Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғибрәтле яҙмыштар: "БАЛАНЫ ӘСӘҺЕ ТЕЛӘГӘН ЗЫЯРАТТА ЕРЛӘГЕҘ..."

Уға ҡарап йөрәк телгеләнә. Ҡарап, түҙеп торорлоҡ түгел. Йыуатып та булмай. Туған-тыумаса ғына түгел, барлыҡ биҫтә халҡы тетрәнеп баҫып тора.    

Ғибрәтле яҙмыштар: "БАЛАНЫ ӘСӘҺЕ ТЕЛӘГӘН ЗЫЯРАТТА ЕРЛӘГЕҘ..."
Ғибрәтле яҙмыштар: "БАЛАНЫ ӘСӘҺЕ ТЕЛӘГӘН ЗЫЯРАТТА ЕРЛӘГЕҘ..."

Маңлайыңа яҙылған яҙмышты үҙгәртеп булмай тиеүҙәре хаҡтыр. Ҡарттар юҡҡа ғына: "Күрәсәкте күрмәй гүргә инеп булмай", – тимәй.

Бынан бер нисә йыл элек улым менән дауаханала ятырға тура килде. Ауырып түгел, баланы сөннәткә ултыртыу сәбәпле. Операция уңышлы уҙҙы, әммә табип: "Баланы ла интектермәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ыҙаламағыҙ – бөгөн йөрөмәгеҙ, иртәгә ҡайтырһығыҙ", – тигәс, ҡунып ҡалырға булдыҡ.

Минең менән бер бүлмәлә күрше райондан килгән ҡатын ята. Уға бер нисә көн элек кенә операция яһағандар. Хәҙер терелеп килә, үҙ аяғында йөрөй, телгә лә оҫта булып сыҡты.
Бүлмәләшем минең наркоздан айный алмаған улым тирәһендә бөтөрөлөүемде, улымды йәлләп илап та алыуымды ҡарап-күҙәтеп торҙо ла ғаиләм, балаларым тураһында һораштыра башланы.

– Бик йәш күренәһегеҙ, был баш балаңмы? – тине.
– Улымдан ҙурыраҡ ҡыҙым бар, ул атаһы менән өйҙә ҡалды, – тием.
– Собханалла, йәш булһағыҙ ҙа, ике бала әсәһе икәнһегеҙ…
– Эйе, ике балам бар. Ә һеҙҙең балалар ҙурҙыр инде? Ейәндәрегеҙ ҙә барҙыр?
– Балалар ҙур, – тине шундай асыҡ йөҙлө, һүҙсән апай, ҡырыҫ ҡына итеп. Уның йөҙө күҙгә күренеп ҡарайып китте.

Мин ниндәй ярамаған һүҙ әйттем икән тип уйларға ла өлгөрмәнем, үҙенең ҡырыҫлығына үҙе лә ҡыйынһынғандай, ул йәнә телгә килде.
– Ике ейәнем бар, – уның барыбер йөҙө яҡтырманы.

Мин уға ҡарап һүҙҙе дауам итергә уңайһыҙланып ултырам. Бер аҙҙан апай һүҙен дауам итте:
– Ҡыҙымдың ике улы бар. Улымдың бер ҡыҙы бар ине, машина тәгәрмәсе аҫтында ҡалып һәләк булды. Биш кенә йәшлек ине сабый.

Хәҙер инде мин өнһөҙ ҡалдым. Һүҙ башлауыма үкенәм. Апай илай уҡ башланы. Бына нимәнән икән уның ҡырыҫлығы. Үҙем дә һиҙмәҫтән, мин уның төҙәлә башлаған яраларын ҡуҙғатҡанмын.

Бүлмәләшем, тәгәрәгән күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, әле ярһып китеп, әле бышылдауға күсеп, миңә улының яҙмышын һөйләне.

– Улым армиянан өйләнеп ҡайтты. Килен кеше рус милләтенән ине. Уларҙың ҡайтып төшөүе аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итте. Нәҫелдә булмаған хәл ине был. Ирем менән башта балаларға һиҙҙермәй генә аһ та уһ килһәк тә, аҙаҡтан күрәсәгебеҙ менән килештек.
Ярай, тинек, йәне теләгән – йылан ите ашаған. Эйәртеп ҡатйҡан әҙәм балаһын урамға ҡыуып сығарып булмай бит. Барлыҡ туғандарҙы, күршеләрҙе йыйып, матур итергә тырышып туй уҙғарҙыҡ. Ҡатнаш никах туйын күргәнегеҙ булһа, һөйләп тормайым. Төрлө халыҡ йыйылған ҡунаҡтарҙың байрам итеүе баҡа туйын хәтерләтә. Беҙҙә лә шуға оҡшағаныраҡ нәмә булды. Бер башта русса йырлайҙар, икенсе башта, уларҙы уҙҙырырға тырышып, беҙҙеңсә таҡмаҡлайҙар. Унан һәр кеме үҙенсә һикереп-һикереп бейергә төшөп китте. Яҡшымы, яманмы – туй уҙҙы.
Йәшәй башланылар. Йәштәр бер-береһен шундай ярата: күҙҙәре – күҙҙә, ҡулдары – ҡулда, ирендәре – ирендә. Сөкөрҙәшәләр генә. Матур йәшәйҙәр, бер-береһенең һүҙенән сыҡмайҙар.

Атай-әсәй өсөн балаһы бәхетле булһа, тағы ни кәрәк. Ирем менән балаларға ҡарап шатланып бөтә алмайбыҙ. Киленебеҙ бик илгәҙәк, көлөп-йылмайып тора, йорт эштәренә лә күңеле ята. Беҙҙе лә, ауылыбыҙҙы ла, ауыл кешеләрен дә үҙ итте.

Беҙҙә бары мосолмандар йәшәһә, килен ирекһеҙҙән йолаларҙы, телде өйрәнергә тырышыр ине. Тик беҙ халыҡтың яртыһы рус милләтенән булған биҫтәлә көн иттек. Ҡаланан ҡайтҡандары ла русса һөйләшә. Шуға ла киленебеҙҙең беҙҙең телгә, ғөрөф-ғәҙәттәргә күңел һалмауына әллә ни борсолманыҡ. Теләмәй икән, ниңә көсләргә? Ни тиһәң дә, йәштәр матур, татыу йәшәй.

Оҙаҡламай килен бик матур ҡыҙ бәпес алып ҡайтты. Ул баланың матурлығы-ы-ы! Айыу – аппағым, терпе – йомшағым, тигән кеүек кенә түгел. Атаһы ҡыҙы өсөн үлергә лә әҙер. Бала, ысынлап та, теремек, нәфис ине. Уны ата-әсәһенән ала алған саҡта олатаһы менән ҡулыбыҙҙан да төшөрмәнек. Һәр ҡыланышына ҡарап һоҡланабыҙ, һөйөп туя алмайбыҙ. Тормошобоҙ тағы ла түңәрәкләнде.

Килен һүҙендә ныҡ торғас, ейәнсәргә Маша тигән исем бирҙек. Мосолман фамилиялы, атаһының исеме мосолман булған Маша булды ул. Уныһына ла өйрәндек. Ни эшләйһең инде, килендең дә үҙ дине, уның да балаһы, үҙе тапҡан балаға исем ҡушырға ғына хаҡы барҙыр бит, тинек.

Хәҙер нисек шулай килеп сыҡҡанын да әйтә алмайым, беҙ бит уны гел ҡарап тора инек, ғүмере шулай ҡыҫҡа булдымы, Хоҙай Тәғәлә уны беҙгә күреп ҡалырға ғына биргән булдымы, ейәнсәребеҙ урамға сыҡҡан еренән машина аҫтында ҡалып һәләк булды. Әсәһенеке кеүек ҙур зәңгәр күҙле гөл-сәскәбеҙ мәңгегә күҙен йомдо.

Ҡайғыбыҙҙың ҙурлығын әйтеп кенә бөтөрә торған түгел ине. Әсәһе ер тырнап иланы. Ул көндәрҙә беҙ генә түгел, күрше-тирә лә ашау-эсеүҙән яҙҙы. Күршеләр, урамға сығырға ҡыйынһынып, өйҙәрендә ултырҙы. Килендең һамаҡлай-һамаҡлай илауы тирә-йүнде дер һелкетеп торҙо. Беҙҙең йөрәктәр ҡанһыраны.

Ни ҡәҙәр ҡайғырһаҡ та, үлгән артынан үлеп булмай, баланы ерләргә кәрәк ине. Шартына килтереп, ейәнсәребеҙҙе матур күлдәктә табутҡа һалдыҡ. Зыяратҡа юл тоттоҡ. Әсәһе Машабыҙ янында машина арбаһында бара. Беҙ, күршеләр артынан йәйәү барабыҙ. Бер ваҡыт килендең:

– Беҙ ҡайҙа барабыҙ? – тип асырғанып ҡырҡырғанына барыһы ла һиҫкәнеп китте. Туҡтарға әмер бирҙеләрме ни, шып туҡтаныҡ. Машина ла туҡтаны. Килен арбанан һикереп төштө лә, ҡайғынан ҡарайған күҙҙәре менән берәм-берәм беҙгә ҡарап:
– Беҙ ҡайҙа барабыҙ? – тип һорай.

Беҙ уны әллә алмашындымы икән, баланың үлеменә һаман ышанып бөтмәй, күмдерәһе килмәй, ахыры, тип уйлайбыҙ.
– Ҡыҙым, тыныслан, зыяратҡа барабыҙ, – тип, уны йыуатмаҡсы, тынысландырмаҡсы булам.
– Ниндәй зыярат? – ти ул. – Зыярат бит был яҡта түгел, ана, теге яҡта, – тип рус зыяратына төртөп күрһәтә.

Бөтә халыҡ һүҙһеҙ баҫып тора. Улым да, мин дә, ирем дә нимә әйтергә лә белмәйбеҙ.
– Зыярат бит был яҡта түгел, беҙ ҡайҙа барабыҙ?
– Мин мосолман зыяратынан ҡәбер ҡаҙҙырған инем, – тип, улым киленде тынысландырырға тырыша.
– Мосолман зыяратына? Минең сабыйымды мосолман зыяратына ерләмәксеһегеҙме?
– Эйе.

Килен беребеҙҙе лә тыңларға теләмәй. Шашынған кеүек ҡысҡыра ла ҡысҡыра:
– Юҡ, боролоғоҙ, баламды унда күмдермәйем.
– Ҡәбер ҡаҙылған бит инде, – ти улым.
–Тағын ҡаҙығыҙ...
– Улай ярамай.
– Ниңә ярамай? Кемгә ярамай?
– Ғөмүмән, ярамай.
– Ғөмүмән, кемгә ярамай?
– Тыныслан, аҡыллым, тыныслан.
– Юҡ, тотма мине, тынысландырма...

Килен бер минут нимә әйтергә белмәгәндәй ауыҙын бер асып, бер ябып һүҙһеҙ ҡалды. Унан йәнә асырғанып ҡысҡыра-ҡысҡыра һөйләй башланы.
– Минең баламды мосолман зыяратына күммәксе булаһығыҙмы? Күммәй генә тороғоҙ әле. Кем уны туғыҙ ай буйы күкрәк аҫтында йөрөттө? Кем? – Ул тынып торҙо ла, алмашынған күҙҙәре менән әле беребеҙгә, әле икенсебеҙгә ҡарай-ҡарай, дауам итте. – Һинме?.. Кем уны мең ғазаптар менән донъяға килтерҙе? Кем?.. Бәлки, һиндер?.. Кем уға төн йоҡоларын ҡалдырып күкрәк һөтөн имеҙҙе? Кем?.. Һинме?

Килен күҙ йәштәренә быуыла-быуыла ҡысҡыра, илай. Уға ҡарап йөрәк телгеләнә. Ҡарап, түҙеп торорлоҡ түгел. Йыуатып та булмай. Бер кем дә бер һүҙ әйтергә батырсылыҡ итмәй. Туған-тыумаса ғына түгел, барлыҡ биҫтә халҡы тетрәнеп баҫып тора.

Шунда:
– Әсә кешегә ҡаршы бармағыҙ инде, ике ҡәбер ҡаҙытыу насар булһа ла, баланы әсәһе теләгән зыяратта ерләгеҙ, – тине ни әйтергә, ни һөйләргә белмәйенсә аптырап ҡалған мулла.

Беҙ һүҙһеҙ генә ризалаштыҡ. Күмәкләп икенсе яҡҡа, рус зыяратына киттек. Мулла үҙе лә, сихырланғандай, беҙҙең менән бара. Бер-беребеҙгә күтәрелеп тә ҡарай алмайбыҙ. Ҡайғы тамам иңгә менеп ултырҙы. Ул һаман баҫа бара, күтәрерлек кенә түгел. Ҡаҙылмаған ҡәберҙе ҡаҙып, Машаны рус зыяратына ерләп ҡайттыҡ. Ул минуттар, сәғәттәр, көндәр мәңге уҙмаҫ, мәңге онотолмаҫ кеүек ине. Баланы ерләп ҡайтҡас, тамам аптыраным. Кемдән кәңәш һорарға, нимә эшләргә лә белмәнем.

Мулла саҡырып, өсөн, етеһен уҡытаһы килә, тик килендән ҡурҡам. Уға ҡарарға ла ҡурҡыныс, кибеп-ҡороп бөттө. Ашамай ҙа, йоҡламай ҙа. Иламай ҙа, эсе бер аҙ бушар ине, беҙҙең менән һөйләшмәй ҙә. Шәүлә кеүек йөрөй. Оҙаҡ та торманы, өндәшмәй йөрөнө-йөрөнө лә, бер көндө әйберҙәрен йыйып, үҙ яғына ҡайтып китте. Уны нисек тыйып, тотоп була инде...

Килен киткәс, бәхет ҡасҡан өйҙә тағы йәм бөттө. Улым эске менән дуҫлашты. Бына нисә йыл инде өйләнмәй ҙә, киленде лә барып алмай, үҙе лә уның янына бармай.

Шулай, ҡыҙым, әллә ниндәй яҙмыштар була был донъяла. Ғаилә ҡорғанда хәҙерге йәштәр үҙ хистәре тураһында ғына уйлай. Тормош ул өйләнеп, бергә тороу ғына түгел бит әле. Балалар тыуаһы бар. Ҡартаяһыбыҙ бар, фани донъянан баҡыйлыҡҡа күсәһебеҙ бар. Шулай булғас, бик уйланырға кәрәк, – тип һөйләне апай.

Ул, күңеленән тағы бер тапҡыр ҡайғылы көндәрен үткәреп, күҙ йәштәренә мансылды. Кәүҙәһе лә кесерәйеп, бөршәйеп ҡалған кеүек булды.

– Һеҙ, бәлки, мине ғәйепләйһегеҙҙер. Балаһына дөрөҫ тәрбиә бирмәгән, тиерһегеҙ. Ысынлап та, бәлки, дөрөҫ тә тәрбиәләмәгәнбеҙҙер. Мин бит улымды башҡа милләт кешеһенә өйләнер тип уйламаным да. Беҙҙең затта ҡатнаш ғаиләләр тураһында һүҙ ҙә ҡуҙғатылғанын хәтерләмәйем. Ундай хәл беҙҙең менән булмаҫ, тигәнмендер инде, – тине апай.

Бүлмәләшем тынып ҡалды. Мин уны йыуатырҙай һүҙ таба алманым. Был донъяла яҙмыштары яңылыш яҙылған кешеләр бер улар ғынамы ни...
Илүсә НӘБИУЛЛИНА.

 

 

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2024-03-30/min-yaby-tym-3707035

 

Автор:
Читайте нас: