Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
6 Декабрь 2021, 11:03

Һуңлаған үкенес

Бөгөн Мәғрифә айырыуса күңелһеҙ. Һуңғы йылда ғына “асылған” күп һөйләү ғәҙәтенә ҡарамай, иртәнсәктән ауыҙ асып һүҙ әйтмәне. Бына бер нисә сәғәт буйы урындыҡ ҡырында, бәләкәй генә тәҙрә яғына башын бороп, күҙҙәрен иҙәндән алмай тик ултыра. Ваҡыт-ваҡыт уфтанып, урындыҡтың икенсе башындағы Рәмиләгә ҡарашын ташлап ала, ниҙер әйтергә теләй, әммә ҡыймай. Ахыры, түҙмәне, һүҙен башланы:

Һуңлаған үкенес
Һуңлаған үкенес
– Ней, – тине, тамаҡ ҡырып. – Кәңәшең кәрәк ине. Мәғрифәне яҡшы белгән Рәмилә уның иртәндән бойоғоп йөрөгәнен тойҙо. Шуға ла эргәһендә бәйләм тотоп ултырған булды. Берәй нәмә булып ҡуйһа, Аллам һаҡлаһын!
– Йә... – Миңә кисә төндә Хөсәйен килгәйне... Мәғрифәнең тытылдарға “оҫтарып” алғанын белгәс, был һөйләшеүҙең оҙаҡ һәм мәғәнәһеҙ булырын күҙҙалап, “башланды” тип уйланы Рәмилә. Бүлдергеһе килмәһә лә, ҡыҙыҡһыныуын баҫа алмай һораны: – Уныһы кем тағы? Мәғрифә хәлһеҙ башын күтәреп, Рәмиләгә ҡараны, йәнәһе, “был ни тигән һүҙ?” Әммә яуап бирҙе:
– Һуң, Хөсәйенсе! – Үҙе оялып киткәндәй булды. – Һарытауҙан. – Ә-ә-ә, – тигән булды Рәмилә, Мәғрифәнең уңайһыҙланғанын күреп, Хөсәйен тигән кешене белмәһә лә. – Шунан? – Килде... Әрләштек беҙ уның менән. Әйҙә, ти, ҡастыҡ, яратам һине, һине бүтән ирҙә күрә алмайым, ти. Тик мин нисек атайыма ҡаршы сығайым, һөйләшеп ҡуйғандар бит. Киләһе йома никах уҡыйҙар, ә ул, ҡастыҡ, ти... – Һин уны яраттыңмы? Яратаһыңмы? – тип бүлдерҙы ҡапыл Рәмилә, бәйләмен һалып.
Мәғрифә ҡапыл ғына яуап бирмәне. Уйланып ултырҙы. Шунан:
– Алданыраҡ һоратһа, ни булған?! – тип илап ебәрҙе. – Хәҙер миңә кәкре аяҡлы, үҙемдән ике тапҡыр өлкән Дәүләт ағайға сығырға кәрәк... Ни эшләргә һуң миңә? Хөсәйен менән башҡа күрешмәҫбеҙме? Алданыраҡ килһә...
Үҙе һөйләнә, үҙе илай. 96-һы менән барған, ҡартлыҡтан бәләкәсәйгән, аңы инәле-сығалы булған ҡәйнәһен Рәмилә йәлләп ҡуйҙы. Бына бит нисек – 70 йыл элек булған хәлде һөйләп ултыра...
Дәүләт – мәрхүм ҡайныһы, ә Хөсәйен тигәнен белмәй. Күсеп киткәнме икән был яҡтарҙан? Эй Алла... Рәмилә илап ултырған, әммә инде нимәгә илағанын онота ла башлаған ҡәйнәһен урынына алып барып йоҡларға һалды. Шул йоҡоһонан Мәғрифә әбей уянманы...
Уның әлеге серен Рәмилә килене һаҡлап ҡалды. Мәғрифәнең яҡындары ла, туғандары ла, Дәүләткирәйҙән тыуған биш балаһы ла һәр саҡ эштә юғалып йөрөгән әсәләренең ғүмеренең һуңғы сәғәттәрен үкенестәрҙә үткәргәнен белмәне...
зАҺИҘӘ МУСИНА. 
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: