Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Шул кәрәк ине һиңә, апай...

Эйе, нисек кенә оят булмаһын, кешеләргә белдермәһәм дә, был хәлгә эстән мин ҡыуандым. Башымдан насар уйҙарҙы ҡыуырға тырышһам да, булмай, күңелемдең бер мөйөшөндәге тауыш тантана итә: “Ул хәҙер сибәр түгел"...

Шул кәрәк ине һиңә, апай...
Шул кәрәк ине һиңә, апай...

Апайым бәләкәй саҡтан сибәр булды. Бер әсә менән бер атанан тыуғанбыҙ, тик ул миңә ҡарағанда күпкә һылыуыраҡ, һомғолораҡ ине. Бәләкәйҙән ул үҙенең матур икәнлеген яҡшы белде һәм бының менән бик оҫта файҙалана ине. Кем матур ғына баланың һорау-теләктәрен үтәмәһен инде?! Балалыҡ менән бер аҙ йәнем көйөп, ҡайһы берҙә көнләшһәм дә, быға әллә ни иғтибар итмәҫкә тырыша инем.

Ә бына танауға еҫ инә башлағас, ысын проблемалар башланды. Сибәр апайыма ғашиҡ булмаған егеттәр ҡалманы. Кемде теләй, шуны “һә” тигәнсә үҙенә ҡаратып ала торғайны. Апайым менән бергә булһаҡ, миңә егеттәр менән танышыуға бер мөмкинлек тә булманы, барыһы ла тик уны күрҙе. Юҡ, мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел, йәмһеҙ ҙә түгелмен, тик бына апайымдың һылыулығы барыһын да ҡаплай ҙа ҡуя шул. Шуға күрә апайымдан ситләшеп, әхирәт ҡыҙҙарым менән йөрөй башланым. Тик бында ла Ғәлиә апай тынысланманы. Ул барыбер яңылыш ҡына килеп сыға ла, минең егеттәрҙе шунда уҡ үҙенә ҡаратып ала ине.

Ҡайтып илайым, әсәйемә һөйләйем. Әсәйем уның менән һөйләшеп ҡарай, ә ул елкәһен генә һикертә. “Үҙҙәре миңә ҡарай бит, мин бер нимә лә эшләмәйем, уларҙың кәрәге юҡ”, – тип көлә ине.

Был хәл бар үҫмерлек осоронда күңелемде өйкәп торҙо. Шулай ҙа нисек тә булһа үҫеп еттек. Мин үҙебеҙҙең ҡалала уҡыу йорттары булһа ла, баш ҡалаға уҡырға киттем. Әлбиттә, был апайымдан йырағыраҡ булыр өсөн шулай эшләнде. Һәм бик дөрөҫ аҙым булды. Институтта уҡыған йылдарҙа һәйбәт кенә егет менән таныштыҡ. Йыл ярым самаһы матур итеп дуҫлашып йөрөгәндән һуң, уртаҡ киләсәк, өйләнешеү тураһында уйлай башланыҡ. Ул мине тыуған яғына алып ҡайтып ата-әсәһе менән таныштырҙы. Яңы йыл алдынан уны алып ҡайтып таныштырыр өсөн минең дә сират етте. Апайым арҡаһында бер аҙ тулҡынланһам да, һөйгәнемә ышанып, уны туғандарым менән танышырға алып ҡайттым.

Уны күреп ҡалыу менән Ғәлиә апайым үҙенекенә тотондо. Күҙҙәренә ҡарап йылмая, үтеп киткәндә яңылыш ҡына ҡағыла. Асыҡтан-асыҡ эш итмәһә лә, уның үҙен өҫтөн тойоуы, егетемдең уға булған иғтибары оҡшай ине. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, килеүенең икенсе көнөндә һөйгәнем мине ташланы!

– Ғәфү ит, апайың нығыраҡ оҡшаны, – булды һүҙе.

Шул саҡтағы ғәрләнеп илауҙарым. Юҡ, әлбиттә, Ғәлиәгә лә ул һис тә кәрәк түгел ине. Мине ташлау менән уға ҡарата булған иғтибары юғалды. Минең әсенеп-әсенеп илауыма иһә: “Хәҙер ташлауы яҡшыраҡ, барыбер ышаныслы кеше түгел ине бит”, – тигән булды.

Апайыма ныҡ үпкәләнем ул саҡта. Ике йыл самаһы бөтөнләй арашалманым уның менән. Әсәйемдең өгөтләүе буйынса ғына кире дуҫлашып киткәйнек. Икебеҙ ҙә 25-те үткәнбеҙ, тынысландыҡ, әҙерәк аҡыл да ултырғандыр. Апайым башҡаса улай ҡыланмай ине, мин дә тәүге бәхетһеҙ мөхәббәттән һуң, етди мөнәсәбәттәр тураһында уйламай башланым. Ә Ғәлиәнең ул саҡта йөрөгән егете булды, эштәре өйләнешеүгә табан барғаны аңлашылды.

Көтмәгәндә апайым әхирәте менән аварияға эләкте. Уларҙың машинаһына иҫерек водитель килеп бәрелеп, ҙур бәлә яһай яҙҙы. Водитель урында йән бирҙе, апайым менән әхирәте ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылды. Шөкөр, икеһе лә иҫән ҡалды. Әхирәтенең эске органдары зыян күрһә, апайымдың... бите. Бәрелеш тап уның матур битенә тура килә, маңлай һөйәктәре, танауы һына, быяла битен тиҫтәләгән урындан йәрәхәтләй. Дауаханала байтаҡ ятырға тура килә уға. Тәүге ай йөҙөнән бинттар төшмәне, ә яралары төҙәлә башлағас, уларҙы алдылар һәм бөтәһе лә “ах” итте. Ғәлиәбеҙҙең матур йөҙөнән бер нимә лә ҡалмаған. Буйынан-буйынса яра эҙе, кәкерәйгән танау, битенең бер яҡ яртыһы өҫтәрәк, икенсеһе аҫтараҡ, алмалай ирендәре бер нисә урындан йыртылып тегелгән... Ҡыҫҡаһы, бер мәлдә ул сибәркәйҙән бик ямаҡ кешегә әйләнгән дә ҡуйған. Ғәлиәнең илауҙары. Апайым ныҡ көйөндө, ҡайғырҙы, депрессияға һалышты. Инде өйләнешәбеҙ тип йөрөгән егете лә, уның ҡиәфәтен күргәс, ташланы. Шул саҡта: “Үҙенең әле ташлауы яҡшы инде, барыбер ышаныслы булмаҫ ине” тип әйткем килдә лә бит, саҡ телемде тыйҙым.

Эйе, нисек кенә оят булмаһын, кешеләргә белдермәһәм дә, был хәлгә эстән мин ҡыуандым. Башымдан насар уйҙарҙы ҡыуырға тырышһам да, булмай, күңелемдең бер мөйөшөндәге тауыш тантана итә: “Ул хәҙер сибәр түгел, ул башҡаса минең егеттәремде тартып ала алмаясаҡ”!

Бар көсөмдө һалып, апайыма ярҙам итергә тырышам. Йөҙөн нисек тә матурыраҡ итер өсөн операция эшләргә кәрәк, бының өсөн аҡса йыйышам. Уға рухи яҡтан ярҙам булырға теләйем. Ул әле шул тиклем төшөнкөлөккә бирелгән, йәшәгеһе лә килмәй. Ниндәй генә операция эшләһә лә, элекке матурлығын ҡайтара алмаҫы билдәле. Быны үҙе лә аңлай һәм ныҡ бошона. Егеттәр, дуҫтары менән аралашмай, эшен ташланы, өйҙән сыҡмаҫ булды. Бар туғандар уны ҡеүәтләп торабыҙ, әммә эстән генә: “Шул кәрәк ине һиңә, апай” тигән уй китмәй.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
Автор:
Читайте нас: