Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сихыры үҙ башына булды

“Әллә минең рәнйешем төштө, әллә Хоҙай үҙе язаһын бирҙе...”     

Сихыры үҙ башына булды
Сихыры үҙ башына булды

43 йәшлек Әминә исемле ҡатындың яҙмаһы, бәлки, кемгәлер һабаҡ булыр...

“Мин өләсәйем тәрбиәһендә үҫтем. Әсәйем, мин бәләкәй саҡта атайымдан айырылып, Үзбәкстан яҡтарына эшкә киткән һәм шунда тормош ҡороп төпләнгән, тик бәхетен таба алмаған – бик йәшләй сит-ят ерҙә мәрхүмә булып ҡалды.

Атайым ауылда ҡалып, башҡаса ғаилә ҡормайынса, эскелеккә бирелеп, унда һуғылып, бында һуғылып йөрөп, ҡышҡы селләлә туңып гүр эйәһе булды.

Был ваҡиғаларҙы иҫләп тә етмәйем һәм иҫләгем дә килмәй. Шулай итеп, ете йәшемдә тома етем ҡалып, өләсәйем тәрбиәһендә буй еткерҙем.

Өләсәм бик диндар кеше булды, аҡыллы, сабыр ине. Миңә ел-ямғыр тейҙермәй, матур тәрбиә биреп, эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Бының өсөн мәңге рәхмәтлемен ҡәҙерлемә!

“Уҡы, тырышып уҡы, балам! Һөнәр алып, кеше бул! Әсәйеңде уҡыта алмай, әрәм иттем”, - тип йыш ҡабатлар ине.

Эшкә шәп булды өләсәйем. Кәзәләр тотто. Шуларҙың мамығын тарап, шәл бәйләп, Магнитогорск баҙарында һатты. Ҡул эшенә, ҡорама ҡорауға оҫта булды.

Шулай итеп, хыялымды тормошҡа ашырып, өләсәйемдең дә өгөт-нәсихәте тотоп, мәктәптән һуң институттҡа уҡырға индем. Уҡыуҙан һуң, башҡалар кеүек, ҡалала ла тороп ҡала, эш таба ала инем, әммә йәше олоғайып барған өләсәйемде яңғыҙ ҡалдыра алманым – ауылға ҡайттым. Үҙем уҡыған мәктәптә балалар уҡыта башланым.

Мәктәптә үк үҙемдән бер йәшкә оло Рәсим күҙ һала ине, был дуҫлыҡ мин студент булған йылдарҙа ла өҙөлмәне. Ипле, аҡыллы егет минең дә күңелемде яулаған ине. Тиҙҙән гөрләтеп туй үткәрҙек.

Артабанғы тиҫтә йылдан ашыу тормошом – иң бәхетле йылдарым. Улыбыҙ, ҡыҙыбыҙ тыуҙы, яңы йорт төҙөнөк. Рәсим урындағы урман хужалығында эшләне. Шәхси пилорам тотҡан хужаһы уны үҙ итте, ярҙамсыһы итеп тәғәйенләне. Өләсәйем беҙҙең менән бергә йәшәне, ейәне менән ейәнсәрен һөйөп ҡыуанды.

Тормошобоҙҙоң селпәрәмә килеүе ауылыбыҙҙа район үҙәгенән Алина исемле ҡатындың магазин асыуынан башланды. Ауылдан һатыусы яллаһа ла, үҙе лә йыш килә ине: тауар алып килә, ревизия яһай. Бик үткер, биҙәнгән-төҙәнгән, модалы кейенгән ҡатын. Бер мәл машинаһы боҙолоп, магазин янынан үтеп барған иремде туҡтатҡан. Ярҙам итеп ебәргән инде. Бына шулай башланған уларҙың аралашыуы.

Иремдең район үҙәгенә йөрөүҙәре йышайҙы, барған һайын “эш буйынса” ти. Әммә беҙ ҡапсыҡта ятамы һуң инде, барыһы ла асыҡланды. Тиҙҙән Алинаның хәбәрен дә еткерҙеләр: “ирен уға ҡарамаҫлыҡ иттем мин”, тигән йәнәһе.

Ирем ныҡ үҙгәрҙе. Өйгә ҡайтһа, һөйләшмәй ҙә, йә телевизор ҡарай, йә телефонына текләп ултыра. Һөйләшеп-аңлашып ҡарау, күҙ йәштәре түгеү, әрләшеү-талашыу – барыһы ла һөҙөмтәһеҙ булды. “Һине лә, балаларымды ла яратам, әммә унһыҙ йәшәй алмайым”, - тип эшенән сығып, район үҙәгенә күсеп китте.

Артыҡ ғауға ҡуптармай айырылыштыҡ. Әлбиттә, миңә, уҡытыусы кешегә, балалар алдында ла, ауылдаштар алдында ла быны кисереү еңел булманы. Шул тиклем көйлө, матур барған тормошобоҙҙоң ошолай селпәрәмә килеүенең сәбәбен аңлай алмай өҙгөләндем.

Ярай әле, янымда балаларым, йәнемде йылы һүҙҙәре менән дауалаған сабыр аҡыллы өләсәйем булды. Йәше һикһәнде үтһә лә, йор аҡылын юғалтмаған ҡәҙерле кешем тормоштоң был һынауын үтергә көс, аҡыл бирҙе.

“Кейәүҙе сихырлап ҡына үҙенә ҡаратты. Ярай, Аллаһ Тәғәлә барыһын да күреп, белеп тора. Мин күрмәһәм дә, һин күрерһең: үҙ башына төшәсәк был ҡылығы ул ҡатындың. Сихыр ике башлы бит ул, уның менән булышырға ярамай”, - тине ул.

Өләсәйем хаҡ булып сыҡты: Алина менән Рәсимдең тормошо килеп сыҡманы. Иң аяныслыһы – өс йәшлек кенә ҡыҙҙары йәйгеһен йылғаға батып үлде. Рәсим эскелеккә бирелде.

Миңә лә әллә нисәмә тапҡыр килеп ғәфү үтенде, әммә күңел ҡатҡан ине, ҡабул итә алманым. Шулай тормош мәғәнәһен таба алмайынса, үҙенә ҡул һалып ҡуйҙы. Алинаның да тормошо ҡыйралды, бизнесы янған тинеләр. Бер нисә магазины бар ине, барыһын да япҡан, ҙур бурыстарға батҡан, насар тормош алып бара тиҙәр.

Бына шулай икән ул был тормош. Ысынлап та, сихырлап ҡараттымы Алина иремде, белмәйем. Әллә минең рәнйешем төштө, әллә Хоҙай үҙе язаһын бирҙе...

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
 
Автор:
Читайте нас: