Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғаиләгә ҡот осҡос бәләләр килә башлаған...

“Ниңә генә был урынды һайланыҡ икән?!” - тип үкенә өс балаһын да юғалтҡан ата-әсә.

Ғаиләгә ҡот осҡос бәләләр килә башлаған...
Ғаиләгә ҡот осҡос бәләләр килә башлаған...
Еребеҙҙе, тирә-яҡ мөхитте бысратыуҙың, битарафлыҡтың ҙур ҡазаларға килтереүе ихтимал. Гөлсибәр исемле танышымдың һөйләгәндәре ҡот осмалы...
 
– Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп китеүебеҙгә етди сәбәптәр булды, – тине ул. – Тәүге йылдарҙа ауылда ҡайным-ҡәйнәм менән бергә йәшәнек, ләкин йыл һайын тигәндәй балалар тыуып торғас, йортобоҙ тар тойолдо. Иремдең был тәҡдимемә ҡаршы буласағын белһәм дә, башҡа сығыу тураһында һүҙ ҡуҙғаттым.
 
Ҡатын һүҙен һүҙ итә, күп тә үтмәй, йәштәр ауыл уртаһында буш ятҡан ергә нигеҙ ҡора. Дөрөҫөрәге, кешеләр ишек алдарына колонка эшләп ҡуйғас, элек бөтә ауылды һыулы иткән таштан бурап эшләнгән ҡоҙоҡҡа берәү ҙә йөрөмәй башлаған һәм ул ҡороған. Аҙаҡтан инде халыҡ соҡорҙо ҡый менән тултырған. Йәш ғаиләгә яңы урында ҡыуанып йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит, әммә йыл һайын тигәндәй ҡот осҡос бәләләр килә башлаған. Тәүге йылда улдарын үгеҙ һөҙгән, ун йәшлек бала урам уртаһында йән биргән. Был ҡайғы онотолорға ла өлгөрмәй, ҡыҙҙары машинанан тапалып фажиғәле һәләк булған. Тоҡомдарында булғаны юҡ – өлкән улдары муйынын элмәккә тыҡҡан...
 
“Ниңә генә был урынды һайланыҡ икән?!” тип үкенә әңгәмәсем. Өс балаһын да юғалтҡан ғаилә ҡалаға күсеп китергә мәжбүр булған. Ҡатын әйтеүенсә, ауылдаштары сүп-ҡый ташлаған урын ен-пәрейҙәр өйөнә – сихыр ояһына әйләнгән. Шунлыҡтан уларҙың ғаиләһенә зәхмәт ҡағылған...
 
Ә һеҙҙең ошондай хәлдәр хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?
 
Фото "Таң" гәзитенән.
 
Автор:
Читайте нас: