Даирә
+6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Сибәр ҡыҙҙан ҡарасҡы яһаны...

Апайҙан иҫтәлек булып  үҙ ҡулдары менән йәшереп кенә яҙған көндәлектәре ҡалды. Ә унда яҙылғандар...

Сибәр ҡыҙҙан ҡарасҡы яһаны...
Сибәр ҡыҙҙан ҡарасҡы яһаны...

“Уйлап ҡараһаң, кешегә ғүмер бер генә тапҡыр бирелә һәм уны матур итеп үткәрергә кәрәк. Әммә тормошта улай ғына булмай шул. Ҡайһы саҡта кеше бөтөнләй үҙ ғүмере өсөн яуаплы түгел, ул башҡалар өсөн йәшәй, үҙен ҡорбан итә һәм ни тиклем бәхетһеҙ булмаһын, нимәлер үҙгәртергә хәленән килмәй. Ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо артҡандан арта бара һәм был фажиғәгә килтереүе ихтимал...

Апайым бер йүнһеҙгә кейәүгә сыҡты. Ситтән ҡараһаң, башҡа ирҙәр менән сағыштырғанда яҡшы кеүек – эсмәй, тартмай. Бөтәһе менән дә матур һөйләшә, ылыҡтыра белә. Әммә бер ҡасан да йүнләп эшләгәне булманы, балалары үҫкән саҡта осто-осҡа ялғап, аслы-туҡлы йәшәнеләр.

Йорт эсендә ул ысын-ысынында тиран ине. Йылдар үткән һайын көләкәс апайым кипте, күҙҙәрендә нур һүнде. Иң аяныслыһы шунда: ул апайымды кәмһетә торғас, уны йүнһеҙ хужабикә, насар ҡатын һәм әсә тигәнгә ышандырған. Апайымдың был хәлде үҙгәртерлек, ошо иҫәүәндән айырылып, артабан яңы тормош башларға хәле лә, теләге лә юҡ ине.  

Йәш сағында апайым ап-аҡ йөҙлө, матур, һомғол ҡыҙ булһа, ошо йылдар эсендә ул үҙ-үҙенә бөтөнләй ҡул һелтәне, оҙон, төҫһөҙ күлдәктәр, әбейҙәр кейә торған кофталар кейеп йөрөй, косметика ҡулланмай башланы.  

Ул ғына түгел, ире уға китап уҡырға ҡушмай ине! Йәнәһе, ваҡытты бушҡа сарыф итә, ана, ашарға бешерһен йә балалар менән булһын. Ә күпме китаптарҙы утҡа ташлағанын белһәгеҙ! Туғандарыбыҙ менән дә аралашырға яраманы – “ғәйбәт сәйнәп, ләстит һатып ваҡытты йүнһеҙҙәр генә үткәрә” булды уның һүҙе.

Апайым уға нисек кенә ярарға тырышманы! Тик ирен тыңлаған һайын уның башҡа һыймаған талаптары артҡандан-арта барҙы. Әлбиттә, өлкәнәйгән һайын, күҙе асылһа ла, ул түҙергә, сабыр булырға һәм тиктомалдан уны асыуландырмаҫҡа тырышып йәшәне. Беҙ ҙә уны был тотҡондан ҡотҡарыға аҙ тырышманыҡ. Әммә апайым ыңғайламаны.

Бәғзеләр, ул ир апайыңа ҡул күтәрә инеме, тип һорар. Туҡмағанын иҫләмәйем, әммә әхлаҡи яҡтан уны шул тиклем ҡаҡшатты. Апайҙың тормошто яратыуы, йәшәү көсө һүнгәндән-һүнә барҙы. Балалары ла атаһы юлын ҡыуа ине. “Бөтәһенән дә ялҡтым, ҡотолаһы ине”,  –  һуңғы ваҡытта уның ауыҙынан ошо һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килде. Был хәлдең аҙағы аяныслы – апайым яман сирҙән йәшләй генә теге донъяға китеп барҙы.

Апайҙан иҫтәлек булып  үҙ ҡулдары менән йәшереп кенә яҙған көндәлектәре, ҡыҙыҡлы әкиәттәре ҡалды. Уны нисек теге иҫәр ир күрмәгәндер – вафаты алдынан осрашҡанда йәшереп кенә миңә биргәйне.

Бына ошо миҫал тағы берҙе шуны иҫбатлай: үҙ-үҙеңде яратырға кәрәк! Хатта мөмкинлектәреңде арттырып баһалағанда ла хилаф түгел – тормош барыбыр үҙ яйына төшөрә. Ҡыҙҙарға иһә тормош ипәшен һайлағанда һаҡ булығыҙ, күрәләтә тороп һеҙҙе кәмһеткән һәм һеҙҙең иҫәпкә үҙенең баһаһын күтәргән иҫәрҙәргә кейәүгә сыҡмағыҙ, ип әйткем килә“

М. Наилә исемле ҡатын һөйләгәндәрҙән.

Фото: uznayvse.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева.
Автор:
Читайте нас в