Даирә
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
29 Ноябрь 2023, 09:10

Ата-әсәмде күрәлмайым...

"Олатай булған кеше бәләкәс улымды бер тапҡыр ҙа күргәне юҡ, өләсәйе иһә бер тапҡыр ғына осрашты. Мин ауылға үҙем дә барып ҡайтыр инем, әммә улар менән ике ағайым - енәйәтсе һәм алкаш йәшәй. Мине тәүге тапҡыр...

Ата-әсәмде күрәлмайым...
Ата-әсәмде күрәлмайым...

Фәнзилә күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән.  Ул баш ҡала магазиндарының береһендә һатыусы булып эшләй, ете йыл элек кейәүгә сыҡҡан, ике балаһы бар. Баш ҡалала ҡуртымға фатир алып йәшәйҙәр, ипотекаға үҙ торлағын алырға хыялланалар. Тәүге ҡарамаҡҡа Фәнзилә алсаҡ, көләкәс, ҡыйыу ҡатын кеүек тойола, әммә ысынбарлыҡта уның күңелендә осона сыға алмаған ауыр уйҙары күп. Бының сәбәбе – ата-әсәләрендә. Уға һүҙ бирәйек:

“Ни өсөн беҙ яҡындарыбыҙҙы тап атай йә әсәй булған өсөн генә яратырға тейеш? Йәки шул уҡ ҡарттарҙы ҡарт булғандары өсөн генә ихтирам итергәме? Минеңсә, мөхәббәткә һәм хөрмәткә лайыҡлы булырға кәрәк, бының өсөн бала табыу һәм олоғайыу ғына аҙ һымаҡ. Ғаиләлә етенсе бала булып  тыуғанмын. Ул ваҡытта әсәйемә - 38, ә атайыма 45 йәш ине. 43-тә әсәй һигеҙенсегә тағы бер ҡыҙ тапты.

Беҙ һәр саҡ етешһеҙ, ауыр тормошта йәшәнек. Аслы-туҡлы көндәр кисерҙек, мәктәпкә, дуҫтар араһына кейерлек кейем дә булманы. Әммә иң ауыры – атай менән әсәйҙең эсеүе, ғауға-низағтары, һуғышыуҙары булғандыр.  Шулай ҙа, мин ата - әсәйемде бик ярата, һәр саҡ аҡлай һәм ғәфү итә инем. Сөнки башҡа тормошто белмәнем, “шулай тейеш” тип үҫкәнмен.

Өлкән апайым менән ағайыма рәхмәт: улар беҙҙе, һеңле-ҡустыларын һәр саҡ ҡурсаларға тырышты, ярҙам итте. Улар тырышып-тырмашып кеше булды, белем алды, атай менән әсәйҙең бер ярҙамы ла теймәне.  Мин дә, бәлиғ булыу менән, ҡалаға сығып киттем. Училищеға документтарҙы алып барырға уҡытыусым кәңәш итте, апайым да “һөнәр ал”, тип ҡеүәтләне.  Аҙаҡ эшкә урынлаштым. Бәхетемдән, буласаҡ ирем осраны. Атайым менән әсәйемә иһә ҡайҙа уҡыуым, нимә эшләүем барыбер ине. Аптырарғамы ни – улар бит мин мәктәптә уҡығанда ла бер тапҡыр ҙа йыйылышҡа килмәне, йәшәйешем менән ҡыҙыҡһынманы.

Ғөмүмән, тыуған йорттағы тормошом тураһында күп нәмә һөйләргә булыр ине.  14 йәшемдә мин ҡаты сирләп киттем. Өфөгә дауаханаға ебәрҙеләр, өс ай самаһы дауаланылар. Был ваҡыт эсендә атайым менән әсәйем бер тапҡыр ҙа килмәне, хәбәр ебәрмәне.  Ни өсөн? Аҡса булмағанмы? Ә бит араҡыға һәр саҡ табалар! 16 йәшемдә атайым мине тәүге тапҡыр өйҙән ҡыуып сығарҙы, бысраҡ һүҙҙәр менәнә битәрләне, ә мин әле бала ғына инем. Ни өсөн эләкте тиһегеҙме? Атайымдың араҡыһын түккән өсөн.
Ғаилә ҡороп, балаларым тыуғас, атай-әсәйемә ҡарата бөтөнләй икенсе күҙлектән баҡтым, ихтирамымдың эҙе лә ҡалманы. Оҙаҡ уйландым, анализ яһаным һәм шуны аңланым: уларға мин ғүмер бүләк иткән өсөн генә рәхмәтлемен,  башҡа бер ни өсөн дә рәхмәт әйтерлек түгел.

Күп кешеләрҙең бала сағы, бәлки, күпкә насарыраҡ булғанын, әммә  уларҙың ата-әсәһен ғәфү итеп, аңларға тырышҡанын да беләм. Ә минең килеп сыҡмай. Улар хатта үҙгәрергә лә тырышмай, ә мин ни өсөн кисерергә тейеш?

Беҙҙең ауылға тиклем баш ҡаланан ике сәғәтлек юл һәм яҡындарым менән еңел генә осраша алабыҙ. Ләкин улар беҙҙең тормош менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай. Олатай булған кеше бәләкәс улымды бер тапҡыр ҙа күргәне юҡ, өләсәйе иһә бер тапҡыр ғына осрашты. Мин ауылға үҙем дә барып ҡайтыр инем, әммә улар менән ике ағайым - енәйәтсе һәм алкаш йәшәй. Һуңғы тапҡыр, мин килгән саҡта, улар мине ҡәһәрләп, һуғырға маташты (йортто тәртипкә килтерергә кәрәк, эсеп ятҡансы эш менән булығыҙ, тип әйткән өсөн). Бүтәнсә мин унда аяҡ та баҫмайым. 

Шулай итеп, мин утыҙға еткәндә әсәлек һөйөүен тойғаным, күргәнем юҡ, ҡайҙа ул наҙлы ҡосаҡлашыу, кәңәштәр алыу!  Бер яҡтан, бәлки улар бала яратып арығандарҙыр, ни тиһәң дә мин етенсе бала бит, тип тә уйлап ҡуям.

Үҙемә килгәндә, мин бәхетле кеше һымаҡ.  Яратҡан, хәстәрлекле ирем, атаһына оҡшаған ике балам бар. Ғаиләләре булыуына ҡарамаҫтан, хәленән килгәнсә мине ҡайғыртҡан бер ағайым һәм апайым бар. Ҡәйнәм менән ҡайным да, ҡулдарынан килгәнсә, һәр яҡлап ярҙам итеп тора, ишектәре асыҡ (ата-әсәйем шулай булһасы!).

Эшемде яратам, дуҫтарым да бына тигән. Минең өсөн иң мөһиме – ғаиләм, балаларым, улар –  минең тормошом. Бәхетле булһындар өсөн барыһын да эшләйәсәкмен. Бөтәһенә лә әйтер һүҙем шул: балаларығыҙҙы яратығыҙ, йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ һәм улар менән һөйләшегеҙ. Әйткәндәй мин: “Улыбыҙға, ҡыҙыбыҙға бар ғүмеребеҙҙе бағышланыҡ, бөтә нәмә эшләнек, ә улар беҙҙе ҡарамай”,  – тигән ололарға ышанмайым. Тимәк, был кешеләргә ҡасандыр балалары яратһын һәм хөрмәт итһен өсөн барыһын да эшләгән кеүек тойолған ғына...”, - тип һөйләй Фәнзилә.

Ә һеҙ уның менән килешәһегеҙме?

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева

Автор:
Читайте нас в