Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

“Балаларыңды ҡалдырмаҫбыҙ, Диана”

Яҡындарың нисек һинһеҙ йәшәр...   

“Балаларыңды ҡалдырмаҫбыҙ, Диана”
“Балаларыңды ҡалдырмаҫбыҙ, Диана”

Яҡындарың нисек һинһеҙ йәшәр... 

 
 
“Балаларыңды ҡалдырмаҫбыҙ, Диана”
 
“Балаларыңды ҡалдырмаҫбыҙ, Диана”

31 йәшлек йәш ҡатын, өс бала әсәһе, билдәле блогер, йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың һеңлеһе Диана Сәфәрованың фажиғәле һәләк булыуы бар республиканы тетрәндерҙе. Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, ул Шишмә ҡасабаһында төнгө аварияла вафат булды. Диананың бишәр йәшлек игеҙәк малайҙары һәм беренсе класта уҡыған ҡыҙы ҡалды. Шулай уҡ уның ата-әсәһенең берҙән-бер ҡыҙы булыуы ла билдәле. Ул балалары, ата-әсәһе етеш йәшәһен тип ныҡ тырышҡан, бар көсөн һалып эшләгән.

Барыһы ла Диананы изге күңелле кеше тип хәтерләй. Ул һәр ваҡыт сирле балаларға ярҙам иткән, махсус хәрби операция зонаһындағы хәрбиҙәргә үҙе рулдә ултырып гуманитар йөк тә алып барған. “Ата-әсәйемде уңайлы шарттарҙа йәшәткем килә” тип уларҙың йортона ремонт яһатҡан булған. Шулай уҡ таныштары әйтеүенсә, Өфөлә өс бүлмәле фатир алып, баҡсаһын һатып уны ремонтлай башларға йыйынып йөрөгән...

Аңһыҙ ҡаза ғаиләнең бар пландарын юҡҡа сығарҙы... Кисә иртән уны Шишмә ҡасабаһына ерләгәндәр. Унда Башҡортостандан һәм Татарстандан билдәле блогерҙар, ғаилә дуҫтары, Әнүәр Нурғәлиевтың командаһы тулы составында килгән, ике йөҙҙән ашыу кеше булған тиҙәр. Ерләүгә Диананың балаларын да алып барғандар. Баҡһаң, уға тиклем сабыйҙарға ҡот осҡос яңылыҡты әйтмәй торғандар икән. Бәләкәй малайҙар ни булғанын сабыйлыҡтары менән аңлап бөтмәһә лә, ҙур ҡыҙ аңлаған. Уның менән тәүҙә психологтар эшләгән һәм был яңылыҡты ҡабул итергә ярҙам иткәндәр.

“Өй, балалар, беҙҙең өсөн ныҡ тырышты. Нисек былай килеп сыҡты һуң ул”, – тип ҡайғыра уның әсәһе Рәйсә ханым.

Башҡортостандың һәм Татарстандың блогерҙары был хәлде ауыр кисерҙе. Уларҙың күптәре: “Балаларыңды ҡалдырмаҫбыҙ, Диана. Үҫтерергә ярҙам итербеҙ” тип яҙҙы. Шулай уҡ ошо хәлдән һуң, ғүмерҙең ни тиклем аяныслы тамамланыуы мөмкинлеген күреп, үҙ-ара һәр ваҡыт татыу булырға, әрләшмәй-талашмай йәшәргә кәрәк тигән фекергә килде улар.

Балаларға, ата-әсәһенә, туғандарына был тиклем ҡайғыны еңеп сығырға сабырлыҡ теләйбеҙ.

Авария сәбәптәренә килгәндә, әлегә ул билдәле түгел. Туғандары әйтеүенсә, уны икенсе машина ғәйепле булыуы бар. Әле тикшереү эше дауам итә.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

 
“Балаларыңды ҡалдырмаҫбыҙ, Диана”
“Балаларыңды ҡалдырмаҫбыҙ, Диана”
“Балаларыңды ҡалдырмаҫбыҙ, Диана”
Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: