Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
17 Декабрь 2021, 10:46

КӨҘГӨ ЯМҒЫР. Хикәйә

Юл буйлап ултыртылған ҡайындар араһынан бер ҡыҙ йүгерә. Көҙгө ямғыр уның былай ҙа кәмһетелгән күңелен өшөтә, ҡапыл ғына иңгән ҡараңғылыҡ өркәк йөрәгенә ҡурҡыу өҫтәй. Өҫтөндәге кейеме йәйгесә, еңел генә кофта менән салбар кейгән. Кейемдәре һыуланып уның арыҡ кәүҙәһенә һылашҡан, ә башы яланбаш, сәстәрен резинка менән йыйып ҡуйған, аяғында тапалып бөткән галошы һыуға сыланған. Өҙлөкһөҙ яуған ямғыр тамсылары уның бите буйлап аҡҡан ҡайнар күҙ йәштәрен йыуып тора. Тик Марина ямғырҙы ла, һыуыҡты ла һиҙмәй, уның башында бер уй, тиҙерәк был ерҙәрҙән йырағыраҡ китергә.

КӨҘГӨ ЯМҒЫР. Хикәйә
КӨҘГӨ ЯМҒЫР. Хикәйә
Ул ҡасып бара. Үҙ әсәһенән ҡәйнәһенә, үҙенең ире янына:
- Ҡәҙир ҙә моғайын әсәһе янындалыр. Уны юғалттылармы? Килмәй тип уйланылармы, көтәләрме? Әллә килмәһә йәтеш булыр, тынысыраҡ йәшәрбеҙ тиҙәрме? - ошондай уйҙар борсой уның күңелен. Үгәй атаһы менән әсәһе, улар йәшәгән ҡасабаға килеп, Маринаны көс менән, машинаға ултыртып алып киттеләр.Әсәһе уны бәргәсләп тә алды. Ул ҡаршылыҡ күрһәтеп ҡарағайны, көсө етмәне. Етерлекме ни, улар өсәү, ә Марина… Ҡәҙире яҡлаша алманы шул. Бертуған апаһы менән әсәһе икәүләп уны машинаға төрткәләп кереттеләр. Апаһы уның кеҫә телефонын тартып алып, Ҡәҙиргә:
- Мине көтмә! Һинең янға башҡаса ҡайтмайым! Миңә ғәрип ир кәрәкмәй! Малдарҙы, өйҙө һат та, аҡсаһын ебәр! Үҙең әсәйеңә ҡайт! - тип, тағы ла уны кәмһетеп, ғорурлығына тейә торған һүҙҙәр яҙып, СМС-тар ебәрҙе. Марина әсәһенән дә апаһынан да ҡото осоп ҡурҡа, сөнки улар ҡайтҡас та уҡлау менән туҡмап, тәнен күгәртеп бөтөрҙө. Өс көн инде бикләп, бер ҡайҙа ла сығармайса тоттолар, тамағына тәғәм ризыҡ ҡапҡаны юҡ.
- Ғәрип ирең менән тотмайым! Уны ҡарап ятҡансы, табып үҫтергән әсәйеңә хеҙмәт ит! – тип, ябып ҡуйҙылар. Бөгөн генә бәҙрәфкә нисектер ҡарауылһыҙ ебәрҙеләр, өс көн буйы ҡасмағанды, хәҙер ҡурҡыр, хәле лә юҡ, тип уйланылар күрәһең, етмәһә ҡасып китһә нимә буласағын да ныҡлап төшөдөрҙөләр. Әгәр ҙә һиҙеп ҡалһалар, арттан эҙләп сығып,туҡмап кире алып ҡайтасаҡтар. Кисә Ҡәҙирҙең әсәһе Маринаны эҙләп килгән ине, әсәһе уларға:
- Марина беҙҙә юҡ! Һеҙҙә ине бит, ҡайҙа ҡуйҙығыҙ ҡыҙымды? Сихырлап үҙегеҙгә ҡаратып алдығыҙ, табығыҙ! Сыхырсылар! – тип, битәрләп ҡыуып ҡайтарҙы. Марина ишек аша, уларҙың һөйләшкәндәрен ишетте, тик тын алырға ла ҡурҡып ултырҙы. Ул уйҙары менән үҙенең аҙ ғына ғүмерен арҡыры-буй үтеп сыҡты. Күп нәмәгә яуап таба алманы. Әсәһен ул элек киноларҙа, әкиәттәрҙә күргән үгәй әсәгә оҡшатты. Ни өсөн әсәһе уны яратмай икән? Марина уның ҡушҡан эштәрен ваҡытында еренә еткереп эшләһә лә, сөй табып, әрләргә генә тора. Бәләкәй сағында ҡолағы шешеп, эренләп аҡҡан ине, Марина һыҙланып йөрөһә лә әсәһе “бер ни ҙә булмаҫ”, тип, врачҡа ла күрһәтеп торманы, шуға насарыраҡ ишетә шул, әйткәнен ишетмәй ҡалһа, тағы эләгә. Ҡәҙир менән танышып, тиҙ генә эйәләшеп китеүе лә уларҙың Маринаға ихтирам итеп, яратып ҡарауынандыр. Ҡәҙир менән танышҡаны бирле үҙен кеше итеп, кемгәлер кәрәк итеп тойҙо, күңеле күтәрелеп, бығаса кисермәгән хис-тойғолар кисереп, ҡанатланып йөрөнө. Бәхеттең етенсе ҡатында йөҙҙө. Ҡәҙир менән бергә йәшәй башлағас та, бындай тормош төш кеүек, уянып китһә барыһы ла юҡҡа сығыр төҫлө тойола ине.
- Әллә барыһы ла төштә генә булдымы икән? Бәхеттең ғүмере шулай ҡыҫҡа буламы? Юҡ, юҡ! Ҡәҙире уны көтә торғандыр, ҡәйнәһе лә уны юҡҡа эҙләп килмәгәндер. Ул бәхете өсөн көрәшергә тейеш! Шундай ҡарарға килеп, тынысланып йоҡлап киткән ине, бөгөн уңайлы ваҡыт табып ҡасып бара.
Бына инде сәғәттән артыҡ, үҙенең ҡотолоуына һаман да ышанып бөтмәй, йүгерә лә,йүгерә. Ун-ун ике саҡрымлап араны йүгереп үтте. Нисә көн йүнләп ашамайынса торған ҡыҙға ҡурҡыуын еңеп ҡасып китергә был тиклем көс ҡайҙан килә икән?! Әл дә хәҙер һыйыныр кешеһе бар. Тиҙерәк, тиҙерәк барып етергә ине.
Әсәһе лә ҡыҙының юҡлығын абайлағас, асыуынан ни эшләргә белмәй, ҡотороноп, иренә ҡысҡырҙы:
- Хайуан! Нимә эшләп тораһың? Бар, тиҙ генә ҡалаға киткән юлға сығып, ҡыуып етеп,алып ҡайт! Мин туҡталыш тирәһен ҡарайым, – тип, сығып йүгерҙе.
Марина артынан ҡыуа сығып, тотоп алмаһындар өсөн, оло юлға ла сыҡмай, машина-маҙар күренһә, шәйләп ҡалмаһындар тип, ҡайындарға ышыҡланып ҡала.
- Ҡайынҡайым! Ҡурсала минең ҡыйырһытылған йәнемде, тип бышылдай, ҡайынды ҡосаҡлап. Ҡайын да уны аңлағандай, иҫкәл елгә һелкенеп, башынан һыйпай, ямғырҙан ышыҡлай, йылыта, нимәлер бышылдап уны йыуата. Тик уға оҙаҡ торорға ярамай, йүгерергә кәрәк. Ҡайындар уға көс биргәндәй, юлға оҙата. Бына трассаға сыҡты, тик һаман да, еңел машиналарҙан ҡасып ҡалды, йөк машиналарын туҡтатырға тырышты. Бер йөк машинаһы килеп туҡтаны. Оло ғына шофер ишеген асып , аптырап уға ҡараны. Маринаның күҙенән туҡтауһыҙ йәш аға, һөйләр һүҙен саҡ һөйләп бөттө:
- Ҡыҙымдың тиҫтере, ә күпме ғазап күргән – тип, шофер уны йәлләне, ярҙам итергә тырышты. Боролошҡа еткәс такси туҡтатып, уны ултыртып ебәрҙе. Сөнки Марина еңел машиналарҙа әсәһе булып, уны күреп ҡалыр тип ҡурҡа ине.
Әсәләре көс менән Маринаны алып киткәндән һуң Ҡәҙир үҙенә урын таба алманы, ауыҙына бер тәғәм ризыҡ ҡапманы. Әсәһе төрләсә өгөтләп тә ҡараны, тик ул да ярҙам итмәне. Улының тәҙрәнән күҙен дә алмайынса, бер һүҙһеҙ тышҡа ғына ҡарап, йәки мендәргә ҡапланып ҡайғырып ятыуына үҙәге өҙөлә Рәйсәнең. Уның ҡайғыһын нисек итеп еңеләйтергә белмәй өҙгөләнә, уға күрһәтмәй генә илап та алды. Маринаны әсәһе башҡаса бында ебәрмәҫ, Рәйсәне лә әйтмәгән һүҙен ҡалдырмай, ҡыуып ебәрҙе, һуңғы өмөт Маринаның үҙенең генә килеүен көтөргә ҡала. Ни эшләйһең, улы ғәрип шул, Маринаның әсәһе лә:
- Ҡыҙымды ғәрип ир менән йәшәтмәйем! Лутсы үлтерәм, бер ҙә булмаһа үҙемә хеҙмәтсе булыр! – тип алып киткән. Донъяла шул тиклем, хатта үҙ балаһына мәрхәмәтһеҙ, шәфҡәтһеҙ әсәләр ҙә бар шул әле. Ҡатынын яҡлашып алып ҡала алмаған Ҡәҙир, үҙенең ярҙам итә алмауынан, ҡәһәрле яҙмышынан йәне өҙөлә. Йәне, тәне менән, Маринаның ҡабат килеүен көтә. Уны осратҡаны бирле, үҙен бәхетле итеп тоя ине. Марина уның бөтә йәшәйешен биләп алды, унан башҡа йәшәүен күҙ алдына ла килтермәй, тормошоноң мәғәнәһе, өмөтө, киләсәге. Әсәһе ҡыҙын айырып алып киткәс, уны ҡабат ебәрмәҫтәр,- тип ҡурҡа, бергә булған ваҡыттар йөрәкте телгеләп, күҙ алдынан үтәләр:
- Ниңә шул ваҡытта ғына үлмәгәнмен икән? Күпме кәмселектәр кисермәгән, ғазапланмаған булыр инем! Бер көн дә йәшәйһем килмәй! Кемгә кәрәгем бар минең? Әсәйем генә йәл, үҙе һыҙланып ҡына йәрөһә лә, ғүмере буйы апаһы менән Ҡәҙирҙе кеше итер өсөн бер нәмә лә йәлләмәне, көнө-төнө эшләне, әле һаман эшләп йөрөй. Улы нимә һораһа, шуны алырға тырыша, әле лә эшен ҡалдырып, уның янында ултыра.
Әсә. Ул үҙен дә уйламай тик балалары өсөн йәшәй, бигерәк тә Ҡәҙирен уйлап үҙәге өҙөлә. Ҡамырҙан әүәләп алған кеүек, бөтөнләй йөрөмәгән балаһын төрлөсә дауалап, аяҡҡа баҫтырҙы бит ул. Хәҙер улы кеше ярҙамына бик мохтаж булмаһа ла, ауыр йөрөй, сөнки уң аяғы менән ҡулының һеңерләренә ныҡ зарар килгән. Врачтар йөрөмәҫ тигәндәр ине, Хоҙай тәғәлә Рәйсәнең үтенесен, тырышлыҡтарын яуапһыҙ ҡалдырманы, аяҡҡа баҫтырҙы уның Ҡәҙирен, тик һау балалар менән сағыштырып булмай шул. Мөмкин булһа улының һаулығы өсөн ғүмерен дә йәлләмәҫ ине, уны бәхетле итер өсөн барыһына ла риза әсә. Ҡәҙирҙең өҙгәләнеүенә ҡарап Рәйсәнең йөрәге тулай, ваҡыты – ваҡыты менән һыҡрап һыҙлаған яралары, көҙгө ямғырҙар еткәс тағын да үҙәгенә үтә. Зиһене бынан 22 йыл элек булған ваҡиғаларҙы бер-бер артлы күҙ алдына килтерә.
Рәйсә ауыл хужалығы институтының өсөнсө курсында уҡып йөрөй ине. Уның курсташы Ғәлиә, Дим районы егетендә кейәүҙә. Өфөнөң «Юбилейный» мәҙәниәт һарайына уларҙың районынан үҙешмәкәр артистар килгәндәр икән, Тимерйән менән шунда таныштылар. Ирендәре бешкән сейәләй ҡып-ҡыҙыл, аҡ йөҙлө, ҡара ҡашлы ҡыҙҙы бер күреүҙә оҡшатты Тимерйән. Бигерәк та уның толомдары…Икегә ярып үрелгән толомдары уның зифа кәүҙәһенә һылашып, ҡыҙ атлаған сағында ниндәйҙер сихри тылсым менән тирбәлеп, үҙҙәренә тарталар. Бына шул сихри толомдарға ғашиҡ булды егет. Тимерйән үҙе лә төшөп ҡалғандарҙан түгел, һыҙҙырып гармунда уйнаһынмы, йырлап ебәрһенме. Эшендә лә бик яраталар үҙен, тик ҡыҙыулығы ғына бар.
Улар өйләнешеп, матур ғына йәшәп киттеләр. Ҡыҙҙары Ҡәҙриә донъяға килде. Рәйсә ситтән тороп уҡыуға күсте. Ҡәҙиренә ауырлы булһа ла,һуңғы курсты тамамлар өсөн, сессияға киткән ине. Тимерйәндең иң яҡын дуҫы, ҡатыны менән өс айлыҡ балаһын ҡалдырып, көтмәгәндә вафат булды. Дуҫының үлемен Тимерйән ныҡ ауыр кисерҙе, уның ғәиләһенә төрлөсә ярҙам итергә тырышты. Шул саҡлы ныҡ ярҙамлашып өйөнә лә ҡайтмай башлаған. Уларҙың ғәиләһе өсөн хафаланған ҡәйнәһе улының артынан бер- нисә тапҡыр барып, ғауғалашып ҡараһа ла, Тимерйән унда йөрөүен дауам иткән.
Рәйсә сессиянан ҡайтҡан көндө, күршеһе Әминә инде, ул:
- Башҡа кешенән ишеткәнсе, үҙем әйтәйем. Тимерйәнең әхирәтең Зиләгә эйәләшкән, һин киткәне бирле шунан ҡайта белмәй,- тине. Ул һүҙҙәрҙән Рәйсәнең йөрәге ярыла яҙҙы, быуындары йомшарҙы. Уның өҫтөнә тау ишелгәндәй, тыны ҡыҫылды, хәле бөттө, өнһөҙ ҡалып, ағарынып китте. Күршеһе:
- Йөрәгеңә ныҡ ауыр алма! Ҡатыны өҫтөнән йөрөмәгән ирҙәр бик һирәк! Бер һинеке генә түгел! – тиһә лә, йөрәгенең әрнеүе баҫылманы.
Ныҡлап инаныр өсөн күршеһе менән икәүләп Зиләләргә килһәләр, ысынлап та уның Тимерйәне Зилә менән. Рәйсәнең:
- Бәлки буш һүҙ генәлер! Кем нәмә һөйләмәҫ! Икенсе балабыҙ тыуырға тора, Тимерйән улай эшләмәҫ! – тигән өмөтө аҡланманы. Уның башы әйләнеп, аяҡ аҫтынан ер убылып киткәндәй булды. Рәйсә:
- Өйгә ҡайтып йөрөйһө булма! –тип, ишекте шапылдатып япты ла, сығып йүгерҙе. Уға ҡайҙа барһа ла барыбер ине. Ул күҙҙәренән субырлап йәштәре ағыуға ла ихтибар итмәне, йәненә урын таба алманы, башынан иренең хыянаты китмәне:
- Хыянат! Хыянат! Нисек баҙнат иткән ул? Нимә эшләргә? Нисек күтәрергә был хыянатты? Уға саф көйөнсә кейәүгә сығып, башҡаларға күҙ һалғаным да булманы, ә ул… Үҙенең ауылында, уның иң яҡын әхирәте менән… Артабан нисек йәшәргә? – тигән уйҙар уның мейеһен бырауланы. Бар донъяның аҫты – өҫкә килгән, дауыл сыҡҡан, донъя бөткәндәй тойолдо. Йөрәк ярып сыҡҡан әсе нәфрәтенән ҡысҡыраһы, сәстәрен йолҡа-йолҡа тәгәрәп ятып илайһы килде. Йәшәйһе килмәй ине уның. Мөхәббәтеңде юғалтыуы ни тиклем ауыр булһа, «мине генә ярата» - тип, уйлап, үҙең дә өҙөлөп яратҡан кешеңдең хыянаты икеләтә ауыр икән. Ул башын тубалдай иткән, бөтмәҫ-төкәнмәҫ уйҙарына яуап таба алмай. Күптән түгел элекке әхирәтен осратҡан ине, улар айырылышҡан, ире башҡаға өйләнгән икән, ул:
- Кеше йәре булғансы, үлһә лутсы булыр ине, – тип әйткәс, Рәйсәнең тәне зымбырлап, аптырап киткән ине, хәҙер үҙ елкәһендә татый.
- Үҙ күҙҙәрем менән күрмәһәм, бәлки ышанмаңҫ та инем. Китәм!
Бер көн дә тормайым! Тыуған яҡтарыма ҡайтып китәм! – тип, ныҡлы ҡарарға килеп өйҙәренә табан атланы.
Рәйсә әйләнеп ҡайтыуға кәйнәһе лә ҡайтҡан, килененең ҡарарына ул ҡырҡа ҡаршы төштө:
- Бер балағыҙ бар, икенсеһе тыуырға тора, бер ҡайҙа ла китмәйһең! Унан башҡа ла йәшәрбеҙ!– тигәс туҡталып ҡалды. Күп тә тормай, Тимерйән дә ҡайтты, ул ғүфү үтенһә лә, Рәйсә ғәфү итә алманы. Ҡыҙы менән Рәйсә бер бүлмәлә, Тимерйән менән әсәһе икенсе бүлмәлә йәшәй башланылар. Улдары Ҡәҙир донъяға килде. Рәйсәнең асыуы яйлап баҫыла төштө, Тимерйәне:
- Дүрт аяҡлы ат та абына, ғәфү ит мине! Башҡаса улай итмәм! – тигәс, ҡабаттан бергә йәшәй башланылар. Тик Тимерйән, һаман ул ҡылығын туҡтатмаған икән. Бер көндө ҡәйынбикәһе килеп инде лә:
- Тимерйән ағайым иренән айырылып ҡайтҡан Нәсимә янына кереп китте. Әйҙә әле, кәрәген биреп алып ҡайтайыҡ! Нимә эшләйҙәр икән унда? – тигәс, тиҙ генә кейенде лә, ҡәйенбикәһе менән икәүләшеп Нәсимәләргә китте. Рәйсә һаман да күңеленән Тимерйәнде аҡларға тырышты:
- Башҡаса улай эшләмәм, тип ант итте бит! Аяғыма йығылып ғәфү үтенде, буш һүҙ генәлер, – тип уйланы. Шулай ҙа күңеленә шик кергәс ул шикте таратырға кәрәк ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы был хәбәр ысын булып сыҡты. Улар барып кергәндә, Тимерйән менән Нәфисә эске кейемдә генә инеләр. Рәйсә ярһыуынан нимә эшләргә белмәйенсә, ҡулына эләккән фарфор һауытты алып, бөтә көсөнә Тимерйәнгә атты, ул
ялтанып ҡалды, һауыт стенаға бәрелеп селпәрәмә килде. Нимәлер әйтерлек хәлдә түгел ине ул.
- Тағы ла хыянат! Тағын ғәфү итәр, берҡайҙа ла китмәҫ тип уйлаймы икән? Юҡ! Юҡ! Был юлы ғәфү итә алмайым! Алмайым! Бөгөн үк, хәҙер үк ҡайтып китәм! - тип өйөнә йүгерҙе. Был юлы ҡәйнәһенең өгөтләүҙәре лә ярҙам итмәне, ике балаһын алып әсәләренә ҡайтып китте. Тик әсәһе уны аңламаны:
- Ир менән йәшәүе анһат, - тип уйлайһыңмы? Ике балаңды етем итергә әйтәһеңме? Мин бит түҙҙем, һеҙ йәтим үҫмәһен тип, нисә йылдар атайығыҙ менән ыҙа сиктем, һин дә түҙ! - тине. Икенсе көндө уның артынан Тимерйән килеп етте. Рәйсәгә уға эйәреп китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Улар тағы икеһе ике бүлмәлә, өйҙәш кеүек йәшәй башланылар, сөнки Рәйсә был юлы уның хыянатын ғәфү итә алманы. Күңеле ҡатты уның. Ә Тимерйән һаман ныҡышты. Эсеп ҡайтһа Рәйсәнең бүлмәһенә инә, ҡабат – ҡабат ғәфү үтенә башлай, үҙенең унан башҡа йәшәй алмауын аңлатырға тырыша. Тик Тимерйән һалған яра шул саҡлы тәрән, тиҙ генә уңалырлыҡ түгел шул, йәне лә, тәне лә уны ҡабул итә алмай, ә ул уны аңламай, ҡосаҡларға, үбергә, яратырға маташа. Бер нисә мәртәбә уның өҫтөндәге күлдәген йырҡалап ташланы, Рәйсә:
- Былай йәшәп булмай, мин әсәйемдәргә ҡайтып китәм! – тигәс, Тимерйән:
- Минең менән йәшәргә лә, йоҡларға ла теләмәйһең! Кемең бар? Әйт! Мине ташлап бер ҡайҙа ла китмәйһең! Әгәр ҙә китергә уйлайһың икән, һине үлтерәм, һуңынан үҙем үләм! - тип янаны. Был турала Рәйсә бертуған апаһына һөйләгәйне, тик апаһы:
- Иғтибар итмә! Бөтә ирҙәр ҙә шулай тип әйтә инде ул, - тип кенә яуапланы. Сираттағы ғауғанан, һуң Рәйсәнең түҙемлеге тамам бөттө. Көҙ етеп ямғырҙар башланһа ла, был юлы ул бөтөнләйгә китергә, башҡаса бында аяҡ та баҫмаҫҡа ҡарар итте. Ире белеп ҡалһа бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәк, шуның өсөн ул эшкә киткәс, әйберҙәрен арлы-бирле сумкаға тултырып, бер ҡулына Ҡәҙирен күтәреп, Ҡәҙриәһен күлдәгенә йәбештереп, өйҙән сығырға ғына торғанда, ишек асылып китте, унан күҙҙәре тонған Тимерйән күренде.
Кисә күрше ҡатыны Әминә кергән ине. Икәүләшеп сәй эскәндә Рәйсә уға тормошонан зарланып, сер итеп кенә иренән китергә йыйыныуы тураһында һөйләгәйне. Кем менәндер уртаҡлашһа йөрәгенең әрнеүҙәре кәмер төҫлө. Әминәнең ире Самат, Тимерйән менән РТС-та бергә эшләйҙәр. Ҡатынының айырылып китергә йыйыныуы тураһында һүҙҙе, Тимерйән иртән Саматтан ишетте. Уға:
- Башҡаға бирәһем юҡ? Мине яҡын да килтермәй, көтөп торған берәйһе барҙыр, – тигән уй уға тынғылыҡ бирмәне. - Бисәһе ташлап китте, тип бөтә ауыл көләсәк. Ҡайтып китәм тип, тупһамды атлап сығырға тейеш түгел! Нисек булһа ла ебәрмәҫкә! Үҙе ситкә йөрөһә лә, ҡатынын ярата, тик мосолман ирҙәренә хас булған көнсөллөк уты йөрәген яндыра.Үҙ фаразына, үҙе ышанып ҡыҙғандан кыҙа барҙы. Ул көндө Тимерйән машинаһын ремонтҡа туҡтатҡан ине, тиҙ генә магазиндан бер ярты алып килеп, эсеп бөтөрҙө, үҙе бер туҡтауһыҙ:
- Йыраҡ китә алмаҫһығыҙ! Күрһәтәм күрмәгәнегеҙҙе! - тип һөйләнде.
- Үлтерәм! Барыһын да үлтерәм! Һуңынан үҙем үләм! – тип, машина бардачогында ятҡан бысағын сарға тотоп, үткерләп алды ла, гараж эргәһенә яңы ғына килеп туҡтаған машинаны ҡыҙҙырып, өйөнә елдерҙе. Үҙенән-үҙе ярһығандан ярһый барҙы. Күҙенә аҡ-ҡараны күрмәйенсә, атылып өйгә килеп кергәндә, Рәйсә ишектән сығырға ғына тора ине.
- Минән китергә йыйындыңмы? Көтөп торған кешең бармы? Кем янына китә - Минән китергә йыйындыңмы? Көтөп торған кешең бармы? Кем янына китәһең? - тип,ҡоторонған Тимерйән уның яуабын да көтмәйенсә, бөтә көсө менән бала күтәргән ҡатынына сәнсте. Рәйсә балаһын күкрәгенә ҡыҫты, нисек тә уны ҡоторған иренең бысағынан һаҡлап алып ҡалырға тырышты. Тик йыртҡыс хәленә ингән иренең баланы ла аямай сәнскеләүенән,иҫен юғалтып иҙәнгә йығылды.
Тимерйән ҡатыны йығылғас та бер нисә тапҡыр сәнсте лә, ҡапыл айнып китте.Уның аңына үҙенең ни эшләгәне саҡ барып етте. Ул ҡатыным менән улымды үлтерҙем, тип уйланы. Ҡото осоп, тилергән әҙәмдәй бер аҙ сайҡалып торҙо. Бысаҡты үҙенә ҡаҙарға көсө етмәне, үләһе килмәй ине уның:
- Ҡасырға! Тиҙрәк ҡасырға! – тигән уй телеп үтте уның мейеһен. Йүгереп урамға сыҡһа, ҡапҡа алдына икенсе машина килеп туҡтаған, шоферҙар ҡулдары менән әйҙәп, Тимерйәнде саҡыра. Уға иптәштәре, барыһын да күреп торғандай, ҡасырға тигән ниәтен белеп килгәндәр төҫлө тойолдо.Ул йүгереп килеп, һыуынып та өлгөрмәгән машинаға ултырҙы ла, тиҙ генә ҡабыҙып, һуңғы тиҙлек менән ҡыуып алып китте. Нисек тә ҡасып ҡотолорға ине иҫәбе. Бына ҡырҡа боролош. Унан һуң Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер. Юл аша сығып барған бер баланы саҡ ҡына бәреп осорманы, боролошто ла үтте. Ул юғары тиҙлек менән күпергә килеп керҙе, тик күпер юлдан тарыраҡ булды, машинаһы ла өйрәнелмәгән, идара итә алмайынса, күперҙән аҫҡа осто.
Рәйсә менән улы аңын юғалтып күпме ятҡандарҙыр, әлеге шул күршеһе Әминә килеп керҙе. Урам ҡапҡаһы ла, солан ишектәре лә асыҡ, кергән сыҡҡан кеше күренмәй тип, аптырап килгән ине. Күршеләрендәге йән тетрәндергес күренеште күреп, үҙе саҡ аңын юғалтманы, нимә эшләргә лә белмәйенсә, йүгереп тышҡа сыҡты.
-Эй, Хоҙайым! Ярҙам итегеҙ! – тип кысҡырҙы ла, «тиҙ ярҙам» саҡырыр өсөн, элемтә бүлегенә йүгерҙе. Үҙҙәре район үҙәгендә йәшәгәнлектән, милиция ла, «тиҙ ярҙам» машинаһы ла тиҙ килеп етте. Рәйсә менән Ҡәҙирҙе болницаға алып киттеләр.
Әминәнең иҫенә Ҡәҙриә килеп төштө. Ул ҡото осоп «ҡайҙа булыр икән ул бала?»- тип уйланы. Башына килгән курҡыныс уйҙарҙы үҙенән ҡыуырға тырышып, карауат аҫтарын, мейес араларын ҡарап сыҡты. Ҡәҙриәне ул шифанир эсенән тапты. Бала унан сығырға ла ҡурҡып, ҡалтыранып ултыра ине. Әминәгә ике ҡуллап сат йәбеште. Тик Ҡәҙриәнең күҙҙәренән йәш тә сыҡманы, телен әйләндереп һүҙен дә әйтә алманы. Күргәндәренән шаҡ ҡатып, телһеҙ ҡалған ине бала. Әминә уны өйҙәренә алып ҡайтты. Тик унда ла Ҡәҙриә ашаманы ла, һөйләшмәне лә. Икенсе көндө уны Рәйсәнең атаһы килеп алып китте. Ул кейәүен һуңғы юлға оҙатырға килгәйне.
Рәйсә больницала икенсе көндө генә аңына килде. Уның йәшәйһе лә, бер кемде күрәһе лә килмәй ине. Ҡәҙирҙең хәле уныҡынан да аянысыраҡ булып сыҡты. Уның аяҡ, ҡул һеңерҙәре зарарланған, тәнендә күп яралар. Уны балалар травма бүлегенә һалдылар. Рәйсәнең әсәһе больницала
ейәнсәрен ҡарап ятты, ваҡыты булғанда Рәйсәнең эргәһенә йүгереп килеп, ярҙамлашты, йыуатты. Олоғайып килгән әсә кеше бындай көстө ҡайҙан алғандыр, белһә Алла үҙе генә беләлер. Операция артынан операция, Рәйсә алты ай тигәндә генә, ҡултыҡ таяҡтары менән йөрөй башланы. Больницаға һалғанда Ҡәҙирҙең хәле ауырыраҡ булһа ла, яралары тиҙерәк төҙәлеп, Рәйсәнең әсәһе үҙҙәренә алып ҡайтып киткән ине. Рәйсәнең дә хәле шәбәйҙе, оҙаҡламай уны ла больницанан сығарҙылар. Бер йыл тигәндә ул яҡын – тирәлә таяҡһыҙ ҙа йөрөй ала ине. Ҡәҙир генә, яралары тиҙ төҙәлһә лә, аяғына ауыр баҫты, баҫҡан хәлдә лә бер аяғын саҡ-саҡ һөйрәтеп ала, баҫҡанда ла ауыртынып ҡына баҫа, һыңар ҡулы насар йөрөй. Йөрөтмәгән дауаханаһы ҡалманы Рәйсәнең, тик врачтар башҡаса ярҙам итә алманылар. Ҡәҙриәһе лә ул ваҡиғаларҙы онотҡандай булды. Баштараҡ төнө буйы саташып сыға ине, тынысланды, тотлоғоп булһа ла һөйләшә башланы, яйлап тотлоғоуо ла бөттө.
Тимерйән менән йәшәгән йортҡа ҡабат килеп йәшәргә Рәйсәнең көсө етмәне. Ул йорт-ҡураһын һатты ла, ҡалаға барып эшкә урынлашты. Ҡәҙриәһе уҡырға төшөүгә ятаҡхананан бүлмә алып, балаларын үҙ янына килтерҙе. Күп тә үтмәне ике бүлмәле квартира бирҙеләр. Шулай итеп
йыл артынан йыл үтеп торҙо. Ҡәҙриәһе медицина институтын тамамлап кейәүгә сыҡты. Әле кейәүе Рөстәм менән бер ҡыҙ үҫтерәләр.
Тик Ҡәҙире генә күп нәмәнән мәхрүм ҡалды. Кеше балалары йүгерешеп уйнағанда, ул ҡыҙығып тәҙрәнән генә ҡарап ултыра торған ине. Үҙенең ғәриплегенән оялып, тышҡа һирәк сығып йөрөнө. Уҡытыусылар уны өйөнә килеп уҡытты.
Ҡайһы арала ир-егет булып үҫеп еткән. Ҡарап торғанда оҙон буйлы, ҡара ҡашлы, ҡуңыр йөҙлө, сибәр егет тә бит. Хәҙер өй эсендә әсәһенә ярҙамлаша, компьютерҙы ла яҡшы белә. Марина менән дә копьютерҙағы иғландар аша танышты, улар. Ҡауышып йәшәй башлағас, улы өсөн сикһеҙ шат ине Рәйсә. Баштараҡ уларҙың мөнәсәбәтенә һағайыбыраҡ ҡарағайны, Маринаны йөрөр-йөрөр ҙә, Ҡәҙирҙең йөрәген яралап, ташлап китер,- тип уйлағайны. Ә ул киреһенсә эҫенгәндән эҫенә барҙы, улы йәнләнеп китте, ололарса фекер йөрөтә башланы. Йәштәр бер береһен яратышып өйләнештеләр. Марина тыштан һау – сәләмәт күренһә лә, ваҡыты-ваҡыты менән өйәнәге тотоп ала, бер ҡолағы насар ишетә. Шуғалыр Ҡәҙирҙе лә, уны ла яратты. Уларҙың татыу йәшәүе Маринаны әсәһенә оҡшаманы, ул йыш ҡына килеп ғауға ҡуптарыр булып китте. Шуның өсөн яҡындағы ҡасабанан өй алып, Рәйсә балаларын шунда күсерҙе.
Балаларын кеше итеү өсөн күп көс һалды Рәйсә, уның ауыл хужалығы институтында бухгалтер – экономист һөнәре алыуы бик яйлы булды. Шулай булмай, икенсе группа инвалиды башҡа һөнәр менән эш таба аламы, ә ул тапты. Башта йорттар идаралығында бухгалтер булып эшләне, хәҙер ресторанда, сөнки бында эш хаҡы күберәк. Эштән һуң үҙ аллы фирмаларҙың эшен эшләне, тын алырға ла ваҡыты юҡ ине, бына өсөнсө көн тамағына аш, ҡулына эш бармай. «Ир ҡайғыһы итәктә, баланыҡы йөрәктә» - тип белмәй әйтмәгәндәр шул. Бығаса эш менән генә онотолоп йәшәгән икән. Уйлай башлаһаң, уйҙарыңдан уйылып китерлек. Йылдан йыл аяғы нығыраҡ һыҙлай, зарарланған һеңерҙәре тотмай, таяҡһыҙ йөрөй ҙә алмай, тик һағышланып ултырырға ваҡыты булманы. Ял көндөрендә машинаһына ултырып, улы менән килене янына, бөтө кәрәк-ярағын, күстәнәсен алып ауылға елдерҙе. Хәҙерге заманда балаларға бер терәкһеҙ күтәрелеп китеүе ҡыйын, бигерәк тә мөмкинселектәре сикләнгәндәргә. Ҡәҙир ҡалала кешенән генә оялып йөрөгәндер күрәһең, ауылда күп эштәрҙе башҡара, баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорттарын ҡарай, Марина менән арыу ғына йәшәп яталар ине. Улының ғәилә тормошо көйләнде тип шатланып, яңы өй һалырға уйлап йөрөй ине Рәйсә. Тик яуыз әсә уларҙы барып тапҡан, балаларының ҡайҙа йәшәгәнен, Рәйсәнең күршеһе дядя Ваня әйткән. Ул үҙе кешелекле генә әҙәм. Ир ҡулы кәрәк булғанда ярҙам итә ине. Тик төшөрөргә ярата. Маринаның әсәһе килеп, уға араҡы эсереп, балаларының ҡайҙалығын әйттергән. Бер - береһен яратышып, татыу ғына йәшәп ятҡан ғаиләне айырып, ҡыҙын көс менән алып ҡайтып киткән.
- Артабан нисек булыр? Килерме Марина? Әгәр килмәһә улы менән ни булыр?.. Шундай уйҙар борсой әсә йөрәген. Ә улы һаман бер нөктәгә текәлеп ята.
Өй эсендәге тыныслыҡты боҙоп, ишектә ҡыңғырау шалтыраны. Әсә менән ул йәнләнеп киттеләр. Икеһе лә йәшерен өмөт менән ишеккә баҡты ла, бер береһенә ҡарашып, бер аҙға ҡатып ҡалдылар. Ишектә ҡыңғырау ҡабат шалтырауға, икеһе бер юлы ишеккә атылды. Унан ямғырҙа сыланып, күшегеп бөткән Марина күренде. Ул ғәфү үтенгәндәй ишек төбөндә туҡталып ҡатып ҡалды. Уны әсәле-уллы беръюлы ҡосаҡлап алдылар, шатлыҡтарынан барыһының да күҙҙәренән йәш атылып сыҡты.
- Ҡалаға еткәс, бында мине эҙләмәйҙәрҙер инде тип, такси менән килгән инем, түләргә аҡсам булманы. Таксиға аҡса бирмәҫһегеҙме? – тип Марина тынлыҡты боҙҙо, үҙе ғәйепле кешеләй башын түбән эйҙе.
- Бирәм балаҡайым, бирәм! Хәҙер үҙем сығып түләйем! - тип, Рәйсә аяғына ғына кейҙе лә, ҡабаланып тышҡа сыҡты. Таксиға түләне лә, уның артынан бер аҙ ҡарап торҙо. Ямғыр һаман һибәләй, уның тамсылары хәҙер инде Рәйсәнең шатлыҡ йәштәрен йыуа. Тик көҙҙөң һалҡын ямғыры ла, әсе еле лә, йыуып та, ҡыуып та алып китә алмайҙар был шатлыҡты.
 
 
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: