Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
22 Ноябрь 2022, 15:05

Артур Иҙелбаев ниңә бейей?

Рәсәйҙә иң яҡшыһы!

Артур Иҙелбаев ниңә бейей?
Артур Иҙелбаев ниңә бейей?

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Республикаһының туризм үҫеше үҙәге – Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылды. Түбәнге Новгородта үткән “RUSSIA EVENT AWARDS” Бөтә Рәсәй ваҡиғалы туризм конкурсы финалында тағы ла премияға лайыҡ булғандар араһында – “Туристик мәғлүмәт үҙәге – ваҡиғаларҙы иң яҡшы ойоштороусы” номинацияһында Гран-при алды.

– Тағы бер диплом алдыҡ, ул беҙҙең өсөн бик мөһим, тип иҫәпләйем.

Әлбиттә, беҙҙең Туристик мәғлүмәт үҙәге ваҡиғалы туризм сараларын ойоштороу менән генә сикләнмәй, шулай уҡ “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге”, мәктәп туризмы буйынса социаль проект, инфраструктура проекттарын тәҡдим итеү һәм улар өҫтөндә эшләү менән дә шөғөлләнә.

Конкурсҡа әҙерләнгәндә, һанап, үҙебеҙ ҙә ғәжәпләндек. Баҡтиһәң, бер йылдан аҙыраҡ ваҡыт эсендә 24 сараны үҙебеҙ ойошторғанбыҙ һәм ҡатнашҡанбыҙ! Был ысынлап та бик күп. Моғайын, киләсәктә тағы ла күберәк булыр, сөнки ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы элементтары талап ителгән барлыҡ сараларға Туристик мәғлүмәт үҙәге йәлеп итеү яҡшы традицияға әйләнә бара.

Ә был бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара форумдар, ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү һәм башҡалар. Иң мөһиме – беҙ был эштән ҡурҡмайбыҙ ғына түгел, беҙгә был оҡшай! Барлыҡ ҡунаҡтарыбыҙ менән бергә Башҡортостанға ҡарата һөйөүебеҙҙе уртаҡлашыу оҡшай.

Беҙҙең бөтә коллектив, һәр ваҡыт бейеп тиерлек, ҡунаҡсыллыҡҡа бәйле теләһә ниндәй эшкә тоторға әҙер. Йыл дауамында Туристик мәғлүмәт үҙәге үткәргән саралар менән таныштырғандан һуң шуны күрһәтергә булдыҡ.

Белгестәр өсөн көтөлмәгән күренеш булды: Түбәнге Новгородта 25-се сарабыҙҙы –Башҡортостанда туризмды үҫтереү өсөн бейеү флешмобын ойошторабыҙ, тип белдерҙек.

Беҙҙең Туристик мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре сәхнәгә ойошма флагы менән күтәрелеп, бейергә тотондо. Ә тағы ла ярҙамсы төркөмдән 15-ләп кеше тамашасыны һәм эксперттарҙы бейергә торғоҙҙо.

Бик күңелле булды, хатта бер аҙ көлкөлө лә. Әгәр һин үҙең теләһә ниндәй ваҡытта бейей башларға һәм башҡаларҙы үҙеңдең артыңдан эйәртергә әҙер булмаһаң, туризмда һиңә урын юҡ, тип уйлайым.

Йәл, был акцияны бер кем дә камераға төшөрмәгән. Әммә флешмоб ваҡытында экранда ҡабыҙған видеояҙма эҙмә-эҙлелеге һаҡланған. Был видеояҙмала, минеңсә, беҙҙең Туристик мәғлүмәт үҙәгенең Башҡортостанда туризмды тәҡдим иткән кәйефе сағыла, – тип уртаҡлашты Артур Иҙелбаев, социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Фото (скриншот) һәм яҙма: Артур Идельбаев (vk.com).

 

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: