Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
5 Сентябрь 2023, 09:38

"Диета тотмайынса 10 килограмм ауырлығымдан ҡотолдом"

...Һәм дүрт йыл шкафта эленеп торған яратҡан күлдәгемә һыйҙым.    

"Диета тотмайынса 10 килограмм ауырлығымдан ҡотолдом"
"Диета тотмайынса 10 килограмм ауырлығымдан ҡотолдом"

Рәхмәт инде интернетҡа! Ошо социаль селтәрҙә һәр беребеҙ һәр һорауыбыҙға яуап, кәңәш ала. Бына Әбйәлилдән хәбәрсе, мәҙәниәт эшмәкәре, ҡул оҫтаһы Рәхимә Мусина ла еңел генә артыҡ ауырлығынан ҡотолоуы тураһында яҙа. Был фәһемле кәңәштәр һеҙгә лә кәрәк булыр, бәлки.

"Яратҡан күлдәгемә тағы һыйып инеп ултырҙым (дүрт йыл шкафты һаҡлап торҙо). Бер ниндәй махсус диета тотмайынса, асыҡмайынса, физик яҡтан үҙемде артыҡ йонсотмайынса өс айҙа 10 килонан ҡотолдом. Бушҡа әйтмәйҙәр: теләк булһа — барыһын да эшләп була.

Бик күптәр серен сисегеҙ әле тип һорай башланылар. Ниндәй сер булһын инде ул?! Булһа ла, уны һеҙ үҙегеҙ ҙә бик яҡшы беләһегеҙ, тик ҡулланмайһығыҙ ғына. Ярай, һүҙҙе уратыбыраҡ башлайым...

Кешенең идеаль ауырлығы оҙонлоғонан -100 булырға тейеш, тиҙәр. Мин ғүмер буйы 154 сантиметрға 60-62 килограмм булдым. Самаға тура килеп етмәһә лә, шулай оҡшай һәм үҙемде бик тә уңай тоя инем. Әгәр саҡ ҡына ауырая башлаһам, эшкә йәйәү йөрөп (өс саҡрымдан ашыу юл) кире элекке ауырлығыма ҡайта һалам. Тик һуңғы йылдарҙа өйҙән онлайн эшләү, ашағандан һуң сәғәттәр буйы компьютер артында ултырыу, биҙәүестәр яһау менән мауығыу, ике ир-атты тәмле итеп һыйларға тырышыу үҙенекен итте һәм тиҙ арала 70 килограмға еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Ниндәй уңайһыҙлыҡ кисерә башлағанымды төпсөрләп яҙып тормайым, үҙҙәре башынан үткәргәндәр былай ҙа аңлайҙыр. Ә инде үлсәгестең уҡтары 71-гә табан ынтылғас, былай бит 80-гә етеүгә лә күп һорамаҫ тигән ҡурҡыуға төшөп, процесты ҡулға алырға булдым... Тик нисек?

Спорт менән бер ҡасан да дуҫ булманым, тренажерҙарҙа шөғөлләнер йәштән үткәнмен, "приседание" ғына яһайым тиһәң дә, тубыҡтар шыртылдап тора. Асығыуға бөтөнләй барымым юҡ, хатта ураҙа ла тота алмайым. Ниндәйҙер таблеткалар, коктейлдәр эсеү, төрлө махсус диеталар (кефирлы, алмалы, ҡыярлы һ.б.) тотоу ваҡытлы ғына эффект бирә, улай бер төрлө ризыҡты оҙаҡ итеп ашап ултырғым да килмәй. Һәм мин үҙем өсөн иң ҡулайлыһы тип рационымдан иң һимертә торған ризыҡтарҙы – шәкәр һәм шәкәрле ҡамырҙы алып ташлауҙы һайланым.

Ошо урынға еткәс. һиҙеп торам, күптәрегеҙҙең күңеле һүрелде, берәүҙәрегеҙҙең башынан “Ю-у-уҡ, мин кәнфит-шоколадтан, бал-вәринйәнән, бәлештәрҙән, печенье-торттан, туңдырманан баш тарта алмайым”, тигән уй үтте, икенселәрегеҙ “Әллә күпме баш тартып ҡаралды инде, булмай ул, бер-ике көн ашамай йөрөйһөң дә, иртәгәһенә ауыҙын ҡайырғансы тығынаһың”, тип ҡуйҙы.

Ҡайҙан беләм тиһегеҙме? Сөнки оҡшаш хәлдәр үҙемдең баштан күп тапҡыр үтте. Бер ваҡыт бер аҙнанан “ысҡындым”: барыһына ҡул һелтәп, кискеһен курниктар бешереп, бер үҙем ятыр ҡорһаҡҡа һигеҙҙе ашап, төнө буйы йоҡлай алмай ухылдап сыҡтым. Икенсе бер шәкәрһеҙ диетамдан “ысҡынғандан” һуң яратҡан имә торған кәнфитемде бер килограмм һатып алып, 15-ен бер юлы ашаным.

Шундай тәжрибәм булғанға күрә, был юлы шул уҡ тырмаға ҡабат баҫмаҫ өсөн тактиканы бер аҙ үҙгәртергә — башта ошо юлды үтә алған башҡа кешеләрҙең тәжрибәһен өйрәнергә булдым. "Ютуб"тан “как отказаться от сахара и мучного” тигән темаға 30-лап видео ҡарағанмындыр. Ҡараған һайын үҙемдең дөрөҫ юлда икәнемә инандым. Күп кенә авторҙарҙың: “Нисек ауыр булһа ла тәүге 15-30 көндө түҙегеҙ, шунан тәмле-татлыға тартылыу кәмей, һеҙ шәкәрһеҙ тормоштоң матурлығын тоя һәм үҙегеҙҙән-үҙегеҙ унан ҡаса башлайһығыҙ”, - тигән һүҙҙәре бигерәк тә тәьҫир итте. Бәй, уның сиге булғас, ә ниңә 15-30 көн (кешеһенә ҡарап төрлөсә) түҙеп ҡарамаҫҡа? Бар ихтыяр көсөн туплап... (Өҫтәүенә, был видеоларҙан һуң мине ябығыуҙан бигерәк шәкәрһеҙ тормоштоң һаулыҡҡа файҙалы яҡтары күберәк ҡыҙыҡһындыра башланы, “сахар – это белая смерть” тип бушҡа әйтмәйҙәр бит).

Мин үҙемдә шәкәргә бәйлелектең кәмеүен ике аҙнанан тойҙом (ул миңә еңел бирелгән кеүек тойолдо, күрәһең, психологик яҡтан үҙемде ныҡ әҙерләгәнмендер), тәмлекәстәргә ҡарата ниндәйҙер битарафлыҡ барлыҡҡа килде. Тора-бара башҡа, бығаса уйлап та ҡарамаған ризыҡтарҙа ла татлы тәм барлығын тоя башланым. Мәҫәлән, үлән сәйҙәре үҙҙәре еңелсә шәкәрле кеүек, вәринйә лә, кәнфит тә ҡушырға кәрәкмәй. Иң ҡыҙығы шунда: бер-ике айҙан шәкәрле ризыҡтарҙы яратмай уҡ башланым! Үтә татлы, күңелде болғандыра, хатта тәмһеҙ кеүек. Һаулыҡ яғынан да ыңғай үҙгәрештәр үҙҙәрен шунда уҡ һиҙҙерҙе (был хаҡта һуңыраҡ һүҙ буласаҡ).

Бына шулай, шәкәрҙе 21-се быуаттың наркотигы тиһәләр ҙә, уға бәйлелекте еңергә бик теләгәндә, маҡсат итеп ҡуйғанда, быға ирешеп була. Бер ҡотолған, рәхәтлектәрен тойған кеше ҡабат уға әйләнеп ҡайтырға теләмәйәсәк.

Артабан был процестың ҡайһы бер мөһим нескәлектәренә туҡтап китергә теләйем (әлбиттә, шәхсән үҙемдең тәжрибәнән сығып): бөтә кешегә лә бер көн килеп кенә шәкәр һәм шәкәрле ризыҡтарҙан ҡырҡа баш тартыу мөмкин түгел. Ғүмер буйы ашаған, ҡанға һеңгән тәмлекәстәрҙән бер көн килеп кенә ҡырҡа баш тартыу мөмкин түгел. Мотлаҡ ашағы, кинәнес тойғоһо кисерге килә һәм үҙеңә өс-дүрт көн буйы тыйғанды бер көндә ҡыуып етеп ҡуяһың! Шуға шәкәрлене ашарға кәрәк, тик сама менән. Әммә шуныһы, үткәндә әйткәнемсә, шәкәр тигән нәмә был донъяла ике төрлө бит: яһалма (рафинированный) һәм тәбиғи.

Диетамдың (әгәр диета тип атап булһа) икенсе көнөндә үк сәйҙе тәмлекәс менән эсергә һораған организмымды мин нәҡ шул тәбиғи шәкәр менән алдай башланым. Улар — емеш-еләк, сәтләүек, киптерелгән емешүеләк һ.б.. Сәйгә йөҙөм буталған эремсек, күрәгә, үҙем яһаған ҡаҡ, туңдырылған емеш, киптергән алма-груша ҡушып эстем. Груша бигерәк тәмле.

Шулай ҙа иң яҡшыһы - финик. Ул йомшаҡ, татлы. Тик элекке кеүек бер ултырғанда 10-15 дана түгел, ә көнө буйы өс-биш бөртөктән артыҡ ашамайым. Финиктың ҡәҙимге үлсәп һатылғанын, һоро төҫтәге, тышы һыҙырыла биреберәк торғандарын алдым. Теге матур ҡаптарҙағы ҡара, шыма, итләстәрен шәкәрле сиропта тоталар.

Алма йә грек сәтләүеге туралған сөгөлдөр салаты оҡшап ҡалды. Һирәкләп үҙемде 85 процентлы әсе шоколад менән иркәләнем. Элек уны яратмай ҙа, ниндәйҙер шәкәр тәмен тоймай ҙа инем. Хәҙер унан да татлы ризыҡ юҡ һымаҡ!

Ә инде ҡамыр ризыҡтарын, икмәкте хлебцы менән алмаштырҙым. Башта унан ялҡырмын тип ҡурҡҡайным, сөнки яратмай торғайным. Баҡһаң, уның ниндәйе генә юҡ икән, һәр төрлөһөнән алып ҡуям да һайлап-һайлап төрлөләндереп ашайым. Осһоҙон алмайым, бәлеш-печеньеларға аҡса йәлләмәй торғайның даһа, быларына ла йәлләмә, тием үҙемә. Ара-тирә, айырыуса туҡмасһыҙ ашҡа "Бородинский" тибындағы бер телем икмәк тә ҡушып ебәрәм. Алты телем икмәктәге шәкәр күләме кешенең көндәлек нормаһына торошло, тиҙәр. Ике-өс аҙнанан иртәнсәк сәй эскәндә үҙемде “Крокет” тибындағы шәкәре әҙ печеньелар менән дә һыйлай башланым (бик ашағы килеп китһә).

Иң мөһиме – асыҡмаҫҡа! Яратҡан ризығынан яҙып аптыранған организмды тамам стресс хәленә төшөрөргә ярамай. Улай тиҙ "ысҡынырға" була, ашау уйлап үҙеңде ыҙалатып йәшәүе ауыр. Мин шәкәр (кәнфит, вәринйә, бал), аҡ икмәк һәм ҡамыр ризыҡтарынан башҡа барыһын да туйғансы ашайым. Хатта макаронды ла. Тик сикләүҙәр бар: уларҙың “из твердых сортов пшеницы” тигәнен алам ("Щебекинский"ҙар айырыуса һәйбәт). Макаронды ятыр ҡорһаҡҡа ҡалдырмайым. Кетчуп-майонез өҫтәмәйем (бер аш ҡалағы кетчупта бер сәй ҡалағы шәкәр бар икәнен беләһегеҙме?) Быйыл кетчупты үҙем помидорға алма ҡушып эшләп алырмын тием. Колбаса-сосискиҙарҙың составында ла шәкәр күп, шуға урынына ит, бауыр, иң яҡшыһы балыҡ тип таптым.

Һалмалы аштан да баш тартмайым, тик тәрилкәмә шыйығыраҡ итеп һалып алам. Һуңғы ашау сәғәт 6-ла (йәй көнө 7-лә лә булып китә). Көнөнә өс тапҡыр ашайым, төплө, туҡлыҡлы итеп. Иртәнгене бигерәк тә, ул минең йомортҡаһыҙ, бутҡаһыҙ булмай. Ашау араһындағы ҡапҡылауҙарҙан, эштә сәй эсеүҙәрҙән ҡасыр кәрәк. Һәр ҡабым ризыҡ менән эстә аҙыҡ эшкәртеү процесы яңынан башланыуы, тағы-тағы инсулин бүленеүе файҙаға түгел.

Минең өсөн икенсе мөһим ҡағиҙә – бер ҡасан да ашағандан һуң ултырмаҫҡа, тем более ятмаҫҡа! Татлыны ашамау менәнме ни, мин бит унан башҡа углеводтарҙы ашайым: ярма, картуф, макарон, икмәк һ.б. Ә углевод – ул энергия. Һәм уны яндырмаһаң, эстә майға әүерелә. Шуға күрә ашағандан һуң мотлаҡ эш-хәрәкәт булырға тейеш, кәмендә сәғәт ярым.

Мин диетамды март айында башланым, ул ваҡытта йә ҡар ташланым, йә йәйәү йөрөнөм, йә көнөнә ярты сәғәт сәләмәтлек дискында өйөрөлдөм. Йоҡлар алдынан бер километр йүгереү ғәҙәтем электән бар, шулай итмәһәм, аяҡ өшөп йоҡлай алмайым. Йәйәү йөрөгәндә лә һуҙа баҫып, яйлап түгел, ә эре аҙымдар менән дәртле атлаһаң, яҡшыраҡ.

Апрелдән баҡса эштәре башланды һәм бөгөн дә дауам итә. Унан тыш, һәр йәйәү йөрөү мөмкинлегенән файҙаланырға тырышам. Яратам йәйәү йөрөргә! Миңә йәшәгән биҫтәмдән Асҡар үҙәгенә барып, йомоштарымды үтәп, ете-туғыҙ саҡрым юл үтеп ҡайтыу бер ни тормай.

Белмәйем, бәлки, тәҡдимдәрем һеҙгә үтә бер ҡатлы күренгәндер (ни хәл итәһең, диетолог түгелмен бит инде), әммә улар миңә ярҙам итте. Диетамды бер һөйләм менән генә лә әйтергә була: шәкәр-ҡамыр ризыҡтары ашамаҫҡа, ашағандан һуң эшләргә-хәрәкәт итергә һәм шул уҡ ваҡытта асыҡмаҫҡа!

Бик ҡатмарлы, әҙәм балаһы үтәй алмаҫлыҡ түгел, эйе бит? Әйтмәйем, бөтәһе лә шулай эшләй ала, һөҙөмтәһе лә шундай буласаҡ, тип. Һәр кемдең физиологияһы үҙенсә, кемдер елдән дә һимерергә тора. Ә минең кеүек ашауҙан тулыланғандарға, моғайын, таман булыр. Йәштәргә бигерәк тә. Әле бер ҡырҡты яңы уҙған танышым табип ҡушыуы буйынса шәкәрле ризыҡтарҙан тулыһынса баш тартты (уға диабет янай) һәм бер айҙа биш килограмға ябыҡты. Олоғайған һайын артыҡ ауырлыҡты ташлау ауырая бара бит инде.

Мин ябығырға түгел, ә кире элекке, үҙемде уңайлы тойған тән ауырлығына ҡайтырға теләнем һәм шуға өлгәштем. Ҡалғаны кәрәкмәй. Шуға хәҙер аҙ-аҙлап ҡоймағын да, йыуасаһын да, яратҡан сәксәгемде лә ашай башланым. Теләк элекке фанатизм юҡ, сөнки нәфсемде ауыҙлыҡларға өйрәндем. Ә вәринйә-кәнфиткә, өҫтәлдә ултырһа ла, яңылыш та үрелмәйем. Организм үҙе “ашама шул шәкәрҙе, мин теләмәйем” тип әйткән кеүек.

Ярты йыл тигәндә магазиндан аҡ икмәк һатып алып ҡайттым, бер телем ашаным да тәмен тапманым. Ҡомалаҡтан үҙем бешерә башларға уйлайым. Элегерәк икмәкте ҡомалаҡтан үҙем бешерә инем, тик бер ултырғанда ярты буханка ашауым арҡаһында бүтәнсә бешермәй башланым. Хәҙер сама менән ашарға була тип уйлайым, көрпәле ондан бешерһәң, бигерәк һәйбәт инде, күҙәнәкле аҙыҡ була.

Ҡунаҡта саҡта самалап бөтәһенән дә ауыҙ итәм, сөнки кешегә барып, ризығын һанға һуҡмай ултырыу оят. Тик аҙағынан ҡайҙалыр йәйәү йөрөп килергә, йә күберәк физик эш эшләргә тырышам.

Тағы минең өсөн бер мөһим мәл! Уны ла әлеге видеолар авторҙары тәҡдим итте һәм уларға рәхмәт: юлдан тайпылмаҫ өсөн әленән-әле шул темаға уҡып йә видеолар ҡарап алам. Ысҡына башлаһам, тотонорға һалам кеүек! Шәкәрҙең зыяны тураһында тыңлап алһам, тағы сәм-теләк барлыҡҡа килә...

P.S. Ошо урында туҡтап торам, артабан һүҙ иң мөһиме шәкәрһеҙ тормоштоң һаулыҡҡа файҙаһы тураһында буласаҡ. Күҙәтеп барығыҙ.

Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА әҙерләне.

Фото, сығанаҡ: https://vk.com/id117785719

 
 
 
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: