Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
11 Ноябрь 2021, 22:22

Ышанысым - ал таңдарҙа

Бер көн, Гөлсара иртәнсәк эшкә китеп барғанында, Ғәфүрҙең төнө буйы ниндәй ҡатын менән булыуын һөйләүсе кеше табылды. Гөлсараның әхирәте булып сыҡты ул, уның эс-бауырына инеп ышандырған кеше. Гөлсара аптырауға төштө: “Нисек шундай әхирәт ҡара йыланға әйләнһен?!”

Ышанысым - ал таңдарҙа
Ышанысым - ал таңдарҙа

Һалҡын дымлы һауа өшөттөрөүҙән тәне сымырҙап китте. Һыуыҡтан да, ҡурҡыуҙан да ҡалтырай-ҡалтырай, Гөлсара, шомланыуҙан ҙур асылған күҙҙәре менән тирә-яҡты күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышып, шым ғына алға атлауын дауам итте. Төнгө ҡара урман шомло, бик тә шомло! Берәй ағас артынан тештәрен ыржайтып йыртҡыс йәнлек килеп сығып өҫтөнә ташланыр кеүек. Мәғрур ҡарағайҙар ҙа арттарында ниндәйҙер ҡурҡыныс сер һаҡлағандай, тын ғына баҫып торалар.

Үҙе атлағанда сыртлап һынған ағас ботаҡтарының тауышына ла йөрәге урынынан ҡуба йәш ҡатындың. Бына “уф, уф”, - тип ауыр уфылдаған тауыш ҡолаҡҡа салынды. Гөлсараның ҡото осто, ҡурҡышынан йәне табанына төшөп киткәндәй булды. Ул бер аҙға иренен тешләп тынып ҡалды, унан тауыш эйәһенең өкө икәнен абайлап, еңел тын алды ла, үҙе лә “уф” тип ҡуйҙы. Ошо көсөргәнешле хәлдән һуң күҙенән йәштәре мөлдөрәп килеп сыҡтылар ҙа яңағына яғылып аҡтылар ҙа аҡтылар. Электән йөрәгенә үткер энәләй ҡаҙалған күңел яралары, өр-яңынан асылып киткәндәй әрнеп һыҙлай башланы. Сарсап һыуһауҙан ирендәре кипте. Сараһыҙлыҡ, аптыраныу, ғәрләнеү хистәре уның аяҡ быуындарының көсөн алды. Аяҡтарын да, кәштер-көштөр итеп, саҡ һөйрәй башланы. Бөтөн күңелен бушлыҡ, битарафлыҡ биләп алды. Иртәгә атаһы таң да күңеленә өмөт, шатлыҡ уятып, алһыу ғына төҫтә ҡуйылтмаҡланып түгел, ә ҡайғылы булып, ҡап-ҡара томандарға уралып атыр һымаҡ тойолдо. Донъяның бер йәме лә, тәме лә ҡалмаған кеүек, тормошоноң ҡыҙығы ла юҡ, бары башында буталған ҡараңғы уйҙар мөрхәт бирмәне уға. Их, ошонда ағас төбөнә ултырырға ла юҡҡа сығырға ла ҡуйырға ине, ҡураныс ҡына кәүҙәһенән сәпсектәй генә йәне айырылып йондоҙло, серле күккә осһон да китһен ине...

Ҡыҫылып донъя көтөү, иренән туҡмалып үткәргән ҡыуанысһыҙ көндәр менән төндәр, ҡәҙерһеҙләнеү, үҙ тормошо менән ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо кисереү, балалары өсөн ҡурҡыу уның йәшәүгә булған көс-ҡөҙрәтен быуып алып бара шул.

Гөлсара мөштәйеп кенә сүгәләне лә, ҡулдары менән дымғылт үләндәрҙе һыпырып ҡарағас, ҡоршайып ҡына ергә ултырҙы. Дымлы ерҙән килгән һыуыҡ, яйлап ҡына шыуышҡан йылан кеүек, арҡаһына үрмәләне. Һуғылыуҙан да, көйөнөүҙән дә тәне ҡыйралып барған кеүек ауырта. Күп йөрөүҙән аяҡтары ла деүләй. Их, хәҙер ҡыҙыу мунсаға инһәң ине лә бит. Мәтрүшкәле миндекте әрем ебетелгән тасҡа тығып алып, рәхәтләнеп сабынһаң тән ауыртыуҙары ла, йөрәк һыҙлауҙары ла баҫылыр кеүек. Наҙ кәрәк, йылылыҡ кәрәк йәненә. Ниндәйҙер ярҙам көткәндәй, ул күккә күтәрелеп ҡараны. Төнгө күмгелт-ҡараһыу күк йөҙө болотһоҙ, тап-таҙа. Серле, сикһеҙ ҡарағусҡыл зәңгәр киңлектә кинәнешеп уйнаған кеүек, алтын төҫөнә мансылған бихисап йондоҙҙар, күкһел диңгеҙ даръяһында ҡойонғандай ем-ем килеп ҡыуаныштылар. Ҡыҙҙарҙың нәфис, нескә ҡашылай ҡыйғасланып торған йәш ай ҙа нурланып балҡып, күңелле генә көлөп ҡарай.

Гөлсара йөрәген тынысландырырҙай, күңеленә иман нуры тултырырҙай, йәшәүенә көс-ҡеүәт бирерҙәй, йыһандағы көслө, үткер күҙ ҡарашы менән күҙмә-күҙ осрашҡандай булды: “Ах, ниндәй илаһи сихри донъя был күк йөҙөндә, күңелдәргә ниндәй һиллек бирә. Ошондай матурлыҡтан, камиллыҡтан нисек айырылмаҡ кәрәк?”

Гөлсара ауыр төштән ҡапыл уянып киткәндәй һиҫкәнеп ҡуйҙы. Нишләп шулай мәшәүләнеп, ебеп ултырам әле, бер нимәгә эшкинмәгән әҙәмдәй? Бына иҫәүән! Өйҙә бит оләсәләре менән ҡалған ике ҡыҙғынаһы көтә. Уларҙы йәненән артыҡ күрә ләбаһа ул. Ә тағы, ә тағы... Ҡарынында йәнләнгән, йәшәү талап итеп төрткөләшеп ятҡан сабыйы бар. Улар бит уның барлыҡ бәхет-ҡыуаныстары, бөтә донъя байлыҡтарынан да ҡәҙерле емештәре.

Ҡатын ҡәтғи бер ҡарарға килеп урынынан торҙо: “Эй, илаһым, балаларым хаҡына ошо төндө имен-аман сығырға насип ит инде”, - тип “Фәтиха” сүрәһен уҡып алды ла доға ҡылып ҡуйҙы. Гөлсара янында өйөлөп ятҡан нәҙек сыбыҡ-сабыҡтарҙы шәйләп ҡалды ла, шуларҙы рәтләп һалып өҫтөнә менеп ултырҙы.”Бер кискә кер мейескә”, - тип әйткәндәр элекке кешеләр. Бер төндө нисек тә үткәрер ...

Былтыр район гәзитенән уҡыған, ысын булған хәл уның иҫенә килеп төштө. Дүрт йәшлек кенә ҡыҙ бала үҙенең ауылы эргәһендәге урманға инеп юғала. Кис буйы, төнө буйы бөтә ауыл менән эҙләп таба алмайҙар. Икенсе көнө иртәнсәк уны ауылдан ун ике саҡрым алыҫлыҡта асыҡ яланда, йоҡлап ятҡан ерендә табалар. Бала һис тә бирешмәгән, хәҙер ҙә һау-сәләмәт тиҙәр. “Аллаһым үҙе һаҡлағандыр инде... Шул кескәй сабый бала түҙгәнде мин түҙә алмаҫмынмы икән ни?” – тип уйлап, йәштәрен тыйырға тырышып Гөлсара ныҡ итеп күҙҙәрен йомдо. Ултырып булһа ла йоҡларға, көс йыйырға кәрәк. Рәхәт тормошҡа түҙмәй шашып киткән иренә кәрәкмәһә лә, ул бит балаларына кәрәк.

Нисек кенә арыған булһа ла, уны йоҡо алманы. Киреһенсә, йоҡоһо ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Бер нисә сәғәт элек булған хәлдәр күҙ алдына килеп баҫты.

Гөлсара ире Ғәфүр менән уның әшнәһе Рәшиткә йомош менән барғайнылар. Гөлсараның бығаса уларҙа булғаны юҡ ине. Уны күргәс, Рәшиттең ҡатыны Сәбиләнең йөҙөнә аптырау ғәләмәте сыҡты. Аулағыраҡ мәлде тура килтереп: “Һеҙ Ғәфүрҙең кеме булаһығыҙ?” “Ҡатыны булам” тигәнде ишеткәс, Сәбиләнең күҙе аптырауҙан түңәрәкләнеп китте. “Бына һиңә мә! Бер килгәнендә Ғәфүр төлкө тиреһенән тегелгән кәпәс кейгән, бармағында зөбәржәт ҡашлы ҙур балдағы булған, күҙе-башы йылмаңлап торған бәләкәс кенә кәүҙәле ҡатын менән килгәйне. Беҙгә уны ҡатыным тип таныштырҙы, бергә ҡунып сыҡтылар. Эй Хоҙайым, бына ҡайҙа икән ул йүгәнһеҙ, йөрөмтәл, аҙғын әҙәм. Бынауындай ҙа һылыу, һыу һөлөгөндәй ҡатынының ҡәҙерен белмәгән миһырбанһыҙ әҙәм икән дә был Ғәфүр тигәнең”, - тип әсенеп әйтеп ҡуйҙы.

Сәбиләнең һүҙе Гөлсараның йөрәген шундай ныҡ әрнетте. Өҫтөнә бысраҡ һыу ҡойолған кешеләй хис итте. Йөрәге көслө итеп тибә башлауын, пульсе йышайып, йөрәк ритмының үҙгәрә барыуын тойҙо. Нисек тә йөрәкте тынысландырырға кәрәк! Ул сумкаһынан дарыу төймәһе сығарҙы ла, һыу һорап алып, тиҙ генә эсеп ебәрҙе. Иренең уға хыянат итеп йөҙөн йыртыуы бер бөгөн генә түгел инде. Үҙ эшен асып байып киткәс ундай хәлдәр йыш ҡабатланып торҙо. Ауыр, бик тә ауыр кешенән иренең аҙғынлығы тураһында ишетеү, барыһын да үҙең аша үткәреү...

Ғәфүр йомошон йомошлағас, ҡайтырға сыҡтылар. Көслө ямғырҙан һуң юл бысраҡ, батҡаҡ. Бына аҡҡош кеүек ап-аҡ “Тойота” ажғырып күрәләтә юл уртаһында өйөлөп ятҡан батҡаҡҡа менеп ултырҙы. Алға ла, артҡа ла йөрөтөргә тырышты Ғәфүр. Тик машина ыжламаны ла. “Төш, нимәңде ҡарап ултыраһың, к...ң йәбешкәнме әллә? Эт машинаны!”, - тип ҡаштарын йәмерәйтеп ҡысҡырҙы ир. Гөлсара төшөп бар көсөнә машинаны этеп ҡараны, бысранып бөттө, ныҡ көсәнеүҙән эсе ауырта башланы. Ҡапыл эсендә тере йәндең тибеүен тойоп саҡ иҫен юғалтманы. “Мин бит ауырлы, һаҡларға кәрәк бит сабыйҙы!” тигән уй үтте башынан һәм ҡатын ергә хәлһеҙ ултыра төштө.

“Эй, бешмәгән бәлеш икәнһең, ултыр машинаға, скоросҡа һал да газға баҫ,” – бойороҡ шулай булды. Ҙур ыҙа менән машинаны сығарҙылар.

Бергә йәшәү осоронда гел сабыр булған, иренә ҡаршы бер ҡасан бер һүҙ әйтмәгән Гөлсара был юлы эсенә йыйылған уйҙарын әйтергә булды. Ире машинаға инеп ултырғас: “Һин бер ҡасан да мине лә, машинаны ла йәлләй белмәнең”, - тип әйтеп һалды. Быны ишеткән ир шунда уҡ сығырынан сығып, енләнеп китте: “Әәә, һинең телең сыға башланымы әле? Шәбәйеп киттеңме? Тиҙ бул, төш, һикер машинанан!” – тип күҙҙәрен аҡайтып Гөлсараны бар көсөнә ишеккә табан этеп ебәрҙе. Гөлсара ишеккә һырышты ла, асып сыҡмаҡсы булды. Ул арала ире уның яғына йүгереп килеп етте, һөйрәп сығарып, башына һуғып ебәрҙе. Ергә ҡолаған ҡатыны тора башлағас, тағы берҙе ҡолаҡ төбөнә һуҡты ла, ерҙә тәгәрәтеп типкесләргә тотондо. Гөлсара ҡулы менән ҡаплап, ҡорһаҡтағы бәләкәсте һаҡларға тырышты: “Туҡта инде, баланы үлтерәһең бит”, - тип ыңғырашты. Ғәфүр уны ишетмәне лә, йәһәт кенә машинаға барып ултырҙы. Ситтән берәү ҡарап торһа, бик имәнес күренеш ине был! Гөлсара эсен ҡосаҡлаған килеш ерҙә ята бирҙе, ғәрлеге алҡымына килеп тығылды, ошо хәлендә ул тәне ауыртыуын да һиҙмәй ине. Ул арала машина ҡуҙғалды, ҡоторонғандай алға ырғыны һәм тиҙ арала күҙҙән юғалды. Йәш ҡатын ҡараңғы һалҡын төндә үкһеп илап юл ситендә ятып ҡалды...

Бына тағы, тағы әсәһенә үҙенең барлығын иҫкәрткәндәй, йомортҡа эсендәге себешкәй сирткән кеүек, сабый сигналдар ебәрә, “Әсәй, мин дә бар бит был донъяла”, - тип уны иҫкәртә. Алай ҙа эскә типмәне был йыртҡыс, бөгәрләнеп ятҡас арҡаһына, башына күберәк эләкте. Гөлсара ҡалҡынды, өшәнгән тәне ҡалтырана башланы: “Торорға, алға атларға кәрәк, әҙерәк йылыныр, исмаһам. Балалар көтәлер инде, әсәһе лә арығандыр. Хәйер, төн уртаһы яҡынлай, улар бәлки йоҡлайҙыр ҙа...”

Әҙерәк ирен көтәүелләгәндәй булды ла кире уйланы. “Ундай мөрәүәтһеҙ кешенән яҡшылыҡ көтөп булмайҙыр, эсендә йәне юҡтыр ул әҙәмдең. Был эше башҡа һыймаҫлыҡ, дөйә муйынынан да кәкерерәк инде. Дөм-ҡараңғы һыуыҡ төндә үҙ ҡатынын, балаларының әсәһен, юл сатында ҡалдырып китте бит!

Гөлсара уға йәштән бик тә яратып, йәндәй күреп кейәүгә сыҡҡайны. Йәшел күҙле, һарғылт сәсле был егет уға ныҡ оҡшай ине. Уның өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер булды, һәр саҡ ҡәҙерләп, күҙенә генә ҡарап торҙо. Ун йыл буйы ниндәй матур итеп йәшәне улар. Уларға ҡарап һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Пар аҡҡоштар кеүек балҡып торалар ине икеһе лә. “Гөлсараның да хур ҡыҙылай, йөҙөк ҡашылай саҡтары бар ине. Ҡайһы арала уның һөйөклөһө шундай ҡаты бәғерлегә әйләнде? Йә, ни йөҙө менән ҡара төн йөҙөндә, ҡара урман янында япа-яңғыҙ ташлап китте ул ҡатынын? Ҡанһыҙ икән, дыуамал икән дә ул!”

Ҡатын, иренең кире боролоп килеүенә өмөтөн өҙөп ауылға тура сығырға була урман яғына боролдо. Урман аша үтеү ҡурҡыныс булһа ла, юл ике мәртәбә ҡыҫҡара.

Әле бына шул булып үткән хәлдәрҙе уйлап сытыр ағастары өҫтөндә ултырыуы...

Ун һигеҙ йыл йәшәне ул Ғәфүр менән. Ун йыл күңел бөтөнлөгөндә, шатлыҡ-бәхеткә төрөнөп үтте. Ҡалған һигеҙ йылын тамуҡ утында янып үткәрҙе...

Кредит алып үҙ эшен асҡас Ғәфүрҙең донъяһы алға китте. Пекарняһы гөрләп эшләп тора, аяҡ кейемдәре магазины ла асып ебәрҙе. Аҡсаһы артҡандан артты. Заманына күрә бай кешегә әйләнде Ғәфүр. Ҡупшы итеп ике ҡатлы өй һалдырҙы, уның эсен-тышын зауыҡ менән биҙәне. Өй эсенә затлы, бай йыһаздар алдыртты. Өйҙә туалет, душ, ванна, эҫе һыу бар. Ҙур ҡалаң ары торһон, рәхәтләнеп йәшә лә йәшә генә!

Тик... Тик эт эсенә һары май килешмәгән кеүек, башҡортҡа ла тиҙ байығыу килешмәйҙер. Ғәфүр үҙен әллә кемгә ҡуя башланы. Кешеләр менән эре һөйләште, уларға һин кем дә мин кем тип ҡарай башланы. Кейемдең иң ҡиммәтлеһен, һәйбәт туҡыманан һуңғы мода менән тегелгәнен генә һатып алды. Муйында ҡалын алтын сылбыр, ҡулда – бриллиантлы алтын печатка. Байлығы артҡан һайын бүреһе олоно, холҡо яманайҙы үҙенең. Ҡатынына, балаларына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү онотолдо. Үҙен генә уйлап, кәйеф-сафа менән йүгәнһеҙләнеп йәшәй башланы. Үҙ һүҙле, үгеҙ күҙле кешегә әйләнде тамам. Һөйәркәләр менән типтереп йөрөп өйгә лаяҡыл иҫереп ҡайтып йығылыуҙар йышайҙы. Әйтеп булмай, туҡмаҡ эләгеүен көт тә тор. Гөлсараға ғына түгел, балаларға ла ҡул күтәрә башланы. Уның ҡайҙа, ниндәй ҡатын менән булыуын Гөлсараға сәғәте, минуты менән еткереүселәр табылды. Донъяның бөтә мәшәҡәте Гөлсараның елкәһенә һалынды: малды, ҡош-ҡортто ҡарау, ҙур йортто тәртиптә тотоу, мунса яғыу, баҡса эштәре, балаларҙы тәрбиәләү, ашарға әҙерләү һәм башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр. Унан тыш Гөлсара бит балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып та эшләй. Ул нәзәҡәтле, һылыу, наҙлы ҡатындан ауыр эштән миктәгән йонсоу йөҙлө ҡатынға әйләнде. Ире өсөн борсолоп, һәр машина тауышына ла йөрәкһеп төнө буйы тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп йоҡлай алмай күҙ ҙә ҡаш көткән Гөлсараның арыуҙан ап-аҡ булған йөҙөн дә, күҙ төптәренә ятҡан күктәрҙе лә күрмәй ҙә, белмәй ҙә Ғәфүр. Таңға ҡайтып инеп ҡиммәтле одеколон еҫтәрен борлатып сатай-ботай атлап зиннәтле диванға ауа ла хырлап йоҡлап та китә.

Бер көн, Гөлсара иртәнсәк эшкә китеп барғанында, Ғәфүрҙең төнө буйы ниндәй ҡатын менән булыуын һөйләүсе кеше табылды. Гөлсараның әхирәте булып сыҡты ул, уның эс-бауырына инеп ышандырған кеше. Гөлсара аптырауға төштө: “Нисек шундай әхирәт ҡара йыланға әйләнһен?!”.

Ғәфүргә шул турала әйткәйне, уныһы ҡоторҙо ла китте. “Миндә эшең булмаһын, һин кем әле ул хәтле. Өнөңдө тыҡ! Ты женщина, ты баба, место свое знай!”, - тип руссалап бөтөрөп ҡуйҙы. Унан килеп башына һуға башланы ла әйләнеп бөйөрөнә типте. Быға тиклем бауырға ла эләгә торғайны, ул саҡта инде Гөлсара киҫелгән ағастай ергә ауа ине. Әле алай ҙа улай ҡыланманы. Барыбер ҙә күгәрмәй торған ерҙәргә һуға белә, яуыз...

Балалар әсәһенең ҡысҡырған тауышына һерлегешеп килеп сыҡтылар ҙа илаша башланылар. Былай ҙа уларҙың йөрәктәпре ҡурҡып бөткән, саҡ ҡына тауыш ишетһәләр ҙә ҡаңғыралар. “Сеү, балалар, әйҙәгеҙ, бүлмәгеҙгә барайыҡ әле,” – тип ауыртыныуын белдермәҫкә тырышып Гөлсара уларҙы эйәртеп алып сығып китте. Балалар бойоҡ төҫтә уның артынан эйәрҙеләр. Бүлмәгә инеп, ун ике һәм туғыҙ йәшлек ҡыҙҙарының баштарынан һыйпап, ҡосаҡлап арҡаларынан һөйгәс кенә уларға йән ингәндәй булды. Шулай бойоғалар шул күгәрсендәй гөрләшеп кенә үҫеп килгән ҡолонсаҡтары. Ауыр уларға ла. Күберәк бүлмәләрендә күңелһеҙләнеп ултыралар. Башҡа балалар шикелле күңелле генә итеп уйнамайҙар. Эскән аталарынан ҡурҡып, уның күҙенә салынмаҫҡа тырышып, моңайышып шым ғына ултырырға тырышылар. Эээй, өйөң ҙур, матур, аҡсаң күп булыуҙамы ни эш? Ябай ғына, бәләкәй генә өйҙә йәшәп тә кешеләрсә бер-береңде аңлап, яратып балалар үҫтереүең ҙур бәхет булыр ине лә бит. Аңламай шул тормош ҡәҙерен, ысын йәшәү тәме нисек булыуын был аҙғын ир. Бер-береңдең күҙҙәренә генә ҡарап, бер һүҙҙән аңлап, балаларыңдың шау-гөр килгән бәхетле тауыштарына күмелеп йәшәмәгәс ни. Башың тулы ҡайғылы уй, йөрәгең тулы үкенес ут, күҙҙәрең тулы ҡара һағыш булғас... Вулкан өҫтөндә йәшәгән һымаҡ йәшәйештең ни ҡыҙығы, ни тәме лә, ни йәме!

Ғәфүрҙең алабарман тормошо эҙһеҙ үтмәне. Бер көн эскән килеш машинала район үҙәгенән ҡайтып килгәнендә яңғыҙаҡ ҡатындың берҙән-бер улын тапатып китте. Егет аяҡһыҙ ҡалды. Ә Ғәфүр бөтә көсөн үҙен аҡлатыу өсөн бирҙе, күп аҡса түкте. Ялған шаһиттар табып, ул суд залынан аҡланып килеп сыҡты. Гөлсара судҡа барманы, иренең ғәйепле икәнен белһә лә өндәшмәне, был яман эште йолоп алып ҡалды. Үҙ ирен нисек итеп һатһын инде? Шул яңғыҙ әсәнең күҙ йәштәре, рәнйеше төшәлер инде үҙенә лә. Элекке матур тормошо юғалғандан юғалды. Арала булған мөхәббәт уты һүнде. Ошо хәлдәр Гөлсараның уйынан бер ҡасан да китмәне.

Ҡатын, балаларын уйлап, ыңғырашып ҡуйҙы. Ныҡ өшөтә башланы, башы ла ауырта. Юҡ, алға атларға кәрәк, атларға, атларға! Ошо төн уның тормошон үҙгәртергә ярҙам итте. Былай баҫылып, үҙеңде рәнйеттереп йәшәргә ярамай. Китергә кәрәк был ирҙән, был ауылдан. Илдә сәпсек үлмәй тиҙәр. Эшләр ҙә, йәшәр ҙә, торлағы ла табылыр, балаларын да матур итеп уҡытыр. Ҡатын-ҡыҙ заты бирешмәй ул. Ғәфүр ҙә үҙ енәйәтенең язаһын алырға тейеш.

Гөлсара ярты сәғәттән урман ситенә килеп сыҡты. Дөрөҫ сыҡҡан икән, ана ауылға илткән юл ағарып ята.

Таң ата. Ҡуйы ҡыҙыл төҫтәргә ҡойоноп килеп сыҡҡан ҡояш Гөлсараны иркәләп үҙенең алтын йылы нурҙарын һипте.

Ошо ал таң уға ныҡлы ышаныс бирҙе. Үҙендә тыныслыҡ, тәүәкәллек, еңеллек тойоп, башын ғорур, кәүҙәһен төҙ тотоп, йөҙөндә балҡыған йылмайыуы менән , хыялында һынланған яңы донъяһына ҡарай сымыры баҫып атланы ла атланы.

Әлфиә Бикташева.

Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас: