Даирә
+28 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
31 Август 2023, 14:53

"Иремдең төрмәнән сыҡҡанын көтәм..."

Ә бер көн өйгә ҡайтҡас... Үҫмер ҡыҙыбыҙҙың үле кәүҙәһен күреү беҙҙе бөтөнләй аяҡтан йыҡты...

Мине белмәгәндәр яңғыҙ ҡатын тип уйлай, ә белгәндәр йәлләп тә, ҡурҡыңҡырап та ҡарай. Ни өсөнмө? Ирем төрмәлә ултыра...

Мөмкинлек булған һайын уның янына осрашыуға барам, рөхсәт булыу менән посылкалар йыям. Эш хаҡым әллә ни ҙур булмаһа ла, иремдән бер тинен дә йәлләмәйем. Ә кешеләр мине йәлләй, йә кәмһетә. Имеш, һантый ҡатын енәйәтсе ирен көтә. Юҡ, һис тә бынан оялмайым. Йәлләмәгеҙ мине. Ирем – герой! Барыһы тураһында ла ентекләберәк һөйләйем әле.

Сабир менән яраташып өйләнештек. Был етди, ғорур, ғәҙел егеткә күп ҡыҙҙар ҡарай ине, тик ул мине һайланы. Матур итеп ғаилә ҡорҙоҡ, тырышып донъя көттөк. Күпме генә тырышһаҡ та, тәүге дүрт йыл балабыҙ булманы. Ирем миңә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡайғырҙы быға. Мине һаҡлап ҡына йөрөттө, тапҡан аҡсаһына табиптарға ла, әбейҙәргә лә йөрөттө. Етди генә дауаланғандан һуң, бәхетебеҙ түңәрәкләнде: ҡыҙыбыҙ тыуҙы.

Сабир сабыйға ныҡ шатланды. Уны төндәрен йоҡламай ҡарашты, һәр саҡ үҙе менән алып йөрөттө, ҡулынан төшөрмәне. Айгөл дә миңә ҡарағанда атаһын яҡыныраҡ күрҙе, ахыры. Мин быға һис тә ҡайғырманым, киреһенсә, шатлана ғына инем. Уларҙың уртаҡ серҙәре булды, бергәләп ваҡыт үткәрергә яраттылар. Ҡырыҫ холоҡло ирем ҡыҙын күрһә, бар донъяһын онотоп йылмая, үҙенең матур эске донъяһын күрһәтә ине.

Айгөлгә 13 йәш тулды. Үҫмерҙәрҙең ауыр осорон да балам тыныс ҡына үткәрә ине. Беҙҙең иркә ҡыҙыбыҙ булып үҫеүен, уңыштары менән ҡыуандырыуын дауам итте.

Әммә... Ноябрь төнө бар донъябыҙҙы баштан аяҡҡа килтерҙе. Иртә ҡараңғы төшкән кистә түңәрәктән әхирәте менән ҡайтып килгән ҡыҙыбыҙға бер әҙәм аҡтығы һөжүм иткән. Иптәше ҡаса алған, ә ҡыҙыбыҙ юҡ. Уның асырғынып ҡысҡырғанын бер кем дә ишетмәгән. Беҙҙең саф сәскәләй балабыҙға бысраҡ ҡулдары менән ҡағылып, тапап ташлаған... Көсләнгән, туҡмалған балабыҙҙы төн уртаһында саҡ таптыҡ. Шунда уҡ дауаханаға алып барҙыҡ, ул саҡ иҫән ҡалды. Бер ай самаһы дауалап алып ҡайттыҡ.

Шул көндән ғаиләбеҙҙә ҡара көндәр башланды. Йылмайып ҡына йөрөгән Айгөлөбөҙ һүнде, шымды. Төндәр буйы йә илай, йә ҡысҡыра ине. Кешеләр менән аралашмаҫ, өйҙән сыҡмаҫ булды, түңәрәктәрен ташланы. Психологтарға ла йөрөтөп ҡараныҡ, тик балабыҙ яҙылып китмәне.

Бәләкәй баланың бындай хәленә тыныс ҡарау мөмкин түгел ине. Сабир ҡайғыһынан ҡара янды, үрһәләнде. Ә теге кешене асыҡлап та, төрмәгә ултыртмағас, бөтөнләй йәне көйҙө. Бай һәм власлы бер кешенең туғаны булып сыҡты ул, язанан ҡасты.

Ә бер көн өйгә ҡайтҡас... Айгөлөбөҙҙөң үле кәүҙәһенә тап булдыҡ. Унан мәктәптә иптәштәре көлгән, күптәр бармаҡ күрһәтеп, теләһә нимә һөйләгән. Балабыҙҙың йөрәге быларҙы күтәрмәгән, ул ҡул тамырҙарын ҡырҡҡан...

Ул саҡта кисергән ҡайғыбыҙҙы бер ниндәй һүҙҙәр менән дә аңлатып бирерлек түгел. Үҙебеҙ ҡыҙыбыҙ менән бергә "үлдек". Берҙән-бер балабыҙҙы юғалтыуҙы күтәреү мөмкин түгел ине.

Ә бер көн Сабир ҡайтманы. Полициянан шылтыраттылар. Ул ҡулға алынған, кеше үлтергән... Шунда уҡ барыһын да аңланым. Ул ҡыҙыбыҙҙы көсләгән әҙәмдең типтереп йәшәп ятҡанын күреп ҡалған да, түҙә алмай, туҡмап үлтергән. Һәм, беләһегеҙме, ҡыуанып ҡуйҙым быға. Ни өсөн тигәндә, шулай итмәһә, ирем үҙ-үҙенә ҡул һалыр йәки йөрәге ярылып үлер ине. Әлбиттә, ҡыҙыбыҙҙы ҡайтарып булмай, тик ниндәй ҙә булһа ғәҙеллек тойғоһо бер ни тиклем тыныслыҡ бирҙе.

Ирем янына мөмкинлек булыу менән барам. Хаттар яҙышабыҙ. Әле ул бишенсе йыл ултыра, тағы ике йыл ҡалды. Сыҡҡас, балалар йортонан бәләкәй ҡыҙыҡай алайыҡ, ти. Был хыял мине лә йылыта. Беҙҙең барыһы ла яҡшы булыр, Айгөлөбөҙ хаҡына матур итеп йәшәрбеҙ!

Фото: news.nashbryansk.ru

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: