

Бер мәл интернет аша сибәр егет менән таныштым. Бындай ысулды өнәп етмәһәм дә, аралашып киттек. Үҙе минән кесерәк, етмәһә, Рәсәйҙең икенсе осонда йәшәй. Ул ваҡытта мин - институтты, ул мәктәпте генә тамамлай ине. Ярты йыл буйы шулай дуҫтарса яҙыштыҡ. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, был виртуаль аралашыу интернет-романға әүерелде. Шиғырҙар, йырҙар, күҙ йәштәре, йоҡоһоҙ төндәр... Бер аҙҙан егетем дә мин уҡыған ҡалаға юғары уҡыу йортона инергә килде. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс тормошта ике көн генә осрашып өлгөрҙөк...
Уйламағанда оло ҡазаға тарыныҡ. Бәхетле минуттарға сорналып, вайымһыҙ ғына китеп барғаныбыҙҙа, уны, мине һәм һеңлемде, ҡыҫҡаһы, өсөбөҙҙө бергә машина бәрҙерҙе. Бәхеткә, һөйгәнем бик зыян күрмәне, ә бына һеңлем менән икебеҙгә арыу ғына эләкте, төрлө йәрәхәттәр өҫтөнә, таз һөйәктәребеҙ һынғайны. Оҙаҡ аяҡҡа баҫырға тура килде: операция, аҙаҡ реабилитация үтеүҙәр, ҡултыҡ таяҡтары... Бинттарға уралып, дауаханала ятҡанымда, ул мине ташлар инде, тип уйланым. Әммә мин уйлағанса түгел, кирһенсә булды, егетем янымдан китмәне, гел эргәмдә булды - иғтибарынан, ярҙамынан өҙмәне. Уның арҡаһында, тиһәм дә була, аяҡҡа баҫтым, яңынан атларға өйрәндем... Был ауыр минуттарҙы һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел, үҙ башынан үткәргәндәр генә аңлар.
Нимә өсөн яҙа быны, тиһегеҙҙер. Йәштәргә әйтер һүҙем шул: әгәр хистәрегеҙ ысын икән, йәш айырмаһы ла, ара йыраҡлығы ла бәхеткә кәртә була алмай икән. Бары тик хыялыңа ышанырға кәрәк, бәхет ҡошон мәлендә ысҡындырмау мөһим. Бары тик ауыр минуттарҙа һыналған мөхәббәт иң ысыны икәненә ышандым мин үҙем!
Фото pixabay.com