Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
21 Август 2023, 21:32

Биш балаһы етем ҡалды...

Ҡатыны ирҙең хыянат иткәнен белеп ҡалһа ла, уның кәүҙәһен алып ҡайтыр өсөн үҙе юлға сыҡҡан. Таныштары һәм битараф булмаған кешеләр уға бының өсөн аҡса йыйышҡан.

Биш балаһы етем ҡалды...
Биш балаһы етем ҡалды...

Был ҡурҡыныс хәл ошо көндәрҙә Краснодар крайында булған. Башҡортостан кешеһен үлтергәнсе туҡмағандар һәм кәүҙәһен урындағы бер ауыл ситенә ерләгәндәр.

Хәбәр ителеүенсә, Ишембайҙан вахта менән эшләгән В. исемле кеше 33 йәшлек Анна тигән ҡатын менән йәшәгән. Тик бер мәлдә ҡатынға урындағы ритуаль хеҙмәттәр эшсеһе лә ғашиҡ була. Һөйәркәһен көнләшкән яҡташыбыҙ был хәлде асыҡлау өсөн уның өйөнә киткән. Ул дуҫы, 21 йәшлек Александр менән бергә барған... Ә тегеләр уларҙы өсәүләп ҡаршы алған. Ирҙәр араһында ғауға сыға, улар һуғыша башлай. В.-ны бысаҡ менән сәнсәләр, дуҫын быуып үлтерәләр.

Анна, өйҙәше иртән дә ҡайтмағас, ирҙең юғалыуы тураһында полицияға ғариза бирә. Һөҙөмтәлә енәйәт эше ҡуҙғатыла, үлтереүселәр табыла һәм ҡулға алына.

Яҡташыбыҙ ике тапҡыр өйләнгән, йәмғеһе биш балаһы ҡалған. Александр менән бергә эшләгәндәр, улар кешеләргә ремонт яһаған. Ир йәш хеҙмәттәше менән бик яҡын мөнәсәбәттә булған, уны улылай күргән.

В.-ны тыуған ҡалаһында ерләйәсәктәр. Ҡатыны ирҙең хыянат иткәнен белеп ҡалһа ла, уның кәүҙәһен алып ҡайтыр өсөн үҙе юлға сыҡҡан. Таныштары һәм битараф булмаған кешеләр уға бының өсөн аҡса йыйышҡан.

Фото: "Маш" телеграм каналы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: