Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
3 Декабрь 2021, 11:45

Ҡылғанының әжере

Күршеһенә әйтеп ҡалдырған һуңғы үтенесе буйынса, Ғилманды атаһы янына – ауылға алып ҡайтып ерләнеләр. Әле ярай уны кешегә һанап, хәл-әхүәл белешеп торған иптәштәре булды. Юғиһә, нисә көн фатирҙа сереп ятҡан тәнен күреүсе лә булмаҫ ине. Дуҫ тип әйтеүе лә дөрөҫ булмаҫ, шешәләштәре, бурысҡа аҡса һорап килеүселәр инде. Хәйер, һуңғы ваҡытта уның янында башҡа кеше булманы тиерлек.

Ҡылғанының әжере
Ҡылғанының әжере

... Ауыл советы рәйесе малайы булғас, ауылда Ғилмандың абруйы ҙур ине.  Егеттәр алдында артыҡ маһайманы ул, ә бына ҡыҙҙар йәберләү тигәндә уға тиңдәр булманы.

Һөт йыйыусы Һиҙиәт ҡыҙы Талия ауылдың иң сибәр ҡыҙы ине.  Уның артынан кемдәр генә йөрөмәне лә, кемдәр теҙләнеп мөхәббәтен аңламаны. Ә ул, күҙенә аҡ-ҡара күренмәне, Ғилманды өҙөлөп һөйҙө, мөхәббәт утында янды.

Талияның төндәр буйы Аллаға ялбарыуы ҡабул булды, ахыры. Ғәйни улы Һиҙиәт ҡыҙын оҙата ҡалған, тигән һүҙҙәр, телдән-телгә күсеп, тиҙ арала ауылдың бер башынан икенсеһенә тиклем барып иреште.  Оҙатып ҡына ҡалмаған, мыҫҡыл да иткән булып сыҡты. Ғәрлегенә  түҙә алмайынса, булған хәлдән һуң Талия ситкә сығып китте.

 

Шундай уҡ хәл тағы булды. Ҡалаға уҡырға киткән Зәйтүнә, картуф алырға ярҙам  итергә тип, төркөмдәш ҡыҙын ауылға алып ҡайтҡан ине. Кис танцаға барғандар. Клуб артына сығайыҡ, тигән булып, Ғилман ҡунаҡ ҡыҙан үҙенең артынан эйәрткән.  Уны-быны уйламаған ҡыҙ егеттең сираттағы ҡорбаны булған. Мәсхәрәләнгән ҡыҙ үҙ-үҙенә ҡул һалырға уйлаған. Зәйтүнә әҙләп барып, ваҡытында был аҙымдан туҡтатып ҡалған.

Ғилман ҡалаған эшкә киткәс, ауыл бер аҙ еңел һулап ҡалды.  Бигерәк тә ҡыҙ балалары үҫеп буй еткән атай-әсәй тыныс йоҡлай башланы. Ғилман өйләнгән, тигәс эй һөйөнөштөләр! Килен тигән кеше ниндәйҙер фән эшмәкәренең ҡыҙы икән. Ҡала ҡыҙы ауыл яғына әйләнеп тә ҡарамаҫ, тип уйлаусылар яңылышты. Аҙна һайын булмаһа ла, Ғилман менән Нажия ата-әсә йортона йыш ҡайтып йөрөнө.

Ғилман ҡайтҡан көндө ауыл йәштәре өсөн ысын мәғәнәһендә байрам итте. Һыра, араҡы кеүек әйберҙәрҙе етерлек ташый ине ул.  Улының ғына түгел, килененең дә шайтан һыуын яратыуын күреп, Ғилмандың әсәһе ауып китә яҙҙы. Нәҫелебеҙҙә булмаған хәл, балаларыбыҙ харап була бит, тип илаған әсәне бер көндө дауаханаға һалдылар. Ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелеп, башына ҡан һауын, яҡты донъя менән хушлашты ул...

Береһен-береһе ҡыуып йылдар үтә торҙо. Ғилмандың да сәл сәстәре күренә башланы. Ҙур ғына ойошма етәксеһе дәрәжәһенә күтәрел!. Билдәле инде, бында Нажияның атаһының ярҙамы теймәй ҡалмай. Барыһы ла етеш, һәр нимә үҙ урынында кеүек. Тик ир менән ҡатындың уртаҡ шатлыҡтары – балалары ғына юҡ. Ғәйеп үҙендә икәнен белгәс, Нажия барыһына ла түҙеп йәшәй. Ғилмандың бер нисә һөйәркәһе бар икәнен дә белә. Ирҙең иһә бала юҡлыҡҡа артыҡ иҫе китмәй.

Нажия шифаханала дауаланған саҡта өйөнә килде-китте эскесе дуҫтарын, һөйәркләрен алып ҡайта.

Ә бер төндө шылтыратып, Ғилманға атаһы үлеүе тураһында әйтәләр. Иҫерек баштан аңламайынса ла ҡала ир, онота. Атаһын ерләргә ҡайтмай.

Шунан бөтә туғандары Ғилмандан йөҙ бора.  Оҙаҡ та үтмәй, операция өҫтәлендә Нажияның ғүмере өҙөлә. Табиптар белмәйенсә бауырын, ашҡаҙанын дауалаған булалар. Ә ҡатындың аналығында яман шеш булып сыға. Шуға күрә балаға ла уҙа алмаған ул.

Япа-яңғыҙ ҡалғас, Ғилмандың да йәшәүгә дәрте һүнә. Уға инде аҡса ла, һөйәркәләр ҙә кәрәк булмай.

Бер иптәше баш төҙәтергә тип алып килгән араҡыны Ғилман эсә лә ятып йоҡлай. Ағыуланыуҙан үлгән ирҙең кәүҙәһе нисә көн еҫләнеп ятҡанын теүәл генә әйтә алмайҙар.

Ғилмандың үлеменә туғандары битараф ҡала.  Бер туған ҡустыһы: “Күпме кешене рәнйетте, әсәй менән атайҙың бәхиллеген алманы, хәҙер ҡылғандарының әжерен алды”, - тигән.

Г.Хәбибрахманова.

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: