...Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан йөҙ саҡрымға яҡын арала ятҡан Баймаҡ ҡалаһына аҙна һайын ике-өс тапҡыр барып ҡайта Фәнүзә. Гемодиализ үҙәгенә. Бер аяғы төбөнән ҡырҡылған, ике күҙе лә бөтөнләй күрмәгән, ике бөйөрө лә эшләмәгән йәш ҡатын бына әле лә йыраҡ юлдан ҡайтып төштө. “Рөстәм, әсәй, арып бөттөгөҙ, ял итеп алығыҙ, – тип ире менән әсәһен хәстәрләүҙән туҡтамай үҙе. – Мин ни, гел күтәрелеп кенә йөрөгәс, арыуҙы белмәйем дә...”
* * *
Шулай бер ваҡытта ла уфтанмай, зарланмай Фәнүзә. Яҙмышы тураһында һорағас та, күңелһеҙлеккә бирелмәйенсә, тыныс ҡына хәтер ебен һүтә башланы ул:
– Ауыр сиргә һабышҡанымды белгәндә миңә 12 йәш ине. Шәкәр диабеты... Шул көндән тотош ғаиләбеҙ тыныслығын юғалтҡандыр. Дауаханалар юлын тапауыбыҙға инде 27-се йыл...
Тейешле бар талаптарҙы үтәп, атай-әсәйемдең, яҡындарымдың хәстәрлеге менән ауырыуҙы аҙҙырмай, “ауыҙлыҡлап” килә инем әле. 2009 йылда, 24 йәшемдә, өйҙә аңғармаҫтан аяғымдың йөҙлөгөн төкөттөм. Ныҡ ауыртып, шешә башланы. Атай-әсәйем йәйләүҙә ятып мал ҡарай, уларҙы борсоп тормайынса, үҙем дауаханаға киттем. Аяғым һынған булған. Гипс һалып ҡайтарҙылар. Эй ныҡ өйкәй, ышҡый, бына-бына йәнем өҙөлөрҙәй кеүек. Шулай ҙа түҙергә тырышам, һәйбәтләнеп китермен, тип ышанам. Әммә аяғым тағы ла нығыраҡ шешә башланы. Тырнаҡтарым күгәргән һымаҡ... Дауаханаға барғас, аяуһыҙ хәбәр еткерҙеләр: гангрена башланған...
Яҙмышымдағы артабанғы хәлдәрҙе өҙөк-өҙөк кенә хәтерләйем. Район дауаханаһында тиҙ арала аяғымдың бармаҡтарын ҡырҡтылар. Юҡ, төпкәрәк киткән икән. Өфөгә барырға кәрәк. Тик әле унда урын юҡ. Аҙна самаһы көтөргә тура килә. Баш ҡалаға юлланғанда, кома хәленә еткән инем. Шунда уҡ реанимацияға алып киттеләр. Аяғым тубыҡҡа ҡәҙәр ҡырҡылды. Аҙна тирәһе ваҡыттан һуң – тотошлай...
Бер аяҡһыҙ ҡала шулай Фәнүзә. “Бер бөйөрөңдө лә алырға тура килер, киста бар”, – тип белдерә табип. Шулай ҙа әлегә, организмдың ҙур көсөргәнеш кисергәненә бәйле, был операцияны яһамай торорға булалар.
– Күҙем дә боҙолоп бара ине, бер ай эсендә өс тапҡыр наркоз үткәргәс, тағы ла насарыраҡ күрә башланы, – тип хәтирәләрен дауам итте Фәнүзә. Унан ҡапыл йөҙөндә бәхетле йылмайыу балҡыны. – Ә 2010 йылдың июнендә апайымдарға барғанда Рөстәм менән таныштым. Аяғым ҡырҡылған, әҙерәк кенә күрәм... Ғашиҡ булдым... Августа никах уҡыттыҡ, киләһе йылдың сентябрендә туй үткәрҙек.
Йәштәр Фәнүзәнең ата-әсәһе менән бергә йәшәй башлай. Тәүҙә таяҡҡа таянып ҡуҙғалһа ла, бер аҙҙан күреү һәләтен бөтөнләй юғалтҡас, хәрәкәттән яҙа йәш ҡатын. Ярай әле янында күтәреп йөрөтөрлөк ире, ата-әсәһе, яҡындары бар...
Өҫтәүенә 2016 йылда бөйөрҙәре эшләүҙән туҡтап, ҡатынды аҙнаһына өс тапҡыр Белорет ҡалаһына гемодиализ үтергә йөрөтә башлайҙар. Юл оҙон: ауылдан район үҙәгенә – 42, Иҫке Собханғолдан Белорет ҡалаһына тиклем 140 саҡрым самаһы.
– Гемодиализ үтергә йөрөй башлаған саҡта айырыуса ҡыйын булды, ныҡ ыҙаланым. Барғанда ла, ҡайтҡанда ла ятам, ашай алмайым, ҡан баҫымым күтәрелә. Өҫтәүенә, ҡан сайылып сыҡҡас, өшөйһөң. Әйткәнемсә, ара ла йыраҡ. Бөрйәндән биш ҡатын бер машинала барып ҡайтабыҙ. “Һинең хәлең башҡаларҙыҡына ҡарағанда ауырыраҡ, барығыҙҙы бергә Сибай дауаханаһына йөрөтәйекме әллә, үҙеңә яҡыныраҡ булыр”, – тип тәҡдим иттеләр бер мәл. Ризалашманым, юлдаштарымды уйланым.
Ул ваҡытта риза булмаһа ла, былтыр апрелдә Фәнүзәнең үҙен генә Баймаҡ ҡалаһындағы гемодиализ үҙәгенә йөрөтә башлағандар. Әйтеүенсә, хәҙер күпкә еңелерәк. “Медицина хеҙмәткәрҙәренә килгәндә иһә, үҙебеҙҙең Бөрйәндекеләр ҙә, Белореттағы, Баймаҡтағы гемодиализ үҙәктәрендә эшләгәндәр ҙә шул ҡәҙәр һәйбәттәр, – ти. – Йылмайып ҡаршы алалар, хәстәрләп оҙатып ҡалалар. Туғандарҙай яҡынлашып бөттөк инде. Дауалаусыларыңдың яҡшылығы иң мөһиме бит”.
* * *
Фәнүзәнең сабырлығы, ихтыярлылығы, йәшәү көсө хайран ҡалмалы – һау-сәләмәт кешеләрҙе лә аптыратмалы. Уның буш ваҡыты бөтөнләй тиерлек юҡ. Янынан кеше өҙөлмәй. Берәүҙәр хәл белешергә инһә, икенселәр, киреһенсә, үҙ проблемаларын һөйләргә, кәңәшләшергә керә. “Фәнүзәнән йәшәүгә көс алам” тигән һүҙҙәргә ғәжәпләнәһе түгел. Һис ҡасан бойоғоуҙы белмәгән, ихлас сыңғырлатып көлөүе менән күңелдәрҙә ҡояш балҡытҡан, моңло тауышлы, шул ҡәҙәр хыялға бай ҡатын янында бөтөн донъяуи мәшәҡәттәр, хәл итеп булмаҫтай кеүек тойолған мәсьәләләр онотола, йәшәүгә көс арта, тормошҡа ҡарата һөйөү тойғоһо көсәйә.
– Сираттағы бәйләмемде тамамлап торам әле, – тип ҡыуанысын белдерҙе әле лә Фәнүзә. Ә бәйләгәндәренән, сиккәндәренән магазин асмалы: ҡупшы тәпешкәләр, ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, свитерҙар, ҡайылған ҡулъяулыҡтар, таҫтамалдар, ултырғыс, диван япмалары... Әйткәндәй, махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн өс бармаҡлы йылы бирсәткәләр ҙә бәйләп ебәргән Фәнүзә. “Ҡайһылай йәтеш, беҙгә лә кәрәк ине шундайҙар”, – тип һорағас, иренә, ағайҙарына ла бәйләп биргән.
– Ҡыҙым бәләкәйҙән ҡул эштәренә оҫта булды, – тип һүҙгә ҡушылды әсәһе Хәмдиә еңгәй. – Күҙҙәре бөтөнләй күрмәй башлағас та, был эшен ташламаны, хатта ныҡышып дауам итте. Мин йөндәрҙең, ептәрҙең төҫтәрен әйтеп, эргәһенә һалам, енәләрҙең, ырғаҡтарҙың үҙенә кәрәклеһен һәрмәп һайлап ала. Бәйләгәндә күҙҙәрҙе һанап эшләй, төймә урындарын да самалап ҡалдыра. Берәй күҙен төшөрөп ҡалдырып, яңылышһа, бәйләгәнен тотошлай һүреп ташлай ҙа яңынан башлай. Эй йәлләйем баламды... “Ҡайҙа, үҙем шул урынын ғына булһа ла төҙәтәйем”, – тиһәм, тыңламай. Үҙем, ти ҙә тора гел.
Фәнүзә әсәһенә оҙон күлдәк бәйләргә лә хыяллана. Унан – атаһына берәй йылы кейем. “Яҡындарымдың, туғандарымдың янымда булғаны өсөн Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп кенә торам, – ти ул. – Имен генә булһындар инде барыһы ла”.
Фәнүзә менән Рөстәм Кәримовтарға ауылдың икенсе яғынан йорт төҙөү өсөн ер ҙә биргәндәр. Унда өй һалыуҙарын ашҡынып көтә йәш ҡатын. “Рөстәм шул ҡәҙәр оҫта ҡуллы ул. Барыһын да матур итеп төҙөйәсәкһең, тип дәртләндереп торам үҙен. Хәҙер инде етмешкә етеп килгән әсәйем менән атайымды ла яңы йортҡа күсереп алырбыҙ”, – тип сикһеҙ хыялдар менән йәшәй Фәнүзә. Бәләкәйҙән матур йырлаған ҡыҙ концерттарҙа ла ҡатнаша, ҡунаҡтарға ла ихлас йөрөй, һабантуйҙарҙан ҡалмай. Артабан да ошондай йәшәү көсө ташламаһын һине, Фәнүзә, Аллаһ Тәғәлә үҙеңә оҙон ғүмер бирһен, барлыҡ хыялдарыңды тормошҡа ашырһын ине.
Автор фотолары.