Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
26 Октябрь 2021, 12:26

Бәғерһеҙ...

Ошо сәбәпле ирем ташлап китте. Хатта һөйөклө әсәйем дә миңә екһенеп ҡарай. Хәҙер килеп, балаларым...Тулы текст сайтта:

Бәғерһеҙ...
Бәғерһеҙ...

(Бер ҡатын монологы)

"Ошо һүҙҙе ғүмер дауамында бик күптәрҙән ишеткәнем бар. Бәләкәй саҡта ике йәшкә өлкән апайым иларҙай булып йыш әйтә ине: уны йәлләр саҡта ла бер һүҙ өндәшмәгәнгә йә ниндәйҙер ҡыуанысы тураһында һөйләгәненә битараф ҡалғанғалыр инде. Аҙаҡ был һүҙҙе дуҫ ҡыҙҙарымдан да әллә нисә тапҡыр ишеткәнем булды. Миңә сер һөйләһәләр, йөҙөмдә бер ниндәй үҙгәреш - аптырау, ғәжәпләнеү, шатланыу, ҡыҙыҡһыныу күрмәне шул улар. Аҙаҡ бер нәмә лә һөйләмәҫ булдылар, хәҙер бөтөнләй аралашмайбыҙ ҙа.

Шул уҡ һүҙҙе аҙаҡ ирем әллә күпме әйтте: "Таш бәғер һин, аңламайһың мине, һинең менән ауыр"... Һәм ташлап китте... Хатта һөйөклө әсәйем дә екһенеп ҡарап: "Ул тиклем эгоислыҡ ҡайҙан килә һиңә? Бәғерһеҙ!" - тип әсенеп әйткәне булды. Ысынлап та, тыштан ҡарағанда һәр ваҡыт тынысмын, тиҙ генә төрлө ҡиәфәткә инә алмайым, кешеләрҙе йыуата белмәйем, шатлыҡтарын һүҙ менән уртаҡлашмайым. Тышҡы тыныслығым ғына мине "таш йөрәк", "бәғерһеҙ" тип әйтергә хоҡуҡ бирәме ни, тип ҡысҡырғым килгәндә лә, өндәшмәйем шул үҙем. Мин дә ныҡ шатланам, ҡайғырам, бәхетемдән осорҙай, ҡайғымдан уйылырҙай саҡтарым була, тик быларҙың барыһы ла эстә башҡарыла. Таш һын менән сағыштырһалар ҙа, мин дә тере кеше, аҡлы-ҡаралы был тормоштоң үҙгәрешен һәр күҙәнәгем тоя, үҙенсә ҡабул итә... һәм уларҙың барыһы ла күңел түренә уйылып ҡала.

Эштә көләкәс, аралашыусан бер апайҙың, һин кеше көлгәндә көл, кеше көйгәндә көй, тигәне йыш иҫкә төшә. Шулай итергә лә маташа торғайным, тик ул яһалмалыҡ тиҙ ялҡытты һәм тағы үҙ ҡабығыма инеп сумдым. Ошондай халәтемде еңә алмайым, теләгәнемсә бер нисек тә үҙгәрә алмайым. Ғорур ҡиәфәтемә, һөйләшеп бармауыма ҡарап, "нимтуй" тигән исем дә тағып ҡуйҙы бер әҙәм.

Хәҙер килеп, үҫеп килгән балаларым, эй һиңә һөйләгәнсе, тип ҡул һелтәй башланы. Нисек кенә аңлатырға һуң уларға: мин бит һәр хис-кисерештәрен йөрәгемә яҡын ҡабул итәм, һөйләгәндәрендә үк проблемаларҙы сисеү юлдарын барлай башлайым.

Сит-яттар ҙа мине вайымһыҙ, ғәмһеҙ кеше тип ҡабул итәлер. Ә эсемдә ниндәй ут дөрләгәнен үҙем генә беләм, ялҡынында үҙем генә бешәм, янам, төтөнөнә сәсәйем, тик тышҡа сығара алмайым ғына. Бындай холҡом үҙемә насар икәнен, ҡасандыр ауыр сир булып килеп сығырын да беләм, тик мин бына шундай, үҙгәрә алмайым..."

Фото: zhenomaniya.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-10-25/b-er-e-2559961?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: