Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
11 Ноябрь 2021, 13:58

Ғәфү ит, улым... (хикәйә)

Мәжлес гөрләй генә. Табындың иң түренән урын алған Зариф бабайын, оло өйҙөң хужаһын, илле йәшлек юбилейы менән ҡунаҡтар сиратлап ҡотлайҙар. Матур теләктәрен еткерәләр, затлы бүләктәрен тапшыралар. 

Ғәфү ит, улым... (хикәйә)
Ғәфү ит, улым... (хикәйә)

 Аҙағынан рюмкаларын зың-зың иттереп сәкәштереп, эсеп ебәрәләр. Ҡотлауҙарға йыры ла, уйын-көлкөһө лә бергә үрелә. Ул арала Фәнисә инәһе кинйә ҡыҙы менән йүгертеп йөрөп ашын килтерә, ҡыҫтай-ҡыҫтай һыйлай. Искәндәрҙең бындағы шау-шыуҙан башы ҡайнап китте. Юҡҡа килгәнмен, тигән үкенесле уй мейеһен телгеләне. Фәнисә инәһенең һүҙен йыға алмауҙан да бигерәк, һеңлеһе Илгизә өйҙә булмағас, бер үҙемә күңелһеҙ булыр, тип килгәйне шул.

Етмәһә, бынауы Айвар ағаһы баянан биреле йәнен көйҙөрә. Өҫтәл артына ултырғанға әллә ни күп ваҡыт та үтмәне, ә ул лаяҡыл иҫерек. Башҡаларға һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй, урынынан сәүек эт шикелле ләңкелдәп һикерә лә тора, һикерә лә тора: йә тоҙһоҙ-моҙһоҙ хәбәрен һөйләп ҡарай, йә күкле-йәшелле тауышы менән йырлап маташа. Әсәһе, уңайһыҙланып, уны тыйып та ҡараған була, тик тегенеһенә ул бар ни ҙә, юҡ ни. “Эх, атайым булһа ошонда. Айвар ағаһы ише, мәжлес боҙоп ултырмаҫ ине, киреһенсә, табындың йәме генә булыр ине”, тип уйлап алды Искәндәр. Эйе, атаһы оҫта гармунсы уның. Бәлки, ана шул йыр-моңға маһирлығы арҡаһында ла харап булғандыр инде. Ҡайҙа туй, ҡайҙа байрам – уртаһында йөрөнө бит.

Атаһы тураһында татлы ла, үкенесле лә хәтирәләргә бирелеп ултырғанында, уны сылтырап быяла ватылған тауыш тертләтте. Айвар ағаһының эсергә тип күтәргән сираттағы рюмкаһын әсәһе тартып алырға ынтылғанда төшөп ярылған икән уныһы. Шул ваҡыт көтөлмәгән хәл булды: күҙе аларған Айвар ағаһы, әйләнә килеп, ҡатынына һуғып ебәрҙе. Меҫкен әсәһе хатта ултырғысынан ҡолап китте. Ҡунаҡтар кем уҙарҙан уны торғоҙорға ынтылды, ир-ат Айварҙы елтерәтеп тышҡа өҫтөрәне. Өҫтәлдең арғы башында ултырған Искәндәр күҙ асып йомған арала уларҙың алдына сығып баҫты һәм әсәһенә ҡул күтәргән әҙәм аҡтығының яңаҡтарына уңлы-һуллы һалып та ебәрҙе. Ҡолап киткәс, һөйрәп торғоҙоп, тағы осора һуҡты, тағы... Үсе ҡанғансы туҡмар ине әле туғандары айырып алды. Ярһыған Искәндәр тышҡа атылды. Кемдәрҙер уны туҡтатырға ынтылды, тынысландырырға теләп, нимәлер әйтергә маташты. Тик Искәндәр уларҙы күрерлек тә, ишетерлек тә хәлдә түгел ине...

Тыныслана алмай, оҙаҡ йөрөнө Искәндәр төнгө урам буйлап. Әсәһен йәлләп күңеле әсенде. Ә Айвар ағаһының ҡунаҡтағы иҫерек йөҙө күҙ алдына баҫыу менән, һулҡ-һулҡ килеп сикәләре ҡыҫылды, үҙе лә һиҙмәҫтән, шытырлатып йоҙроҡтарын йомарланы. “Башҡаса ул әҙәмде өйгә аяҡ баҫтырыу юҡ! Ҡайҙан килеп инде шул йүнһеҙ уларҙың тормошона?..”

Искәндәрҙең уйҙары икенсе курста уҡыған сағындағы бер ваҡиғаға барып бәйләнде.Ҡышҡы каникулға ҡайтҡан мәле ине. Бер көн урамдан китеп барһа, уны атаһы мәрхүм йәшендәгерәк таныш түгел бер ир-уҙаман туҡтатты ла һүҙ ҡушты:

– Һаумы, ҡустым. Искәндәр бит әле исемең? Һөйләшә торған һүҙ бар ине һинең менән.

– Һаумыһығыҙ, - күргән-белгән кешеһе булмағас, Искәндәр сәйерһенеп уға ҡараны.

– Мин Айвар ағайың булам. Искәндәр ҡустым, моғайын, аңларһың тигән өмөттәмен, аҡыллы егеткә оҡшағанһың... Ней... – Ул бер талай дәрескә әҙерләнмәй килгән уҡыусы шикелле ыҡ-мыҡ итеп торҙо ла, иҫенә төшкәндә тиҙерәк һөйләп ҡалайым тигәндәй, дауам итте. – Искәндәр ҡустым, ней бит әле, мин... мин Рәмиләне, ну һинең әсәйеңде инде, күптән яратып йөрөйөм. Һин ҡаршы булмаһаң, мин уға өйләнер инем...

Искәндәрҙе ток һуҡтымы ни! Бер ғауым шаңҡып ҡалды. Алдында һаман да нимәлер һөйләп торған ят ир уға томан аша ғына күренгәндәй булды. Башынан шул арала йөҙ уй йүгереп үтте : “ Юҡ, юҡ! Уның әсәһе бер ҡасан да кейәүгә сыҡмаясаҡ! Ике балаһына ғына биргән күңел йылыһын хәҙер тағы ниндәйҙер бер ят әҙәмгә лә бүлергә тейешме ни әсәһе? Яңы иренә әүрәп, Илгизә менән уны онотоп ҡуйһа? Уларҙан да бигерәк, атаһының рухы рәнйейәсәк бит әсәһенә!...”.

Бер һүҙ ҙә әйтә алманы Искәндәр теге әҙәмгә. “Эйе” лә тимәне, “юҡ” та, ә бары зәһәр итеп бер ҡараны ла ҡырт боролоп китеп барҙы. Өйҙәренә ярһып ҡайтып инде. Улының кәйефе булмағанын әсәһе һиҙҙе, шулай ҙа төпсөнмәне. Ахыры, Искәндәр үҙе һүҙ башланы:

– Әсәй, мин урамда Айвар тигән кеше менән һөйләштем... һинең турала.

Әсәһе тәүҙә ҡаушап китте, әммә үҙен тиҙ генә ҡулға алып, яуап бирергә ашыҡты:

- Тәки әйткән икән. Миңә сыҡ, тип ҡаҡшатты инде. Айыуҙынан ул. Әсләмдең пилорамында эшләй.

- Шунан, һин нисек хәл иттең һуң? - Искәндәр һораулы ҡарашын әсәһенә төбәне.

- Мин ни, һеҙҙән үтеп ни ҡылайым? Бигерәк тә һин нимә тип әйтәң инде?

Әсәһенән “юҡ” тигән яуапты өмөтләнеп көтөп торған Искәндәрҙең аптырауының да, асыуының да сиге булманы. “Нисек инде улай? Тимәк, әсәһе, риза. Эйе, риза инде! Тик батырсылыҡ итеп уға өндәшә алмай ғына йөрөгән булып сыға түгелме? ” тигән уйҙар сыуалышты башында. Ғүмерҙә лә әсәһенә тауыш күтәреп бер һүҙ әйтмәгән Искәндәр был юлы ысҡынды:

- Әсәй, һин иҫәрләнә башланыңмы әллә?! Юҡ, сыҡмайһың! Илгизә менән миңә оят һинең өсөн, әсәй! Улы кәләш алыр йәшкә еткән, ә әсәһе үҙе кейәүгә сығып ята, тип әйтәсәк бит кешеләр!

Искәндәр, ишекте шарт ябып, урамға атылды. Әсәһенә үпкәләүе, ғәрләнеүе сикһеҙ ине, хатта шул көндө үк әйберҙәрен йыйҙы ла кире Өфөһөнә сығып китте. Ә каникулы бөтөргә бер аҙналап ваҡыт бар ине әле. Студенттар булмағас, тынып ҡалған шыҡһыҙ, һыуыҡ ятаҡта уйланып ята-ята, уйҙарынан уйылып китә яҙғайны шунда. Беҙҙе бер килмешәк иргә алыштырған тип, әсәһенә хәтәр яман үпкәләгәйне тәүҙә. Әсәһе кейәүгә барған тиһәләр, ҡәберенән тороп ултырыр бахыр атайым тип, мәрхүм атаһын йәлләп бер булды. Унан ҡалһа, ғүмерҙә һуғышып йөрөмәһә лә, теге ирҙе тотоп туҡмарға тигән зәһәр пландар ҡороп маташты.

Ҡалаға килеүенә ике-өс көн үттеме-юҡмы, бурап-бурап ҡар яуырға кереште. Хатта юл таҙартыусылар урамдарҙы ҡарҙан таҙартып өлгөрә алмай башланы. Шул сәбәпле юлдарҙа машиналар колоннаһы менән теҙелеп ултырҙы ул мәлдә. Уҫал коменданттары уларҙы ла эшһеҙ һалып ҡуйманы. Каникулға ҡайтмай ҡалған биш-алты егетте, көрәк тоттороп, иртәле-кисле урамға ҡыуаланы. Ятаҡ алдын, эргәләге спорт майҙансығын көрәй-көрәй хәлдән тайып бөттөләр. Шунда Искәндәрҙең күңелен икһеҙ-сикһеҙ үкенес тойғоһо биләп алды. Каникулында өй тирәһендә булышаһы урынға, турһайып бында ята бит. Ошо мәлдә әсәһе менән һеңлеһе ҡарҙы көрәп өлгөрә алмайҙыр инде, тип хафаланды. Утын да алдыртҡандар ине, уныһын да ярып бөтмәгәйне. Искәндәргә оят булып китте. Ул тиҙ-тиҙ генә йыйынды ла вокзалға йүгерҙе.

Тик ҡар күп яуыу сәбәпле, автобустар алыҫ райондарға йөрөмәй булып сыҡты. Үкенеүҙәре, үрһәләнеүҙәре шунда! Төндө керпек тә ҡаҡмай уйланып үткәрҙе лә иртәгәһенә үк әсәһенә хат яҙып һалды. Ҡыҙыулығы өсөн ғәфү үтенде, кейәүгә сығырға ризалығын бирҙе. Үҙе ҡырҙа булғас, өй тирәһендә ир ҡулы етешмәүен ул, ниһайәт, аңлағайны. Шулай уҡ йәшләй генә тол ҡалған әсәһенең ир бәхетенә хаҡы барлығын да төшөнә башлағайны ул.

Йәйгелек әсәһе кейәүгә сыҡты. Тик Айварҙың ауылына күсенергә риза булманы, шуға уныһы ҡуш ҡуллап үҙе килде. Искәндәр менән Илгизә тәүҙә өйҙәрендә сит-ят берәүҙең йөрөп ятҡанына өйрәнеп китә алмай бер булды. Ә Айвар ағайҙары, киреһенсә, килгән көндән үк үҙен иркен тотто. Искәндәрҙе, эш рәте белмәгән кешеләй күреп, тегеһенә-быныһына өйрәтә башланы. Илгизәне әйләнгән һайын шаяртып маташты. Эшем эйәһеләй булып хәбәр һөйләһә лә, үҙенең донъя көтөргә әллә ни барымы юҡ ине, ахыры. Байрамдарға йә каникулға ҡайтҡанында йорт-ҡураларында артыҡ бер үҙгәреш тә күрмәне Искәндәр. Киреһенсә, тауҙай булып эш көтөп ятыр ине уны. Йә сереп ауышҡан ҡойма бағанаһын яңынан ултыртырға кәрәк, йә көрт баҫҡан урам эсен көрәргә ...

Әсәһенә әйтһә, уныһы: ”Айвар ағайың пилорамдағы эшенән бушамай шул,” тип уфтана ла ҡуя. Аптырап, шым ғына Илгизәнән һорашты. Һеңлеһе, эштән ҡайтҡас, уның телевизор алдынан тормауын, өҫтәүенә һуңғы ваҡытта эсә башлауын һөйләне. “Ағай, мин үгәй атайҙан яман ҡурҡам. Күҙҙәрен майландырып, гел миңә ҡарай ҙа ултыра”, тип тә өҫтәне. Эй, ныҡ йәне көйгәйне Искәндәрҙең шунда. Әсәһенә, ҡыуып сығар шул әрәмтамағыңды, тип әйтергә уйланы ла тағы тыйылды. Ҡыҫылмаҫҡа булды ҡәҙерле кешеһенең тормошона. “Үҙенә оҡшағас, йәшәһен әйҙә, миңә йәшәргә түгел бит ул әҙәм менән. Ә һеңлемде киләһе йылға нисек булһа ла үҙ яныма алырмын, Өфөгә интернатҡа урынлаштырырмын”, тип тынысландырҙы үҙен.

“Шунда ҡыуып ҡына сығарырға кәрәк булған да бит ул әҙәмде. Әсәһе бөгөн, исмаһам, бөтә кеше алдында оятҡа ла ҡалмаҫ ине. Бер рюмка араҡы өсөн ҡайһы тиклем янъял ҡуптарҙы йүнһеҙ. Эх, атай, атай, үҙең тере булһаң, әсәйемде әллә кемдәрҙән рәнйеттереп тә ҡуймаҫ инең...” Искәндәрҙең уйҙары, үҙе лә һиҙмәҫтән, мәрхүм атаһына күсеп китте. Ул сайма-сай килеп ирешһә ирешер ине әсәһе менән, әммә бер ҡасан да уға ҡул күтәргәне булманы.

Бөгөнгөгә оҡшаш бер хәл әле лә хәтерендә. Әсәһе, йәне көйөүе шул тиклем булғандыр инде, уның эсеп ултырған бер яртыһын һыпыра тартып алып йыуынты һыуға түккәйне. “Эх, Рәмилә!”, тип кенә ҡуйҙы ла атаһы, башҡаса һүҙ әйтмәне. Эйе, ул Искәндәр иҫ белә башлағанда уҡ эсә ине инде. Ярай, әсәһе сабыр, баҫалҡы холоҡло, нисек тә кеше араһында һыр бирмәй йәшәргә тырышты. Уның урынында икенсе берәү булһа, моғайын, ундай эскесе ир менән йәшәп тә ятмаҫ ине. Бәлки, өләсәһе лә уларҙың ғаиләһен тотоп торғандыр инде. Тик берҙән-бер көндө һин дә мин йөрөп ятҡан еренән ҡапыл ғына үлде лә китте. Йөрәге туҡтаған, тинеләр. Ә бит ул киленен, ҡайһы бер ҡәйнәләр кеүек, ситкә типмәне, киреһенсә, үҙ ҡыҙындай күреп ярата ине. Донъя көтөшөргә лә ихлас булды, аҡыллы кәңәштәренән дә мәхрүм итмәне: “Тешем һынһа һынһын, һырым һынмаһын, тип йәшәр кәрәк, килен. Балалар хаҡына түҙәбеҙ инде. Ана, ҡайның да йәш сағында аҙып-туҙып йөрөнө, мин шул балларҙы етем итмәйем, тип йәшәнем инде. Аҙаҡ үҙе лә аңланы ул хатаһын. Ғүмеренең һуңғы ун биш йылында алыштырып ҡуйҙылармы ни: эсеүен ташланы, өр-яңынан өй һалып сыҡтыҡ. Ирғәле лә, атаһы һымаҡ, бер көн аҡылға ултырыр әле. Сабыр бул, килен”, ти торғайны. Улының көнлөк хаҡына арлы-бирле генә эшләп тапҡан ғына аҡсаһын барыбер сәмәйгә тотонорон белгән өләсәһе, өс тинлек балалар пособиеһына ғына ҡарап ултырған килененә үҙенең пенсияһын да тулыһынса тиерлек тоттора ине. Әсәһе, уңайһыҙланып, аҡсаны алмаҫҡа маташһа: “ Ал, ана, Искәндәреңдең өҫ-башын ҡара, үҙең дә кейен. Йәшәрен йәшәгәнмен, миңә хәҙер бер нәмә лә кәрәкмәй”, тиер ине.

Атаһы эскенән айный алмай, донъяһына бөтөнләй йоҡмай башлаһа, килә һалып, улын пыр туҙҙырып әрләп ҡайтырға ла өлгөрҙө өләсәһе. Ә ул үлгәс, атаһы тамам эскегә һалышты. Һуңға табан хатта донъяһы, ғаиләһе бар икәнен дә онотто, урам буйынан ҡайтып инмәне. “Беҙҙе уйлар инең, Ирғәле. Шыпа аҡсаһыҙ ултырабыҙ бит. Эшләр урынға эсәһең...” тип әсәһенең илап ялбарғанын да аңламаны атаһы.

Бер ваҡыт Рәйлә өләсәһе, йәғни әсәһенең әсәһе, ҡунаҡҡа килде. Килде лә, бындағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргәс, уларҙы, ай-вайҙарына ҡуймай, үҙенең ауылына күсереп алып ҡайтты. Ҡайһы әсәнең ғәзиз балаһының эскән ир менән ыҙалатып йәшәткеһе килһен инде? Ә атаһы хатта быны белмәй ҙә ҡалды : бер буйҙаҡ шешәләшенең өйөндә байрам итеп ятҡандарына аҙна тулып бара ине.

Ай үттеме-юҡмы, әсәһенә эш тә табылды. Магазинға һатыусы булып урынлашты. Тиҙҙән Искәндәрҙе лә балалар баҡсаһына алдылар. Донъялары бер аҙ көйләнгән кеүек булғайны ла бит, тик ул атаһын өҙөлөп һағынды. Эсмәһә, унан да яҡшы кеше юҡ ине шул донъяла. Улын ныҡ яратты бит ул. Ағастан юнып, машина, тракторҙар эшләп бирһә, башы күккә тейә яҙа торғайны Искәндәрҙең. Икәүләп сыр-сыу килеп йәшенмәк, һәпәләк уйнап алырҙар ине. Ә әсәһе менән өләсәһенең бар белгәне аш-һыу тирәһендә уралыу ҙа бәйләм бәйләү. Малайҙарында эштәре лә юҡ. Һуңға табан Искәндәр йыш ҡына атаһын таптырып илай башланы. “Шул эскесене лә һағыныр икән кеше!” тип, өләсәһенән дә әҙ әрләнмәне инде ул.

Алла бабай уның илап-ялбарыуҙарын ишеткәндер, күрәһең: бер көндө килде атаһы улар янына. Ап-айыҡ килеш. Ул ишектән килеп инеү менән, Искәндәр атаһының ҡосағына атылды. Өләсәһе тырт-мырт һөйләшеп маташһа ла, әсәһе атаһын кире бороп сығарманы алай ҙа. Икәүләп кухняла бик оҙаҡ нимәлер тураһында һөйләшеп ултырҙылар. Искәндәр атаһы килтергән бүләктәргә әүрәп маз булды. Ә өс-дүрт көндән атаһы улар янына бөтөнләйгә күсеп килде. Искәндәрҙән дә бәхетле кеше булмағандыр ул мәлдә! Ҡыуаныуҙары!.. Өйҙә саҡта атаһының алдынан төшмәне. Балалар баҡсаһына барғас та, тәрбиәсе апайҙары Гөлфиәгә лә, ашнаҡсы Әлифә инәһенә лә бер килке тик уның тураһында ғына һөйләп ҡаңғырҙы. Урамға сығып, иптәш малайҙарына атаһы эшләп биргән машиналарын да күрһәтеп маһайып йөрөнө әле бер ғауым.

Әсәһе лә үҙгәрҙе. Элек гел моңһоу булған йөҙөнә шатлыҡ ҡунғандай булды. Бәләкәй булһа ла, шуны һиҙҙе Искәндәр. Нимәгә икәнен дә аңланы атаһы эсеүен ташлаған бит! Эсмәгәс, эшкә лә алдылар үҙен. Мәктәпкә утын яғыусы, ҡарауылсы булып урынлашты. Тәүге эш хаҡына өйҙәренә кәрәк-яраҡ алғайны, ә икенсеһенә, Искәндәрҙе һөйөндөрөп, велосипед тотоп ҡайтты. Кейәүен өнәп етмәгән өләсәһе лә тора-бара тынысланғандай булды. Ул арала Искәндәр уҡырға төштө. Тиҙҙән, донъяларына йәм өҫтәп, һеңлеһе Илгизә тыуҙы. Тик атаһы ғына оҙаҡҡа сыҙаманы. Ике йыл үтер-үтмәҫтән, тағы төшөрөп ҡайта башланы. Әсәһе әйтеп ҡараһа: “ Мин элекке кеүек эсмәйем бит, саманы беләм”, тиер ине. Тиҙҙән ул шайтан һыуын эсмәй бер көн дә тора алмай башланы, кискә лаяҡыл иҫереп ҡайтып тәгәрәр ине. Эшенән дә ҡыуылды. Юҡ, барыбер, аңламаны атаһы. Эсте...

Тағы бер ваҡиға Искәндәрҙең хәтерендә ныҡ уйылып ҡалған. Өсөнсө класта уҡый ине, шикелле. 23 февраль алдынан уҡытыусы Гүзәл апайҙары уларға атайҙарының фотоларын килтерергә ҡушты. Байрамға стена гәзите эшләйәсәкбеҙ, тип аңлатты. Искәндәр өйҙәрендәге ике фотоальбомды ла башынан аҙағынаса аҡтарып сыҡты, тик атаһының бер генә фотоһын да таба алманы. Шунан иҫенә төшөп ҡалды. Бер ваҡыт бит иҫерек атаһы, ғүмерҙә булмағанса, әсәһен кемдәндер ҡыҙғанып, талаш сығарҙы. Боларҙы боларҙы ла, ҡайҙа барып ауған шунда хырылдап йоҡлап китте, ә әсәһе аҙаҡ илай-илай оҙаҡ ҡына фотоальбом ҡарап ултырҙы. Шул саҡта ҡайһы бер фотоларҙы йән асыуы менән йыртҡыслап ташлағайны. Атаһынан шулай итеп булһа ла үс алдымы икән, әллә уға кейәүгә сыҡҡанына үкенеүе шул булдымы – аңлай алманы Искәндәр. Ә фотоға килгәндә, эҙләнә торғас, тәки берәүҙе тапты. Ниндәйҙер ҡунаҡта туғандары күмәкләп төшкәндәр. Шунда арттараҡ торған атаһы ла эләгеп ҡалған. Тотоп китте шуны Искәндәр мәктәпкә. Уҡытыусыһының алдына һалғас, уныһы аптырап китте:

– Һуң, Искәндәр?.. Үҙе генә төшкән фотоһы юҡмы ни атайыңдың?

– Юҡ шул, Гүзәл Айратовна. Тик, зинһар, ҡуйығыҙ, йәме, ошоно. Атайымдың үҙен генә ҡалдырып ҡырҡығыҙ ҙа. Фото йәл түгел...- Искәндәрҙең күҙенән йәштәре атылып сыҡты.

Гүзәл апайҙары эшләгән стена гәзите бик матур килеп сыҡты. Тик Искәндәр килтергән фото ғына ҡуйылмаған ине унда. Башы эшләгән уҡытыусыһының: әсәһенең бер туған апаһы Фәнисә инәһенән атаһының һалдат сағындағы фотоһын алдыртҡан. Эй, ҡыуанды шуға Искәндәр! Хатта Гүзәл апайҙарын ҡосаҡлап тороп сикәһенән “суп” иттереп үбеп алғыһы килде. Гәзит янынан китә алмай ыҙаланы бер килке. “Күрегеҙ, минең атайым ҡайһылай матур булған һалдат сағында!” тигән ғорурланыуҙы уҡырға була ине уның ҡараштарынан. Тик тиҙҙән уның кәйефе тағы төштө: дәрестән һуң үткән “Йәгеҙ әле, атайҙар!” тигән байрам сараһына атаһы килмәне лә ҡуйҙы. Иптәштәренең атайҙары үҙ-ара ихлас көс һынаштылар, аҙағынан байрам концерты ҡарап кинәнделәр. Искәндәр атаһын, ишеккә ҡарап, ана килеп инә, бына килә тип, ике күҙен талдырып көтһә лә, уныһы күренмәне. Өйөнә ҡайтҡас, көткән кешеһенең, хатта карауатына ла барып етмәйенсә, иҙәнгә ҡолаған килеш хырылдай-хырылдай йоҡлап ятҡанын күрҙе. Шундуҡ күҙенә йәш төйөлдө. Иртәнсәк кенә: “ Байрамға барам, улым. Мотлаҡ барам!” тип, ултырып ҡалғайны бит.

Ул иламаҫҡа тырышып, тиҙ генә мәктәп кейемдәрен алмаштырҙы ла тышҡа сыҡты. Әсәһе кисһеҙ ҡайта алмай, шуға малдарҙы һуғарыу, бесән һалыу, аҫтарын таҙартыу һымаҡ эштәр уның елкәһенә төшә. Ул һарайға инде лә атаһына үпкәләүҙән йыйылған күҙ йәштәренә ирек бирҙе...

Эйе, Искәндәр эшкә бик иртә өйрәнде. Әсәһе иртәнән кискә тиклем магазинда, ә атаһы күбеһенсә һуҡмыш йөрөгәс, эшләмәйсә лә булмай ине. Мал-тыуарҙы ҡарау, утын ярыу, һыу ташыу... Хатта ҡайһы саҡта иҙәнен дә, һауыт-һабаны ла йыуырға тура килә торғайны. Иптәштәренең күмәкләп түбән яҡҡа футбол тибергә, йә сәкән һуғырға киткәнен ҡойма ярығынан көнләшеп ҡарап ҡалғаны әле лә хәтерендә.Шул эш арҡаһында ҡайһы саҡ хатта йүнләп дәрес әҙерләргә лә өлгөрмәй, ныҡ арыуҙан китабын ҡосаҡлап йоҡлар ҙа китер ине. Ә иртәгәһенә, билдәле, уҡытыусыһынан эләгә. “Башың бар, тик ялҡауланаһың шул, Искәндәр”, тип, уны йә ятламай барған шиғырын ятларға, йә мәсьәлә сисергә дәрестән һуң алып ҡалған саҡтары күп булды Гүзәл Айратовнаның. Ялҡау тигәнгә ғәрләнеүҙәре шунда...

“Атайым иҫерек булғас, эш менән булашып, дәресемде ҡараға өлгөрмәнем”, тип әйтә алмай ҙа баһа. Әсәһе уны кескәй генә сағынан өйрәтеп ҡуйғайны: “Улым, өйҙәге сүпте урамға сығарыу иң насар ғәҙәт. Өйҙәге хәлде кешегә һөйләп йөрөмә”, тип. Шуға ул башҡалар алдында бер ҡасан да атаһын яманлап һөйләмәне, һөйләһә лә, гел яҡшы яҡтарын ғына телгә алды. Бер саҡ хатта шуның арҡаһында һуғышып та ҡайтҡайны.

Малайҙар менән урамда уйнап йөрөгәндәрендә атайҙар тураһында һүҙ сыҡты. Һәр береһе үҙенең атаһын маҡтай: кеменекелер оҫта гармунсы, кеменеке ныҡ көслө, кеменеке шәп шофер... Искәндәргә сират еткәйне, ул хатта бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәҫтән, әскернә телле Ғамир ауыҙын салышайтып: “Һы, һинең атаң алкаш инде”, тине. Ғәрләнгән Искәндәр, үҙ-үҙен белештермәйсә, тегегә барҙы ла йәбеште. Урамдан үтеп барған ағайҙар саҡ айырып алды көҙгө әтәстәрҙе. Тик был хәл уның менән бөтмәне әле. Иртәгәһен Ғамирҙың әсәһе йүгереп килгән мәктәпкә, Искәндәрҙе директорға ошаҡларға. “Алкаштан йүнле кеше тыуамы инде! Баламды ҡалайтып күм-күк итеп туҡмап ҡайтарған йүнһеҙ, фәлән-фәсмәтән...” тип сәрелдәүе хатта уларҙың класына ла ишетелеп торҙо.

Директор, үҙ сиратында, улдарының тәртибе тураһында һөйләшергә ата-әсәһен саҡыртты. Ә өйгә ҡайтҡас, атаһы уны тәүге һәм һуңғы тапҡыр ҡайыш менән жарҙы. “Эх, атай, атай, белһәң икән Ғамир менән нимә өсөн һуғышҡанымды?..” тип эстән генә үкһей-үкһей, һыҙлана-һыҙлана йоҡлап киткәйне Искәндәр ул кисте.

Дүртенсе класты тамамларға күп тә ҡалмағайны атаһын фалиж һуҡты. Типһә тимер өҙөрлөк ир хәрәкәтһеҙ һәм телһеҙ ҡалды. Эскелек бәләһе, тип аңлатты врач, шәбәймәйәсәген дә аңғартты. Аҙна-ун көндәй түшәктә ятты ла яҡты донъя менән хушлашты аталары. Үлер алдынан, әсәһе менән Искәндәргә нимәлер әйтергә теләп, шундай мөлдөрәп ҡараны. Шунда ғүмерҙә лә иламаған атаһының күҙҙәренән бөрсөк-бөрсөк йәштәре тәгәрәгәйне.

“Йән көйөгө булып йөрөгәнсе, булмағаны мең артыҡ ундай ирҙең!”, тип өләсәһе гел һуҡраныр ине эскесе кейәүенә. Атаһы айҙар буйы запойҙа ятҡанда, ҡай саҡ үҙе лә шулай уйлай биреп ҡуя торғайны. Исмаһам, анауы Ғамир кеүектәр “алкаш балаһы” тип йәнен ҡыймаҫ ине. Тик атаһы үлеп киткәс, шул ҡылығына, эй, үкенде, эй, үкенде!.. Күҙ йәштәрен әсәһе, һеңлеһе күрмәһен өсөн, һарайға инер ҙә, бер мөйөштә ултырып: “Атай, ғәфү ит мине. Һинең турала насар уйлағаным өсөн ғәфү ит, зинһар, атай! Һағындым мин һине, шул тиклем ныҡ һағындым. Ниңә ташлап киттең беҙҙе? ” тип һамаҡлай-һамаҡлай илар ине.

Ә тормош үҙ яйы менән дауам итте. Донъя йөгө хәҙер тулыһынса уның иңдәренә ятһа ла, Искәндәр бирешмәҫкә тырышты. Өй, һарай тирәһендәге эшкә лә өлгөрҙө, уҡыуын да онотманы. Тырышлыҡ бушҡа китмәне: бығаса уртаса ғына уҡып йөрөгән Искәндәрҙең фотоһы тиҙҙән мәктәптәге “Өлгөлө уҡыусылар” стендында урын алды.

***

- Оһо, Искәндәр класташ, әллә һин инде? Һаумы!

Уйҙары менән үткәндәрен барлап барған Искәндәр ҡарлыҡҡан тауышҡа “терт” итеп ҡалды. Ҡаршыһында һуҡмыш Рәмис тора ине.

- Һаумын әле. Үҙең ни хәлдә? – класташы менән күрешергә тип ҡулын һонғайны, уныһының ҡулдары буш булмай сыҡты. Ике ҡулында – ике шешә. Башынан “йылп” итеп “Һаман шул эске” тигән үкенесле уй йүгереп уҙҙы.

- Әй, бына клубҡа китеп барам әле. Егеттәр Вазифа әбейгә самогонға ебәргәйнеләр. – Рәмис ҡәнәғәт йылмайҙы. – Әйҙә, минең менән. Һине күптән күргән юҡ, әтеү. Уҡырға индем тип, эреләндең дә киттең, малай! - тип төрттөрөп алырға ла онотманы.

Искәндәрҙең ҡунаҡтағы хәлдән һуң өйҙәренә ҡайтҡыһы килмәй ине. Эйәрҙе лә китте класташына. Ысынлап та, күптән күргән юҡ ине иптәштәрен. Уҡып бөткәс, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышып бөттөләр шул. Кемдәрҙер, шул иҫәптән Искәндәр ҙә, уҡырға инде, уҡырға бармағандары әрме сафына алындылар. Уны, алкаш балаһы тип, гел битенән алырға яратҡан Ғамир хәҙер төрмәлә икән. Ун өс йәшлек ҡыҙ баланы көсләгән өсөн ултыртҡандар. Әсәһе, суд ҡарары менән риза булмай, бик оҙаҡ сабыулап йөрөп ҡараны, тинеләр, тик был юлы холоҡһоҙ улын яҡларға көсө етмәгән. Юғары класҡа еткәс, бигерәк бәйеле аҙғайны шул уның: тәмәкеһен дә тартты, араҡыһын да эсте, ә ҡыҙҙарҙы бирсәткә урынына алыштырҙы. Әлмир менән Земфир - ауылдалар, нисә ҡарама, гел һуҡмыш йөрөп яталар. Рәмис тә әрмегә барып ҡайтты ла ауылда тороп ҡалды. Йүнле эше лә юҡ, ти, үҙенең, кешеләргә бура бурап, бесән сабышып арлы-бирле генә аҡса эшләй ҙә уныһын да эскегә бөтөрә икән.

Бәлки, клубта Сибайҙа уҡыған дуҫтары Айрат менән Мирйәнде осратырмын, тип тә өмөтләнде Искәндәр. Кәләш алғаны бирле улар менән бәйләнеш өҙөлдө, ғаиләле булһаң, теләйһеңме-теләмәйһеңме, дуҫтарға иғтибар кәмей төшә икән шул, тип уйлап алды ла, Нургөлө күҙ алдына баҫҡас, кәйефе бермә-бер күтәрелеп китте. Йәнәш атлаған Рәмистең һөйләгән хәбәрҙәре уның бер ҡолағынан инде, икенсеһенән сыҡты. Ул һөйгәне тураһындағы татлы хәтирәләргә бирелде.

Нургөл менән беренсе курс аҙаҡтарында дуҫлашҡайны. Үҙҙәренең төркөмөндә уҡып йөрөгән был һылыу ҡыҙға ниңә баштан уҡ иғтибар итмәнем икән, тип, аптыраны һуңынан Искәндәр. Аралаша башлағайнылар, шымыҡай ғына Нургөлдөң күңел донъяһы иҫ китмәле бай икәнен аңланы. Уның менән теләһә ниндәй темаға ла рәхәтләнеп һөйләшеп була. Уҡымаған китабы, белмәгән нәмәһе юҡ. Баҫалҡы холҡо, иплелеге менән дә хас әсәһе инде. Уға оҡшап, ҡул эшенә, аш-һыуға оҫта, етмәһә. Хатта уларҙың яҙмыштары ла бер ишерәк булып сыҡты. Нургөл дә кескәй сағынан етем ҡалған – атаһы юл фажиғәһендә вафат булған. Әсәһе тағы кейәүгә барған, ләкин үгәй атаһы ҡыҙҙы һыйҙырмаған. Ахырҙа, өләсәһе ейәнсәрен үҙенең тәрбиәһенә ала. Искәндәр кеүек, Нургөл дә күңелендә атаһы тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлай. “Ҡыҙ бала атаһына оҡшаһа, бәхетле була” тигән юрауға ла ихлас күңеленән ышана ул. “Атайым мәрхүмгә ике тамсы һыу кеүек оҡшағанмын, тимәк, минән дә бәхетле кеше булмаясаҡ киләсәктә”, тип һөйләгәйне бер ваҡыт. Шунда Искәндәр ҙә хисләнеп китеп: “Эйе, матурым, һин, һис шикһеҙ, донъялағы иң бәхетле ҡатын-ҡыҙ буласаҡһың. Мин һине ғүмерем буйы яратырға һүҙ бирәм!” тип ант иткәйне. Өс йылдан ашыу дуҫлашып йөрөнөләр улар. Быйыл ҡышын ғына никах уҡыттылар. Тиҙҙән туй. Әле ең һыҙғанып шуға әҙерләнеп йөрөгән көндәре. Нургөлө уның эргәһендә аҙна тирәһе булды ла, кисә әсәһенә ярҙамлашырға тип, Баймаҡҡа ҡайтып киткәйне.

Клубта дискотеканың иң ҡыҙған сағы ине. Рәмис Искәндәрҙе эйәртеп килеп ингәс, бер мөйөштә өйөлөшөп самогон көтөп торған егеттәр ҡыуанышып киттеләр. Эсергә тағы бер сәбәп сығып тора ла баһа! “Давай, кәләш алыуыңды йыуҙыр!” тип, уға бәйләнә лә башланылар. Эскелекте йәне һөймәгән Искәндәр ҡайҙан килгәнмен тигән көнгә төштө. Класташтары Әлмир менән Земфир Рәмистән дә былайыраҡ иҫерек ине. Кеше араһында әҙәплерәк булыу тигән нәмәне күптән онотҡандар, күрәһең. Ауыҙҙары нимә һөйләгәнен ҡолаҡтары ишетмәй. Искәндәр ҡарашы менән йәштәр араһынан Айрат менән Мирйәнде эҙләне, тик улары күренмәне. Бер-ике класташ ҡыҙҙары бар ине барлыҡҡа, әммә яндарына барырға ҡыйманы. Аҙағынан Нургөлгә берәй нәмә тип һөйләрҙәр, бәләһенән баш аяҡ, тип уйланы. Ә егеттәр уны ныҡышып-ныҡышып эсергә көсләнеләр ҙә аҙаҡ ҡул һелтәнеләр. Уларҙың бер-береһен бүлдерә-бүлдерә ҡауылдашҡанынан, көслө музыка тауышынан Искәндәрҙең былай ҙа ҡаңғырған башы зыңҡып-зыңҡып ауырта башланы. Һаҫыҡ самогон менән тәмәке төтөнө бергә ҡушылған ҡырҡыу еҫтән күңеле болғанды. Тиҙерәк ҡайта һалырға кәрәк тип, урынынан ҡуҙғалғайны, Әлмир уға сат йәбеште, йыуҙырмай ҡасып бараһың, йәнәһе. Йәне көйгән Искәндәр кеҫәһендәге ике йөҙлөк аҡсаны тегеләрҙең алдына бәрҙе лә клубтан сығырға ашыҡты. Сыҡты ла саф һауаны һулап туя алмай торҙо бер гилке. Аҙаҡ яйлап ҡына өйҙәре яғына атланы...

***

...Атай, атай!”...

Ҡысҡырып-ҡысҡырып та, атаһы ишетмәгәс, Искәндәр уның артынан йүгерергә итте. Тик нишләптер күкрәге сәнсеп-сәнсеп ауыртасы, шуға йүгереү түгел, хатта бер аҙым атлай алманы ул. Ә атаһы, исмаһам, боролоп та ҡарамай бит, китеүен бирә. Күрһә, туҡтар ине барыбер. Ғүмерҙә булмағанса, ап-аҡтан ғына кейенеп алған бит әле үҙе. Юҡ, һис шикһеҙ, ҡыуып етергә кәрәк Искәндәргә атаһын. Шул тиклем һағынған бит ул уны. Һөйләшәһе һүҙҙәре лә күп ҡәҙерле кешеһе менән.

- Ата-а-ай! Атай, зинһар, көт әле мине!

Искәндәрҙең асырғанып ҡысҡырғанын, ниһайәт, ишетте, шикелле, атаһы. Аҙымдарын яйлатҡандай итте. Ана, туҡтаны. Әкрен генә уға табан боролдо. Йә, Хоҙай! Мөғжизә юҡ, тиегеҙ шунан! Атаһын тағы ла күрер көнө булған икән Искәндәрҙең. Шатлыҡ йәштәренән күҙҙәре томаланды... Юҡ, юҡ, ул иларға тейеш түгел. Атаһы гелән: “Егет кеше иламай!” тип өйрәтә торғайны бит. Тиҙ генә еңе менән күҙен һөртә һалды Искәндәр. Үҙгәрмәгән атаһы. Ул бәләкәй саҡта нисек булған, әле лә шулай: шул уҡ һоро күҙҙәр, ҡырлы танау, тулҡын сәстәр. Өлкәндәр уға бушҡа ғына: “Атайыңа оҡшағанһың”, тип әйтмәйҙәр икән. Атаһында үҙен сырамытты Искәндәр. Тик был юлы ғәзиз кешеһенең йөҙө ниңәлер үтә моңһоу күренде. Элек ул гел йылмайып йөрөй торғайны бит. Туҡта, нишләп аңшайып тик тора әле Искәндәр? Егет, ҡоласын йәйеп, атаһын ҡосаҡлап алырға ынтылды. Тик күкрәге сәнсеүҙән тағы һығылып төштө. Нимә булды һуң уға? Элек ауырыу-ауыртыныуҙың ни икәнен дә белмәй торғайны ла баһа? Ул арала атаһы телгә килде:

- Һаумы, улым! Эх, ниңә килдең инде бында..?

Бәй, атаһы ниңә осрашыуға ҡыуанмай һуң ул? Һағынманымы ни икән? Үпкәләгәндәй итте Искәндәр. Күҙҙәре тағы йәшкәҙәне.

- Һуң, атай, мин бит һине һағындым... Күргем килде. Һин мине һағынманыңмы ни?

- Эй, улым, һағынмаған ҡайҙа ул! Һағынам, өсөгөҙҙө лә бик һағынам. Ҡәҙерегеҙҙе генә белмәгәнмен икән шул. Хәҙер үкендерә лә бит, тик терһәкте тешләп булмай инде. Хаталанғаным ауырып түшәккә йығылғас ҡына башыма барып еткәйне...

Атаһының тауышы ҡалтыранып сыҡты. Шунан тиҙ генә үҙен ҡулға алып, өҫтәп ҡуйҙы:

- Улым, һиңә иртә әле бында килергә, бар ҡайт, йәме. Әсәйеңде, һеңлеңде һаҡла берүк.

- Юҡ, атай, мин һине ҡабат юғалтҡым килмәй. Белһәң ине миңә һинһеҙ нисек ҡыйын икәнде. Ғүмерем буйы һине юҡһынып йәшәнем. Етем булыуҙан да ҡыйын нәмә юҡ икән...

- Эй, улым, улым. Аңлайым ниҙәр кисергәнеңде. Бер ауыҙыма хужа булмай, һине үҙем иҫән саҡта уҡ ярты етем хәлендә йәшәткәнмен, һуңынан ысынлап та етем итеп ҡуйҙым. Ғәфү итә алһаң, ғәфү ит, мине, улым...

- Атай, нимә һөйләйһең һин! Минең һиңә бер үпкәм дә юҡ. Миңә ғүмер биргәнһең, шуның өсөн рәхмәт үҙеңә. Атай, тиҙҙән мин үҙем дә атай буласаҡмын бит. Малай, тинеләр. Һинең нәҫел дауам итәсәк, атай!

Искәндәр, ашығып, ҡыуанысы менән уртаҡлаша һалды: “Эх, атайым белһә ҡыуаныр ине”, тип уйлай ине, бына яйы ла сыҡты бит әйтергә. Атаһының моңһоу йөҙөндә бер миҙгел генә шатлыҡ осмото күренеп ҡалды ла “йылп” итеп һүнде.

- Улым, ана шуның өсөн һин мотлаҡ ҡайтырға тейешһең. Мин һине етем иттем. Исмаһам, һинең улың етем үҫмәһен. Атаһына арҡаланып, атай наҙы тойоп үҫһен ейәнем. Матур итеп тәрбиәләгеҙ балаларығыҙҙы. Берүк минең хатамды ҡабатлай күрмәгеҙ. Хуш, улым!“

...Мин ҡайҙа ҡайтырға тейеш? Былай ҙа ауылдамын бит. Улыңды етем итмә, тисе. Мин тере лә инде!”

– Искәндәр уның һуңғы һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнөргә тырышты, тик атаһының китергә ҡабалана башлауын күргәс, үрһәләнеп, тағы уға табан тағы уҡталды. Артынан эйәрергә итте. Тик атаһы уға был юлы ҡаты итеп өндәште:

- Искәндәр, мин һиңә нимә тинем! Әсәйең көтә бит өйҙә, ҡайғыртма уны!

Әсәһен иҫләгәс, Искәндәр шып туҡтаны. Эйе лә баһа! Әсәһе күптән ҡайтҡандыр, өйҙә борсолоп көтөп ултыралыр. Дискотекала уға нимә ҡалған инде, бер аңра һарыҡ һымаҡ, Рәмис артынан эйәреп сығып китмәгә? Анауы әҙәм аҡтығына ныҡ йәне көйгәйне шул. Әсәһен дә йәлләне, Зариф бабайы менән Фәнисә инәһе алдында ла уңайһыҙ. Тағы, ҡунаҡ тип, шым ғына ултыра ла алмай инде үҙенә ғүмер бүләк иткән әсәһен күрәләтә әллә кемдән йәберләтеп. Ана бит, хатта атаһы ла, әсәйеңде, һеңлеңде һаҡла, тип тора.

Туҡта! Ул дискотеканан ҡайтҡайны бит! Эйе, ҡайтҡайны шул! Ҡапҡалары төбөнә килеп етеп, тотҡаға үрелгәйне, янында ғына төндөң ҡара парҙәһен йыртып, бысаҡ ялтлап китте... Айварҙың ыржайған йөҙө... Күкрәк тәңгәлендә үҙәккә үткес ауыртыу...

Шул саҡ Искәндәрҙең аңына ҡот осҡос ысынбарлыҡ барып етте. Тәүге уйы әсәһе булды: ғәзизе тереме икән?! Айвар уның өсөн әсәһенән үс алманымы икән? Ул йөрәк ярғыс итеп: “Әсәй!” тип ҡысҡырып ебәрҙе...

***

– Әсәй!..

Искәндәр көс-хәл менән күҙҙәрен асты һәм томан аша аҡ халат бөркәнгән әсәһенең борсоуло йөҙөн күрҙе. Уның артында күп илауҙан күҙҙәре ҡыҙарып бөткән Нургөлө тора ине...

 

 

Зөлфиә Муллағолова-Сәлихова.

Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас: