Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
17 Август 2023, 12:21

Уның үткән юлы - үҙе бер тарих

Яңы Бәпес ауылында йәшәүсе Ҡасим Яҡупов - һуғыш осоро балаһы, тыл хеҙмәтен үҙ елкәһендә татыған тыл уҙаманы. Ул илебеҙҙең ҙур ҡайғылы көндәрендә башҡалар менән бер рәттән Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Һуғыш йылдарының бөтөн ауырлыҡтарын үҙ башынан кисергән туҡһан өс йәшлек бабай ғүмер сәхифәләрен, һуғыш осоро хәтирәләрен әлегеләй хәтерләй.

Уның үткән юлы - үҙе бер тарих
Уның үткән юлы - үҙе бер тарих

Һуғыш башланғанда ун бер йәшен саҡ тултырған малайға бала саҡтың иң матур мәлдәрен тойоп ҡалырға мөмкинселек булмай. Аяғы һынып һәм аслыҡ-яланғаслыҡ арҡаһында 3-сө кластан һуң уҡыуҙы ташларға тура килә. Аҙаҡ ул өлкәнерәктәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар менән бер рәттән ауыр эшкә егелә. Ат менән бесән, һалам күбәләрен тарттырыуҙарҙы, һабан менән ер һөрөүҙәрҙе, ураҡ менән иген урыуҙарҙы, көлтә ташыуҙарҙы һис тә онотмай. Буйы етмәгән малайға апайҙар ат егергә ярҙам итә. Уға уйын уйнап, күңел асыуҙар эләкмәй. Ғөмүмән, был дәһшәтле йылдар балаларҙы иртә өлкәнәйткән була.
- Бик ауыр йылдар ине. Ашарға юҡ, аптырап асҡа үлмәҫ өсөн ер ҡарҙан әрселгәс тә үлән йыйырға йөрөнөк. Балтырған, атҡолағы, кесерткән йыйып бешерҙек. Сөгөлдөр орлоғон тарттырып, он яһап та ашаныҡ. Бала-саға Некрасовка тигән урыҫ ауылы баҡсаларынан серегән бәрәңге – кәлйемә йыйып алып ҡайтабыҙ. Юлда уҡ асығыуға түҙмәйенсә усаҡ яғып, ҡоймаҡ итеп бешереп ашаған саҡтар ҙа булды. Өҫкә кейергә йүнле кейем юҡ, аяҡ кейемдәре лә булмай. Аяҡҡа сабаталар кейҙек, тик улар оҙаҡҡа сыҙамай, тиҙ туҙа ине. Тағы үрәбеҙ, үҙем дә сабата үрергә өйрәндем. Ул осорҙа типһә тимер өҙөрлөк ирҙәр һуғышҡа китеп бөткәс, бөтә ауыр эш беҙгә - ҡатын-ҡыҙ, бала-саға елкәһенә төштө... Хәҙер минең йәштәштәрем юҡ инде, бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күсеп бөттөләр, яңыраҡ ҡына балалыҡ һәм ғүмерлек дуҫым Хәмзә Мөхәмәтҡолов та “китеп барҙы”, - тип һөйләне ул.
Ҡасим Яҡупов ғүмер буйы колхозда хеҙмәт итеп, тыуған ауылында йәшәй. Оҙаҡ йылдар тимерлектә тимерсе булып эшләй, артабан фермала малдар ҡарай, конюх та була. Үҙ ғүмерендә ике йорт һала. Әлеге олоғайған көнөндә үҙе төҙөгән иркен, яҡты йортонда йәшәй. Балалары килеп, хәлен белеп, ярҙам итеп торалар. Ғүмер буйы эштән айырыла алмаған бабай әле лә тауыҡтар аҫрауҙы кәрәкле таба.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса Ҡасим Мөхәмәтвәли улына ике тапҡыр өйләнергә тура килә. Барлығы һигеҙ балаға ғүмер бирелә, әлеге көндә икәүһе яҡты донъяла юҡ инде. Икенсе ҡатыны Хәҙисә Хөснетдин ҡыҙы менән биш балаға ғүмер бүләк итеп, матур, оҙон ғүмер юлы кисерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ун йыл элек әбейе вафат була. “Атайыбыҙ һәм әсәйебеҙ һәр саҡ тырыш, татыу булдылар, беҙгә тәрбиә биреп, матур итеп ҡарап үҫтерҙеләр”, - тип ҡыҙҙары Әнисә һәм Нәсимә тик йылы һүҙҙәр генә әйттеләр.
Хушлашҡанда оло ихтирамға, ҙур хөрмәткә лайыҡ бабай, донъялар тыныс булһын, кешеләр матур тормош­та йәшәһендәр, беҙ күргәнде балалар күрмәһен ине, тип оҙатып ҡалды.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: