Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
18 Август 2022, 16:43

Араларҙы яҡынайта хаттар

Бөгөнгө көндә хат яҙышыусылар булмаһа ла, хат ташыусы тигән һөнәр бар әле. Был йөктө ауылда Гөлнур Сәйетҡолова тарта. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы бына ете йыл инде ҡар-буран, эҫе селлә, ел-ямғыр тимәй, ауыл урамдары буйлап гәзит-журналдар таратып сыға. Ауыл халҡы уның гәзитте сыҡҡан көнөндә үк бер үк ваҡытта таратыуына күнегеп бөткән.

Араларҙы яҡынайта хаттар
Араларҙы яҡынайта хаттар
- Миңә почтальон эше бала саҡтан таныш. Әсәйемә ауыр сумкаһын күтәрешеп, ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журналдар, хат-открыткалар таратыша торғайным. Ул саҡтарҙа һәр бер өйгә 7-8 баҫма алдыралар ине. Шуға ла ауылда почтальон кәрәк булғас, ике лә уйлап тормайынса ризалаштым.
Ләкин, хәҙер гәзит-журналдарға яҙылыусыларҙың кәмеүе күңелде ҡыра. Йәштәр интернеттан уҡыйбыҙ тип, яҙылмайҙар. Гәзиттеҡулға тотоп, уҡыуға етәме ни, - ти Гөлнур Сәйетҡолова.
Улар тормош иптәше Минияр менән Айгөл һәм Илдар исемле балалар үҫтергәндәр. Айгөл Иҫке Бәпес ауылында кейәүҙә, ире Ришат менән өс бала тәрбиәләйҙәр, Илдар кәләше менән Иглинола йәшәй, ике ҡыҙҙары бар.
Йәйге ял ваҡытында өй эсе ейәнсәрҙәрҙең шат тауыштарына тула. Бәхетле өләсәй менән олатай өсөн шунан да ҙур бәхет юҡ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: