Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
1 Февраль 2023, 11:34

Ике кешенең кем икәнлеге лә билдәһеҙ...

Кисәге төндә Өфөлә өс кеше янып үлгән.  

Ике кешенең кем икәнлеге лә билдәһеҙ...
Ике кешенең кем икәнлеге лә билдәһеҙ...

30 ғинуарҙа төндә, 01.48 сәғәттә, Өфө ҡалаһының Запатоцкий урамында ике ҡатлы дүрт фатирлы йорт яныуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ҡотҡарыусылар килгәндә, 15х20 метр ҙурлығындағы йортто тулыһынса ут ялмап алған була. Йорттан 18 кешене эвакуациялайҙар, шулай уҡ күрше йорттарҙан да.

Ҡотҡарыусылар янғын урынын ҡарағанда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кешенең кәүҙәһе табыла, әле һәләк булғандарҙың шәхесе асыҡлана.

Шулай уҡ 30 ғинуарҙа кисен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығына Өфөнөң Федоровка ауылында йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр.

Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар килгәндә, ут 6х7 метр ҙурлығындағы бер ҡатлы торлаҡ йортто ялмап алған була. Янғынды һүндергәс, үле ҡатын табыла. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Фото: @mchsrb

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: