Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
18 Август 2022, 16:30

Ауыл яҙмышына битараф түгел

Һәр бер ауылда уның яҙмышы өсөн янып-көйгән кешеләр йәшәй. Уларҙы халыҡ үҙе ауылдың старостаһы итеп һайлап ҡуя. Был бурысты ауылдаштары байтаҡ йылдар элек үк Ихсан Хәсән улына ышанып тапшырғандар. Сөнки, ул колхозда эшләгән йылдарының 30 йылын бригадирлыҡҡа бағышлаған һәм унан да ауыл киләсәге өсөн борсолған, уның проблемаларын белгән кеше юҡ.

Ауыл яҙмышына битараф түгел
Ауыл яҙмышына битараф түгел

- Бригадир булып эшләгән сағымда уҡ зыярат тирәләй тимер бағаналар ултыртып сыҡҡан инек. Ал яғын арматура менән биҙәкләп эшләнек, тирә-яғын профнастилдан тоттоҡ.
Өсөнсө йыл шлаклы блоктан зыярат йортон төҙөп, уның башына матур ғына манара ла эшләтеп ҡуйҙыҡ. Ишек-тәҙрәләрен улым Илшат менән эшләнек. Ҡышын инеп йылынып сығыр өсөн мейес тә сығарҙыҡ. Барлыҡ был эштәрҙә матди яҡлап та, ҡул көсө менән дә ярҙам иткән ауылдаштарыма рәхмәт.
Ләкин, ошондай сараларға битараф ҡалған, атай-әсәйҙәренең ҡәберҙәрен тәрбиәләмәгән кешеләр булыуы күңелде ҡыра, - ти Ихсан Хәсән улы.
Тынғыһыҙ старостаны шулай уҡ ауылда мәсет, яҡташ яҙыусы Фәрит Иҫәноловҡа арналған обелисктың булмауы борсой. Был мәсьәләне ул етәкселәр алдында ла күтәреп сыҡҡан. Уның ойоштороуында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса юлдарға ҡырсынташ түшәтелгән, быуа быуылған. Суррогат араҡы һатыусыларға ла, ихаталарын ҡарағура баҫып ултырған хужаларға ла шелтә- тәнҡит һүҙҙәрен дөрөҫ итеп еткерә белә Ихсан ағай.
Үҙе лә ауылдаштарын һоҡландырып, ҡырҡ йыл бергә ғүмер кисергән тормош иптәше Лилиә Мәхмүт ҡыҙы менән бик матур донъя көтә. Һарыҡ-кәзә, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йәшелсә-емеш үҫтерәләр, 15 баш умарталары бар. Уңған хужа йыл һайын мул бал уңышы алып һөйөнә. Уның менән балаларын, туғандарын, күрше-күләнен дә һыйлай.
Бал ашайым тиһәң, бал ҡортонан да тырыш булырға кәрәк. Бергәләшеп яңы айыртылған балдан да ауыҙ иттек. Уның тәмлелеге иҫ киткес, шулай булмай ни, күпме көс һәм хеҙмәт ингән бит унда.
Иштуғановтарҙың балалары ла үҙҙәренә оҡшап тырыш. Улдары Илшат юридик белемгә эйә, ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙҙары Ләйсән кейәүҙәре Айрат менән Ҡырмыҫҡалыла йәшәйҙәр, өс бала тәрбиәләйҙәр. Ләйсән гимназияла уҡытыусы булып эшләй. Улар атай-әсәйҙәренә ҡайтып, ярҙамлашып йөрөйҙәр. Иштуғановтарҙың ишле ғаиләһенә именлек һәм уңыштар юлдаш булыуын теләргә генә ҡала.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: