ине. – Әсәйең менән күрешеп йөрөйһөңме? Алдашма, дөрөҫөн һөйлә! Мин бөтәһен дә беләм. Әсәйең кеүек йүнһеҙ булып үҫмәксеһеңме? Быға юл ҡуймаясаҡмын! – тип екерҙе, шартларҙай булып ир. Уның ҡул күтәреүен күреп, ҡыҙ бөршәйеп төштө, йомарланды, тәнен ҡыҫты. Морат һәр саҡ көтмәгәндә килтереп бәрә, был юлы ла яңаҡҡа һуғыуы менән ҡыҙ фатир мөйөшөнә барып төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡыҙ иламаны, тештәрен ҡыҫып, бер нөктәгә текәлеп ултырыуын белде. Ҡулдары ҡалтырауына ла иғтибар итмәне. Хәҙер уға барыбер...

– Ҡыҙым, ниңә ҡараңғыла ултыраһың? Утты яҡтыртайыммы? – тине иркә тауыш менән атаһы.

– Юҡ, кәрәкмәй. Хәҙер йоҡларға ятам, дәресте иртән тороп әҙерләрмен, – тип йылмайырға тырышты Фатима.

– Беҙгә икәүләп йәшәүе ниндәй күңелле, эйе бит? Әсәйһеҙ ҙә бик яҡшы. Һин маладис, ҡыҙым! – тип Фатиманың башынан һыйпаны атаһы.

Әсәһенең матурлығына, тыныс холҡона һоҡланып үҫкән ҡыҙҙың күҙ алдына бергә йәшәгән йылдар килеп баҫты. Әнисәнең бер ҡасан да иренә ҡаршы әйткәне, һүҙ көрәштергәне, бәхәсләшкәне булманы. Иренең йоҙроҡтары уйнап торғанда ла өндәшмәүҙе хуп күрҙе, ирен үҙенсә яратыуы шулай булдымы икән... Ҡыҙын да түҙемлеккә өйрәтте, туҡмалыуҙан күгәргән тәненә дарыухананан алған дарыуҙарын һөрткөләне лә тынысланды.

***

– Һин көрәшергә тейешһең! Былай йәшәп булмай! Әсәйең ҡасып ҡотолдо  бит, һин ни өсөн булдыра алмайһың? – таныш үҫмерҙең был һүҙҙәре ҡыҙҙың йөрәгенә бысаҡтай килеп ҡаҙалды.

– Кит бынан! Күреп ҡалһа, һине лә, мине лә үлтерер, – тип Тимурҙы ҡыуаланы эргәһенән. Малай күптән инде ҡыҙҙың ғаиләһендәге хәл менән яҡшы таныш, өйөңдәге сүпте күпме генә тышҡа сығармаҫҡа тырышһаң да халыҡтың күҙе үткер, барыһын да күрә. Руслан үҙе тыуғандан алып өләсәһе менән генә йәшәй, ата-әсәһен дә йүнләп белмәй, шуға күрә Фатиманың ғаилә хәле уға ла тынғылыҡ бирмәй. .Тик ҡыҙҙың ни өсөн зарланмауы, өндәшмәүе аптырата.

Мәктәптә Моратты иң әүҙем, булдыҡлы, өлгөлө атай тип беләләр, бөтә йыйылыштарға ла йөрөй, класс етәксеһе менән иркенләп һөйләшергә әүәҫ, тәҡдимдәре менән ихлас уртаҡлаша. Шуға күрә уҡытыусының уны судта яҡлап сығыш яһауы ғәжәп тә түгел.

 Шулай ҙа бер көн килеп, көтмәгәндә Фатиманың тормошонда ҙур үҙгәрештәр башланды. Опеканан ике ҡатын килеп, ғаиләләге хәлде тикшерә башланы. Ҡыҙҙың тәнендәге уңала башлаған йоҙроҡ эҙҙәрен дә, яңы ғына барлыҡҡа килгән күктәрҙе лә күреп, табипҡа ебәрҙеләр.

Шуныһы ғәжәп, уларҙың ҡулдарында Мораттың ҡыҙын һуҡҡылаған видеояҙма ла бар. Аҙаҡтан ғына бындай үҙгәрештәрҙә Тимурҙың ҡыҫылышы булыуын белделәр. Үҫмер ҡыҙҙың әсәһенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, боҙ ҡуҙғалған да инде. Әнисә ҡыҙын үҙе менән алырға теләһә лә, Фатима, барыһын да шаҡ ҡатырып, ризалашманы, ә ике туған апаһы менән йәшәргә ҡарар итте.

Бер нисә йылдан һуң ғаиләле булғас ҡына ҡыҙ үҙенең был аҙымын аңлатты. Әсәһенә ҡарата ышанмаусанлыҡ тойғоһоның үтә көслө булыуы бергә йәшәргә ҡамасаулай. Йылдар буйы туҡмалып, йәберләнеп йәшәгән, үҙ-үҙен яҡлай алмаған ҡатынға нисек ғүмереңде ышанып тапшырмаҡ, уй-хистәрең менән уртаҡлашмаҡ кәрәк? “Берҙән-бер ҡәҙерле балаһын тиран ҡулына тапшырып сығып киткән әсәгә ышаныс бармы ни?” – тип уйлай  хәҙер үҙе ике бала тәрбиәләгән Фатима.

 

 

Автор:
Читайте нас: