Ҡараңғы һәм насар уйҙарға батып һаташып йоҡлайым һәм шул уҡ хәлдә уянам. Был хәлдә мин хәҙер ун йыл инде...”
Әле егерме генә йәшен тултырған был ҡыҙҙың күңел әрнеүен тыңлауы бик ауыр ине. Уны миңә танышым алып килде. “Кем менәндер һөйләштерергә, тынысландырырға кәрәк. Миңә ышанмай, үҙенекен тылҡый. Туғандары мейеһеҙ кеше кеүек ҡылана. Атаһы бигерәк инде. Ҡуйсы, был тиклем дә таш йөрәкле кешеләр булмаҫ”,-тине ул илаулап.
Үҙенә алыҫ булһа ла, туған булған был баланы, ошо ханым ғына һаҡлап – яҡлап килә.
Ҡыҙҙың һөйләгәндәрен тыңлап, был хәл ысынлап беҙҙең заманға хасмы әллә айырым кешеләр генә шулай йәшәйме, тип аптырап ҡалдым. Эш шунда – был ҡыҙҙы яҡындары әсәһен ... үлтереүҙә ғәйепләй.
Ҡыҙсыҡ, ғаиләлә иң төпсөк бала булараҡ, бәләкәй саҡта ата-әсәһе менән бергә йоҡлай. “Айырым ятырға теләмәй илағанымды иҫләйем. Әсәйем дә ҡаршы килмәй ине. Уның ҡосағында ғына йоҡларға яраттым”,-тип көрһөнә ҡыҙ.
Һигеҙ йәшендә йоҡлап ятҡанда ул тубығы менән әсәһенең түшенә ныҡ итеп тейә. Әсәһе ауыртыуҙан ҡысҡырып уянып китә. Ошонан һуң ата-әсәһе ҡыҙыҡайҙы илатып үҙҙәренән айыра. Әммә күпмелер ваҡыт үткәс, әсәһе ауырый башлай. Нимәнән генә дауаламайҙар уны! Шулай ай артынан ай үтә. Тик әсәһенең хәле рәтләнмәй. Тиҙҙән уның түшендә яман шеш булыуы асыҡлана.
Әсәһе был хаҡта ишеткәс бик оҙаҡ илай. Унан табиптан: “Мин бит быға тиклем бер ауырыманым. Бер мәртәбә лә дауаханала ятҡаным булманы, һап-һау инем. Ҡайҙан килеп сыҡты һуң ул онкология?!”-тип һорай.
“Уның төрлө сәбәптәре бар: сирҙең һиҙҙермәй башланыуынан алып, ниндәйҙер тышҡы факторҙың тәьҫир итеүенә тиклем”,-ти.
Әсәһе ниңәлер бәләкәс ҡыҙының төнөн түшенә ныҡ итеп типкәнен иҫләй һәм ошо яман шеште булдырыуы ихтимал инеме тип һорай. Табип: “Түштәр – ҡатын-ҡыҙҙың иң нескә урыны. Әлбиттә, бындай көслө һуғылыу ҙа төрлө ауырыуға, шул иҫәптән яман шешкә лә булышлыҡ итеүе ихтимал”,-тип яуап ҡайтара.
Ошонан һуң ғаиләләге, быға тиклем тик иркәләтелгән ҡыҙсыҡҡа, мөнәсәбәт үҙгәрә. Апаһы менән ағаһы ла әсәләренең ауырыуында һеңлеләре ғәйепле булыуын белә. Табиптың фараз итеп кенә әйтелгән һүҙҙәрен ата-әсәһе ниңә уларға еткергәндер инде? Әсәһе лә балаһына ҡарата һалҡыная. Ә иң ҡурҡынысы – әсәһе үлгәс башлана. Уны ерләгәндә ағаһы менән апаһы бар кеше алдында ун йәшлек баланы барыһында ла ғәйепләй.
“Ярай, уларҙың үҫмер – алйот осоро ине. Кейәү шуларҙы тыйһа, аңлатһа була ине бит! Юҡ, ул да шулай алама ҡылана башланы. Шуға күрә был ҡыҙыҡай күберәк миндә үҫте”,-тине танышым.
Ул булмаһа – был бала нимә эшләр ине икән? Сөнки ҡыҙға иғтибар бөтә. Туғыҙҙы бөткәс тә өйөнән сығып китә һәм ҡайтмай. Сөнки уны атаһы ла, туғандары ла күрергә теләмәй. Ун йыл үтте. Атаһы олоғая, туғандарының да үҙҙәренең ғаиләһе бар. Улар бит барыһын аңларға һәм ҡыҙҙы ҡабул итергә тейеш! Юҡ, киреһенсә. Әсәһенең зыяратына барған саҡта апаһы, нисәмә йыл күрмәгән һеңлеһе менән һаулыҡ һорашыр урынға, уны: “Бында нимәңде ҡарап йөрөйһөң, килмә башҡаса бында!” тип әрләп китә.
Башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Ҡыҙҙы тынысландырыу, уның күҙҙәре нурланһын өсөн күп табипт менән һөйләштем. Унан интернет киңлегендәге бихисап медицина форумдарын ҡарап-уҡып сыҡтым. Табиптар: “Түшкә һуғыуҙан, тибеүҙән яман шеш башланыуы мөмкин түгел. Була шундай хәлдәр: ҡатын түшенә һуғылғандан һуң (балаһы, ейәне яңылыш тибә, һуға, йә үҙе йығыла), уны тотҡослап ҡарай башлай һәм шул рәүешле шеште таба. Унан табиптарға мөрәжәғәт итә. Йәғни шеш был һуғылыуға тиклем дә булған, ә ошо осраҡ ҡатынға уны тойорға ярҙам иткән”,-тигән фекерҙә.
Ни өсөн балаһы өсөн яуаплылыҡ алырға тейешле атаһы киреһенсә уны ситкә этәргән? Ни өсөн ҙурыраҡ балаларын һеңлеләрен рәнйетеүҙән тыймаған? Был ҡайһы бер кешеләрҙең тормошонда булған бар ҡайғы-хәсрәттәрҙә ғәйеплеләрҙе табып, барыһын да уларға япһарыуҙа. Был уларға иң ауыр ҡайғыны ла еңелерәк кисерергә ярҙам итә. Йәғни ҡайғырыу тойғоһон, улар “ғәйепле”не күрә алмау хисенә алмаштыра. Был үҙен үтә ныҡ яратҡан кешеләргә хас.
Ҡыҙ табиптарҙан үҙенең ғәйепле булыуы мөмкин түгел икәнен ишеткәс, илап ебәрҙе. Күҙҙәрендә йәшәү сатҡылары күренеп, йөҙө асылып ҡалды. Әлеге ваҡытта уның менән көслө психотерапевт эшләй. Был ҡыҙҙы ҡараңғылыҡтан, яман уйҙарҙан, үҙен һәр саҡ ғәйепле тойоуҙан арындырыу өсөн кәрәк.
Һүҙҙең – иң үткер хәнйәрҙән дә аяуһыҙ сәнсеүен ҡасан аңларбыҙ икән? Ун йыл хәсрәт утында янған баланың яҙмышы юҡҡа сыға яҙыуы өсөн кем яуап бирер? Табиптарҙың да, башҡа белгестәрҙең дә бер һүҙен тыңларға теләмәй, һаман үҙ балаһына ләғнәттәр яуҙырған “атай”ҙы нисек аңларға?
Иң мөһиме, ҡыҙ баланың күҙ йәштәре кибеп, йөҙө нурланып китте. “Мин ғәфү итәм атайымды ла, апайым менән ағайымды ла. Бәхетле йәшәһендәр. Иң мөһиме – әсәйемдең үлемендә ғәйебем булмауы! Яңынан тыуғандай булдым, уйҙарым да яҡтырып ҡалды”,-тине ул.
Был ҡыҙҙы Хоҙай Тәғәлә үҙе аралаһын, артабан ундай мәхшәрҙе кисерергә яҙмаһын!
Гүзәл Иҫәнгилдина.