Даирә
+6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Һөйләһәң, ғибрәт инде

Иҫән сағыңда ҡәҙерле генә кеше шундай ҡәҙерһеҙ киткәненә йән әсене, һыҡтаны. Ҡәберенә сәскә һалыусы ла булманы, ап-аҡ ҡарҙар араһында ҡара ер өйөлөп, двп киҫәгенә фамилияһы һәм исеменең баш хәрефе ҡулдан ғына яҙылып, штакетниккә беркетелгән яҙыу ҙа күңелемде ҡырҙы…    

Һөйләһәң, ғибрәт инде
Һөйләһәң, ғибрәт инде

(Тормош юлдары ҡатмарлы)

Яңыраҡ бер таныш ҡатын менән болниста ятырға тура килде. Уның менән койкаларыбыҙ йәнәшә булып, төрлө ваҡиғалар, хәлдәр тураһында һөйләшеп киттек.
- Ауырып китеүемдең сәбәбе лә шул, күршемде оҙатам тип кенә барған инем,һалҡын алдырҙым, етмәһә, ғибрәт күреп ҡайттым.
- Ниндәй ғибрәт? Һөйлә әле , апай, - тинем ҡыҙыҡһынып.
- Ҡапыл ғына бер урамда йәшәгән Сөләймән ағай үлгән тигәс, таныш кешене , етмәһә, тәүге ҡатыны менән ҡатышып та йәшәгәс, күршемде һуңғы юлға оҙатмаһам, яҙыҡ булыр тип, уларҙың йортона юлландым ,- тип хәбәрен башланы ла апай, күҙҙәренә йәш алды.
- Апай, әллә илайһығыҙ инде?
- Илайым. Ундай ғибрәтте ошо йәшемә етеп, ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ ине.
Апайҙың берсә илап, берсә көйөп һөйләгән хәбәренән һуң мин дә аптырашҡа ҡалдым. Ысындан да йөрәк өҙгөс хәл, апай әйтеүенсә, ғибрәт.Уның был хәбәренән һуң , ҡылт итеп бер притча иҫкә төштө.
… Бер йәш егет өйләнгәндән һуң, ҡатынын йортона алып ҡайтҡан. Улар менән был йортта ирҙең атаһы ла йәшәгән. Йәштәрҙең балалары тыуған, атаһы уларға хужалыҡта ярҙам иткән. Йылдар үтә торған, аталары олоғайған, йыш ауырый башлаған. Килендәре оло кешене “артыҡ тамаҡ” һынап, иренең иҫенә төшөрә башлаған, шул арҡала өйҙә йыш ҡына тауыш сыҡҡан.
Улының йыш ҡына насар кәйефтә йөрөгәнен күреп атаһы:
- Улым, һеҙгә йәшәргә ҡамасаулағым килмәй, шуға күрә ҙур итеп кәрзин үр ҙә, мине анау ҡаяға алып барып, шунан аҫҡа ташла. Көйәләнмә, мин бит хәҙер инде ҡартайҙым, үлергә лә ваҡыттыр,- тигән.
Улы ағас ҡайырынан ҙур итеп кәрзин үргән дә , атаһын шунда ултыртып, ярҙамға үҫеп килгән улын алып, ҡаяға табан юл тотҡандар. Инде был ир атаһын ҡаянан ташлайым тип уҡталғанда, улы телгә килеп:
- Атай, кәрзинде ташлама,- тигән.
- Ниңә?- тигән атаһы аптырап.
- Ә һин ҡартайғас, ул кәрзин миңә кәрәк булыр…
Улының был һүҙенән һуң, ир атаһын кәрзиндән бушатмай ғына, кире йортона табан юнәлгән…

Сөләймән һуғыш башланған йылды донъяға килә. Атаһы һуғыштың беренсе көндәренән үк фронтҡа китә һәм яу яланында батырҙарса һәләк булды тигән ҡара ҡағыҙ килә йәш ҡатынына. Һуғыш тамамланғас әсәһе икенсе тапҡыр тормошҡа сыға, тик буласаҡ кейәүе уға баланы ҡалдырырға талап ҡуя. Ярай әле атаһының һеңлеһе үҙ ғәиләһендә уға ла урын таба, аслы-туҡлы булып, бәләкәйҙән эшкә егелеп үҫә малай. Йәше еткәс Сөләймән армияға алына, уҙен бер кем дә көтмәгәнен белеп, яҙмышын хәрби хеҙмәткә бәйләргә ҡарар итә. Хәрби кешенең эше тынғыһыҙ, уны көтөп торған яҡын кешеләрҙең булмауы ла сәбәп булғандыр, һирәкләп кенә ҡайта ул тыуған яҡтарына. Инде утыҙға етеп килгән буйҙаҡ егет отпуска алып тыуған яҡтарына ҡайтҡанында ҡоҙа тейешле кешеләрендә фатирҙа йәшәгән йәш ҡыҙға ғашиҡ була. Ҡыҙҙың да ниндәйе бит, һығылмалы кәүҙәле, нескә билле, ап-аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле һылыуҡай. Исеме лә ниндәй матур – Аҫылбикә. Һөнәре лә бит ниндәй- шәфҡәт туташы! Һылыуҡай үҙенән оло кешегә бик яҡынлайһы ла килмәгән һымаҡ, тик егет ныҡ тора, бөгөн үк ҡоҙа ебәрәм и бөттө. Ҡоҙаһы ла уны хуплап, ҡыҙҙы күндерергә тырыша. Тағы ҡыҙҙы күреп һөйләшергә тип килһә, уның ял көнө аталарына тип ауылға киткәнлеген белгәс, Сөләймән күп уйлап тормай, уның ата-әсәһе менән танышырға ҡарар итә, етмәһә, отпускаһы бөтөргә һанаулы көндәр генә ҡалған. Мыҡты кәүҙәле, хәрби кейемле, бөҙрә сәсле, ҡояштай балҡып килеп ингән егетте ҡайны тейешле кеше бер күреүҙән оҡшата. Аҫылбикәнең атаһы ла һуғышты үткән фронтовик офицер булып сыға. Шулай итеп, ҡайны-ҡәйнә ризалығын алып, йәштәр никахлашып, матур туй үткәреп, алыҫ юлға сығалар. Йәштәр фатир алып, матур донъя ҡороп ебәрәләр, шәфҡәт туташына эше лә табыла. Бер-бер артлы ике малайға ғүмер бирәләр.Өлкәненә Миҙәхәт, кесеһенә Морат тип исем ҡушалар. Хәрби тормош тынғыһыҙ булһа ла, етеш тормошта бәхетле йәшәй улар. Хеҙмәт стажын тултырып, Сөләймән отставкаға сыҡҡас, тыуған яҡтарына ҡайтып, яҡындағы ҡалала төпләнәләр.
Оҙаҡ йылдар ситтә йәшәгәнгәгәлер, улар туғандары, дуҫтары менән осрашыуға сарсағанлыҡтан, иң беренсе туғанлыҡ ептәрен барлайҙар, дуҫтары менән араларын яҡынайталар. Икеһе лә бер төптән, ихлас булғас, уларҙың йортонан кеше өҙөлмәй. Туҡһанынсы йылдарҙа донъялар буталып торһа ла, уларға эш тә табыла.Балалар инде үҫмер осорона етеп, үҙҙәренең күңеленә ятҡан һөнәр һайлайҙар. Бик үк һөйләшеп, асылып бармаған, романтик күңелле Миҙәхәт гитара ҡылдарын сиртергә яратҡанлыҡтан, музыка белгесе һәнәрен һайлаһа, шаян, шуҡ, тиктормаҫ Морат электрик һөнәрен үҙләштерә . Баҫалҡы холҡло, төҫкә лә бик күҙгә һалынып бармаған оло улдары ҡыҙҙар менән дә бик аралашып бармай, ә инде баҫҡан урынында ут уйнатып йөрөгән, оҙон буйлы, төҫкә әсәһе һымаҡ һылыу Моратҡа ҡыҙҙарҙан ихтибар етерлек була, бәлки шуғалыр ҙа, йәшләй генә өйләнеп тә ҡуя ул. Балалар ир ҡорона етә башлағас, Сөләймән менән Аҫылбикә , ауыл балалары булараҡ, үҙ йорттарын булдырыу хыялы менән янып, ҡала ситенән урын алып, йорт төҙөргә керешәләр. Икеһе лә уңған кешегә хыялдарын тормошҡа ашырыу еңел булмаһа ла, тырышып- тырмашып йорт төҙөп, шатлыҡтары менән туғандары, дуҫтары менән ихлас бүлешәләр. Өс бүлмәле фатирҙарын һатып, бер бүлмәле фатир алып бирәләр бәләкәй улына. Ғәиләле кеше айырым йәшәһен тип уйлайҙар. Тик Моратты, балалары тыуғас, ғәилә тормошо, бер төрлөлөк тиҙ ялҡтыра, иптәштәре менән күңел асыу уға яҡыныраҡ була. Ниэшләһен йәш кәләше, балаһын ала ла әсәләренә ҡайтып китә. Ә иркенгә сыҡҡан егет бер ерҙә оҙаҡ эшләргә яратмай, әшнәләш дуҫтары ла күбәйгәс, уны ата-әсәһе үҙҙәренә алып, фатирға өлкән улдары Миҙәхәтте сығаралар.
Бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй тиҙәр бит. Уның ҡасан килерен бер кем белмәй. Себер стажы булған Аҫылбикә илле йәшендә пенсияға сығып, үҙе өсөн иркенләп йәшәргә зур пландар ҡороп, Миҙәхәтенә кәләш әйттереп, туй үткәрәм тип йөрөгәндә, юл фажиғаһына осрап һәләк була. Үлем ул һәр ғәилә өсөн оло трагедия. Ҡорған пландар, хыялдар селпәрәмә килә. Аҫылбикәһенең үлеме Сөләймән өсөн, балалары өсөн бар донъяның бер көндә аҡтарылып түнкәрелеүенә тиң булды. Улар өсөн йән атып, һәр көн көләс йылмайып Сөләймәнчик, тип башынан һыйпаусы ҡатыны, алтыным Миҙәхәтем тип йыуатыусы, йән бәғерем Моратҡайым тип өҙөлөүсе әсәләре уларҙы мәңгелеккә ташланы. Әйтерһең, ҡапыл ғына ҡояш һүнеп, барлыҡ донъяны ҡара болот ҡапланы.
Тик был ауыр ҡайғы уларҙы берләштермәне, тып-тырағай итеп таратты ғына, ата менән улдары бер-береһенән йыраҡлашты, былай ҙа илгәҙәк булмаған Миҙәхәт бүлмәһендә бикләнде, йәрәшкән ҡыҙы ла унан ситләште, әллә туй булмағанға үпкәләп, сит ҡалаға юлланды. Эш урыны табырға ашыҡмаған Мораттың атаһы менән борсағы бешмәне, күп ваҡытын дуҫтары менән күңел-сафа ҡороп үткәрҙе, ә аҙаҡтан күрше ҡалаға юлланды. Һирәк-һаяҡ ҡына ата йортонда күренгеләп ҡалды. Ҡатынының үлеменән һуң өс йылдан һуң Сөләймән яңғыҙ йәшәгән ҡатын менән ҡауышты. Тик был ҡатыны Аҫылбикәһе һымаҡ илгәҙәк булманы, ул айт тип әйтеүгә тайт тип торманы, иң алда ишек дуҫтары өсөн ябылды, унан туғандар менән аралашыу һирәгәйҙе. Хатта балалары ла килмәҫ булдылар. Шулай, кем арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың, тиҙәр бит. Уның ҡарауы, ҡатынының туғандары менән аралашыу йышайҙы. Сөләймән дә хәҙер элекке кеүек һикерә баҫып, мәжлестәрҙә бейеп йөрөмәй, ҡатынының ҡаты ҡарашын күреп, шымып ҡалды.
Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй тигәндәре лә дөрөҫкә сығып, инде утыҙҙы ғына үткән кесе улының үлем хәбәре килә.Эскелек арҡаһында йәштәр эләгешеп китеп, Моратты туҡмап үлтергәндәр. Улын матур итеп, шартына килтереп һуңғы юлға оҙатты Сөләймән. Йәше етмештән уҙһа ла, өйҙә ултырманы үҙе, бер түгел, ике эштә эшләүен дауам итте, донъяһын да матур ҡараны, ҡатынына ла хөрмәт күрһәтте. Тик бына оло улының юғары белеме булмау арҡаһында эшендә ҡыҫҡартылыуы эсен бошорҙо. Нихәл итәһең, хәленән килгәнсе ярҙам итергә тырышты. Уныһын да әйтер инем, эш эҙләү урынына ҡырҡҡа етеп барғанда институтҡа уҡырға ингән, йәнәһе лә юғары белем кәрәк. Һуңғы ваҡытта ҡатынының да , үҙенең дә һаулығы китте. Ҡатыны барыһын да сихырға япһарып, кемгә генә күренмәнеләр! Бер файҙаһы теймәне, тик аҡсалары ғына елгә осто. Болнис тупһалары ла күп тапалды, ҡатыны аяҡтан яҙып таяҡҡа таянды, етмәһә күҙе менән ыҙалай. Шуға күрә лә күберәк башҡалала ҡыҙҙары эргәһендә йәшәй башланы. Башҡала болнисында дауаланыу ҙа икенсе шул. Сөләймәндең шәкәр ауырыуы аҙа башланы, машинала йөрөү ҙә ауырлашты. Йәше лә арыу үҙенең, һикһәнде ҡыуалап килә. Бер көн улы килеп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар, улы мунса яғып, атаһын йыуындырып алды. Бөтә донъяны таҙартып, арыу ғына эштәрен башҡарғас, күңеле иреп китте Сөләймәндең.
- Улым, һинән башҡа яҡын кешем юҡ, әллә минең янда ғына йәшәйһеңме?- тип өндәште.
- Эй, атай, һинең бит ҡатының бар. Ул мине бик өнәмәй.
- Ниндәй ҡатын?-тине әсенеп атаһы, - өс ай ҡайтҡаны юҡ, ҡыҙына китте.
- Ул булмаһа, мин риза һине ҡарарға, атай. Тик шартым бар, бар донъяңды, машинаңды минең исемгә яҙҙыр.
- Һуң…әле мин…
- Ул бисәне беләм мин, һиңә берәй хәл булһа, ун бер йыл һине ҡараным тип даулашасаҡ. Унан һуң Мораттың ҡыҙы барлығын да онотма.
- Тик улым һүҙ бир, мине яҡшылап тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатырға. Бар терәгем һин генә.
- Карточкаңды ла миңә бир, кодын әйтһәң, аҡсаһын пенсия һайын үҙеңә тотторормон.
- Һуң теге…
- Мин һиңә барыһын да әйттем, үҙең хәл ит, атай.
Атаһының ризалығын алыу менән, Миҙәхәт атаһы менән тейешле урындарға йөрөп, бөтә мөлкәтте үҙенә яҙҙырып та ҡуйҙы. Пенсия аҡсаһына квартплатаһын ҡаплай башланы, аҡсаһы булмағанлыҡтан унда бурыс йыйылып киткән ине. Машинаға ултыртып, атаһын болнис буйлап йөрөттө. Ә үҙе көндәрен институтта үткәрҙе, көндөҙге бүлектә белем ала бит. Атаһының икенсе пенсияһына уҡыған өсөн түләүҙе түләр кәрәк, тигән ҡарар ҡылды. Бер көн ҡайтһа, атаһы менән Наза апаһы сөкөрләшеп сәй эсеп ултыралар. Бына һиңә мә! Улар менән ултырып сәй эсте лә, төпкө бүлмәгә инеп ятып, смартфонын ҡабыҙҙы.Наза апаһы тегеләй үтте, былай үтте, инде түҙмәй;
- Миҙәхәт, һин өйөңә ҡайтмайһыңмы?- тип һорап ҡуйҙы.
- Мин үҙ өйөмдә ятам.
- Нимә? Әллә башың эшләмәйме? Өйгә әле атаң хужа. Шулай уҡ мин- хәләл ҡатыны.
- Атай, ниңә өндәшмәйһең? - тине атаһы эргәһенә барып Миҙәхәт.
- Эш былай, кәләш, ныҡ ауырып киткән инем, һин дә янымда булмағас, өйҙө улыма яҙҙырҙым. Ярай, көйәләнмә, пенсиям арыу, икебеҙгә етер.
- Бына нисек?- тине аптырауға ҡалған ҡатыны.
Икенсе көнөнә ҡатыны магазингә сығып аҙыҡ-түлек алырға кәрәк тип һүҙ башлағас, Сөләймән улына ҡараны. Уныһы ишетмәмешкә һалышып, бүлмәһенә инеп бикләнде.
- Сөләймән, һыуытҡыс бөтөнләй буш бит!- тине ҡатыны
- Барырбыҙ, - тине лә Сөләймән,- Миҙәхәт, магазингә барып әйләнәйек ,- тип улының бүлмәһенә шаҡыны.
- Аҡса юҡ! Пенсияңа бер аҙна бар бит әле, - тип екерҙе улы.
- Нисек юҡ?
- Һин бабай, әллә карточкаңды ла уға тотторҙоңмы?, - тине аптырап ҡатыны.
- Машинаны йөрөтөп булмағас, биргән инем шул,- тине аҡланғандай Сөләймән.
- Миҙәхәт, атайыңдың карточкаһын бир! Такси менән барырбыҙ магазингә. Кейен бабай.
- Улым, апайың әйткәнен ишеткәнһеңдер.
- Надоели! – тине лә Миҙәхәт, тиҙ генә курткаһын эләктереп, ишекте шарт ябып, сығып та китте.
Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлашты.
- Эй, әбей, минең дә, һинең дә һаулыҡ самалы. Балаларға көн ҡалды шул.
- Эх, һин! Тураһын әйтһәң ни була? Минең кәрәгем бөттөмө? Һин тип нисә йыл ваҡытымды әрәм иттем! Ә улыңа килгәндә, нисә йыл бергә йәшәп, ҡыл ҡыбырҙаттымы һуң был йортта? Нисәмә йыл эшһеҙ ята, һинән аҡса һурғанды һиҙмәне тип уйлайһыңмы?Аллаға шөкөр, квартирам бар, балаларым мин тип өҙөлөп тора. Үкенерһең әле.
- Әбей, ҡыҙма әле.
- Йәшә улың менән!
Ҡатыны тиҙ генә шкафтан әйберҙәрен йыйып, төйнәй ҙә башланы.
Тәүге ҡарамаҡҡа аталы-уллы матур ғына йәшәп ятҡандар кеүек ине, бер тапҡыр уларҙы болниста осратып, бер яҡтан һурығып, таяҡҡа тотоноп йөрөгән ағайҙы йәлләп:
- Бер урамда йәшәйбеҙ, ингеләп йөрөгөҙ,- тинем.
Ул йылды улы менән болнистан ҡайтышлай, бер нисә тапҡыр инеп сыҡтылар. Матурлап аш ашатып, күстәнәстәр һалып оҙатҡыланым.Инде улар күренмәй башлағас, аш һалып, пирожкиҙәр бешереп,иптәшемде ебәрҙем ағайҙың хәлен белешеп кил тип. Ҡара янып ҡайтты иптәшем уларҙан:
- Әллә атаһын ас тота инде, өйҙә һөт тә, икмәк тә юҡ. Асыуланған инем, буш һыуытҡысты күрһәтеп, улы магазингә китте. Әлдә әле аш һалғанһың, инде асыҡҡан байғош. Ашын ашап, пирожкиһе менән сәй эсеп ултыра ине, улы килеп инде лә, ҡулындағы пирожкиһен тартып алды. Мин аптырап:
- Ниңә улай итәһең?- тигән инем.
- Уға күп ашарға ярамай. Диабет. Диета тотабыҙ, - тип аҡырҙы.
Ағайҙы йәлләп, бәлки уны ҡарарға берәй ҡатын кәрәктер, тигән уйға ҡалып, шул турала уға белдергәйнек, эй ҡыуанып китте. Ашарға ла бешерер, һөйләшергә лә кеше булыр тигән булды. Шулай ҙа, улыма әйтермен тигән булды.Бер нисә көндән шылтыратҡан инем, телефонды улы алды. Эштең ниҙә икәнен аңлатҡас, яуабы ҡоро булды:
- Нам не нужен лишний рот.
Бына шулай. Кеше тормошона ҡыҫылып булмай бит инде. Етмәһә ағай бөтөнләй яңғыҙ түгел, бер әсәләш һеңлеләре, ҡустылары бар. Ул турала бер көн һүҙ ҡуҙғатҡас, иптәшем әй теп һалды, ул малай ишекте бикләп, бер туғанын да индермәй икән , хатта телефонын да тартып алған тип. Туғандары военкоматҡа, ветерандар советына мөрәжәғәт итеп ҡарағандар, ярҙам итегеҙ, ағайҙы үҙебеҙ ҡарайбыҙ тип. Тик ҡыбырлаусы, ағайҙың хәленә инеүсе булмағас, ҡул һелтәгәндәр. Бер Миҙәхәтте осратҡанымда, ағайҙың хәлен һораштым, матур итеп кенә һөйләште, хәҙер йөрөй алмай, ята тине. Мин уны яҡшы ҡарайым, ул риза тине. Ниңә туғандарын индермәйһең тигәс, уларҙан бер файҙа юҡ, атайым көйәләнә генә, тине.
Йыл башында ағайҙы тыуған көнө менән ҡотларға тип шылтыратҡас, телефонды улы алды. Әҙерәк хәл белешкәс, ағай менән һөйләшәйем тиһәм, уның ауыҙынан әллә ниндәй аңлашылмаған тауыштар ғына ишеттем. Бөтөнләйгә телдән яҙған! Инде байрам үткәс, хәлен белешербеҙ тиһәм, уның үлем хәбәрен ишеттем.
Уларҙың йорто эргәһендә ике-өс машина, улар эргәһендә бер нисә ир тора ине. Һаулыҡ һораштым да, өйҙә кемдәр барлығын белешергә булдым.Шунда бер ир:
- Өйҙә бер кем дә юҡ,- тине. Мин аптырауға ҡалып:
- Мәйет ҡайҙа һуң?- тип һорап ҡуйҙым. Ир кеше гараж эргәһендә торған ағайҙың машинаһы яғына ымлап:
- Багажникта,- тине. Мин саҡ ҡолап китмәнем. Ул арала ҡапҡанан улы күренде.
- Улым, был ниткән хәл, былар ысынды һөйләйме?- тип улына ҡараным. Ул минең һүҙемде ишетмәгән кешегә һалышты ла, машинаһының ишеген асып, нимәнелер алды ла, ҡапҡа яғына юнәлде.
- Туҡта әле, улым, улай ярамай бит. Ниңә Газель саҡырманың?, - тигәс
- Һәр нәмәгә түләр кәрәк, минең аҡсам юҡ, - тип инеп тә китте.
Йә, Хоҙай! Мәйет багажникта! Улы һөйләшергә лә теләмәй. Нимә уйлай икән бынау ирҙәр? Уларҙы байҡап сыҡҡас, ағайҙың бер туған ҡустыһы Сәғәҙәтте абайлап ҡалдым.
- Был ни хәл, Сәғәҙәт? Ағайыңды өйгә индерегеҙ, моғайын аят белгән кеше барҙыр арағыҙҙа, матурлап оҙатайыҡ, яҡшы кеше ине бит,- тип уға ҡараным. Уныһы, ҡулын һелтәне лә, минән алыҫҡараҡ юлланды. Ул арала тағы бер машина килеп туҡтаны ла, унан тәүге ҡатынының апайының ҡыҙы Рита күренде. Тиҙ генә уға хәлде аңлатып биргәс, икәүләп өйгә инеп, Миҙәхәт менән һөйләшергә булдыҡ.
Хәлде аңлата башлағас, Миҙәхәт ҡыҙҙы ла китте.
- Ниңә килдегеҙ, мин һеҙҙе саҡырманым,- тине.
- Улайһа, мәйетте өйгә индер,аят уҡытайыҡ, кешенән оят бит , - тигән ине апаһы
- Ҡайҙа улайтып яҙылған? – тип әллә ниндәй библия китаптарын һөйрәп сығарҙы.
- Оят һиңә, атайың хәрби пенсионер булды, яңы ғына пенсия алды, исмаһам матурлап һуңғы юлына оҙатырға кәрәк, - тип әйтә башлаған инем,
- Хәҙер үк сығып китегеҙ, иначе мин һеҙҙе..,- тип миңә екеренә башланы.
Аңламаған кеше менән айҡалашып, талашып йөрөүҙән файҙа сыҡмаясағын белеп, Рита менән өйҙән сығып киттек. Элек шым ғына итәғәтле күренгән ирҙе алмаштырып ҡуйғандармы ни? Аптыраным,ниңә ул бер кемдең дә һүҙенә ҡолаҡ һалмай? Ниңә атаһының туғандары менән кәңәшләшмәгән? Әсәһенең өс туған ағаһы ҡала муллаһы, мәйетте оҙатыу шарттарын өйрәтер ине. Әллә уларға хәбәр бирмәгәнме? Бындай ғибрәтте күрмәгәс, башым ошо уйҙарҙан тубалдай булды. Ул арала ҡоҙа тейешле кешеләре Газель машинаһы менән килеп туҡтаны. Эштең ниҙә икәнен төшөнгәс, мәйетте багажниктан алып, үҙенең машинаһына һалырға тигәйне, Миҙәхәт, бер ни өндәшмәй, машинаһын ҡабыҙҙы ла, ҡуҙғалып та китте. Ҡалғандар ни эшләһен, уның артынса ҡуҙғалдылар. Мин әллә барырғамы, юҡмы тип торғанда, Рита:
- Апай, ултыр беҙҙең машинаға, ҡатындарҙан башҡа бер кем юҡ бит,- тигәс, ризалаштым. Машина ҡала яғына боролғас:
- Бәй, яңы төҙөгән зыяратҡа ҡуялармы ни? Мине Аҫылбикәм эргәһенә ҡуйығыҙ, унда урын миңә лә бар тигән ине ,- тип аптыраным.
- Күрәһең бит, бер кем менән һөйләшмәй. Еҙнәм йәл,- тип уфтанып ҡуйҙы Рита.
Беҙ барып еткәндә зыярат әҙер түгел ине. Көн дә һалҡын ғына, яланда ел үтәнән үтә өрә, йоҡаҡ кейенеп сыҡҡанмын. Ул арала Сөләймән ағайҙың һеңлеләре, уның үлем хәбәрен ишетеп, юлға сыҡҡандарын белгертеп, Ритаға шылтыраттылар. Уларҙы көтә торғас, тамам туңылды, аяҡтар итек эсендә ҡатты, теш-тешкә теймәй ҡалтырата башланы. Һеңлеләре килеп еткәс, мәйетте багажниктан алып, ике ултырғыс араһына таҡта ҡуйып, шунда һалдылар. Яҡын барманым, сөнки марля һымаҡ материалға һалынып, үтә күренеп ята ине мәйет. Кәфенләнмәгәне күренеп тора, тоҡ бәйләгән кеүек баш осонан,аяҡ яғынан бау бәйләнгән ине. Аят уҡыусы ла булманы. Иҫән сағыңда ҡәҙерле генә кеше шундай ҡәҙерһеҙ киткәненә йән әсене, һыҡтаны. Ҡәберенә сәскә һалыусы ла булманы, ап-аҡ ҡарҙар араһында ҡара ер өйөлөп, двп киҫәгенә фамилияһы һәм исеменең баш хәрефе ҡулдан ғына яҙылып, штакетниккә беркетелгән яҙыу ҙа күңелемде ҡырҙы…
Апайҙың был бәйәне күңелемдә ныҡ уйылып ҡалды, мине уйға һалды.
Кеше тормошонда өс байрам була. Беренсеһе - кеше яҡты донъяға тыуғанда, икенсеһе - никах байрамы, ә өсөнсөһө - һуңғы юлға оҙатыу, уны инде байрам тип атап та булмай, шулай ҙа кешене һуңғы юлға оҙатыу ҙа тантаналы булырға тейештер. Сөнки һәр кеше үҙ ғумерендә ниндәйҙер эҙ ҡалдырып китә: балалар үҫтерә, йорт һала, ағас ултырта, кемдер яңы асыштар эшләй, кемдер китаптар яҙа, кемдер балаларға белем бирә, кемдер бар тормошон илебеҙҙе һаҡлауға бағышлай.
Был донъяға тыуғас, беребеҙ ҙә мәңгелек түгел. Яңыраҡ ауылда бер ир мәрхүм булды. Яңғыҙ ғына ата-әсәһенән ҡалған өйҙә йәшәне, бала-сағаһы ла булманы, хөкөмәткә бил бөкмәй, унда- бында йәйҙәрен эшләй ине тамаҡлыҡ, уныһын да эскелеккә тотонор ине. Инде пенсия алып йәшәй башлағайны,ҡайҙалыр эсеп, асҡысын юғалтып, өйө эргәһендә туңып ятҡан. Туғандары йыйылып, матур итеп оҙаттылар һуңғы юлға.
Был кеше ниңә багажниккә һалып атаһын һуңғы юлға оҙатты икән? Ай-һай, ул ирҙең зиһене теүәл түгелдер, әллә үтә һаранлыҡ касафаты микән? Ярай, атаһының донъяһын һатыр, шул аҡсаға бер килке көн итер, ятырға бер бүлмәле фатиры бар. Ә аҙаҡтан нисек йәшәр? Уның үҙен матурлап һуңғы юлға оҙатыусы булыр микән? Уйланайыҡ әле...

 

Әминә Яхина.

Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы.

Автор:
Читайте нас в