Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әсәһен дә, һеңлеһен дә ҡыуып сығарған...

Ә суд ни өсөн өйһөҙ ҡалған әсәне яҡламаған?    

Әсәһен дә, һеңлеһен дә ҡыуып сығарған...
Әсәһен дә, һеңлеһен дә ҡыуып сығарған...

Дәүләкән районында йәшәгән ҡыҙ суд аша әсәһен һәм һеңлеһен йортонан ҡыуып сығарған. Был ғибрәтле хәлдә суд әһелдәре ни өсөн әсәне яҡламаған?

Ҡыҙ судҡа биргән дәғүәһендә үҙенә йорт һатып алғандан һуң ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән әсәһенең мөрәжәғәт итеүе тураһында белдерә. Әсә үҙен һәм икенсе ирҙән тыуған тағы бер ҡыҙын йортта теркәтеүҙе һорай һәм бергә йәшәргә өгөтләй. Йорт хужабикәһе риза була, әммә был идея уңышһыҙ тамамлана.

Суд материалдарынан күренеүенсә, әсә һәм ҡыҙҙың һеңлеһе йортта “йәшәп булмаҫлыҡ” хәл тыуҙыра. Үҙ өйөндә тыныс йәшәрлек рәт ҡалмағас, ҡыҙ судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Суд уның дәғүәһен ҡәнәғәтләндерә һәм өйҙәштәрҙе йорттан сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә.

Фото: "Бесплатная юридическая консультация онлайн" төркөмө.

Автор:Дина Арсланова
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: