Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Хоҙай ярлыҡаны...

Рита башын да күтәрмәй эш менән мәшғүл. Бәләкәй генә буйлы ныҡ ябыҡ, бер аяғына аҡһай, шулай ҙа шул ҡәҙәр киң күңелле, ярҙамсыл, тырыш ҡыҙҙы эшендә барыһы ла хөрмәт итә. Ниндәй генә эш ҡушһаң да, тиҙ генә башҡарып сыға. Эш хаҡы күп булмаһа ла, күләме ҙур хисапсы һөнәренең. 

Хоҙай ярлыҡаны...
Хоҙай ярлыҡаны...

Атаһы менән әсәһе Ританы уҡытырға тырыша, был аяғы ме­нән ауыр эштә булдыра алмаҫ ине. Һигеҙенсе класты бөтөрөү ме­нән техникумға уҡырға керә, диплом алғас та балыҡ эшкәртеү заводына хисапсы итеп эшкә ебә­рәләр. Бер йыл эшләгәс, ата-әсә­һенә ҡалаға китәм, тип ҡырт киҫә. Әле бит бер кемде лә эштән ебәр­мәйҙәр. Атаһы директор ме­нән һөй­ләшеп, эштән ҙур ауыр­лыҡ­тар менән азат ителеп, ҡалаға китә.

Ҡалаға барғас та заводҡа хисапсы итеп эшкә алалар. Ятаҡтан урын бирәләр. Еткән ҡыҙ булыуға ҡарамаҫтан, бер егет менән дә дуҫлашмай. Аҡһаҡ булыуы ҡама­саулай. Бер мәл заводта Кирам исемле бер егет менән танышып дуҫлашып китәләр. Егет балалар йортонда тәрбиәләнгән, етем, шулай уҡ ятаҡта тора. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәс, Ританың ата-әсәһе менән танышып, ҡулын һорарға ҡайталар.

Туйҙы ябай ғына итеп үткә­рәләр. Йәш ғаиләгә торорға завод ятағынан бер бүлмә бирәләр. Бер-бер артлы улдары, ҡыҙҙары тыуа. Тормош көйләнә тигәндә, ире Кирам эсә башлай. Эшенән ҡыуа­лар, бар ғаиләне ҡарау бурысы бәләкәй генә Рита елкәһенә төшә. Рита көслө була, юғалып ҡалмай, страховка компанияһына күсеп эшләй башлай. Хеҙмәт хаҡы юға­ры була. Ире иҫерек килеш һыуға кергәндә батып үлә. Рита балаларын бер үҙе ҡарап үҫтерә, уҡы­тып белем бирә. Бер кемгә лә тормош еңел бирелмәй.

Рита ата-әсәһенең тормош юлдарын күңеленән кисерә. Атаһы Әхмәт менән әсәһе Әминәне бик йәшләй Башҡортостандан Се­бергә һөргөнгә ебәргәндәр, әллә ниндәй бай булмаһалар ҙа, хәлле торғандар. Йорт тулы мал, яҡшы өй. Донъяны үҙ тырыш­лыҡтары менән көткәндәр. Себергә килеү менән балыҡ эшкәртеү заводына эшкә кергәндәр. Атаһы – көн-төн балыҡ тотоу бригадаһында, әсәһе – балыҡ таҙартыу цехында. Ҙур барактан бүлмә биргәндәр. Бер-бер артлы ике ҡыҙы, ике улы тыуыу менән үлгән. Яңынан тыуған өс улы, ҡыҙҙары Рита, тағы бер төпсөк ҡыҙҙары Регина иҫән-аман ҡалып, тәгәрәшеп үҫә. Тик Рита бәләкәй сағында полиомиелит менән сирләп, саҡ үлемдән ҡала,  аяғы ғәрипләнә.

Балалар эшсән, аҡыллы булып үҫә. Тормош яйланды, тигәндә генә ҡәһәр һуҡҡан фриц һуғыш башлай. Урта йәштәге ир-атты, ун һигеҙе тулған йәш малайҙарҙы һуғышҡа алып китәләр. Ҡасаба бушап ҡала, ҡатындары, әсәләре, балалары үҙҙәрен етем итеп тоя.

Һуғыштың беренсе көндәренән үк Ританың өс ағаһын да алып китәләр. Атаһы, көн дә воен­ко­мат­ҡа барып, военкомға ялына, мине ебәрегеҙ, бер улымды ҡал­дырығыҙ, тип. Йәшең оло, бында ла кәрәкһең, тип кире боралар. Ир-атты һуғышҡа алып китеп бөтәләр, эшләргә ҡарт-ҡоро, үҫ­мер малайҙар ғына тороп ҡала. Әхмәт ағайҙы балыҡ тотоу арте­лендә башлыҡ итеп ҡуялар. Эш­ләргә кеше етмәй, ҡатын-ҡыҙ, үҫ­мер малайҙар менән план үтәргә кәрәк. Әхмәт ағай ең һыҙғанып эшкә тотона. Бригадалағы бала­ларҙы көн дә ашатып, дәрт­лән­дереп эшләтә. Рәхмәт яуғыры, планды ла үтәйҙәр, Әхмәт ағай йә­шереп кенә өйҙәренә лә ба­лыҡтар биреп ебәрә. Әсәһе Әминә апай, күп балалы булыуға ҡара­маҫтан, эшен ташламай. Өйҙә балалар әсәләре ҡайтыуға ашарға бешереп, өй йыйыштырып көтә.

Әминә апай һәр ваҡыт һуғышҡа киткән улдары тураһында уйлана, улдарын һәр ваҡыт иҫән-һау тип күҙ алдына килтерә. Күп ауыл, ҡала халҡын немецтарҙан ҡасы­рып, Себергә ебәрәләр. Әминә апай шул кешеләрҙе завод эшсе­ләре менән бергә ҡаршы ала. Килгән һәр ғаиләне ҡасаба халҡы­ның өйҙәренә урынлаштыралар. Ярай әле заводта эш була ха­лыҡҡа, балыҡ тотоу артеленә лә өҫтәмә көс килә. Заводта сыҡҡан продукцияның күбеһен фронтҡа оҙаталар. Бер өлөшөн эшселәргә хеҙмәт хаҡы иҫәбенә тараталар. Халыҡ шулай әкренләп яңы урынға эйәләшә, балалар – мәк­тәпкә, кесерәктәре баҡсаға йөрөй башлай. Килгән кешеләрҙең өҫ кейеме бик йоҡа. Завод директоры эшселәргә йылы кейемдәр бү­леп бирә, балаларға ҡасаба халҡы булыша, кемдә ниндәй кейем бар, шуны өләшәләр. Әминә апай ҡайһы ғаиләлә ауыр тормош, шуларға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа, минең улдарыма ла гел шулай юлдарында яҡшы кешеләр осраһын, тип уйлай. Балаларҙы үҙҙәренә алып ҡайтып ашата. Күп­ме кешегә булыша, шул ҡәҙәр Хо­ҙай үҙенә лә биреп тора. Өҫтәл­дән ризыҡ өҙөлмәй. Һу­ғыш­ҡа китә торған йәш малай­ҙарҙы ашатып, күстәнәс биреп оҙата. Ҡасабалағы һәр йортҡа ҡара ҡағыҙҙар килә, Әхмәт ағай менән Әминә апайҙың улдарынан һирәк булһа ла хәбәр-хаттар алалар. Һуғыш бөткәс, өс улдары ла иҫән-һау ҡайта! Әминә апай илай-илай Хоҙайға ярлы­ҡағаны өсөн рәхмәт уҡый.

Әкренләп ауылда тормош яҡшыра. Тиҙ арала улдары өйлә­неп, башлы-күҙле була. Заводҡа эшкә керәләр. Өсөһө лә бер юлы йорт һалып инә.

Ата-әсәһенең тормош юлы Рита өсөн ғүмер буйы сабырлыҡ, фиҙакәрлек өлгөһө була, ауыр саҡтарҙа һынмаҫҡа, бөгөлөп төшмәҫкә көс бирә.

 

 

https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2024-02-05/ho-ay-yarly-any-3630437

 

Автор:
Читайте нас: