Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
16 Ноябрь 2021, 11:35

Битараф ул миңә

Йоҡо бүлмәһенән килеп сыҡҡан ир баш ҡағып ҡына иҫәнләште лә йәнә бүлмәһенә кереп китте.  –  Шул тиклем битараф миңә, – тип зарланырга тотондо ҡатын. – Тыуған көнҡм менән дә ҡотламаны, исмаһам. Әллә бар мин уға, әллә юҡ. 

Битараф ул миңә
Битараф ул миңә

Оҙон-оҙаҡ ғүмер кисергән әбей-бабайҙар: «Бер-беребеҙҙән ҡалырға яҙмаһын», –  тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. 

      Ул – минең күптәнге танышым. Беҙ уның менән һирәк булһа ла осрашып, йә телефондан хәлдәребеҙҙе белешеп торабыҙ. «Онотмағанһыңдыр? – тине ул бер шылтыратҡанда. – Тыуған көнгә саҡырам һине». 

       Ял көнө ине. Ул яратҡан роза сәскәләрен алдым да өйөнә киттем. Улар – ир менән ҡатын ҡала үҙәгендәге биш ҡатлы йорттарҙың береһендә икәүҙән-икәү генә йәшәп яталар. Ишекте дуҫ ҡатын асты. Мине күреүгә һөйләнергә тотондо: «Тор, әйҙә, көпә-көндөҙ йоҡлап ятаһың, ҡунаҡ килде ана...» Йоҡо бүлмәһенән килеп сыҡҡан ир баш ҡағып ҡына иҫәнләште лә йәнә бүлмәһенә кереп китте. 

–  Шул тиклем битараф миңә, – тип зарланырга тотондо ҡатын. – Тыуған көнөм менән дә ҡотламаны, исмаһам. Әллә бар мин уға, әллә юҡ. 

      Ул арала телефон шылтыраны. Ҡәйнәһе икән. «Әнкәй, – тип, тағы үпкәһен белдерә башланы танышым, – уныһы ла шундай ул. Телевизор ҡарауҙан башы сыҡмаған малайының хәлен һораша. Ә мине...» 

     – Айырылышам, тамам туйҙым, – тине ул артта ҡалған йылдарҙы бер миҙгелдә һыҙып ташлап. – Балалар ҙа ҡаршы түгел. 

       Үҙе әйтмешләй, ҡартайып бөткәс, тормошон тамырҙан үҙгәртергә ни сәбәп булған уға?! Ҡыҙыҡһына башлайым. «Ҡул күтәрәме, әшәке һүҙҙәр әйтәме? – тим. – Бар ерең еткән, рәхәтлеккә түҙә алмайһыңмы?» Улай ҙа түгел, былай ҙа... Һуҡмай ҙа, һүкмәй ҙә... Ул шулай ти. 

       – Шулай булғас? – тим аптырашта ҡалып. 

       – Битараф ул миңә, аңлайһыңмы? Миңә ҡалһа, ул минең барлығымды ла белмәй кеүек. Өйҙәме мин, юҡмы, уға барыбер. Ана, күрәһеңме, кеше килһә лә сыҡмай, йүнләп иҫәнләшә лә белмәй. Аңра! 

      Нисә йылдар бергә ғүмер иткән ир менән ҡатындың бер-береһенә бөтөнләй сит-ят кешегә әйләнеүен күреп, һыҙланып ҡуям. 

       – Бәлки, һөйәркәһе... – тип ауыҙымды асыуға, ул шунд уҡ туҡтата. 

       – Зинһар, ниндәй һөйәркә ти. Кем ҡараһын ул йомаҡайға? 

         Беҙ сәй эскән арала ла, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғанда ла, инде һаубуллашып китәргә йыйынғанда ла ире башҡа күренмәне. 

         «Айырылам!» тип, ҡәтғи ҡарарға килгән танышыма: «Уйла тәүҙә, ҡыҙма... Һиндә лә  ғөйеп бар. Гел ҡысҡыраһың уға, яйла, көйлә. Ирҙәр шуны ярата», – тип кенә әйтә алдым. Ә үҙем күреп торам: уйлайһын уйлаған инде ул. 

Тулырак: http://syuyumbike.ru/news/otkrovenie/bitaraf-ul-mia

 

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: