Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
18 Август 2022, 12:29

Күпте күргән, күпте кисергән

Ауылдағы иң өлкән йәштәге инәйҙәрҙең береһе Райхана Абдулхалиҡ ҡыҙы Хәмиҙуллина ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Балалары, туғандары, ауылдаштары уға был ғүмер байрамы менән изге теләктәрен еткерергә ашҡынып көтөп тора.

Күпте күргән, күпте кисергән
Күпте күргән, күпте кисергән

Райхана инәйҙең бала сағы ҡаты һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы һуғыш сыҡҡан йылда вафат булып ҡалғандан һуң әсәһе биш баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Рауил ағаһын армияға алалар, Ғаяз ағаһы Өфөгә ФЗО-ға китә. Зыя һәм Рәйфә туғандарын ҡарау уның иңдәренә төшә.
- Әсәйем һыйыр ҙа һауҙы, ҡарауылсы ла булды, сөгөлдөр ҙә утаны. Бар ғүмере эш менән үтте, бер ҙә эштән бушаманы. Бала сағымда төндә уянып китһәм, әсәйем уполномоченныйҙарҙан ҡасып, тауышы сыҡмаһын тип, баҙҙа тирмәндә бойҙай тарта ине. Бер үҙе булһа ла, тырышып донъя көттө. Беҙҙе матур итеп тәрбиәләне, - ти әсәһе тураһында Райхана инәй.
- Өлкәндәргә эйәреп, Щеголевка тип аталған рус ауылына барып, серек бәрәңге йыйып алып ҡайтып ашай инек. Ҡаҡы, балтырған, кесерткән, киндер орлоғо һәм башҡа төрлө үләндәр менән туҡланып үҫтек.
Иҫәйә килә, көлтә бәйләргә, ураҡ урырға, эҫкерттәр өйөргә йөрөй башланым. Рауия әхирәтем менән көндөҙ борсаҡ утайбыҙ, арыш сабабыҙ, төндәрен ашлыҡ һуғабыҙ. Ауыр-ауыр көс етмәҫлек көлтәләрҙе тейәп ебәрәбеҙ. Молотилка ваҡлап сығарып тора, беҙ һалам өйәбеҙ. Бер ваҡытта ла эштән ҡурҡманыҡ. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр бит, күп эшләгәнгә лә оҙаҡ йәшәйемдер, - ти Райхана инәй.
Эшкә иртә егелеү, туғандарын ҡарау сәбәпле, уға уҡыу бәхете эләкмәй. Һуғыш тамамланғандан һуң барлыҡ йәштәштәре кеүек колхоз эштәрен башҡара. Келәттә эшләй, фермала һарыҡтар, быҙауҙар ҡарай, сөгөлдөр утай, көтөү көтә.
“Аллаға шөкөр, балаларым менән бәхетлемен. Ҡыҙҙарым Фәрхәнә, Фәрзәнә, Әлфиә, эргәмдә генә йәшәүсе улым Фәнис ғаиләләре менән гел килеп, ярҙамлашып торалар. Ейән-ейәнсәрҙәрем, бүлә-бүләсәрҙәрем дә мине ҡыуандырып торған һайын, ғүмерем оҙая”, - ти инәй.
Оло йәштә булһа ла, инәйҙең өйөндә һәр саҡ тәртип һәм йылылыҡ бөркөлөп тора. Хеҙмәт һәм тыл ветераны, тыл эшсәне булған инәй “Маҡтаулы хеҙмәт өсөн”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” кеүек күп һанлы миҙалдар һәм Почет грамоталары менән дә бүләкләнгән.
Ауылдың йәме булған, милли кейемдәр кейеп төрлө сараларҙы биҙәгән уҙаманға тағы оҙаҡ йылдар имен һәм тыныс тормош юлдаш булһын.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: