Күҙ тейә тигәнгә Мәҙинә элек иғтибар ҙа итмәй тоғайны. Ләкин үҙенә төбәп “Һинең күҙең ҡаты, һоҡланып ҡарама” тип йыш әйтә башлағас, был һүҙҙәр уны уйландыра башланы.
Әле студент сағында йәйге каникулға ҡайтҡанында әсәһе көтөп ултырған бәпкәләргә ҡарап “Эй, шул тиклем дә матурҙар бит әле“ тип әйтеүе булды, тиҙҙән бер нисәүһе сәбәпһеҙгә ятып үлделәр. Әсәһенең сәскә атҡан гөлөнә һоҡланып та, һуңынан уның ҡороуы тураһында ишетте.
- Нишләп һоҡланаһыңдыр инде, күҙең ҡаты икәнен беләһең бит, - тип әсәһенең шелтәләгәне әле лә хәтерҙә.
Күңелендәге һоҡланыу хистәрен тыя алмай һеңлеһе лә шулай бер үпкәләткәйне. Туғаны үҙенә килешеп торған аҡһыл күлдәк кейеп ҡунаҡҡа йыйынған сағында:
- Ҡалай үҙеңә килешеп тора, яңы алдыңмы күдәгеңде? Бигерәк матур булған бит, – тип оҙатып ҡалғайны Мәҙинә.
Ҡунаҡҡа киткән ерендә яңы буялған эскәмйәгә ултырып, күлдәген эшлектән сығарып кәйефе боҙолоп ҡайтып керҙе шул саҡ һеңлеһе. Мәҙинә йәнә үҙенә ҡарата битәр ишетте.
Кейәүгә сығып балалар тапҡас та, саҡ ҡына сабыйҙарына һоҡланһа ла, бәләкәстәре тынысһыҙланды. Мәҙинә шуға балаларына һоҡланмаҫҡа тырышты. Әле лә хәтерендә улдарына 4-5 йәштәр самаһы булғандыр. Ғәҙәттә, ҡышын бер нисә тапҡыр тамаҡтары шешеп, ауырып ала торғайнылар. Ул ҡышты сирләмәй генә сыҡтылар.
Мәҙинә үҙе лә һиҙмәҫтән һөйөнөп:
- Үәт, маладис минең улдарым! Быйыл ҡышын бер тапҡыр ҙа ауырыманығыҙ! - тип ихлас күңелдән шатланып бәпестәрен яратҡайны, икенсе көнөнә үк бәләкәсе тымаулап сирләп китте, унан өлкәненә йоҡто.
Мәҙинәгә таныштары, хатта туғандары яңы әйбер алһалар ҙа, башҡа ҡыуаныслы ваҡиғалары булһа ла әйтеп бармайҙар.
- Һинең күҙең тейә, - ти ҙә ҡуялар.
Яҡындарының был һүҙҙәрен бик ауыр ҡабул итә Мәҙинә. Һуң бит ул насар ниәт менән ҡарамай, бары тик һоҡланыуын ғына белдерә. Ни өсөн һуң уның һоҡланыулы ҡарашы башҡаларға насар йоғонто яһай???
Ә һеҙ күҙ тейә тигәнгә ышанаһығыҙмы?
Автор фотоһы.