Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
7 Декабрь 2021, 09:03

Атай икмәге

Йылына башлаған көндәр тағы һыуынды. Ҡар яуып, ер өҫтөн ҡаплағас, яңынан ҡыш булды ла ҡуйҙы, Миҙхәт менән Мотаһар өйҙә генә ултыралар. «Ҡар ниңә йылы булмай икән, мин сығыр ҙа йүгерер инем», тип бошоноп ала Мотаһар. Ул үҙе әллә ашау яғы насар булғанғамы, әллә һалҡын алдырҙымы, йыш ҡаны ауырый башланы, төндәрен туҡтауһыҙ йүтәлләп сыға.

Атай икмәге
Атай икмәге
Быйыл яҙ иртә килде. Һуңғы ике көн эсендә тау һыртындағы ҡарҙар иреп бөттө. Урамдан шаулап гөрләүектәр аҡты. Тик өйҙәрҙең һалам ҡыйыҡтары ғына ҡарҙан әрселгәс, меҫкен ҡиәфәткә инде. Ҡайһы ере балсыҡ, ә ҡайһы ере һыйыр тиҙәге менән һыланған, яртылаш ергә һеңгән был өйҙәр халыҡтың күргән нужалары тураһында әллә ҡайҙан ҡысҡырып һөйләп торалар һымаҡ.
 
 
Шулай ҙа яҙ – яҙ инде. Ауылда ғәҙәттә булмаған йәнлелек һиҙелә. Миҙхәт менән Мотаһар ҙа өйҙә ятып түҙә алманы. Әсәләренең тыйып китеүенә ҡарамаҫтан, тупһаға сығып ултырҙылар. Ә бер аҙҙан ҡыйыулыҡ итеп епшек ҡарға аяҡ баҫтылар. Ҡыш буйы өйҙә ятып ялыҡҡан тәндәрен яҙыр өсөн талды ат итеп ялан аяҡ әле был яҡҡа, әле теге яҡҡа саптылар.
Өйҙөң ҡасандыр ҡойма менән кәртәләнгән булыуы тураһында унда–бында һерәйешкән ҡаҙаҡтарҙан ғына белергә мөмкин. Зәһәрле ҡышта туңып үлмәҫ өсөн кәртә–ҡуралар күптән яғылып бөткән шул. Ни хәл итәһең, дүртенсе йыл барған һуғыш үҙ ауырлығын халыҡ елкәһенә ныҡ төшөрҙө. Был әфәт баҫылһа, барыһы ла рәтләнер ине лә…
Йорт хужаһы Fәлләм ағай һуғыштың тәүге көндәрендә үк ҡатынын, береһенән–береһе бәләкәй ике улын ҡалдырып фронтҡа китте. Уны оҙатҡанда кесе улы Мотаһар атламай ҙа ине әле. Атаһын бөтөнләй хәтерләмәгәнгә күрә: «Атайым былаймы, атайым тегеләйме?»- тип Маһикамал апайҙың да, Миҙхәттең дә теңкәһенә тейеп бөтә. Ә һуңынан ишеткәндәрен үҙе күргән төҫлө итеп һөйләп йөрөй. «Атай миңә, ҙур булып үҫ, тип әйткәйне, үәт» – тип ҡуя. Ҡайһы берәүҙәр йәлләйҙәр, икенселәре: «Ә һин нимә тип яуап бирҙең?»– тип һорайҙар. Мотаһар күҙҙәрен ҙур асып, тотлоға–тотлоға һөйләргә керешә: «Мин ҙур булам, тинем! Өй түбәһенә төкөгәнсә үҫәм, тинем. Юҡ, бына хәҙер үк төкөйөм»,–тип стенаға бәрелеп ала. Башын ауырттырһа, аҡланып та ҡуя: «Ныҡ ҙур булһаң, ныҡ төкөй ҙә ҡуяһың шул».
Миҙхәт атаһын томанлы ғына булһа ла хәтерләй. Шуға ҡустыһы һөйләгәндәргә төҙәтмә индереп тә ебәрә.
Бына ошо балалар һуғыштың дүртенсе яҙын ҡаршылайҙар. Мотаһар һыуыҡтан ҡаҙ тәпәйе кеүек ҡыҙарған аяҡтарын ыуа–ыуа ағаһына өндәште:
 
  • Ағай, әйҙә тупһала ғына уйнайыҡ!
  • Сыҡҡанға яңы ғына, өшөнөң дәме?
  • Аяҡтарым туңды, әйҙә инде..!
 
Миҙхәт һуҡрана–һуҡрана өйгә табан китте:
 
  • Бешмәгән булып сыҡтың бит, ә! Етмәһә, мин һалдат булам тигән була.
 
Үҙенең аяҡтары туңһа ла, ағай булараҡ, сер бирергә теләмәй. Мотаһарҙың бик тә һалдат булғыһы килә, шуға ла ул да яуапһыҙ ҡалмай:
– Нишләп булалмай ти?
 
  • Була алаһың инде,– тип ирештерҙе тупһаға килеп ултырған Миҙхәт.–Йә, нимә уйнайыҡ?
  • Сәй эскән булып, йәме?
  • Ҡыҙҙар уйыны бит ул.
  • Аһ–аһ, ниңә, беҙ ҙә сәй эсәбеҙ бит.
 
Миҙхәт ҡустыһы менән һүҙ көрәштереүҙе файҙаһыҙға һанап ҡул ғына һелтәне: «Яһа».
Мотаһар мыш–мыш килеп үҙе йыйған сынаяҡ ярсыҡтарына «сәй» яһай башланы.
 
  • Ниңә һөт ҡоймайһың?
  • Ағай, әсәйем һыйырҙы һатты бит, шуға һөтһөҙ генә эсерәм.
 
Миҙхәт, әсәһенең көҙөн үк һыйырҙарын һатып ебәргәнен хәтерләп, көрһөнөп ҡуйҙы. Хәйер, ҡыш сығарырлыҡ һаламы булһа, һатмаҫ ине лә…
 
  • Беҙ бында юрый ғына сәй эсәбеҙ. Шулай булғас, һөт тә бар, төшөндөңмө? Ана, башмағыбыҙ һыйыр булған тип уйнайыҡ.
  • Ярар,– тип Мотаһар баш ҡаҡты ла балсыҡ киҫәктәрен теҙә башланы.– Икмәк аша, ағай, бына, эй күп улар…– Ҡапыл иламһырап, Миҙхәткә төбәлде,– асыҡтым, ағай.
  • Туҡта, ҡустым, уйнап бөтәйек.
  • Эй–й, мин бүтән уйнамайым, ашағым килә...Эһ–эһ..– Мотаһарҙың күҙҙәренән йәш бөрсөктәре тәгәрәне.
  • Үәт һине, туҡта инде! Үҙе ҙур, үҙе илай. Әсәйем ҡайтҡанды көтәйек. Хәҙер ашап, кисен ас ултырғың киләме?
  • Минең бынау ерем ауырта.– Мотаһар ашҡаҙан тәңгәлен күрһәтеп уфтанды.
 
Миҙхәт уны тынысландырырға тырышты.
 
  • Оҙаҡламай атайым ҡайтыр. Әсәйем, ул ҡайтһа, икмәк тә, картуф та мул булыр, ти бит, шуны ишетмәнеңме ни?
 
Миҙхәт үҙе лә шул көндө күҙ алдына килтерергә тырышты, ысынлап та икмәк, картуф көн һайын булырмы икән?
Мотаһарҙың күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары күренде:
 
  • Атайым тиҙҙән икмәк алып ҡайта, эйе бит?
  • Эй иҫәрһең дә инде! Ул нисек һуғыштан икмәк алып ҡайтһын ти?
  • Ниңә? Икмәк тә алып ҡайта ул,– Мотаһар ағаһын ышандырырға тырышты.– Атайым беҙҙең гел асыҡҡҡанды белә лә инде… Ағай әйҙә, мейес эсен ҡарайыҡ, картуф онотолоп ҡалманымы икән?
 
Миҙхәт ҡустыһының ниәтен кире ҡағырға батырсылыҡ итмәне. Бына Мотаһар мейес эсенә инеп китте. Бер аҙҙан уның төшөнкө генә тауышы ишетелде:
 
  • Юҡ…
 
Һүҙ юҡ, Миҙхәт үҙе лә бик асыҡты. Эсен нимәлер семетеп– семетеп ала. ¤йҙә картуф бар–барын, әммә әсәһе, уларҙы хисаплап, көндәгеһен көнгә бүлеп ҡуйған. Һике аҫтындағы кискә бешерергә тигәндәренән икене генә алып… Юҡ, әсәһе туҡмар. Ул эштән арып ҡайта, әрләп тә, сәпәп тә ебәргән саҡтары була.
Мотаһар йәнә көйһөҙләнә башланы:
 
  • Ана, Хәҙисә инәйҙең мейесенән төтөнө сыға. Ашарға бешерәләрҙер әле.
  • Сеү, тим бит. Мин дә асыҡтым. Ә бер ҙә иламайым. Түҙ!
 
Шулай тиһә лә Миҙхәт түҙмәне, ике бөртөк картуфты усына ҡыҫты. Хәҙисә инәйҙән бешертеп алырғамы әллә?
Турбашта ни менәндер булашып йөрөгән Хәҙисә әбей ишек тауышына әйләнеп ҡараны.
 
  • Кем икән тип торам, һинме ни, Миҙхәт балам? Әйҙә, уҙ.
  • Юҡ, үтеп тормайым. Ошо ике картуфты бешереп кенә бир әле, инәй. Беҙҙең мейескә ут яғылмаған.
  • Картуф тиһеңме? Аһ–аһ, бешерермен, ниңә бешермәй ти! Бына үҙем дә балаларға берәй нәмә әтмәләп йөрөй инем,– тине Хәҙисә әбей ейәндәре яғына күрһәтеп.
 
Миҙхәт тиҙерәк өйҙәренә йүгерҙе.
 
  • Мотаһар, булды! Тиҙҙән картуф ашайбыҙ.
 
Ҡустыһы шатлығынан урындыҡта тәгәрләй башланы.
 
  • Ура–ура!
  • Эй, һин, туҡта әле! Ашауын ашарбыҙ, ә әсәйгә нимә тиербеҙ? Үәт бит.
  • У–у–у, беҙҙең әле картуф күп тә инде. Ашап та бөтә алмаҫбыҙ әле, ысын, ҡасан атайым ҡайтҡансы.
 
Миҙхәт уның аңралығына аптырап ҡуйҙы. Атаһы ҡайтһа, имеш, уның ҡасан ҡайтыры билдәһеҙ шул. Әсәһе генә ул тиҙҙән ҡайтыр, ти, ә тиҙҙең һаман тиҙ булғаны юҡ.
Ниһәйәт, картуф артынан барыр ваҡыт етте. Миҙхәт күршеләренә дөбөр–шатыр барып инде һәм урындыҡ өҫтөндә сыр–сыу килеп илашып ултырған балаларҙы күрҙе лә аптырап туҡтап ҡалды.
 
  • Инәй, мин картуфҡа килгәйнем…
  • Һинме был, балаҡайым? Нимә тип кенә аҡланайым икән һуң, Хоҙай тәғәлә? Бынау ҡара йөҙҙәр мин урамдан ингәнсе бөтә картуфты мейестән ала һалып, ҡырып–һепереп ашап бөткән дә ҡуйғандар бит. Тымығыҙ тим, ҡороғорҙар, тауышығыҙ сыҡмаһын!
 
Миҙхәттең ҡапыл теҙ быуындары ҡалтыраны, ул ҡолап китеүенән ҡурҡып ишек яңағына һөйәлде. Хәҙисә әбей һаман ейәндәрен орошто:
 
  • Мин юҡта ризыҡҡа тейешеп кенә ҡарағыҙ! Бына күрәһегеҙме?– Ул ҡулындағы шыйтыҡ сыбыҡты һелкеп алды.– Хәҙерге шикелле генә итмәм мин һеҙҙе!
 
Балалар ҡурҡышып тағы ла ҡысҡырыбыраҡ илай башланы. Уларҙың тауышы Миҙхәтте һиҫкәндерҙе, башын түбән эйгән малай сығырға боролдо.
 
  • Балам, тороп тор, риза итәйем,– ҡулына бер туҫтаҡ ҡатыҡ тотҡан Хәҙисә әбей уға табан атланы.– Күптән ҡатыҡ күргәнегеҙ юҡтыр. Аҡ менән туҡланған кеше һау була ул.
 
Миҙхәт ҡатыҡты алырға ла, алмаҫҡа ла белмәне. Уның был балалар ризығы икәнен яҡшы аңлай ине, тик Мотаһарҙы күҙ алдына килтергәс, үҙе лә һиҙмәҫтән һауытҡа табан һуҙылды. Күҙ йәштәрен еңе менән һөрткәс, Хәҙисә әбейҙең яғымлы йөҙөнә бағып, ишетелер–ишетелмәҫ кенә бышылданы.
 
  • Ҙур рәхмәт, инәй…– ул туҫтаҡты эләктерҙе лә сығып ысҡынды.
 
Мотаһар ағаһы килеп инеү менән уның ҡулына йәбеште.
 
  • Бештеме, ағай, бештеме?
  • Ҡустым, Fәлиәләр беҙҙең картуфты белмәйенсә ашаған да ҡуйғандар. Һин уны әсәйемә әйтмәҫһең, йәме. Ә Хәҙисә инәй ҡатыҡ бирҙе.
 
Мотаһар ул һөйләгәнде әллә ишетте, әллә юҡ, ашыға–ашыға ҡатыҡ һемерегә тотондо. «Миңә лә ҡалдырмаҫмы икән?»- тип уйланы Миҙхәт. Ас мәлдә икенсе берәүҙең ашағанын ҡарап тороуҙан да ауыр нәмә юҡтыр. Миҙхәт ғазап сигә–сигә төкөрөктәрен эскә йотто. «Ярар, мин түҙермен. Әсәйем ҡайтырға ла күп ҡалманы инде»– тип йыуатты ул үҙен. Мотаһар ҡатыҡты эсеп бөткәс, буш туҫтаҡтың ситен бармаҡтары менән һыпырып ялап ҡуйҙы. Тағы әҙ генә булғанда, их, юҡ шул…
Маһикамал апай эштән ғәҙәтенсә һуң ғына ҡайтты. Мотаһар әсәһе инер–инмәҫтән уға ҡаршы йүгерҙе.
 
  • Әсәй, беҙ картуф ашаманыҡ, ысын!
 
Миҙхәт ирендәрен ауырттырғансы тешләне, ышан был Мотаһарға, әйтмәй, имеш.
 
  • Ашаманыҡ, ағай, эйе бит. Беҙ уны, беҙ уны… – ул, ағаһының әйтмәҫкә ҡушыуын хәтерләп, шып туҡтаны.
 
Маһикамал апай, былар нимә һөйләй әле тигән шикелле аптырап ҡарап торҙо ла һике янына килеп, картуфтарҙы барланы.
 
  • Икәүһе ҡайҙа?
 
Миҙхәт өндәшергә ҡыйманы, бары тик Мотаһар ғына әсәһе янында уралды:
 
  • Беҙ уны, беҙ уны… Әсәй, беҙгә атайым тиҙҙән картуф, икмәк алып ҡайта, эйе бит?
 
Маһикамал апай берсә эргәһендә һөйләнеп торған бәләкәсенә, берсә күҙҙәрен аҫҡа төбәгән ҙур улына ҡарап уфтанды. Бына Миҙхәт әкрен генә атлап әсәһе янына килде һәм башын түбән эйгән килеш:
 
  • Беҙ теймәҫ инек, әсәй…Беҙ теймәҫ инек…– тине, уның тауышы ҡалтыранды. Әсәһе ауыр эштән ҡытыршыланған һөйәлле ҡулдарын улының иңенә һалды.
  • Беләм, теймәҫ инегеҙ, балам. Эх, был һуғыш…
 
Күңелһеҙ тынлыҡты боҙоп, Мотаһарҙың сағыу тауышы яңғыраны:
 
  • Мин һуғышты еңәм, әсәй!
 
 
 
Йылына башлаған көндәр тағы һыуынды. Ҡар яуып, ер өҫтөн ҡаплағас, яңынан ҡыш булды ла ҡуйҙы, Миҙхәт менән Мотаһар өйҙә генә ултыралар. «Ҡар ниңә йылы булмай икән, мин сығыр ҙа йүгерер инем», тип бошоноп ала Мотаһар. Ул үҙе әллә ашау яғы насар булғанғамы, әллә һалҡын алдырҙымы, йыш ҡаны ауырый башланы, төндәрен туҡтауһыҙ йүтәлләп сыға.
Маһикамал апай күҙгә күренеп шиңгән бәләкәсенә нисек ярҙам итергә белмәй.
 
  • Ах, һыйырыбыҙ юҡ бит, исмаһам, балаҡайҙарым, былай бирешмәҫ инек,– тип зарлана ул.
  • Һыйырыбыҙҙы теге олатайҙарҙан алайыҡ та ҡайтайыҡ,– тип үҙенсә кәңәш бирә Миҙхәт. Маһикамал апай күңелһеҙ генә йылмая.
  • Анһат ҡына уйлайһың…
  • Их, тиҙерәк башмағыбыҙ ҙурайһын ине. Беҙҙең дә Хәҙисә инәйҙәрҙеке кеүек ҡатығыбыҙ булыр ине, эйе бит, әсәй? Әллә ниңә мин дә, башмағыбыҙ ҙа үҫмәй ҙә ҡуябыҙ,– тип Мотаһар ҙа һөйләнеп ала. Уның һүҙҙәренән һуң Миҙхәттең йөрәге әрней.
 
Һуңғы көндәрҙә Мотаһар үтә ябыҡты. Бөгөн дә хәле шәптән түгел, ахырыһы, сырайын һытып, көс–хәл менән тын алып ултыра. Нисек күңелен күрергә һуң?
 
  • Мотаһар, әйҙә, күмер алайыҡ та, иҙәнгә һүрәт төшөрәйек.
 
Мотаһар баш сайҡаны
 
  • Эй–й–й, мин төшөрә белмәйем.
  • Белмәһәң, өйрәтәм. Кил, ат эшләйек. Бына, ҡара әле, нисек шәп сыға,– Миҙхәт үҙе төшөргөн рәсемгә һоҡланып ҡарап торҙо. Мотаһар өндәшмәгәс, уның яғына боролдо.– Ҡана, ҡарайым әле, һин нимә төшөрҙөң?
 
Ул Мотаһар яһаған түңәрәктәрҙән бер нәмә лә аңлай алманы.
 
  • Былар нимә була һуң ул?
  • Аһ–аһ, картуф икәне күренеп тора ла инде! Быныһы һиңә, быныһы миңә, быныһы әсәйемә, ә быныһы…
 
Миҙхәт уны һаҡ ҡына бүлдерҙе
 
  • Ҡара әле, ҡустым, мин һиңә картуф төшөрөргә ҡушмағайным да баһа, әйҙә уларҙы ҡояш итәйек.
  • Юҡ, минең картуф төшөргөм килә!– Мотаһар ҡыҙып–ҡыҙып түңәрәк һыҙа башланы. Инде Миҙхәт асыуланды.
  • Барыбер төшөрмәйһең! Ниңә гел картуф уйлайһың? Ашарға ҡайҙан алайым һиңә мин?
 
Миҙхәт ҡустыһының картуфтарын һөртөп алды ла ағас төшөрә башланы:
 
  • Хәҙер яҙ етә бит, япраҡтары сыға башлаған ағастарҙы төшөрәйек.
 
Мотаһарҙың был тәҡдимгә ризамы, түгелме икәнлеген белер өсөн, боролоп ҡарағанда ҡустыһы урындыҡ аҫтына инә яҙып ниҙер төшөрә ине. Миҙхәт әкрен генә уның янына килеп баҫты. Тағы түңәрәктәр.
 
  • Картуфмы?
 
Мотаһар башын ҡалҡытты һәм төшөргән һүрәтенә бармағы менән төртә–төртә:
 
  • Юҡ, былары көлсә. Көлсә, ағай. Был ҙурҙары һиңә, әсәйемә, атайыма, ә был иң бәләкәсе миңә,– тине, үҙе аяныс йылмайып Миҙхәткә баҡты. Әллә шул күҙҙәрҙән, әллә һүҙҙәрҙән тетрәнде Миҙхәт, таш һымаҡ ҡатты ла ҡалды. Быны үҙенсә аңлаған Мотаһар һүрәттәрен кәүҙәһе менән ҡапланы.
  • Икмәккә теймә, ағай!..
 
Миҙхәттең бите буйлап күҙ йәштәре тәгәрләне.
 
2
 
Көндәр йылынды инде. Әммә һуңлап килгән яҙ Миҙхәттәрҙең өйөнә шатлыҡ алып килмәне. Кескәй Мотаһар бына нисә көн инде түшәктән тора алмай, ә көндәр йылыһа һауығыр төҫлө ине бит!
Тубыҡтарын ҡосаҡлаған Миҙхәт тәрән уйға батҡан. Мотаһарҙың ара–тирә ыңғырашыуы ғына тынлыҡты боҙоп өйгә ниндәйҙер хәсрәт өҫтәй. Миҙхәт ҡустыһы янына килде.
 
  • Ыумасыңды эс инде, әсәйем ашау барҙа йәшәү бар, ти бит.
 
Мотаһар күҙҙәрен йомған килеш хәлһеҙ генә баш сайҡай. Миҙхәт тубыҡтарын ҡосаҡлай ҙа тағы уйға бата. Бөтә балалар урамда, ә уға ҡустыһын ташлап сығып китергә ярамай шул. Мотаһар тиҙерәк терелһә, улар ҙа башҡалар һымаҡ йыуа, ҡуҙғалаҡҡа йөрөрҙәр ине. Уйҙары әсәһенә барып тоташты. Меҫкен әсәһе көнө буйы эштә, ә төнөн Мотаһар янында була. Был арала йонсоно, берүк үҙе ауырып китмәһен. Малай ҡустыһының тауышына һиҫкәнде.
 
  • Нимә тиһең, ҡустым?
  • Ҡояшты күргем килә…
 
Миҙхәт Мотаһарҙы күтәрҙе лә уның еңеллегенә аптырап ҡалды: яҫтаған мендәренән дә ауыр түгелдер, моғайын. Ә ҡышҡыһын ул ҡустыһын саҡ–саҡ күтәрә торғайны…
Миҙхәт уны болдорға алып сыҡҡас, артына мендәр ҡуйып рәтләп ултыртты. Ауырыу бала күҙҙәрен сытырлатып йомдо. Әллә ҡояш үтә сағыу булғанғамы, уның бите буйлап күҙ йәштәре тәгәрләне.
 
  • Йә, ҡустым, һиңә рәхәтме? Ыумасыңды эсәһеңме?
  • Юҡ, үҙең эс…
  • Һин улай тимә. Беләһеңме, бөгөн Fәлиәләр йыуаға китте. Һиңә лә алып ҡайтабыҙ тинеләр. Әсәйем тағы ла тәмлерәк итеп ашарға бешерер. Хәҙер көндәр һәйбәт, инде һин терелерһең.
 
Ә сабыйҙың бите буйлап күҙ йәштәре аҡты ла аҡты.
 
  • Минең шәбәйгем килә, ағай…
 
Ул әллә тороға теләне, ҡапыл ҡалҡына бирҙе лә мендәренән шыуып төштө.
 
  • Уй, Мотаһар, нимә эшләйһең?
 
Ҡустыһы өндәшмәне.
 
  • Мотаһар! Мотаһар!
 
Ниндәйҙер бәләнең яҡынлашҡанын тойған Миҙхәт ҡустыһын индереп түшәккә һалды ла күршеләренә йүгерҙе.
 
  • Инәй, Мотаһарға әллә ни булды ла ҡуйҙы!– тип ҡысҡырҙы ул күҙ йәштәренә төйөлә–төйөлә. Хәҙисә әбей Мотаһарҙы барып күргәс, Миҙхәтте әсәһенә ебәрә һалда.
  • Иҫен юғалтҡан бит, балаҡайым, бар тиҙерәк әсәйеңә хәбәр ит!
 
Кисен Миҙхәткә күршеләрҙә ҡунырға ҡуштылар.
 
  • Балам, беҙҙә генә йоҡла. Мин әсәйең янында ҡалам,– тине уға Хәҙисә әбей. Малай башҡа ваҡыттағы шикелле киреләнеп торманы. Ҡустыһы янына барып әкрен генә уның башынан һыйпаны һәм ҡапыл боролоп сығып китте.
 
Төнөн ул төш күрҙе. Атаһы ҡайтҡан имеш. Тик бына Мотаһар әллә ҡайҙа булған да ҡуйған. Миҙхәт уны эҙләп әле был, әле теге яҡҡа йүгерҙе. Күпмелер ваҡыт йөрөгәс, алыҫта ҡустыһын күреп ҡалды. Ҡыуып еттем тигәндә генә, Мотаһар ҡошҡа әйләнеп осто ла китте. Миҙхәт ҡоштоң артынан йүгерә, ҡысҡыра…
Уны Хәҙисә әбей уятты:
 
  • Балам, икенсе яғыңа әйләнеп ят, һаташаһың.
 
Миҙхәт башта үҙенең ҡайҙа ятҡанын аңламаны, иҫенә төшкәс, һикереп торп ултырҙы.
 
  • Юҡ, мин үҙебеҙгә ҡайтам.
  • Иртә әле, балам, таң да атмаған, ят, ят.
 
Ул һуң ғына уянды. Күҙен асҡанда Хәҙисә әбейҙең ейәндәре сыр–сыу килешәләр ине. Уларҙың иң ҙурыһы Fәлиә Миҙхәттең янына килде.
 
  • Ә һин, беләһеңме, Мотаһар үлгән бит.
 
Миҙхәттең йөрәге жыу итеп китте. Ул бер аҙға тораташтай ҡатып ҡалды. Унан, үҙен–үҙе белештермәйенсә, Fәлиәгә барып йәбеште.
 
  • Алдама–а!
 
Ҡыҙыҡай күҙҙәрен сылт–сылт йомдо, ҡалтыранды.
 
  • Мин әбейҙәрҙең һөйләшкәндәрен тыңлап торҙом. Бәлки…
 
Миҙхәт ишеккә ташланды. Ләкин ул тыштан бикле ине. Малай бар көсөнә ишекте этте.
– Асығыҙ! Ас!
Күпме ҡысҡырғандыр ул, әммә бер кем дә ярҙамға килмәне. ¤йҙәге балалар уға ҡушылып иланы. Бер ни күрмәй, бер ни ишетмәй, Миҙхәт үкһене лә үкһене. Күҙ йәштәре бөттө, тауышы ҡарлыҡты, ә ул йәшһеҙ–тауышһыҙ һаман иланы. Ахырҙа өҙөк–өҙөк һулҡылдап иҙәнгә йөҙ түбән ҡапланды. Һәм шул килеш йоҡлап китте.
 
  • Балам, тор, ҡустың менән хушлашып ҡал,– тип уятты уны Хәҙисә әбей.
 
Миҙхәт аңламаны, нисек хушлашырға? Әллә Мотаһарҙы бер ҡайҙа алып китәләрме? Үлгәндәр менән нисек хушлашып булһын, улар ишетәләрме ни? Тимәк, Fәлиә яңылыш аңлаған.
Бөтә күк йөҙөн ҡаплап сәүкәләр оса. Миҙхәт төшөндө ниндәй ҡош күргәнен хәтерләргә тырышты. Ниндәй ҡош һуң? Күгәрсенме, турғаймы? Юҡ, ул Мотаһар ине бит. Мотаһар – ҡош?
Хәҙисә әбей уны етәкләп алды.
 
  • Атла, балам.
 
Ниңә һуң бөгөн сәүкәләр бөтә күк йөҙөн ҡаплаған? Ә кем әле, сәүкәләр түбәндән осһа ямғыр яуа, тип әйткәйне? Мотаһар бер көн көтөп–көтөп тә ямғыр яумағас, сәүкәләр алдаҡсы, тигәйне…
 
  • Инәй, ул йоҡлай ғыналыр. Бәләкәйҙәр ҡаты йоҡлай бит ул. Инәй, ул һуңғы ваҡытта төндәрен дә йоҡлай алмай торғайны.
 
Әбейҙең өндәшмәүе Миҙхәттең күңеленә шом һалды. Мотаһар бер ҡасан да: «Сәүкәләр оса, бәлки ямғыр яуыр!»– тип һөрән һалмаҫмы?
 
  • Юҡ!
 
Миҙхәт бөтә кәүҙәһе менән ҡалтыранды. Хәҙисә әбейҙең ҡулынан ысҡынып өйҙәренә ҡарай йүгерҙе.
Ишек алдында ике–өс ҡарт күренә. Миҙхәт, былар мине тотҡарлай күрмәһендәр тигәндәй, дөбөр–шатыр өйгә килеп инде. Эстә әбейҙәрҙе күргәс, тағы туҡталды. Ни эшләйҙәр улар бында? Әбейҙәр малайға ин тип тә, сыҡ тип тә өндәшмәнеләр. Миҙхәт һаҡ ҡына атлап урындыҡта ятҡан ҡустыһы янына килеп баҫты. Ә Мотаһар күҙҙәрен йомған килеш тып–тын ята. Тып– тын. Элекке кеүек ыңғырашмай ҙа, сырайын да һытмай. Күҙҙәрен, тик бына күҙҙәрен генә асһасы…
 
  • Мотаһар, ҡустыҡайым, мине ишетәһеңме?
 
Ҡустыһы уға яуап бирмәне. Миҙхәт йәш тулы күҙҙәрен унан оҙаҡ ала алмай торҙо. Ҡот осҡос дөрөҫлөккә бер нисек тә ышанырға теләмәне. Һаман да Мотаһарҙың уянырын көттө.
 
  • Мотаһар, һин йоҡлайһың ғына, эйеме?
 
Әммә уның һорауы яуапһыҙ ҡалды. Миҙхәт әбейҙәр яғына боролдо. Малайҙың ялбарыулы ҡарашы әле был, әле теге әбейгә төбәлде, ләкин ул теләгән яуап әбейҙәрҙән дә ишетелмәне. Кемдер һаҡ ҡына уның яурынына ҡағылды. Әсәһе ине. Миҙхәттең күҙенән йәштәр тәгәрләне.
 
  • Әсәй, ниңә улай булды икән? Юҡ, ул, барыбер, үлмәгән!..
 
Бына ҡарттар ҡабыҡҡа һалынған кескәй Мотаһарҙы алып сығалар. Миҙхәт әсәһенең ҡулынан ысҡына ла уларҙың артынан йүгерә.
 
  • Алып китмәгеҙ! Алып китмәгеҙ, олатайҙар!– Үҙен тыңламағандарын күргәс, ҡысҡырып иларға тотона.
  • Туҡта, олатай, туҡта!
 
Миҙхәтте тотоп алалар, ул сәбәләнеп, ысҡынырға тырыша.
 
  • Мотаһар! Ҡустым!
 
Ҡарттар артынан йүгерә.
 
  • Туҡтағыҙ! Ҡарайыҡ, ҡарайыҡ, үлмәгән бит ул! Ниңә туҡтамайһығыҙ һуң?
 
Был айырылышыуҙың мәңгелек икәненә ул бер нисек тә ышанырға теләмәне. Нимәгәлер эләгеп ҡоланы. Торҙо ла аҡһай–аҡһай зыярат яғына атланы.
 
 
3
 
 
  • Улыҡайым! Һуғыш бөткән!
 
Миҙхәт башта был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнә алмай, аңына барып еткәс, шатлығынан ҡысҡырып ебәрә лә әсәһенең ҡосағына ташлана.
 
  • Бөткән? Нисек бөткән? Инде һуғыш булмаймы, әсәй?!
 
Маһикамал апай күҙ йәштәренә төйөлә–төйөлә улын күкрәгенә ҡыҫа.
 
  • Булмай!.. Еңгәндәр! Ниндәй бәхет, балам!..– шатлығынан әсәнең тыны ҡыҫыла, ул әкрен генә сүгәләп төшә.
  • Зиһенем таралды, Миҙхәт. Бар, Хәҙисә инәйеңдәргә йүгер. Һөйөнсө…Һөйөнсө ал…Әле бөтәһе лә белмәй. Идараға яңы ғына хәбәр иттеләр…Ә мин…
 
Миҙхәт әсәһенең әйтеп бәткәнен дә көтмәй урамға атыла..
 
  • Кешеләр! Ишетәһегеҙме?..
 
Шатлыҡлы хәбәр тиҙ тарала икән. Күҙ асып йомғансы урам халыҡ менән тулды ла ҡуйҙы. Кешеләр бер–береһен ҡотлайҙар, илайҙар.
Миҙхәт тә башҡа балалар менән көнө буйы урамда сапты. Күптән ишетелгән был ҡыуаныслы хәбәрҙе өйҙән өйгә йөрөп, ҡабат–ҡабат һөйөнсө алдылар.
Миҙхәт кисен оҙаҡ ҡына йоҡлай алманы. «Һуғыш бөткән»дең мәғәнәһенә ныҡлап төшөнөргә тырышты. Башҡаса бер ҡасан да һуғыш булмаҫмы? Иҫ белә башлағандан һуғыш һүҙенә күнеккән меҫкен бала һуғыш дауам итә лә итә, шулай булған һәм шулай буласаҡ, тип уйлай торғайны шул. Ахыр сиктә ул үҙенә ҡысҡырып һорау бирҙе:
 
  • Хәҙер бер дошман да ҡалманымы икән?
 
Көндәр үҙ яйы менән үтә торҙо. Хәҙер фронттан ҡайта башлаусылар ҙа күренде, тик Миҙхәттең атаһы ниңәлер һаман ҡайтманы. Малай һәр көн һайын атаһын түҙемһеҙлек менән көттө. Ә ул ҡайтманы ла ҡайтманы. Хәҙер Миҙхәткә атаһының хатындағы «тиҙҙән ҡайтырмын» тигәне мәңге шулай дауам итер ҙә, ә үҙе бер ҡасан да ҡайтмаҫ кеүек тойола башланы.
Һуңғы ваҡытта ул Мотаһар ҡустыһын йыш иҫләй башланы. Һәр нәмә уны хәтерләтә лә тора. Миҙхәт ҡустыһы менән нисек уйнағандары, һөйләшкәндәре тураһында әсәһенә ҡабат–ҡабат һөйләр булып китте. Мотаһарҙың ҡәберенә барып үҙенең яңылыҡтарын һөйләп ала. Нишләптер, уға ҡустыһы тыңлап яталыр һымаҡ тойола ине.
 
Миҙхәт көнө буйы балыҡта йөрөп эңер төшкәс кенә ҡайтып инде. Әсәһенең эштән ҡайтыуына бешереп ҡуйырға тигән балыҡтарын таҙартырға йөрөгәндә, ишек асылған тауышҡа һиҫкәнеп, башын ҡалҡытты һәм ҡатып ҡалды. Уның алдында һалдат кейемендә бер ағай баҫып тора ине. Миҙхәт һикереп торорға итте – хәле етмәне. Ҡысҡырырға теләне – тауышы сыҡманы. Бына һалдат уға табан ҡулдарын һуҙҙы.
 
  • Улыҡайым!
  • Атай! Атай!
 
Күҙ асып йомған арала Миҙхәт күптән, бик күптән көткән атаһының ҡосағында ине инде. Ата улын һөйҙө:
 
  • Йә, илама инде, улым, беҙ ирҙәр бит. Ҡайһылай ҙурайып киткәнһең!– Ул улының күҙҙәренә ҡарап торҙо ла тағы ҡосаҡланы.
  • Беҙ һине шундай көттөк. Көнөн дә, төнөн дә әсәйем юлдан күҙен алманы. Ә мин.. Мин ҡайта алмаҫһың, тип ҡурҡҡайным. Мотаһар ҙа көттө… Атай, ул… ул…
  • Улым, йә…
  • Атай, һин иртәрәк ҡайтһаң, ул үлмәҫ ине…
 
Был һүҙҙәрҙе ишеткән Fәлләм ағай тетрәнде. Күҙҙәрен ҙур асҡан килеш улына ҡарап ҡатып ҡалды.
 
  • Ниңә, улым, был турала бер нәмә лә яҙманығыҙ?!– тип һыҡранып өндәште ата.
 
Миҙхәт ни тиергә лә белмәне. Әсәһенең «атайыңдың ҡайғыһын арттырмайыҡ, яҙмай торайыҡ» тигәнен әйтергәме ни?
Улын ҡосаҡлаған килеш оҙаҡ өнһөҙ ултырҙы Fәлләм ағай. Нимә тураһында уйлағандыр ул был ваҡытта. Кем белә…
Бына ул иҫән ҡалған улына һағыш та, мөхәббәт тә сағылған күҙҙәрен тултырып ҡараны һәм тағы ла нығыраҡ итеп ҡосаҡланы:
 
  • Юҡ, йәшәргә тейеш һеҙ!– Атаның күҙҙәре йәшле ине…Миҙхәт уға нығыраҡ һыйынды.
  • Атай, инде бер ҡайҙа ла китмәйһеңме?
  • Юҡ, улым, һеҙгә ҡайттым. Тик ниңәлер әсәйең һаман ҡайтмай...
  • Мин хәҙер уның янына барып киләм, атай! Эштәре бөтөргә тейеш.
 
Миҙхәттең әйтеүе булды, ишектән Маһикамал апай күрендә.
 
  • Fәлләм!
 
Бына ул илай–илай ғәзиз кешеһенә ташланды.
 
  • Йә Хоҙа! Күрер көндәрем бар икән! Маһикамал апай оҙаҡ тыныслана алманы, бәйләнешһеҙ оҙон– оҙаҡ һөйләнде:
  • Килеп һөйөнсөләнеләр. Сығып йүгергәнемде лә, килеп ингәнемде лә белмәйем, Хоҙайым! Ах, Fәлләм! Fәлләм! Имен–һау!..
 
Fәлләм ағай уны ҡәҙерләп күкрәгенә ҡыҫҡан килеш йыуатты:
– Йә инде, Маһикамал…Бына теремен. Хәҙер илашырға түгел, шатланырға кәрәк. Тыныслан, әсәһе, йә…
Ҡатынының яурынынан тотоп күҙҙәренә ҡараны ла:
 
  • Үҙегеҙҙең хәлдәр нисек һуң? Нисек көн иттегеҙ, Маһикамал? – тип һораны.
  • Илдә сыпсыҡ асҡа үлмәй… Бына үҙең күреп тораһың.
  • Еңдек, Маһикамал! Еңдек, улым! – Ир ҡәҙерле кешеләрен тағы ла ҡосаҡланы.– Бындай ҡайғы–хәсрәттәрҙе башҡаса бер ҡасан да күрмәҫһегеҙ! Тик… Ниңә улай булып ҡуйҙы, Маһикамал?..
 
Ҡатыны, һүҙҙең бәләкәстәре – Мотаһар тураһында барғанын аңлап, күҙҙәрен йомоп бышылданы:
 
  • Аҡылдан яҙырлыҡ хәлдәр…Ҡулымдан килһә, үҙ йәнемде биргән булыр инем! Һаҡлай алманым бит!.. Көнөн–төнөн йөрәк әрней…Ниҙәр генә ҡылайым һуң!..
  • Йүгерә–атлай ҡайтып киләм. Ә үҙем ҙур улымды етәкләгәнмен, бәләкәсен елкәмә ултыртҡанмын…Селпәрәмә килде… Ниңә һуң хатҡа яҙманың? Ошо минутҡа тиклем бер нәмә лә белмәнем бит мин…
  • Сеү–сеү, Fәлләм…Һиңә ут эсендә былай ҙа ауыр ине. Етмәһә, һуғыш бөтөп килгән мәл. Әйләнеп ҡайта алмаҫһың кеүек тойолдо. Ошо балаң хаҡына тере ҡайтыуыңды теләнем. Әгәр ҙә был ҡайғыны ишетһәң… Юҡ, юҡ…
 
Ир кеше ныҡ була. Fәлләм ағай кеүек ут–һыу кискәндәре бигерәк тә үҙҙәрен тиҙ ҡулға ала беләләр. Хәҙер ул үҙе ҡатынын тынысландырыға тырышты.
Тағы бер яугирҙың әйләнеп ҡайтҡанын ишеткән ауыл халҡы ла йыйыла башланы. Улар үҙҙәре менән өйгә ниндәйҙер күңеллелек тә алып килде. Маһикамал апай бер аҙ тынысланып, башҡорттоң борондан килгән йолаһы буйынса, ҡунаҡтар өсөн сәй ҡайнатырға йүгерҙе.
Күҙ йәштәре лә кибеп өлгөрмәгән ҡатын бәхетле йылмайып ауылдаштарын табынға саҡырҙы. Йәше лә, ҡарты ла һаман килә бирҙе. Уларҙы ҡаршы алыусы атаһынан Миҙхәт бер тотам да ҡалманы. Сәй эсергә ултырғас, әсәһенең: «Ҡуй, балам, атайыңды йонсотоп бөтмә, ҙурһың бит инде»,– тиеүенә ҡарамаҫтан, тубығына менеп үк ултырҙы.
Атаһы алып ҡайтҡан икмәкте табынға ҡуйҙылар. Бындай икмәкте Миҙхәт ғүмерендә лә күргәне юҡ ине әле.
 
  • Атай, ниңә был дүрткел? Әсәйем бешергән көлсәләр йә оҙонса, йә түңәрәк була,– тип ғәжәпләнгән ҡарашын атаһына төбәне. Үҙе шунда уҡ табындағыларҙың көлгәнен ишеткәс, оялып, йөҙөн атаһының күкрәгенә йәшерҙе. Тере булһа, ҡустыһы ла ошолай иркәләнер инеме икән?.. Ул, оялғанын да онотоп, тиҙ генә башын ҡалҡытты
  • Атай, ә Мотаһар гел һинең икмәк алып ҡайтырыңды көттө. Бәләкәй булғас, аңламағас, ул һуғыштан икмәк тә алып ҡайталар, тип уйлай торғайны, эйе бит, әсәй?
 
Кешеләрҙең йөҙө уйсаланды. Маһикамал апай яулығы менән күҙен һөрттө.
 
  • Шулай булды, балам…Тик үҙе генә…
 
Барыһы ла тын ҡалды. Һәр кем һуғыш күрһәткән ҡайғы– ғазаптарын ирекһеҙҙән иҫенә төшөрҙө. Бер аҙҙан ҡайғыһын эсенә йәшергән Fәлләм ағайҙың тауышы ишетелде:
 
  • Миҙхәт, иртәгә ҡустың ҡәберенә икмәк алып барырбыҙ. Ул шатланасаҡ, сөнки атаһы һүҙендә торҙо. Күрәһеңме, бына ул икмәк!
 
Малай атаһының муйынынан ҡосаҡлап ала. Уның һөйләйһе һүҙҙәре бик күп йыйылған, тик ауылдаштары ауыҙ асырға ирек бирмәйҙәр шул, төн булыуға ҡарамаҫтан, һаман килә бирәләр. Юҡ, Миҙхәт әлегә һөйләмәйенсә түҙер, тик атаһы ғына башҡаса бер ҡайҙа ла китмәһен.
Fәлләм ағайҙың тубығында ята торғас, ул ойоп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Бер аҙҙан тертләп уянды һәм атаһының алдында икәнен тойғас, йәнә тынысланып йоҡоға талды. Кешеләрҙең геүләүенә тағы бер тапҡыр уянды һәм ҡалҡына биреп тирә–яғын байҡаны, ашъяулыҡ өҫтөндә икмәк телемдәрен күргәс, йоҡоһо асылып китте. Улар бит Мотаһар ҡустыһы өсөн әҙерләнгән, һағынып көткән атай икмәге…
 
  • Атай, һин бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла китмәйһеңме?
  • Юҡ, улым, һеҙгә ҡайттым мин, мәңгегә!
 
Атаһының тыныс, яғымлы тауышын ишеткәс, Миҙхәт йәнә йоҡоға тала. Ҡыҫҡа, әммә михнәтле ғүмерендә иң татлы йоҡо ине был.
Фәрзәнә Аҡбулатова. 
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: