Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
20 Ноябрь 2021, 16:36

Өйлө көлөр тиҙәр...

Тормошта иң ауыры - йәшәр урының булмай, ҡайҙа барып баш төртөргә белмәй йөрөү.Уҡығыҙ:

Башҡортостанда төҙөүселәрҙең үҙ бурыстарын үтәмәүе һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса эш дауам итә.

2020 йыл башынан әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән “Граждандар-өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар хоҡуҡтарын яҡлау фонды” хоҡуҡи компанияһының тығыҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бер меңдән ашыу алданған өлөшсөнөң хоҡуҡтары дөйөм сумма 1,4 миллиард һум тәшкил иткән компенсация түләүҙәрен биреү юлы менән тергеҙелгән.

- Беҙҙең алда – 2023 йыл аҙағына тиклем йорттары төбәктең Берҙәм проблемалы объекттар реестрына һәм “юл картаһы”на индерелгән алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тулыһынса тергеҙеү, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарған Егор Родин. – Беҙ федераль фонд менән тығыҙ эшләйбеҙ. Уның механизмдарын файҙаланыу менән бергә тамамлау планлаштырылған, тамамланмаған төҙөлөш объекттары иҫәбенә 80-дән ашыу объект инде. Әлеге ваҡытта 72 проблемалы объект буйынса ҡарар сығарылды, шул иҫәптән 29-ы буйынса – төҙөлөш өлөшсөләренә сығымдарҙы ҡайтарыу. Һигеҙ объект буйынса компенсация түләүҙәре тулыһынса ҡапланды. Улар Берҙәм проблемалы объекттар реестрынан алынды.

Үрҙә әйтелгән проблемаларҙың хәл ителеүе иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

Фото: culture.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: