Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
5 Февраль 2023, 20:51

МЕЙЕС (булған хәл)

Бер туған иң бәләкәй һылыуым (һеңлем) аша ауылға кейәүгә сығып, кейәүе менән яңы ғына донъя көтә башлағайнылар. Икәүһе лә эшләп йөрөгәнгә, күрше ауылдан буш торған совхоз өйөн биргәндәр. Ҡәҙимге генә иркен, ике бүлмәле өй ине ул.  

МЕЙЕС           (булған хәл)
МЕЙЕС (булған хәл)
Утын һалғысы, келәте, һарайы бар, йәшәрлек инде былай, үҙҙәре йорт төҙөй алғансы ярарлыҡ. Тик төпкө бүлмәһенең мейесе насар булып сыҡҡан. “Апай, мейес сығарып бир инде ҡыйынһынһаң да. Эштә йөрөйһөң, ваҡытың да юҡ, шулай булһа ла, бәлки, риза булырһың?”- тип килгәндәр. Йәшәй башлауҙары яңы, ят кешене яллап, мейес сығартып аҡса түләп хитланмаһындар тип, үҙем мейес сығарып бирергә булдым быларға. ”Тик тиҙ генә эшләп бөтөп булмаҫ, эштән ҡайтҡас, һөт һалып (сепараторҙан үткәреп), өй эштәрен теүәлләгәс, балаларҙы ҡарағас, көн дә килеп, эшкә (йәйләүгә киске һауынға) киткәнсе эшләрмен. Оҙаҡҡа һуҙылһа ла, сыҙайһығыҙ инде”, - тинем. Тегеләрҙең ризалашмай әмәлдәре юҡ. Шулай итеп, көн дә барып, мейес сығара башланым, өс километр араны йәйәү барам, йәйәү ҡайтам. Йәш саҡта йәйәү йөрөү үҙе бер кинәнес бит ул, бигерәк тә беҙҙең яҡтың тәбиғәте йәнгә шатлыҡ, тәнгә сихәт бирә. Шулай ҙа оҙаҡҡараҡ һуҙылып китте был мейес сығарыу, йәштәр икәүһе лә эштә, миңә ярҙам итер кеше юҡ. Балсығын болғап әҙерләп, кирбесен алып биреп тороусы булһа, йәтеш тә, тиҙерәк тә булыр ине лә һуң. Бер үҙем эшләгәс, ауырға ла тура килде, оҙаҡҡа ла һуҙылды шул. Ҡаным ҡыҙып, саҡ ҡына осҡонға ла дөрләп тоҡанырға торғанымды һиҙәм. Әммә үҙемде ҡулда тоторға, кейәү менән һылыуыма һиҙҙермәҫкә тырышам. Мине көсләп ҡушыусы булманы бит, үҙем ризалыҡ бирҙем, берәүгә лә һуҡрана алмайым. Муйынлап алғас, һүҙ биргәс, мотлаҡ үтәү фарыз, эшләйем инде.
Әмәлгә ҡалғандай, әсәйем килде беҙгә, хәҙер инде эшемде тиҙерәк тамамлай алырмын, тип ҡыуандым мин. Иртәнге һауындан йәйләүҙән ҡайтам да, өйҙәге тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ эштәр менән мәшәҡәтләнеп тормай, күрше ауылға юлланам. Әсәйем бар эште лә еренә еткереп үтәй инде ул, балаларымды ла ҡарай, һәр кәрәк нимәне теүәлләп эшләп тә ҡуя. Тел йоторлоҡ тәмле ризыҡтар бешереп, кейәүен дә, ейәндәрен дә һыйлай, хатта миңә лә ҡалдырып, көн һайын ҡайтып инеүем менән ашатып ебәрә һауынға. Әсәй әсәй инде ул! Ҡайҙа ғына барһа ла, бөтәһен дә хәстәрләп, тәрбиәләп кенә тора. Ул яҡтан күңелем тынысланды минең. Мейестең мөрйәһен генә сығараһы ҡалды, ҡыйыҡ эсендә бурай биреп, торба ултыртһам, әҙер тигән һүҙ. Унан һуң инде, эшләнгән эшемә ҡәнәғәт булып, ҡыуанаһы ғына ҡала. Әҙер мейесте һылап, ағартып, яғып ебәрһәк, ҡыуанысыбыҙ икеләтә артып китер әле, үҙе ҡулың менән эшләгән эшеңден уң булғанына ни етә һуң! Айырыуса кинәнес бит ул!
Әммә уйламағанда хәл-ваҡиғалар бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа боролоп китте бит әй! Түбәгә менергә баҫҡыс кәрәк, кейәү килһә алып килер, тип көтөп йөрөйөм. Үҙем артҡан бөтөн кирбестәрҙе соланға сығарып теҙәм, кирбес ватыҡтарын, балсыҡ ҡалдыҡтарын, сүп-сарҙы көрәк менән ҡырып бер урынға өйәм. Әҙ булһа ла эш кәмеһен, аҙаҡтан өйөлгән ҡыйҙы сығарып түгеп, йыуып ҡына алыуы ҡыйын булмаҫ кейәү менән һылыуыма.
Бына улар икәүләшеп килеп инделәр, нимәгәлер үҙ-ара асыуланышҡандары, әрләшкәндәре күренеп тора. Тырт–мырт йөрөй һылыуым да, өндәшер–өндәшмәҫ кейәү ҙә, һүҙҙәре теш араһынан ғына сыға. Мин белмәмеш тә күрмәмеш, өндәшмәйем. Кеше араһына ҡыҫыла торған холҡом юҡ, бигерәк тә ир менән ҡатын араһына яҡын да юламайым.
“Ҡайынбикә, мейесең тип-тигеҙ, матур килеп сыҡҡан, өйҙө йәмләп ултырыр әле”,- тип минең күңелемде күрергә тырыша кейәүем. “Һалпы яғына һалам ҡыҫтырма, апайыма һинең маҡтауыңдың хәжәте юҡ!”- тип һылыуым арҡыры төшә. Мин һаман да ләм-мим, бер өн дә сығармайым. Ярар, донъя бит ул, эләгешеп тә алырҙар, килешеп тә китерҙәр әле. Тик бер-береһенә ал бирмәҫкә тырыша инде был икәү, ҡуйырҙан уйҙары юҡ. Бигерәк тә һылыуым ныҡ ҡына үсеккәнгә оҡшай, ҡырҡыу һөйләшә кейәү менән. Ахыры мин: ”Улай итеп үҙегеҙҙең үҙегеҙ нервыларығыҙҙы бөтөрөмәгеҙ. Бер-берегеҙҙе тыңлап, ишетеп өйрәнегеҙ, кәңәш итеп, килешеп йәшәгеҙ. Оҡшамаған нимәгеҙ булһа, тырт–мырт йөрөгәнсе, уртаға һалып һөйләшеп өйрәнегеҙ“,- тип һүҙ ҡыҫтырырға булдым.
Ҡайҙан әйткән көнгә төштөм! Китте бит һылыуым миңә теләһә ниндәй һүҙ ташлап, 12 йәшкә кесемен, алдымда иң ҙур апайым бит әле, тип уйлау юҡ. Хатта шуға барып етте: ” Үҙ өйөмдә үҙем хужа, нимә эшләргә, нисек һөйләргә үҙем белермен. Һинең өйөң түгел, ҡыҫылышың булмаһын! Эшеңде бөт тә һыпырт бынан!” - тағы әллә ниндәй һүҙҙәр һөйләп бөттө был. Минең түҙемем сигенә сыҡты, енем ҡыҙып, тыйып, арҡанлап тотҡан бирлелегем ажғырып килеп сыҡты ла, һылыуым менән кейәү өҫтөнә ябырылды. Уларға зыян килтермәҫ өсөн мин яңы ғына эшләп бөткән, әле кибеп тә өлгөрмәгән мейесемде ҡулымдағы балтам менән емерә, ҡыйрата башланым.
“Мин һеҙҙең өйөгөҙгә дәғүә иткәнем дә юҡ, кәрәкмәй ҙә! Үҙеңдең дә был өйгә башың инһә, артың инмәгән, хужа булып хәбәр һөйләһәң дә, һинеке түгел, совхоз өйө. Бына һиңә өй, бына һиңә мейес, ҡулыңдан килһә, үҙең сығар ҙа ал! Кешенең ҡәҙерен белмәйһең икән, эшләнгән эшкә шөкөр итә белмәйһең икән, ошо һиңә таман! Телеңде самалап асырға һабаҡ булыр!”- тип һөйләнә–һөйләнә мейсте емереп бөтөп, ер менән тигеҙләп, тапап, изып, балтаны бар көсөмә иҙән уртаһына ҡаҙап, ишектәрен шарт ябып, ялпылдап ҡайтып киттем. Был көтөлмәгән хәл икәүһенә лә ҙур шок яһаны буғай, бигерәк тә кейәүҙең иҫе киткәндер инде...
Мин енләнеп мейесте аҡтара һуға башлағанда: ”Ҡайынбикә, ҡуй, улайтмасы әле”, - тип кейәү, “Апай, емермә, эшләгән эшеңде әрәм итмә, ғәфү ит мине!”- тип һылыуым яҡынлап ҡаранылар икәүләп, әммә мине туҡтатып алырлыҡ түгел ине инде. Аждаһа сығырынан сыҡҡайны, тыйып алырлыҡ, ҡаршы торорлоҡ көс юҡ ине. Икәүһе лә өнһөҙ-тынһыҙ мин мейесте аҡтарып, емереп, ҡыйратып бөткәнсе ҡарап торҙолар. Башҡа әмәлдәре лә юҡ ине шул, үҙҙәре ғәйепле, нимә ҡыла алһындар инде! Алдарындағы ҡот осҡос ҡиәфәткә ингән, ҡулына балта тотоп алған, ярһыуҙың аръяғына сыҡҡан бисә ҡыҙыулыҡ менән үҙҙәрен дә тапап, имгәтмәҫ тимә. Ҡурҡырһың да! “Һыйыр тулаһа, аттан яман!” шул булалыр инде.
Шулай итеп, бар ярһыуымды атлауға һалып, шәпләп атлап ҡайтып барам. Бына артымдан бер машина ҡыуып етеп, янымда туҡтаны. Кейәүҙең бер туған ағаһы икән: ”Ултыр, ҡоҙағый, алып барып ҡуяйым, кейәүең ебәрҙе”, - тине был. “Юҡ, ултырмайым!”- тип ишеген шарт ябып ҡуйҙым. “Ҡуй, ҡоҙағый, ултыр! Һеҙ килен менән һүҙгә килешкәнгә мин ғәйепле түгел бит!”- тигәс, ултырҙым машинаға инеп. Бер ауыҙ һүҙ ҙә һөйләшмәй килеп еттек беҙҙең ауылға. Мин рәхмәт әйтеп төшөп ҡалғанда ҡоҙа баш ҡағып ҡына хушлашты.
Әсәйем балаларым менән рәшәткә буйындағы ултырғыста ултыра ине. Минең машинанан төшөүемдән, йөҙөмдән, атлауымдан уҡ берәй хәл булғанын һиҙеп ултырғанға: ”Нимә булды, балам? Бөгөн иртәләгәнһең”,- тине лә, бөтәһен дә эстән тойоп, һиҙеп аңлап та алды, күҙҙәре менән генә мине өйгә оҙатып ҡуйҙы, үҙе артымдан инергә ашыҡманы. Бер аҙҙан әсә йөрәге түҙмәне, буғай, ул минең яныма инеп, өндәшмәй генә эргәмә ултырып, һаҡ ҡына башымды һыйпай, ипләп кенә арҡамды һыпыра ине. Эй шифалы әсәм ҡулдары! Мин тыныслана, яҙыла барып, иҙрәп йоҡлап китәм.
“Балаҡайым, эшеңә ваҡыт етте, уян инде. Тамаҡ ялғап өлгөрә алмай, ас көйө эшеңә китерһең. Тор, балам, тор!”-  әсәйемдең тауышынан һикереп тороп ултырам. Әсәйемдең ҡулдарының шифаһы бар тәнемде яҙып, булған арыу–талыуҙарымды һыпырып алғандай юҡҡа сығарған. Шуның менән бергә ул асыу, ярһыуҙарымдан да арындырғайные мине. Йоҡонан тороп тышҡа сыҡҡанда мин үҙемде бик еңел, дәртем ашып–ташып торған итеп һиҙҙем.
Эй әсәйемдең шифалы ҡулдары, аҡыллы кәңәштәре, тик изгелек, именлек, һаулыҡ теләгән доғалары, әҙерләгән тәмле–татлы ризыҡтары, тыныс ҡына моң тулы тауышы, ипләп кенә баҫып, аҡҡош һымаҡ атлап йөрөүҙәре! Ап–аҡ йөҙлө, ҡыйғас ҡара ҡашлы, ҡалын толомдарын үреп йөрөткән оҙон ҡара сәсле, һылыуҙарҙан-һылыу ҡатын булды. Ул үҙе ығыш ҡына, яй ғына күренһә лә, ҡулдарында эш уйнап торҙо. Әсәйемә ауылда егәрлелектә тиңдәр юҡ ине. Ул төрлө ысулдар менән сигеү ҙә сигә, бәйләм дә бәйләй, ойоҡбаштарҙан алып шәл, свитер, юбка, күлдәктәргә тиклем бәйләй. Теген тегеүҙә уға бөтөнләй тиңләшеүсе юҡ! Оҫталарҙан-оҫта әсәйем эске күлдәктән алып тунға тиклем үҙе тегеп кейҙерә ине беҙгә, хатта атайыма аяҡтарына ҡышҡылыҡҡа унты ла  текте. Иҫке генә машинкаһы менән бөтә нәмәне лә ысын яһау итеп тегеп бирә торғайны. Беҙ, әсәйемдең ете балаһы һәм атай, һәр ваҡытта өҫтөбөҙ бөтөн булып,  заманса кейендек. Дефицит замандарҙа, ҡайҙан һатып алдығыҙ, тип һорарҙар ине, өҫтөбөҙҙәге матур кейемгә ҡарап. Әсәйем тегеп бирҙе, тип яуаплай инек ғорурланып, ҡыуанып. Ҡартәсәйем менән өләсәйем тик әсәйҙән генә балитәкле күлдәктәр, камзолдар, түшелдеректәр тектереп кейҙеләр. Ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әсәйемдән милли кейемдәр тектереп ала торғайнылар. Төрлө концерттар ҡуйырға башҡа ауылдарҙан да милли кейемгә заказ бирерҙәр ине. Ә бит әсәйемтегенсегә ул бер ерҙәлә уҡымаған. Үҙенән-үҙе тегергә өйрәнгән, хатта лекалоларҙы ла (кейем үлсәмдәренең өлгөләре) ул ҡаты картондан үҙе ҡырҡып әҙерләп алған. Әгәр ҙә әсәйемә уҡыу насип булһа, хәҙерге Зайцев, Юдашкиндәрҙең танауҙарына сиртер ине ул! Әсәйем тиңдәре юҡ модельер-дизайнер булыр ине, уға минең иманым камил! Ул үҙе лә һәр саҡ бик күркәм, йыйнаҡ, матур, килешле итеп кейенеп йөрөй торғайны. Быларҙан башҡа ла һөнәрҙәре күп төрлө ине әсәйебеҙҙең. Баяғы теген машинкаһы, сепаратор, кер йыуыу машинаһы боҙолһа, ул үҙе йүнәтер ине. Атайыма һалығын һалып тормай, ҡутарып ташлап, боҙоғон йүнәтеп, киренән ҡороп алырға аптырамай. Бил ауыртҡанда ҡыҙҙырып йылыта торған лампаға тиклем үҙе эшләп алғайны әсәйем. Бөткән газ баллонын, электр розеткаларын, вилкаларын алыштырып ҡуйыу, электр плитәһен йүнәтеү әсәйем өсөн бер ни ҙә тормай ине. Ул ҡулдары менән сәскән һәр орлоҡ гөрләп үҫә, мул уңыш бирә торғайны. Әсәйемдең һалған икмәктәре, бәлеш, торттарының тәмлелеге мәңгелеккә иҫтә ҡалған. Бешергән аштары телеңде йоторлоҡ булыр ине. Яҡын кешеләр, туғандар туй, юбилей мәжлестәре ҡорорға уйлаһа: “Бәлештәр, тәмле–татлы торттар, сәк-сәк, бауырһаҡ бешереп кенә бирсе!”- әсәйемә үтенес менән килде. Етмәһә, ғүмере буйы эшләне беҙҙең әсәй, кәрәк саҡта кочегаркала ла эшләне, ҙур ауылыбыҙға йылы таратты. Пекарняла икмәк бешереүсе булып та эшләне, һуңғы ун йылда водокачкала оператор булды. Бына шундай ҡатын ине беҙҙең әсәйебеҙ! Шул уҡ ваҡытта ул нескә күңелле, йыр-моңға бай, бик иғтибарлы психолог та ине. Кешенең хәлен тын алышынан аңлар, нисек тә кешегә ярҙам итергә тырышыр ине.
Шуға күрә лә, холҡомдо бик яҡшы белгәнлектән, үҙем һөйләгәнсе бер нимә лә һорашмай,  өҫтәл әҙерләп, аштан һуң хуш еҫле сәй эсереп, эшкә йыйынғанымды сабыр ғына күҙәтә. Ә мин нисек һүҙ башларға белмәй баш ватам. 40 йәшкә етһәм дә, һис ҡасан әсәйемде ауыр һүҙ әйтеп рәнйетеү түгел, миңә ҡарап һуҡранһа ла, ризаһыҙлыҡ белдерһә лә, хатта әрләһә лә, бер ауыҙ ҙа ҡаршы һүҙ әйткәнем дә юҡ. Ә был хәл рәнйетәсәк әсәйемде. Эх! Шул ҡыҙыулыҡ, бирлелек! Ғүмерем буйы көрәшәм ошо яман ғәҙәтем менән. Күбеһенсә мин еңәм, әммә ошондай хәлдәр ҙә килеп сыға. Әсәйемә бит һөйләргә, аңлатырға кәрәк, өндәшмәй эшкә китә алмайым да инде. Беренсенән, был уны эшкә һанамау булып күренер ине, быға мин юл ҡуя алмайым, сөнки әсәйемде йәнемдән артыҡ күрәм. Мин балаһы булған кеүек, һылыуым да уның балаһы, өҫтәүенә, кинйәбикәһе! Белергә уның хаҡы бар!”
Нисек булһа ла, ҡылған эшемде әсәйемә еткерәм.
“Уй Алла, балаҡайым! Нишләп кенә эшләп бөткән мейесеңде емерәһең инде? Көсөңдө, ваҡытыңды әрәм итеп! Хәҙер ҡайһылайта инде һылыуың мейесһеҙ?”- тип көйәләнеп китте әсәйем. “Үҙе ғәйепле, әсәй, мин оло башымды кесе итеп уға эш эшләп йөрөйөм, ә ул оялмай ҙа мине мыҫҡыл итә. Быға түҙеп тора алманым инде, һин мине ғәфү ит, әсәкәйем, зинһар рәнйемә, йәме. Бирешмәҫтәр әле! Ҡышҡыһын туңғылары килмәһә, мейессеһен дә, аҡсаһын да табырҙар! Киләсәктә һабаҡ булыр икеһенә лә!”- тинем. Тик эшкә тип сығып барғанда әсәйемдең күҙ ҡараштарындағы әсенеү, рәнйеү ҡатыш үкенеү тойғоларын абайлап, йөрәгем телгеләнеп ҡуйҙы. ”Ах, шул енләнгән минутта әсәйем иҫемә төшһәсе! Һылыуымды тәкмәстерә һуҡһам һуғыр инем, бер ҙә генә әҙер мейескә теймәҫ инем!”- тип һуңлап ҡына үкенеп ҡуйҙым. Ләкин ҡылынған эш ҡылынған, төҙәтеп булмай ине инде. Үкенеүҙән бер файҙа ла юҡ:” Асыу алдан, аҡыл арттан!”- тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер.
Әсәйемдең был донъянан китеп барыуына 15 йыл булып китһә лә, шул ваҡыттағы күҙ ҡараштары иҫемә төшһә, йәнем тетрәп, йөрәгем сәнсеп ҡуя. Бар булмышым менән уның күңел яраһын тоям. Күп йылдар үтһә лә, яман ҡылығым өсөн тик һинән генә ғәфү үтенәм, әсәйем! Ғәфү ит, зинһар, мине, дыуамал, яһил ҡыҙыңды! Ғәфү ит, әсәкәйем! Ғәфү ит!..

Автор: Хәмиҙуллина Зилдә.
Автор:
https://vatandash.ru/articles/literatura/2022-03-02/meyes-bul-an-h-l-2710602
Автор:
Читайте нас: