Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Донъялағы иң ҡарт кеше үлгән

115 йәшлек юбилейына тиклем саҡ ҡына етмәгән бабай оҙаҡ йәшәү сере менән уртаҡлашҡан.    

Донъялағы иң ҡарт кеше үлгән
Донъялағы иң ҡарт кеше үлгән

Һеҙ донъялағы иң ҡарт ир-аттың кем икәнлеген белә инегеҙме? Ул Венесуэлла кешеһе Хуан Висенте Перес Мора булған. Һәм бөгөн 115-се йәшен ҡыуып барған бабай вафат булған. Был турала ил Президенты Николас Мадуро хәбәр иткән.

El Nacional гәзите мәғлүмәттәре буйынса, Перес Мораға 114 йәш тә 339 көн булған. 115 йәше тулырға күп тә ҡалмаған саҡта бабай респиратор сир өҙлөгөүенән вафат булған. 2022 йылдың 4 февралендә, 112 йәш тә 253 көнлөк сағында уны Гиннесс рекордтары китабына индергәндәр. Ул саҡта Перес Мора 112 йәшендә вафат булған Испания кешеһе Сатурнино де ла Фуэнте Гарсияны уҙып киткән була.

Бабай үҙенең оҙаҡ йәшәүен “даими эш, тулы ҡанлы ял, иртә йоҡларға ятыу һәм көн һайын бер стакан бренди эсеү” менән аңлатҡан. Ә гәзиттә яҙылыуынса, ир яҡшы туҡланған, доғалар уҡыған, һыу эскән һәм иртә йоҡларға ятҡан.

Перес Мора 1909 йылдың 27 майында Венесуэлала Эль-Кобре ҡалаһында тыуған. Ул 10 балалы ғаиләлә туғыҙынсы булып тыуған. Бабайҙың үҙенең 11 балаһы бар.

Фото һәм сығанаҡ: AFP 2023

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: