Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҙмышынан ҡаса алманы...

Берҙән-бер улы Фәнистең фажиғәле үлеменән һуң Гөлсинә апай ҙа быға ныҡлы инанған...

Яҙмышынан ҡаса алманы...
Яҙмышынан ҡаса алманы...

Яҙмыш, маңлайыңа яҙылғанды күрәһең, тигән һүҙҙәрҙе һәр кем ишеткәне барҙыр. Берҙән-бер улы Фәнистең фажиғәле үлеменән һуң Гөлсинә апай ҙа быға ныҡлы инанды.

Өйләнәшеүҙәренә биш йыл тигәндә ире район үҙәгенән машинаһында ҡайтып килгәндә боҙлауыҡлы юлдан ситкә сығып осоп һәләк булды. Эшкә киткән еренән шулай хушлашып та тормай мәңгелеккә китеп барҙы ул.

Улы ла атаһына оҡшап бәләкәйҙән техника менән ҡыҙыҡһынды. Атаһының иҫке мотоциклын һүтеп-йыйып көндәре үтте. Үҫә төшкәс атаһынан ҡалған еңел машинаны ла йөрөтөргә өйрәнеп алды. Ун һигеҙ йәше тулғанда тәжрибәле водителдәрҙән ҡалышмай ине. Ләкин үлеме лә уның тап техника менән бәйле булды.

Тәүге тапҡыр юл фажиғәһенә дуҫтары менән күрше ауыл клубына китеп барған ерҙә тарыны. Йәштәр тейәлешкән еңел машинаға ҙур машина килеп бәрелде. Рулдә барған Фәнис һөйгән ҡыҙы Рәзиләне юғалтты, үҙенең яурын башы һынып оҙаҡ итеп дауаханала ятып сыҡты. Тән генә түгел, йән ғазабы ла алып килде был фажиғәле хәл уның өсөн.

 - Башҡаса рулгә бер ҡасан да ултырмаясаҡмын. Һиңә һүҙ бирәм, - тине әрнеүле тауыш менән әсәһенә дауахананан сыҡҡас.

Ысынлап та, айҙар, йылдар үтһә лә, Фәнис машина йөрөтөргә теләмәне. Тиҙҙән атаһының машинаһын да, мотоциклын да һатып ебәрҙеләр.

Ләкин улай итеп кенә яҙмышыңдан ҡасып булмай икән. Ҡара ҡайғы килтергән ауыр көн Гөлсинә апайҙың күҙ алдынан ғүмерҙә лә китмәҫ.

Ҡалала юғары уҡыу йортона уҡырға ингәйне улы, ике аҙна һайын ауылға ҡайтып ярҙамлашып йөрөнө. Был көндө лә ҡайтып килеүен алдан хәбәр итте. Күрше ауылға тиклем килгән автобустан төшкәс, йәйәүләп ҡайтып килгән. Өс километр юл йәш кеше өсөн ҙур ара түгел. Иң күбе ярты сәғәт ваҡыт китә.

Гөлсинә апай аш бешереп Фәнисте  көттө,  күптән ҡайтып етергә тейешле улы күренмәгәс, шылтыратып хәлен белешергә булды. Ләкин телефонын ят ҡатын алды.

- Улығыҙ дауаханаға эләкте. Әле генә килтерҙеләр. Юлда машина бәрҙереп киткән, - тине шәфҡәт туташы.

Гөлсинә апайҙың бар донъяһы түңкәрелгән һымаҡ тойолдо. Бер туған ҡустыһы менән дауаханаға барып еткәнсе йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй булды. Ләкин унда әсәне тағы ла ауырыраҡ хәбәр көттө.

- Ныҡ имгәнгәйне улығыҙ, ҡотҡара алманыҡ, - тине табип.

Һәр кемгә үҙе күтәрә алырлыҡ ҡына һынауҙар бирелә, тиҙәр. Йөрәгенә уйылған тәрән яра туҡтауһыҙ ҡанһыраһа ла, әсә сабыр итергә тырыша, күңел дауаһын диндә тапты.

Хәҙер уның һәр иртәһе ире менән улының иҫтәлегенә доғалар уҡыуҙан башлана. Ошо рәүешле йөрәгенә йыуаныс ала.

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: