Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
14 Август 2023, 10:15

Йондоҙнамә (14 – 20 август)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (14 – 20 август)
Йондоҙнамә (14 – 20 август)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа ҡуша. Ҙур эштәргә тотонор өсөн алда ваҡытығыҙ булыр әле. Был арала көндәлек эштәрегеҙҙе тәртипкә килтерергә тырышығыҙ. Бында ла “һай” урындар юҡ түгел һымаҡ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Шишәмбелә өмөтлө осрашыу булыуы ихтимал. Уның барышында башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр ҙә тыуыр, буғай. Кесе йомала аҡса менән һаҡ эш итегеҙ. Иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында юғалтыу кисереүегеҙ ихтимал.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аҙна һәйбәт башланыр. Төрлө кеше менән еңел уртаҡ тел табырһығыҙ. Шаршамбыла элек күрмәгән мөмкинлектән файҙа сығарырһығыҙ, бәлки. Йомала яҡшы яңылыҡ ишетерһегеҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Шишәмбеләге ваҡиға кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер. Был арала иңегеҙгә өҫтәмә яуаплылыҡ алырға ла тура килер. Әйткәндәй, һеҙ был турала күптән белә инегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Яҡын кешеләрегеҙгә ҡарата күберәк иғтибар бирегеҙ. Һеҙҙең тирәлә кемдер ярҙамға мохтаж, шикелле. Бәғзеләргә ниндәйҙер вәғәҙә биргәйнегеҙ – ҡыйын булһа ла һүҙегеҙҙе үтәгеҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Был арала уңайлы мәлдәр күбәйер. Ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, барыһын да булдырырһығыҙ. Хатта уйлағандан да күберәкте башҡарырһығыҙ. Йомала еңел булмаған һөйләшеү булыр.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Үҙегеҙҙән артығын талап итмәгеҙ. Һуңғы ваҡытта байтаҡ эште булдырҙығыҙ һымаҡ. Бер аҙ ял итергә лә мөмкиндер. Был көндәрҙә башҡарыласаҡ эштәрегеҙҙе тағы ла тикшерерһегеҙ. Башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр ҙә тыуыр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Аҙнаны файҙалы үткәрерһегеҙ. Элекке танышығыҙ осрашырға тәҡдим итһә, шикләнмәй ризалашығыҙ. Һөйләшеү барышында кәрәкле хәбәрҙәрҙе ишетерһегеҙ. Иң һәйбәт көндәрегеҙ – йома һәм шәмбе.

Ҡыҙ ( 24.08  – 23.09)

Барыһы ла ҡәҙимгесә барыр. Шишәмбелә бер ниндәй ҙә бәхәскә инмәҫкә тырышығыҙ. Тиҙҙән һеҙҙең хаҡлы булғанынығыҙ барыбер раҫланыр. Йомала үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ самалағыҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Дүшәмбенән үк эштәрегеҙгә ныҡлап тотоноғоҙ. Шулай иткәндә генә уңышҡа өлгөшерһегеҙ. Элек барып сыҡмаған эште лә еңел булдырырһығыҙ. Шаршамбынан һуң төрлө мәшәҡәт күбәйер, артабан әллә ни ҡыйрата алмаҫһығыҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә һаҡ булығыҙ. Был арала алданыуығыҙ бик ихтимал. Шишәмбелә бөтөнләй кәрәкмәгән әйберҙе һатып алыуҙан һаҡланығыҙ. Аҙна башында алған аҡсағыҙҙың бөткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Осор икеле көтөлә. Тормош йә алдын, йә артын күрһәтеп торор, моғайын. Шулай ҙа әллә ни һиҙелерлек юғалтыуҙар кисермәҫһегеҙ. Йомалағы хәбәр кңүелегеҙҙе күтәрер.

ӨМӨТБАЙ.

 

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-08-13/yondo-nam-14-20-avgust-3330337

 

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: