Бөтә яңылыҡтар

Зәңгәр төймә (Хикәйә)

Хафиз ҡайыш ҡамсыһын шыйылдатып өҫкә күтәргәйне генә, ауыр имән ишек асылып китте. Өйҙәгеләр барыһы бер юлы шымып, инеүсегә боролдо. Унда тупһа аша атлап өлгөргән дә, ингәс кенә хәлде аңғарып ҡалып, ни сәләм бирергә, ни боролоп сығып китергә белмәгән ҡарашта дәрүиш ҡарт тора ине. Әле генә йортто осороп алып барған ҡатындарҙың йөҙөндә башта юғалып ҡалыу, унан оялыу, хатта ояттарынан ер тишегенә инеп китергә теләү ғәләмәте сағылды. Икәүһе шулай итте лә: шаршау артына йәшенеп өлгөрҙө. Олораҡ ҡатын ярһыуҙан ҡыҙарып киткән йөҙөн яулыҡ осо менән ҡаплай биреп, ынтылып, иренең һаман үрҙә торған ҡулына төрттө. Ире ҡамсыһын урындыҡ аҫтына бырғатып өлгөрҙө.

Зәңгәр төймә (Хикәйә)
– Әссәләмәғәлә-әйкүм бы-ыл йортҡа-а! – тип, бөтөн был күренештәрҙе аңғармағанға һалышып, һуҙып ебәрҙе инеүсе.

Хафиз да үҙен ҡулға алды, хатта ки балаларса шатланып китте:

– Вәғәләйкүмәссәләм, дәрүиш хәҙрәт! Әйҙүк-әйҙүк! Түргә үҙ.
Үҙе ҡатынына бер генә ҡарап алды, тегеһе тилбер ҡуҙғала һалып барып, көлдөксәлә ҡырын ятҡан самауырҙы бер ҡолағынан эләктереп һөйрәп тә алды. Һыу тултырып ултыртыуына, шаршау артындағы ҡатындарҙың береһе йәһәтләп килеп уны тышҡа алып сығып та китте. Өлкәне урындыҡҡа ашъяулыҡ түшәп, унда ит һәм башҡа ризыҡ теҙгәнсе, йәшенгән урынынан бөтөнләй йәш сырайлыһы баш баҫып ҡына сығып, янып ятҡан усаҡтың торонбаштарын йәмкә менән һуҡҡылап күмер төшөргәс, шуларҙы һоҫҡоға өйөп һалып, көндәше артынан сыҡты.
Ирҙәр күрешеп, хәл-әхүәл һорашып, урындыҡҡа менеп ҡунаҡланы. Хафиз өлкән ҡатыны алып килеп тотторған тас һәм ҡомған менән ҡунағының ҡул-битен сайҙырып алды. Унан, самауыр түргә килеп ултырып, сәй яһалғас, ҡатындарына китергә ҡушып ҡул иҙәне. Тегеләре йәһәт йыйынышып, шаршау артындағы урындыҡта уйнаған балаларын алып, төкәтмә аръяғына – бәләкәй өйгә күсте.

* * *

Ҡунаҡ суфый дәрүиш ине. Уның ысын исемен бер кем дә белмәй һәм һорарға ла ҡыймай. “Һыу-һаҡ, һыу-һаҡ” тип сәйер генә итеп һамаҡлап йөрөүенән үҙен “Һыуһаҡ ҡарт” тип тә атап ҡуялар. Ауылдан ауылға, унан тағы ла әллә ҡайҙарғалыр әле, туҡтауһыҙ йөрөп ятыуынан “дәрүиш” тә тигәндәр. Ә инде туҡтаған урындарында дин тәғлимәттәрен һәм пәйғәмбәрҙәрҙең сих­ри тарихтарын тыңлаусыларҙы мөкиббән иттереп һөйләүҙәренән уның суфый хәҙрәт икәнлеген дә беләләр. Һәр хәлдә был ҡартты бөтә ерҙә лә ихлас ҡабул итәләр, уның өсөн һәр йорттоң ишеге асыҡ, төн йөҙөндә лә, көн йөҙөндә лә уның өсөн ваҡыт бүләләр, мунса яғып төшөрәләр, аш һалып һыйлайҙар, бергәләп намаҙ ҡылалар һәм фатихаһын алып оҙатып ҡалалар.
Ҡарт үҙе лә – бик ипле, тәүфиҡлы һәм таҙа әҙәм. Керен йыуып-киптереп биргән ҡа­тындар уның кейем-һалымында артыҡ кер юҡлығын, хужалар табын артында ла ҡыҫтатып ҡына тәғәм ҡапҡанын, юлға ла бер телем икмәк менән бер баш ҡороттан баш­ҡа һый алмағанын белә. Ә инде ул һайлап ишек ҡаҡҡан йорт был изге йәндең тап уның өйөн һайлағанын ҙур мәртәбә итеп ҡабул итә. Хатта үҙенең артыҡ тамағы бул­мағандар ҙа был бурысты намыҫ менән үтәргә тырыша, сөнки күптәр уны Хызыр Ильяс тип уйлай. Ысынында Хызыр Ильяс­тың үҙеме-юҡмы, был хаҡта берәү ҙә бә­хәсләшмәй, бары ҡарттың ризалығын алыр өсөн, уның был сәфәрендә ниндәйҙер файҙа килтерер өсөн тырышалар. Үҙе һөйләгән мәғлүмәттәр буйынса, ҡарт Мәккәлә лә, әллә ниндәй сит-ят яҡтарҙа ла булған. Һәм юлының күп өлөшөн ул ошолай йәйәү үткән.

* * *

Дәрүиш хужаның ҡатындарын ҡыуып сығарғанынан уның бисә-сәсәһенә ныҡ асыу­лы икәнлеген аңланы. Бая ингәндә үк өйҙә талаш-тартыш барыуын аңғарғайны. Нимәгәлер ныҡ ҡыҙҙырып ташлаған ҡатындары ирҙе.
– Асыуҙы оҙаҡ һаҡлама, ул һиңә барын ҡара затта күрһәтер. Асыу артында хата бар, хата артында бәлә ята...
Ҡарттан йәшереп булмаҫын төшөнә Хафиз да. Күңелен өйкәп торғанын әйткеһе килә:

– Бына бисәләр үҙәккә үткәрҙе бит, хәҙрәт... Һин килеп инмәһәң, ысынлап ҡамсы эләгер ине был юлы.
– Э-эй, ҡустым. Улай ғына аҡыл ултыртып булһа, аң индереп булһа, ана, күпме һуғылыуға һыйырҙан аҡыллыһы булмаҫ ине. Һөйләшеп киткән булыр ине ул мал, – тип кеткелдәп көлдө уға ҡаршы ҡарт.
– Ҡалайтырға быларҙы – хайран булынған?
– Тоталмағас, ни ниәттән ҡатындарҙы өсәү итеп ебәрҙең? Нәфсеме был, әллә башҡа сәбәпме?
– Нәфсе тип... Өлкән ҡатын ағайҙан ҡалған еңгәм ине. Ике бала менән ултырып ҡалғайны, ул саҡта атай мәрхүм бар ине әле. Атай миңә, ун ете йәшлек кенә егеткә, аңын-тоңона төшөнгәнсе, алды ла бирҙе. Ярай, үпкәм юҡ, еңгәм һәйбәт булды, тартты мине, уның ҡуйынында ир булдым. Бөтөн хужалығым уның ҡулында, балаларҙы ла ул тәрбиәләп ҡарай.
– Быныһын бик дөрөҫ иткәнһең, етем ҡатынды ҡанатың аҫтына алып, үҙ ҡаның балаларын ситкә һипмәй. Бик хуп, хуп...

– Икенсе ҡатынымды күҙем төшөп алдым. Егерме биштән үткәс, ялан яғына һалабаш, күмер һатырға барғайным, шундағы ауылда бер ҡыҙҙы күреп, тыныслығымды юғалттым. Минең уйланып йөрөүемде ҡатыным һиҙеп ҡалып төпсөнгәйне, үҙ еңгәм дә инде, уға бар серемде һөйләп өйрәнгәнмен, әйт тә һал. Был уйланы-уйланы ла теге ҡыҙ менән һөйләшеп ҡарарға ҡушып ебәрҙе. Барып эҙләп табып һүҙ ҡушһам, ҡыҙ ҙа мине онота алмай икән. Ҡайттым да яусы ебәрҙем. Оҙаҡламай алып та ҡуйҙым.
– Өсөнсөһө нимәгә кәрәк булды, быныһына күңелең ятҡас?
– Өсөнсөһөн мин анау аслыҡ йылдары ҡалаға сауҙаға барғанда табып алып ҡайттым. 13-14 йәштәрҙәге генә бала ине, аслыҡтан миктәп, ҡала ситенә сығып ҡолағайны. Ылаусылар уны, үлгәндер тип, туҡтамай ҙа үтеп китә, мин, үҙ башымамы инде, санамдан төшөп янына барҙым. Ҡараһам – тере. Күтәреп йөк өҫтөнә һалдым да алдым. Ҡатындарым бағып терелтте. Ҡоро һөлдә лә төймә танау ине. Мишәр ҡыҙы булған икән, инәһе менән генә йәшәгән, уныһы ауырып үлгән дә был баланы ашатыр-ҡарар кеше табылмаған.
Шул ҡыҙ беҙҙә йөрөп буй еткерҙе, бик үткен, егәрле булып сыҡты. Ҡатындарым ҡулы аҫтында эшкә өйрәнде. Бер нисә йылдан эргә-тирәнән яусылар килә башланы. Бер урынды яйлы ғына күреп, ризалашайым тип уйлап йөрөһәм, ҡыҙ мине аҙбар араһында тотоп алып, күҙемә тура ҡараны ла сатнатып: “Хафиз абый, мине берәүгә лә бирмә, үҙеңә ал, бирһәң дә ҡасып китермен, мин һине генә яратам”, – тимәһенме? Ултыра төшә яҙҙым. Баҡтиһәң, уның был мөхәббәтен ҡатындарым да белә, имеш. Уларға ла “ятҡа бирмәгеҙ” тип илаған. Ҡатындарым: “Кем ҡулына бара әле, өйрәнгәнбеҙ, ҡасып та китер, әрәм булыр, бигерәк башбаштаҡ бит”, – тип тора. Уйлаштыҡ-һөйләштек тә алып ҡалдыҡ...
– Шунан... нимәһенә риза түгелһең бөгөн?
– Ризалығын-ризамын да... талашалар бит. Юҡтан ғына яу булып сырылдаша ла китәләр. Әллә нимә бүлешә шулар? Һәр беренең үҙ мөйөшө бар, ҡулдарында бала, айырмаҫҡа, бүлмәҫкә тырышам – юҡ, ирешмәйенсә йәшәй алмайҙар.
Ҡарт һаман күҙҙәрен ҡыҫып хәйләкәр көлә:

– Нимә бүлешергә мөмкин бер ирҙең өс бисәһе? Ир һөйөүенән башҡа... Һәр береһе йәнеңдең тик үҙенә генә табыныуын теләй.
– Нисек берәүһенә генә булайым инде, хәҙрәт? Улар бит өсәү икәндәрен белә. Үҙҙәре булдырҙы, үҙ теләктәре менән яһаны был тормошто.
– И-и, ҡустым, ир уртаһына еткәнһең, бер түгел, өс бисәгә хужа булып ултыраһың, ә ҡатын күңелен яйға һалыр хәйләһен белмәйһең икән әле...
– Бармы ни уның юлдары, сере, хәҙрәт? Ярҙам итә алаһыңмы миңә?
– Һин, ҡустым, бына нисек итеп ҡара...

* * *

Баҙар көнө ҡатындарына алып ҡайтҡан ваҡ-төйәктән башҡа, үҙенә лә әйбер алғайны Хафиз. Был ярайһы ғына ҡалын ҡара бәрхәттән ҡала сауҙагәренекенә оҡшатып тегелгән камзул ине. Ҡатындар яңы кейемде күреп ҡалыу менән бер-береһенән һыпыра тартып тигәндәй алып, әйләндереп-тулғандырып ҡараны ла иргә кейҙереп тә ҡуйҙылар. Үҙҙәре ситкәрәк китеп һоҡланды:
– Әллә-лә-ә! Килешеүе!
– Әҙәм күрке сепрәк, йә әле!
– Төймәләре һуң, төймәләре! Аҫылташ ҡына!
Ысынлап та, камзулдың төймәләре зәңгәр ташты көмөш ҡайма менән нағышлатып яһалған да йылҡылдап, йымылдап, балҡып күренеп тора ине.
– Төймәләре тауар хаҡына барып баҫты. Тегенсе татар өҙмәй ҙә ҡуймай, ошо ғына бара, ти ҙә ҡуя. Ризалаштым инде, бер кейәйем әле, тип.
– Хатта һәйбәт иткәнең! – өлкән ҡатыны йөпләй һалды, – байҙар араһында бай булып йөрөйһөң, ә кейеп сығыр бер күренерлек кейемең юҡ. Бына шулай йөрөр кәрәк һиңә!

* * *

Шул кисте үк оло яҡҡа ире янына инеп ҡунырға сираты еткән йәш ҡатын көндәштәренә зарланды:

– Алтынбикә апам көнө буйы һуҡранып тик йөрөнө, йә быны былай итмәгәнһең, йә тегеһе оҡшамай. Мин уларға хеҙмәтсеме ни? Райхана көндәшем дә холоҡһоҙланды, үҙенең балаларына күмәстең йомшағын биргән, минекенә ҡатҡанын тотторған...
Ир уның һөйләп бөткәнен көтөп тормай бүлдерҙе:

– Нәжиә, һин уларҙың бер нәмәһенә лә иғтибар итмә, йәме. Улар һинән көнләшеп кенә шулай итә. Сөнки минең күңелем һиндә генә икәнде беләләр.
Йәш ҡатын ауыҙын аса биреп, оҙон керпекле матур күҙҙәрен сырт-сырт йомғоланы:

– Ы... ысынмы?
– Ысын, йәнем. Йөрәгемдә бер һин генә. Һин минең өйҙә иң һылыуы, иң яҡыны. Минең ҡарлуғасым... Минең томбойоғом...

Шул һүҙҙәренән һуң ир тора килеп урындыҡ өҫтөндәге урҙала ятҡан теге камзулының бер төймәһен йолҡоп алды ла тотторҙо:
– Бына, матурым, һөйөүем билгеһе! Ошоно кейемеңдең иң йәшерен еренә генә тегеп ҡуй, берәүгә лә әйтмә. Һин беләһең дә мин беләм! Йәме?
– Йә! – ҡатыны, хисләнеүҙән йәшкәҙәп килеп, ҡуйынына һыйынды. – Мин шулай тип уйлағайным да, мине генә яраталыр тип... Мине генә...

* * *

Йортҡа яйлап тыныслыҡ килде. Ҡатындарҙың сар-соро, талаш-тартышы күпкә баҫылды. Шулай ҙа ҡайһы саҡта араларында аҙыраҡ сыйыш сығып китә-китеүен. Бына бөгөнгө, бесәндән бер арбала тейәлешеп ҡайтып килгәндәге кеүек. Балалары этешеп-төртөшөүгә ике йәше эләгешә лә китә. Өлкәне уларҙы тыймаҡсы булып ҡушыла. Шул ваҡыт был әйтештә еңеүсе лә, еңелеүсе лә булмаҫын аңлаған ир, алға ҡарап дилбегә тотоп ултырған килеш, аҡрын ғына йыр һуҙып ебәрә:
Зәңгәр төймәм кемдә – күңелем шунда,
 
Һөйөүемдең төҫө – зәңгәрҙер.
 
Ҡулдарыңа башым һалып ҡына,
 
Ятып торһам, донъя *сәңгерҙер.
Был йырҙан ҡатындар шыма. Йыуашаялар. Хатта уңайһыҙлыҡ кисергәндәй булалар. Ипләп кенә эйәктәре күтәрелә, йөҙҙәренә нур, ирендәренә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмайыу ҡуна. Арҡалаш ултырған өлкәне, урынын рәтләгән булып, иренә арҡаһы менән терәлә биреп ала. Йәнәшендәге уртансыһы башҡаларға һиҙҙермәй генә “йәлп” итеп ҡарап ҡуя. Артта балаһын тубығында бәүелтеп килгән йәше, ынтылып, иренең яурынындағы бесән вағын ҡағып төшөрә. Һәр береһе иренә үҙенең бында, янында, яҡында ғына икәнлеген белдергеһе килә. Һәр береһе эстән теге йәшерен урынға тегеп ҡуйылған зәңгәр төймәне һәм шул төймә бирелгән көндә әйтелгән ләззәтле һүҙҙәрҙе иҫләй... Һәр береһе теге камзулдың дүртенсе төймәһе ни өсөн етмәгәнен һәм ҡайҙалығын үҙе генә белә...
...Ә зәңгәр төймәләрҙең ысынында нисәү булғанлығы бер Хафизға ла дәрүиш ҡартҡа ғына мәғлүм. Рәхмәттәрен уҡып бөтә алмай ҡартҡа ир.
Талғын моң ҡатындарҙы иркәләй бирә:
 

Зәңгәр генә төймәм – (ы)сын үәғәҙәм,
 
Биҙәк итеп баһсы түшеңә.
 
Аҡҡош ҡына булып керәһеңдер
 
Таң алдынан да татлы төшөмә.
Автор:Эльнара Шаймарданова