Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ҡысҡыра-ҡысҡыра ағып китте, бахырҡай...

Баймаҡтан Ҡаратал яғына ҡайтып булмай, көслө ташҡынға эләктек, Әселе ажғырып ята.    

Ҡысҡыра-ҡысҡыра ағып китте, бахырҡай...
Ҡысҡыра-ҡысҡыра ағып китте, бахырҡай...

– Һуғыш осоро ине, – тип һөйләгәйне оло йәштәрҙәге бер ағай, хәҙер инде мәрхүм. – Йылайырҙа трактор йөрөтөргә уҡып йөрөгән үҫмер малаймын. Квартирала ике малай ятабыҙ, ашарыбыҙға бөттө. Яҙғыһын Баймаҡ яғына ҡайтырға сыҡтыҡ, март аҙағы ине. Йылайырҙан Баймаҡҡа тиклем юлда нимә осрай шуға ултырып килеп еттек.

Баймаҡтан Ҡаратал яғына ҡайтып булмай, көслө ташҡынға эләктек, Әселе ажғырып ята. Күрәм, бер ҡатын ташҡын эсендә бер батып, бер ҡалҡып ташҡын менән көрәшә, ҡысҡыра-ҡысҡыра ағып китте, бахырҡай... Беҙ көслө ташҡынға ҡаршы бара алмайбыҙ, үҙебеҙ саҡ тороп ҡалдыҡ. Бисара, баҙарға килгән булғандыр инде, ситтә бер мал башы ята ине, уныһын да ташҡын ағыҙып алып китте.

Беҙ саҡ ҡотолоп, кире Баймаҡҡа килеп яттыҡ. Бер аҙнанан һуң ташҡын баҫылғас ҡына ҡайттым Ҡараталға.

P.S. Байтаҡ йылдар үткәс, мин ул ҡатындың Буранбай ауылынан булғанлығын белдем. Ул саҡта бала ғына булған, хәҙер инде үҙе оло йәштәге бер апай һөйләне:

– Һуғыш мәлендә әсәйем, беҙҙе аҫырайым тип, Баймаҡҡа баҙарға киткән еренән ҡайтманы, Әселе ныҡ ташып китеп, көслө ташҡында ағып киткән. Ә беҙ, бәләкәй балалар, уны өйҙә тилмереп көттөк..."

Ташҡын мәле. Замана үҙгәрҙе, хәҙер элекке һымаҡ йәйәү йөрөүсе юҡ, һәр ғаиләлә машина. "Тимер ат"та йөрөһәгеҙ ҙә, юлда һаҡ булығыҙ! Көслө ағымдың машинаны ла алып китеүе бар. 

Автор: Тәнзилә Кейекбаева.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:
Читайте нас: