Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Бала ла, әсә лә үлергә тейеш булған...

Был хәл – ысын мөғжизә! Донъяла ошондай 20 осраҡ ҡына теркәлгән!    

Бала ла, әсә лә үлергә тейеш булған...
Бала ла, әсә лә үлергә тейеш булған...

Был хәл ике йыл элек күршеләрҙә, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында булған. 40 йәшлек Олеся Воротова үҙенең ауырлы икәнлеген биш айҙа ғына белеп ҡалған. Эйе, бындай хәлдәр менән хәҙер кешене аптыратып булмай. Был тарихта шуныһы шаҡ ҡатыра – сабый аналыҡта (матка) түгел, ә унан ситтә, эстә үҫешкән.

Олеся һөйләүенсә, ул үҙенең хәлендә үҙгәрештәр тойоу менән дауаханаға бара. Тик табип уны “ауырлы түгелһең” тип ҡайтара. Әммә уның торошо үҙгәреүен дауам итә, ҡатындың ҙур итеп эсе үҫә. Был саҡта инде Олесяның ире уны икенсе белгескә ебәрә. Баҡһаң, ҡатын ауырлы була һәм срогы 30 аҙнаға етә. Шуныһы, сабый маткала булмай.

Аналыҡтан тыш йөклөлөк – хәүефле хәл һәм ул һәр ваҡыт тиерлек яралғының, ә ҡайһы берҙә әсәнең һәләк булыуы менән тамамлана. Донъяла әсәнең дә, баланың да аналыҡтан тыш ауыры булғанда иҫән ҡалыу осраҡтары 20-нән артмаған.

Был осраҡ икеләтә бәхетле тамамлана. Әсә лә, бала ла иҫән ҡала. Сабыйға донъяға килергә Силәбенең клиник дауаханаһы табиптары ярҙам итә. Белгестәр ҙә был операцияның мөғжизә булыуын билдәләй.

Һөҙөмтәлә донъяға ваҡытынан алда ике килограмм ауырлыҡ ҡыҙ бала килә. Операциянан һуң бала ла, әсә лә ике ай дауамында дауаханала күҙәтелә. Әле уларҙың барыһы ла һәйбәт, ҡыҙға ике йәш тулған, ул ғәҙәти үҫешә. Күптән түгел федераль каналда улар тураһында тапшырыу ҙа күрһәткәндәр. 

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:
Читайте нас: